Ата – әсә ғәйебе менән балаларҙың күҙ йәштәре түгелмәһен, эскелек, наркомания кеүек заман ауырыуҙарынан бер кешенең дә ғүмере өҙөлмәһен, балалар етем ҡалмаһын ине. Һәр бала үҙенең ғаиләһендә ышаныслы, бәхетле булып үҫһен.
Вложение | Размер |
---|---|
nim_ul_bhet._insha.docx | 18.08 КБ |
Хәсәнова Алһыу
6-сы класс уҡыусыһы.
Инша
«Нимә ул бәхет?».
Үҙ илеңдә, ғәзиз тыуған яғыңда йәшәү, атай–әсәйҙең иркә ҡосағында үҫеү үҙе бер бәхет икән. Һәр кеше бәхетте үҙенсә аңлай. Берәүҙәр аҡсаһы күп булһа үҙен бәхетле итеп тояҙыр, ҡайһы берәүҙәр, ошо байлыҡ өсөн берҙән – бер ғүмерҙәрен бирергә әҙерҙер, кемдәрҙер бәхетте данда тип уйлай. Минеңсә улар бик яңылышалар кеүек. Сөнки үҙ тыуған ереңдә, Башҡортостаныңда, үҙеңде аңлаған, хөрмәт иткән, ҡәҙерләгән кешеләр араһында йәшәүҙән дә артыҡ бәхетте күҙ алдына килтереп булмайҙыр ул.
Мин бик бәхетле бала!
Сөнки мине һәр көн иркәләп уятыусы, яратыусы әсәйем, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған атайым, үҙенең яҡшы кәңәштәре менән ҡурсалаусы апайым, минән төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеүсе, артымдан эйәреп йөрөүсе ҡустыларым, ғөмүмән, минең шатлыҡ – ҡыуаныстарыма, уҡыуҙағы һәм спорттағы уңыштарыма шатланыусы ғаиләм бар.
«Бала саҡта алған тәрбиәне һуңынан бөтә донъя халҡы үҙгәртә алмаҫ» тип яҙған халҡыбыҙҙың атаҡлы улы Р.Фәхретдинов. Шунлыҡтан мин дә атай – әсәйемдән тик яҡшы яҡтарын ғына фәһем итеп алырға ынтылам. Атай – әсәйем дә беҙгә ошо ҡатмарлы тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ юлыңды, тормошоңдо дөрөҫ һайларға өйрәтә. Мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Атайым һәр саҡ «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тип ҡабатларға ярата. Белгән бөтә һөнәрҙәрен ике ҡустыма ла өйрәтергә тырыша. Беҙ ауылда йәшәгәс күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫырайбыҙ. Уларҙың артынан ҡарау минең һәм ҡустыларымдың көндәлек эше. Йәй етеү менән мал көтөү, бәпкә ҡарау, бесән сабыу, уны йыйыу, өйөү серҙәренә төшөндөрә. Шулай уҡ утын бысыу, ярыу ҙа Айнур менән Айгиз ҡустыларымдың яратҡан эштәре.
Мин апайым Айгөл менән әсәйебеҙҙең ҙур ярҙамсыһы. Ҡатын-ҡыҙ башҡара торған барлыҡ эштәрҙе лә күптән инде яратып башҡарабыҙ. Һыйырҙы ла һауабыҙ, ҡорот та ҡайнатабыҙ. Кер йыйыу, иҙән йыйыу беҙҙең иң яратҡан эшебеҙ. Ә инде йәй көнө күҙҙең яуын алырҙай төрлө төрлө сәскәләр үҫтереү бигерәк тә оҡшай. Минең әсәйемдең исеме лә сәскә исеме Ләлә. Ул беҙҙе ныҡ ярата. Мәктәптән ҡайтыуыбыҙға тәмле –тәмле аштар итеп бешереп көтөп тора. Ә әсәйебеҙ эштә булғанда беҙгә күнелһеҙерәк, әлбиттә.
