Һуғыш ... Ниндәй ҡот осҡос , ҡанлы һәм тетрәндергес һүҙ.Хәҙерге йәш быуындың һуғыш батырҙарын оноторға хаҡтары юҡ, сөнки улар беҙгә тыныс тормош буләк итеүселәр.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 19.48 КБ |
Инша: Һуғыш минең ғаилә тарихында.
Автор:9-сы синыф уҡыусыһы Хәбибуллин Эльнар
Һуғыш... Ҡыҫҡа ғына һүҙ, ә мәғәнәһе бик ҡурҡыныс! Был хәбәр бөтә совет халҡын тетрәндерә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанға 72йыл ваҡыт үтһә лә, уның аяныс хәтирәләре күңелдәргә тәрән һеңеп ҡалған. Яҙҙар етеү менән Еңеү байрамын билдәләп үткәндә был ваҡиғалар ҡабат иҫкә төшә...
1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башланыуын иғлан итмәйенсә Советтар Союзына Германия ғәскәрҙәре һөжүм итә. Иртәнге сәғәт дүрттә илебеҙ күгендә ҡара болот кеүек фашист самолеттары бер-бер артлы бомба бәрә башлайҙар. Бөтә халыҡ был илбаҫарҙарына ҡаршы Сталиндың ҡул аҫтынд акүтәрелә. Йәш егеттәр, ағайҙар, атайҙар – барыһы ла һуғышҡа алына. Ауылдарҙа, ҡалаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡарттар ҡала. Был ҡәһәр һуғышта нисә бала атаһыҙ, нисә бисә ирһеҙ, нисә әсә балаһыҙ тороп ҡала. Күпме йәштәр түгелгән, күпме кеше йәмле йәш саҡтарын, һуғыш бәләләренә алмаштырған.
Ҡайғылы һәм ауыр көндәр. Ауылда ир-аттар көндән-көн кәмей. Тормош ауырлығы әсәйҙәр, бала-саға, ҡарттар елкәһендә була. Аттарҙы һуғышҡа алалар. Колхоздағы бөтә эште үгеҙҙәр, һыйырҙар менән башҡаралар: ер һөрөү, һуҡалау, тырмалау. Улар иген үҫтерә, мал-тыуар ҡарай, заводтарҙа, фабрикаларҙ аэшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, минең олатайымдың атаһы ҒәниуллинӘхмәтҫафа Хәбибулла улына 38 яшь була. Яраланып кире авылға ҡайта.1942 йылдың сентябрь айында олатайымдың атаһы ҡабат армияға китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шамил олытайымдың атаһы Смоленск фронтында март айында снаряд шартлағанда һәләк була, ә үлеүе тураһында хәбәре бары тик һунынан ғына килә. Олатайымдан башҡа биш бала атаһыҙ етем ҡала. Барлыҡ ауырлыҡтар әсәһе елкәһенә төшә.
1943-1944 йылдарҙа илдә халыҡтың йәшәү шарттары бик насар була. Иң ауыры - аслыҡ. Колхозда үҫтерелгән игендең күп өлөшө дәүләткә тапшырыла, сәсеү өсөн дә аҙ ҡала, ә халыҡҡа он граммлап ҡына бирелә. Шунлыҡтан ауыл халҡы аслыҡтан үлмәҫ өсөн йылы ағасының ҡайырыһынан он яһап ашҡа һалып ашаған була..
1945 йылдың 9 Май иртәһе илебеҙ халыҡтарына ҙур шатлыҡ алып килә. Радио немец-фашист илбаҫарҙарының еңелеүен, капитуляцияға ҡул ҡуйылыуын хәбәр итә. Был көндө һөйөклә илебеҙҙең һәр бер ҡалаһында, ауылында, ҙур митингтар үткәрелә. Шатлыҡтан барыһының да күҙҙәрендә йәш бөртөктәре. Совет халҡы өсөн был Еңеү ҙур шатлыҡ менән дә, ҡайғы-хәсрәт менән дә бергә ҡушыла.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле һәм фәжиғәле көндәре йылдан-йыл йыраҡлаша бара. Ләкин халҡыбыҙ кисергән ул ҡайғы-хәсрәттәр бер ҡасанда онотолмаҫ. Миллиондарса ғаиләләр өсөн һуғышта һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышы әле лә билдәһеҙ. Ил азатлығы өсөн изге һуғышта һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү эше бөгөн дә дауам итә. Был эштә һәр кем үҙенән өлөш индерергә тейеш. Бөгөнгө көндә иҫән булған һуғыш һәм тыл ветерандары йәш быуындың тейешле ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәһен ине. Сөнки бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн беҙ уларға бурыслы. Өлкән буындың һуғыш һәм һуғыштан һуңғы героик тормошо беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө. Илебеҙ күге тыныс, аяҙ булһын, һуғыш әфәте киләсәк быуындарға ҡағылмаһын!
Һуғыштар булмай ҡорбанһыҙ.
Унһыҙ – юҡ Еңеү туйы.
Ә беҙ үлгәндәр алдында
Бурыслы ғүмер буйы.
Простые новогодние шары из бумаги
Валентин Берестов. Аист и соловей
Новогодняя задача на смекалку. Что подарил Дед Мороз?
Извержение вулкана
Крутильный маятник своими руками