«Миңә Мостай Кәрим әҫәрҙәренең геройҙары тормошомдағы ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте »
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_respublikahy_mgarif_ministrlygy.docx | 14.05 КБ |
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
Баҡалы мәғариф бүлеге
Инша:
«Миңә Мостай Кәрим әҫәрҙәренең геройҙары тормошомдағы
ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте »
Башҡарыусы: 9 класс уҡыусыһы
Кириллова Диана.
Уҡытыусы: Кузнецова Галина
Виктор ҡыҙы
Яңы Илек мәктәбе,2019 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме һәр бер кешегә бил-дәле.Кем генә уның «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау», «Беҙҙең өйҙөң йә-ме» һәм башҡа әҫәрҙәрен бер тынала уҡып сыҡмаған икән?! Уның ижадын-да уҡыусы өсөн бөтөнләй яңы,билдәһеҙ донъя асыла, геройҙар менән бергә ҡыуанаһың.бергә ҡайғыраһың, ихлас күңелдән шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡ-лашаһың,үҙеңде шул донъя кешеһе итеп хис итәһең.
Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ » повесы беҙҙе йәшәргә,аҡты ҡара-нан айырырға,ябай кешенең матурлығын күрергә өйрәтә,хатта бала саҡта ҡылған хаталарың өсөн ҙурайғас та ғәфү үтенергә һуң түгел икәнен төшөн-дөрә. Шулай уҡ уның ижад иткән әҫәрҙәре кешеләрҙе уйландыра ла,моңландыра ла,рухын күтәрә, намыҫын сафландыра,ауыр саҡта ярҙам итә. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ » повесы минең дә, бик күп мин белгәндәрҙең дә яратҡан китабы.Оло инәй образы минең күңелемә айырыуса хуш килде.Уның ҡулдары нур сәсә. «Был ҡулдар башты һыйпау менән хәсрәттәр,сирҙәр ситкә алып ырғытыла». Мин дә был ҡулдарҙың йылыһын тоям,кешене тынысландыра торған яғымлы тауышын ишетәм төҫлө. Кендеккә ул күпме тормош һабағы бирһә, беҙгә лә шул тиклем аҡыл, фәһем тарата, йөрәк йылыһы бирә. Донъяла йәшәүҙең тәртибен,халҡыбыҙҙың изге йолаларын,әҙәп ҡағиҙәләрен башлап күндерә. Уның әйткән һүҙе,фатихаһы.холоҡ-фиғеле фәһемле,ҡәҙерле.Кешене кеше иткән-изгелек,яҡшылыҡ , тип өйрәтә Оло инәй.Бына бер көн Кендек Мәрәхим менән Аҡйондоҙҙоң осрашыуына шаҺит була,кешеләргә һөйләргә йыйына.Тәүге серен тыңлаусы кеше бәхеткә күрә,Оло инәһе була. «Балаҡа-йым,әҙәм ышанмаҫтай һүҙҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә.Кеше көлөр, етмәһә “ғәйбәтсе” тигән исем тағырҙар»,-тип Кендеккә лә,беҙгә лә ғүмерлек торрмош һабағы бирә.
Мин Оло инәйҙең ошо һүҙҙәренән һуң ҡайһыбер нәмәләрҙе йотоп,сер итеп тоторға кәрәҡ икәнен аңланым һәм был һүҙҙәр минең тормошомда ла ҡыйын саҡтарҙа ярҙам итте.
Мостай Кәримдең ниндәй генә әҫәрен алһаҡ та.унда бөтәһе лә тормош-тан алынған геройҙар. Улар мине уйланырға мәжбүр итте.Һәр кешенең тормошонда ҙур ҡыйынлыҡтары була. Уларҙы еңеп сығырға кәрәк. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡыған саҡта,мин үҙемде уның геройҙары итеп хис иттем.Улар менән бергә уйландым,көйөндөм,йыланым.
Мостай Кәрим ул бөйөк яҙыусы.Быға мин уның әҫәрҙәрен уҡыған һайын, ҡат-ҡат инанам. Киләсәктә лә уның ижадын өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен.
Извержение вулкана
Ласточка
Загадочная система из шести экзопланет
Музыка космоса
Солнечная система. Взгляд со стороны