Сочинение на башкирском языке о писателие Башкортостана Денисе Булякове
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение | 15.56 КБ |
Динис Мөҙәрис улы Бүләков әҫәре буйынса минең уйҙарым
Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18-се майында Мәләүез районында Арыҫлан ауылында тыуған. Егерме йәш кенә булһа ла ул Бәләбәй ҡалаһында “ Еңеү байрағы “ газетаһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1965 йылдың көҙөндә йәш егетте өс йылға әрме сафына алалар. Әрменән ҡайтҡас 1968 йылда Динис Бүләков «Совет Башҡортостаны» исемле газетаның редакцияһына эшкә урынлаша. Шул уҡ ваҡытта ул М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтына белем ала. Ул бик уңышлы уҡый. Оҙаҡламай Динис Бүләков «Ағиҙел» журналының бүлек етәксеһе булып китә, ә ике йылдан һуң “Аманат” журналының баш мөхәррире була. Һуңынан ул телевизор һәм радио буйынса Дәүләт комитеты рәйесе итеп һайлана. Оҙаҡ йылдар Динис Буләков Башҡорт АССРы журналистар Союзы рәйесе эшен етәкләй. Ул хатта бөтә донъя төрки халыҡ яҙыусылары менән берлектә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Динис Мөҙәрис улының ғүмере оҙон булмай. Ул Өфөлә мосолмандар ҡәберлегенә күмелгән.
Динис Бүләков Кинйә батырҙарҙың эҙҙәре уйылып ҡалған тарихи төбәктә, һәр кемде бер күреүҙә ғашиҡ итерлек Нөгөш буйҙарында тыуып үҫкән. Шуға ла ул тәбиғәтте нескә тойоусы әҙип. Үҙенә үҙе аяу белмәүсе, сая рухлы, тынғыһыҙ йәнле шәхес булған. Бар донъяны яратыу тойғоһонан ғына тора, тип иҫбатларға тырышҡан Динис Бүләков, шуға күрә лә үҙенең әҫәрҙәрендә ул матур, яҡшы кешеләр тураһында яҙа. Динис Бүләков әҫәрҙәренә китап уҡыусыны һәр ваҡыт тиерлек тәбиғәт аша алып инә. Мәҫәлән, миңә уның “Яралы китап” хикәйәһе бик ныҡ оҡшаны. Мин был әҫәрҙе уҡығанда ундағы аҡыллы, матур геройҙар менән таныштым. Хикәйәләге ауыл исеме – Йәтемәк. Ни өсөн ауыл шулай аталған һуң? Ул ауыл бәләкәй булған. Унда һуғышҡа тиклем ни бары утыҙ биш өй булған. Ауыл бөтөүгә барғанға күрә, етемлеккә ишара яһап, ауылды Йәтемәк тип атағандар. Йәтемәк ауылы халҡы башлыса һунарсылыҡ менән көн иткән. Әҫәрҙең төп темаһы – Бөйөк Ватан һуғышы.
Һуғыш башланып киткәс, ҡайғы хәбәре Йәтемәккә лә килеп етә. Утыҙ дүрт өйҙән утыҙ дүрт ир киткән яуға. Утыҙ бишенсе йорттоң хужаһы Илғужа ағай һуғышҡа тиклем һунарҙа яраланып ҡайта. Тиҙҙән үлеп китә. Шуға күрә был йорттан уның ҡатыны Фәғилә апай һуғышҡа китә. Ил алдында ауыр һынау көндәре килеп еткәс, халыҡ дәррәү күтәрелгән. Бер кеше лә ситтә тороп ҡалмаған.
“Яралы китап”тағы ваҡиғалар һымаҡ хәлдәр беҙҙең ауылда ла булған ул. Һуғышта һәләк булған яугирҙың миҙалы туғандарына тапшырылған. Ҡайһы бер миҙалдар беҙҙең мәктәп музейында ла һаҡлана. Ауыр, бик ауыр йылдар булған. Ләкин түҙгәндәр. Бер ҡайтмаһаҡ, бер ҡайтырбыҙ, тип китһәләр ҙә күпме яуғирҙар тыуған тупрағын күреү бәхетенә ирешмәгәндәр. Улар йыраҡта мәңгелеккә йоҡоға талғандар.
Ә беҙ, хәҙерге балалар, бөгөнгө көнөбөҙ өсөн уларға рәхмәтле булып, тыныс тормошта йәшәүебеҙгә шатланып, илебеҙҙе яратып йәшәйек!
Что общего у травы и собаки?
Рисуем кактусы акварелью
Центральная часть Млечного пути приоткрывает свои тайны
Прекрасная арфа
Волшебная фортепианная музыка