Фәнни - ғәмәли конференция
Вложение | Размер |
---|---|
Ҡайындың ете мөғжизәһе | 33.1 КБ |
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
ИНЕШ…………………………………………………………….…………. 3
ТӨП ӨЛӨШ………………………………………………………………….4
ЙОМҒАҠЛАУ………………………………………………………………..8
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ………………………………………………9
ИНЕШ
Һәр телдең һүҙлек составы телдең байлығы, формалашыу һәм үҫеш сығанаҡтары тураһында мәғлүмәт һаҡлай. Телдең лексикаһы аша халыҡтың тарихын, тормошон өйрәнергә, уның көнкүреш шарттары, хужалығы, иҡтисады, милли характеры һәм традициялары, рухи мәҙәниәте, башҡа халыҡтар менән төрлө осорҙағы бәйләнеше хаҡында төрлө мәғлүмәт алырға була. Беҙҙе, бигерәк тә, башҡорт әҙәбиәте теленең мөһим бер лексик составын тәшкил иткән, ағас атамаларын белдереүсе һүҙҙәр ҡыҙыҡһындыра.
Башҡорт телендә был өлкәгә ҡараған һүҙҙәр бик күп. Сөнки башҡорт - тәбиғәт балаһы. Ул элек – электән тәбиғәт менән гармонияла йәшәгән.
Бөгөн башҡорт теленең ҡулланылышы кәмегән ваҡытта, уларҙы әүҙемләштереү, өйрәнеү, системаға һалып туплау актуаль булып тора. Тикшеренеү эшенең темаһы: “Ҡайындың ете мөғжизәһе”.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты: ҡайындың ете мөғжизәһен асыҡлау
Ошо маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы: Ҡайын ғәжәп һәм сәйер ағас, ул беҙҙең яҡтарҙағы иң серле ағас.
Эштең структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Төп өлөш теоретик һәм практик өлөштәргә бүленә.
ТӨП ӨЛӨШ
1-се мөғжизә - “Ҡайын – серле ағас”
Ҡайын – донъялағы берҙән-бер аҡ ҡабыҡлы ағас. Был мөғжизә ҡайындың ҡабығында уға аҡ төҫ биреүсе матдә булыуы менән аңлатыла. Ғалимдар был матдәне «бетулин» (латин теленән тәржемә иткәндә «бетула»- «берёза»)
Ер йөҙөнөң бер гүзәле тиһәк, һис тә яңлышмабыҙҙыр, юҡҡа ғына уны Рәсәйҙең символы итеп ҡабул итмәгәндәрҙер. Боронғо Рус ерлегендә ҡайын ағасын Бережней (Һаҡлаусы Алла ) менән тиңләштергәндәр. Уны бөтә тере йәндәр өсөн рухландырыусы ағас тип иҫәпләгәндәр. Славян халҡында ҡайын ағасынан төрлө биҙәнеү әйберҙәре, амулеттар яһағандар. Ә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ҡайынға ҡарата тиҫкәре фекерҙәр ҙә осрай. Уны “ҡайғы, хәсрәт тубалы” тип йөрөтәләр. Ҡайһы бер башҡорт ауылдарында өй түренә бер ҡасан да ҡайын ағасын ултыртмағандар. Әгәр ҡайын ағасын ултыртһаҡ, ҙур ҡайғыға дусар булырбыҙ, тип уйлағандар[1].
2-се мөғжизә - “Ҡайын төрҙәре”
Ҡайындың төрҙәре: һалбыр ҡайын, аҡ ҡайын, кәрлә ҡайын, тәпәш ҡайын, кәкре ҡайындар бар. Кәрлә ҡайындар Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән. Башҡортостанда ҡайындың бер нисә төрө үҫә, ләкин ҡара ҡайын - һирәк осрай торған төр. Шуға күрә Башҡортостандағы ҡара ҡайындар – тәбиғәт ҡомартҡылары.
3-сө мөғжизә – “Ҡайын – үҙенсәлекле донор”
Йыһан ҡеүәтен күпләп йыйып, уны йәлләмәйсә еңел генә тирә-яҡҡа таратып, запастарын бик тиҙ тулыландырыусы ағастар “донор ағастар”, тип атала. Тап шундайҙарҙың береһе - ҡайын ағасы. Ҡайын дауалары бик көслө, һәр кемгә килешмәй. Шуға ла дауаланыу курсын табип күҙәтеүендә, уның күрһәтмәләренә ярашлы ғына үтеү мотлаҡ.
Ҡайын - үҙ ҡеүәтен һәр кемгә лә бирмәй. Нисектер ул үҙ күргән кешеһенең генә күңел тойғоһон һиҙә. Тап шундайҙарға көтөлмәгән миҡдарҙа энергияһын бүлеп бирә лә инде. Юҡҡа ғына боронғолар: “Ҡайынды яратҡандар уның янында һәр саҡ һау-сәләмәт булыр”, – тип әйтмәгән бит[2].
