Сочинение на муниципальный конкурс
Вложение | Размер |
---|---|
insha_g.radmir_4_klass_moy_lyubimyy_uchitel.doc | 31.5 КБ |
Сочинение
“Мой любимый учитель”
Губайдуллин Радмир
4 класс
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
Мавлетова Зилда Ахмадиевна, учитель начальных классов
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
“Минең яратҡан уҡытыусым”
Инша
Ғөбәйҙуллин Радмир
4 класс
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Мин Мәҫкәү ауылында уҡыйым. Беҙҙең уҡытыусыбыҙ Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы. Ул беҙгә 1 кластан белем бирә. Зилдә апай, ысынлап та нәҡ башланғыс кластарҙың ғына уҡытыусыһы. Сөнки, ул беҙҙе уҡытып ҡына ҡалмай, ә беҙҙең менән рәхәтләнеп уйнай. Беҙҙең ыңғайға ғына тора. Тәнәфестә, физкультура дәрестәрендә ниндәй генә уйындар уйнаманыҡ! Миңә, бигерәк тә, «Төлкө менән әтәс», «Хужам өйөң матур» уйындары оҡшай. Уҡытыусым менән бергә уйнағас беҙгә күңелле лә. Бәхәсләшеп, илашып бармайбыҙ. Башҡорт халыҡ уйындарын белер кәрәк, ти, сөнки беҙҙең өләсәй-олатайҙар шул уйындарҙы уйнап үҫкән, ти уҡытыусыбыҙ. Шуға күрә, мин Зилдә апай өйрәткән уйындарҙы өйрәнергә генә торам, күңел биреп уйнайым.
Уҡытыусым беҙҙе йырларға ла өйрәтте. Мөхәррәм Сәлимовтың йырҙарын отоп бөтөп барабыҙ. Йыр дәрестәрендә гел уның йырҙарын йырлайбыҙ. Сөнки, уның йырҙары матур, мәғәнәле лә. Хатта, композиторҙың үҙе менән осрашыу ҙа үткәргән беҙҙең мәктәптә. Мин ул ваҡытта әле уҡымай инем. Ҡыҙыҡ ҡына бабай, тиҙәр. Йырларға өйрәнеп үҫегеҙ, ти, Зилдә апай, сөнки үҫкәс ҡунаҡ саҡырышып, йә сәхнәгә менеп йырлап ҡына йәшәрһегеҙ, ти, ул.
Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы инша яҙырға өйрәтә. Ул нимә беләгеҙ түкмәй-сәсмәй яҙығыҙ, ти, хатаһын төҙәтермен, ти. Сөнки, иншағыҙ бай, матур була, ти. Бәлки, һеҙҙән яҙыусы сығар, ти. Шуға ла мин оҫта итеп инша яҙырға яратам. Ә уҡытыусым уны матурайта, күпертә. Ул үҙе шиғырҙар яҙғас, беҙҙе лә оҫта булһын, ти. Мин уның һымаҡ матур итеп шиғыр ятларға өйрәнеп алдым. Ятлаған шиғырым оҡшаһа, ул тиҙ генә видеоға төшөрөп ала, шунан күмәкләп ҡарайбыҙ, хатамды төҙәтәбеҙ. Иң матур һөйләгән уҡыусының шиғырын Бәйләнешкә һала. Минең дә бер шиғырым эләкте, уны туғандарым ҡарай, мине маҡтайҙар.
Зилдә апай беҙҙе һүрәт төшөрөргә өйрәтә. Тормошта һеҙҙең үҙегеҙгә кәрәк, ти. Өйөгөҙ әллә ҡайҙан матур балҡып ултырһын, ти. Гел биҙәп, буяп, һүрәттәр төшөрөп тороғоҙ, ти үҙе һымаҡ. Уның ҡапҡаһы ниндәй матур! Мин унан күп нәмәгә өйрәнәм. Уның кеүек тырыш, шәп булғым килә.
Пчёлы и муха
Извержение вулкана
Рисуем домики зимой
Павел Петрович Бажов. Хрупкая веточка
«Течет река Волга»