Инша
Вложение | Размер |
---|---|
ural.docx | 15.35 КБ |
Ҡышҡы урман
Ноябрҙә көҙгө бысраҡты ҡапларға теләгәндәй мул ғына ҡар яуҙы. Көндәр ярайһы ғына һалҡынайҙы. Ер туңды. Шулай ҡыш башланды.
Ҡар яуғанын күҙәтеп тороуы шул тиклем күңелле. Ҡар бөртөктәре бер-береһен ҡыуышып,ҡайһылары етәкләшеп ергә килеп төшәләр. Һуңынан үҙҙәре ҡыҙыҡһынып кешеләрҙе, йәнлектәрҙе күҙәтә башлайҙар.
Ҡышҡы урман – үҙе бер әкиәт донъяһы! Шундай тыныслыҡ, серлелек...Ағас ботағына һаҡ ҡына ҡағылһаң, бар урман уяныр кеүек. Бөтә йәнлектәр ҡалын ҡар юрған аҫтында йәшенеп яталар төҫлө. Ары-бире турғайҙар ғына “Мин бында!” тигән төҫлө икенсе ботаҡҡа һикереп алалар.
Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы хайран ҡалырлыҡ! Бер генә төҫ менән шундай хозур күренеш тыуҙыра бит ҡыш! Шыршылар затлы тунда. Ҡарағайҙар ҡолаҡсынлы ап-аҡ бүрек Ҡыш рәссам ғына түгел, оҫта скульптор ҙа! Бер ағастың ботағында аҡ ялбыр эт һуҙылып ята, икенсе ботаҡта шуҡ тейен ҡойроғон һуҙып ятҡан төҫлө. Ҡуйы ботаҡтар араһынан аҡ айыу күҙәтә кеүек.
Ошондай күренештәрҙән күңел күтәрелеп, рухи кинәнес алып, тәбиғәттең оҫталығына һоҡланып ҡайтаһың.
Новиков Владимир,
2-се Инйәр урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы
Тыуған яғым – ғәзиз ерем
Тыуған ер,тыуған ауыл, тәбиғәт – сылтырап аҡҡан шишмәләр,саф һауабыҙ,йәшел урмандарыбыҙ,бай ҡырҙарыбыҙ,балыҡлы йылғаларыбыҙ – былар барыһы ла беҙгә бик ғәзиз,ҡәҙерле. Уларҙан башҡа беҙгә йәшәү ҙә юҡ. Ә бына шундай йәнгә ғәзиз,маҡтаулы, йырҙарҙа йырланған тәбиғәтте ниндәй хәлгә еткергәнбеҙ? Ҡәҙерен беләбеҙме? Шул турала һәр бер кеше уйланырға тейештер тип уйлайым.
Тыуған яҡ – ул, әлбиттә, беҙ тыуған урын,тәүге тапҡыр таныған һәм күргән ер.
Мин үҙемдең матур һәм күркәм ауылым Яңы Хәсән тураһында яҙырға теләйем.Ауылым менән бик ғорурланам. Беҙҙең ауылды тирә-яғын ҡалын урмандар, бейек тауҙар солғап алған. Ауылымдың эргәһенән Инйәр йылғаһы аға. Йәй көндәрендә беҙ унда һыу инәбеҙ,балыҡ тотабыҙ. Урмандары емеш-еләккә,йәнлектәргә,ҡоштарға бай.
Һәр бер кешегә үҙенең тыуған ере ҡәҙерле,матур булып тора. Беҙ уны бында тыуған,үҫкән,беренсе тапҡыр эшләгән аҙымдар,беренсе тапҡыр “әсәй” һүҙе әйткәнебеҙ өсөн яратабыҙ. Беҙҙең бында иң ҡәҙерле кешеләр,туғандар,дуҫтар йәшәгән өсөн хөрмәт итәбеҙ.
Фәйзуллина Азазель,6-сы класс уҡыусыһы
Ер-Әсәнең аһ-зары
Эй, туғандар,дуҫтар уянығыҙ,
Ҡайғы-хәсрәтемде аңлағыҙ,
Урмандарҙы бөгөн ҡырҡтырһағыҙ,
Киләсәк быуынға ни ҡалыр?
Заводтарҙан сыҡҡан ҡара төтөн
Саф һауаны боҙа,бысрата.
Һулар һауаң бөтһә ни эшләрһең?
Шуға ғәжәпләнәм уғата!
Урман һатып,таштар һатып
Кемдәрҙер байығалар
Киләсәкте уйламайҙар,
Уға балта сабалар
Юлиә Сәғәҙәтова
6-сы класс уҡыусыһы
Если хочется пить...
Прекрасная арфа
Весенние чудеса
Ветер и Солнце
Усатый нянь