4-се мөғжизә – “Ҡайын ашханаһы һәм йәшел аптекаһы”
Ҡайын - ифрат файҙалы. Был ағас тәү сиратта хуш еҫле миндеге менән билдәле. Элек уны яндырып, дегет тә алғандар. Был шыйыҡса әҙәм балаларының, хайуандарҙың тире ауырыуҙарына ҡаршы файҙаланылған. Дауалау өсөн бөрөләре һәм япраҡтары ҡулланыла. Улар составында фитонцидтар, микроэлементтар, витаминдар, шәкәр һ.б. биологик актив матдәләр бар. Ҡайын дауалары бик көслө, һәр кемгә килешмәй. Ҡайын - шулай уҡ бик шифалы, файҙалы ағас. Ҡайындың һәр өлешө тәнгә шифа бирә.Ололар һөйләүенсә, ағастан яһалған тараҡтар сәсте үҫтерә һәм нервылар системаһына уңай тәьҫир итә[3].
5- се мөғжизә – “Ҡайын оҫтаханаһы”
Ҡайын – ҡаты ағас. Ошо сифатына бәйле ул арба, тәртә эшләү өсөн ҡулланыла. Ләкин ҡаты булғанлыҡтан һыуыҡ үткәреүе сәбәпле, ҡайындан йорт төҙөмәйҙәр. Үҙағасы мебель сәнәғәтендә, яғыулыҡ итеп һәм активлаштырылған күмер алыу өсөн, йәш ботаҡтары миндек һәм һепертке әҙерләү өсөн ҡулланыла. Туҙынан иһә төрлө әйбер, һауыт-һаба эшләргә була.
6-сы мөғжизә – “Ҡайынлы атамалар”
Тамырында “ҡайын” һүҙе булған топонимдар:
Аҡҡайын (АККАИН) – Бәләбәй, Дүртөйлө, Туймазы, Бөрө райондарындағы ауылдар исеме. Аҡ – белая, ҡайын – береза.
Бишҡайын (БИШКАИН) – Ауырғазы районындағы ауыл. Биш – пять, ҡайын – береза.
Иҫке ҡайынлыҡ (СТАРЫЙ КАИНЛЫК) – Краснокама районындағы ауыл. Иҫке – старая, ҡайын – береза, -лыҡ - аффикс.
Ҡайынлыкүл (КАИНДЫ-КУЛЬ) –Салауат районындағы күл. Ҡайынлы – берёзовое, күл – озеро.
Ҡайынлыйылға (ҠАИН-ЙЫЛГА) – Бәләбәй, Туймазы райондарындағы аҡҡан йылға. Ҡайынлы – березовая, йылға – речка.
Ҡайынҫил (КАИН-ҪИЛЬ) – Шишмә районындағы ҡалҡыулыҡ. Ҡайын – березовая, ҫил – бугорок[4].
7-се мөғжизә – “Ҡайын образы әҙәбиәттә, сәнғәттә һәм халыҡ ижадында”
Ҡайын беҙҙең яҡтарҙағы иң күп таралған һәм ҡупшы ағас, йылдың һәр миҙгелендә лә матур. Ҡайын тураһында бик күп әҫәрҙәр ижад ителгән.
Тәбиғәттә ҡайындан да шиғри үҫемлек юҡ. Ҡайһы шағир ҡайын ағасына үҙенең шиғри юлдарын бағышламаған да, композитор көй ижад итмәгән, ниндәй рәссам һүрәттәрендә ҡайындарҙың матурлығын һынландырмаған икән ул.
Беҙ ҡайын тураһында бик күп кенә шиғырҙар, йомаҡтар, мәҡәлдәр, билдәле рәссамдарҙың картиналарын таптыҡ һәм йыйынтыҡҡа тупланыҡ.
(Йыйынтыҡ менән таныштырыу)
ЙОМҒАҠЛАУ
Һәр һүҙҙең халыҡ тарихы икәнлеген иҫәпкә алып, ағас атамаларын белдереүсе һүҙҙәрҙе туплау бик кәрәкле һәм файҙалы, тип уйлайбыҙ.
Эҙләнеү эше барышында, беҙ ҡайын тураһында бик күп ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәр таптыҡ. Ҡайын беҙҙең яҡтарҙағы иң күп таралған һәм ҡупшы ағас, йылдың һәр миҙгелендә лә матур. Ҡайын тураһында бик күп әҫәрҙәр ижад ителгән. Ҡайын – иң файҙалы ағас. Ул кешене йылыта, ашата, эсерә, дауалай, матурлығы менән шатландыра.
Башҡа ағас, үҫемлек атамаларына бәйле материалдар ҙа бик күп осраны. Артабан беҙ эшебеҙҙе ошо йүнәлештә дауам итергә уйлайбыҙ. Мәҫәлән, ерек, имән кеүек ағастар тураһында күберәк белеү теләге көсәйҙе. Компьютер серҙәрен нығыраҡ өйрәнеп, ошондай йыйынтыҡтарҙың электрон вариантын булдырғыбыҙ килә. Сөнки интернет селтәрендә ҡайын һәм башҡа ағастар тураһында видео һәм аудио яҙмалар ҙа бик күп.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ:
Һылтанмалар:
[2] http://www.hakmar.ru/
[4] http://www.zachetik.ru/
Ёжикина Радость
Прекрасное далёко
Ручей и камень
Щелкунчик
Плавает ли канцелярская скрепка?