Мин бик бәхетле бала! Сөнки мин һау – сәләмәт булып был донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләбеҙ менән спортты яратабыҙ. Йүгерергә, турникта күтәрелергә, ҡышҡыһын саңғы шыуырға, малайҙар менән бер рәттән хоккей уйнарға яратам. Шулай уҡ малайҙарға ғына яҡын булған футбол, волейбол уйындары ла бик оҡшай.
Уҡыуҙа ла һыр бирмәҫкә тырышам, тик «4, 5»-ле билдәләренә генә өлгәшәм.
Әсәйем менән атайым эштә саҡта, ауылда балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, ҡустыларымды ҡарарға ярҙамға, өләсәйемә ашыға инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы өләсәйебеҙ беҙҙе ҡалдырып теге донъяға китеп барҙы. Өләсәйем алтын ҡуллы, аҡыллы, беҙгә тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индереүсе кеше ине. Шуның өсөн дә мин уны бик ныҡ һағынам, онотмаясаҡмын. Ул беҙҙе һәр саҡ тәртипле булырға, ололарҙы ололарға, кеселәргә иғтибарлы булырға өйрәтә ине.
Мин бик бәхетле бала!
Сөнки Башҡортостанда, үҙемдең ҡан – бабаларым, олатай – өләсәйҙәрем, атай – әсәйем тыуып үҫкән Ҡырмыҫҡалы районында Ҡостоғол ауылында йәшәйем. Беҙҙең ауыл тәбиғәт ҡосағының бик матур ерендә урынлашҡан. Тыуған еремдең саф һауаһы менән һулыш алам, көс-ҡөҙрәт табам, таҙа һыуын эсәм, моңло итеп һайраған һандуғас йырҙарын тыңлап тынысланам, хуш еҫле сәскә – гөлдәренән күңелемә матурлыҡ йыям.
Мин бик бәхетле уҡыусы!
Сөнки тыуған мәктәбемдә – белем усағымда, яратҡан, хөрмәт иткән уҡытыусыларымда белем һәм тәрбиә алам. Мәктәбебеҙ яҡты, йылы, заманса йыһазландырылған. Ошо мәктәптән айырылаһы ла килмәй.
Ошо яҡты, матур мәктәптә уҡыйһы ла уҡыйһы килә.. Белем усағыбыҙ артабанғы йылдарҙа ла сәскә атһын ине.
Мин бик бәхетле бала!
Сөнки туған башҡорт телемдә, атай ҡаны, әсәй һөтө аша ингән ата – олатайҙар телендә һөйләшәм, уҡыйым. Миңә әсәйем, атайым, туғандарым ни тиклем яҡын булһа – туған телем- башҡорт теле лә шул тиклем яҡын һәм ҡиммәтле, ҡәҙерле. Халҡын, тарихын ихтирам иткән кеше генә үҙ телен хөрмәт итә, ярата һәм һәр саҡ уға тоғро булып ҡала ала тип уйлайым. Шуға ла минең өсөн башҡорт теленән дә ҡәҙерлерәк тел юҡ был донъяла. Был ергә беҙ илебеҙҙе, телебеҙҙе матурларға, ҡәҙер итергә , һаҡларға тейешбеҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ.
Шулай итеп, һәр кеше, һәр бала бәхетле булһын ине. Һәр бер өйҙә бала тауыштары яңғырап торһон, бер ҡайсан да уларҙың шат тауыштары өҙөлмәһен. Һәр бер бала үҙ телендә белем алһын ине. Ата – әсә ғәйебе менән балаларҙың күҙ йәштәре түгелмәһен, эскелек, наркомания кеүек заман ауырыуҙарынан бер кешенең дә ғүмере өҙөлмәһен, балалар етем ҡалмаһын ине. Һәр бала үҙенең ғаиләһендә ышаныслы, бәхетле булып үҫһен.
О чем поет Шотландская волынка?
Афонькин С. Ю. Приключения в капле воды
Весёлые польки для детей
Каргопольская игрушка
Есть ли лёд на других планетах?