Мин Башҡортостан республикаһының Нуриман районы Яңыкүл ауылында тыуғанмын.Минең атайым менән әсәйем-башҡорттар. Ата-олатайҙарым да борон-борондан ошо ерҙә йәшәгән. Шуға ла мин был ерҙе минең тыуған илем тип атайым. Картала бер япраҡ саҡлы ғына күренһә лә, минең илем бик иркен , ҙур ул. Эйе, нимә менән генә сағыштырмай бөйөк шағирҙар Башҡортостаныбыҙҙы... Ҡайын япрағындай күрәләр, кеше йөрәгенә лә тиңләйҙәр. Дөрөҫ, формаһы менән дә, йәшәү ритмы менән дә ул кеше йөрәгенә оҡшаған. Мул һыулы йылғаларыбыҙ, ҡан тамырҙарылай, респуб-ликабыҙҙы уратып алған. Балыҡҡа бай күлдәребеҙ, йөрәк кешене кислород менән туҡландырған кеүек, бөтә халыҡты туйындыра ала. Минең республикам ҡуйы урмандары менән дан ҡаҙанған. Ниндәй генә ағастар юҡ бында?! Йәшел шәлле, аҡ күлдәкле ҡайындар, мәғрүр имәндәр, алтын япраҡлы сағандар, төҙ ҡарағайҙар, хуш еҫле йүкәләр... Көҙөн миләш, балан тәлгәштәре күҙҙең яуын алып тора. Ә күпме еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре үҫә. Уларҙы һис шикһеҙ экологик яҡтан таҙа тип әйтеп була, сөнки беҙҙең республикабыҙҙа әле кеше аяғы ла баҫмаған ерҙәр күп. Урмандарыбыҙ беҙгә һулар һауа, йәшәү дәрте бирә. Урмандарын ,яландарын бик күп төрлө йәнлектәр һәм ҡоштар төйәк иткән. Һәр яҙ һайын төрлө ҡоштар алыҫ илдәрҙән талпынышып-талпынышып беҙҙең яҡтарға ҡайта. Тыуған ерендә оя ҡороп, бала сығарыу өсөн уларға меңдәр саҡрым юлдар үтергә тура килә. Йылы яҡтарға ваҡытлыса ғына китәләр, тыуған ерҙәрен бер ҡасан да онотмайҙар, ташламайҙар улар. Ә бына бөркөттәр бер ҡасан да оя ташламай. Йылдың һәр миҙгелен түҙемле үткәреп, ҡаяларҙа көн итәләр. Бәлки, шуғалыр ҙа башҡорт халҡы элек-электән бөркөттәрҙе үҙ ҡошо итеп һанаған. Минең ырыуым-Мең ырыуының да изге ҡошо ул ыласын. Йәйге каникул көндәрендә уҙемдең яратҡан ауылымда ял итергә яратам.Терпе тауына менеп ауылымдың тәбиғәте менән һоҡланам,әсәйем менә еләк йыям.Бай тәбиғәтле Башҡортостанда тыуғаныма ғорурланам. Быйылғы йәй минең күңелем ҙур хәтирәләргә бай булды.Ни өсөн тигәндә,Башҡортостандан меңәрләгән километр алыҫлыҡта ятҡан,Севастополь ҡалаһына барырға тура килде.Әлбиттә,бындай сәйәхәттәр беҙгә һирәк эләгә.Бөйөк Ватан һуғышының ҡаты яуҙары үткән герой - ҡала Севастополь тарихи музейҙарға,иҫтәлекле урындарға бай. Бигерәк тә күңелемдә һуғыш яланын,батырҙар көрәшен һүрәтләгән 30 метрлыҡ картина иҫемдә ҡалды. Уны һүҙ менән генә тасуирлап булмай,барып күрергә кәрәк . Ҡаланың күп урындарында Бөйөк Ватан һуғышын хәтерләткән һәйкәлдәр бар. Севастополдән Башҡортостанға ҡайтҡас та оҙаҡ уйланып йөрөнөм.Тыуған республикам ундай һуғыштарҙы кисермәгән,әммә ләкин ,Башҡортостандың ир-егеттәре һуғышҡа шул яҡтарға барған. Ә тыуған илемдә ҡалыусы ватандаштарым фронттағы һалдаттарҙы кейем-һалым,ҡорал,аҙыҡ менән тәьмин иткән.Бик ауыр йылдар кисергәндәр улар.
Тыуған илем –Рәсәй. Тыуған Республикам- Башҡортостан. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәм дә ,ниҙәр генә күрһәм дә,Башҡортостаным,Нуриманым- нур,иманым күңелемдә, сөнки мин унда тыуғанмын,үҫкәнмен,уҡыйым,белем алам. Киләсәгем , яҡшы уҡыуым ,хеҙмәтем бары Башҡортостаныма арналасаҡ.
Вложение | Размер |
---|---|
min_bashkortostan_respublikahynyn_nuriman_rayony_yanykul_auylynda_tyuganmyn.docx | 15.54 КБ |

Огонь фламенко
Фотографии кратера Королёва на Марсе
Три коробки с орехами
Фокус-покус! Раз, два,три!
Если хочется пить...