Сочинение на муниципальный конкурс, среди уч-ся 4 классов заняла 2 место
Вложение | Размер |
---|---|
insha_mulyukova_sumbul_4_klass_moy_lyubimyy_uchitel.doc | 30.5 КБ |
“Мой любимый учитель”
Мулюкова Сумбуль
4 класс
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
Мавлетова Зилда Ахмадиевна, учитель начальных классов
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
“Минең яратҡан уҡытыусым”
Инша
Мөлөкова Сөмбөл
4 класс
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Минең яратҡан уҡытыусым – Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова. Быйыл мин уның ҡулында дүртенсе йыл. Мине ул яҙырға, уҡырға, һанарға өйрәтте. Ҡабатлау таблицаһы менән дә көрәшә торғас, ятлап алдым. Сөнки, уҡытыусым ҡулын һелтәп кенә ҡуймай, ятлата бит. Зилдә апай шул тиклем ныҡыш кеше, аңһат ҡына ҡотолормон тимә. Алдына алһа, үтәмәй ҡалмай. Беҙҙе лә шулай булырға өйрәтә. Яҙырға, уҡырға өйрәнһәгеҙ энә тоторға ла өйрәтермен, тине. Ысынлап та, өйрәтте бит! Былтыр ҡурсаҡ тегеү буйынса түңәрәк алып барҙы. Матур халыҡ ҡурсаҡтары эшләргә өйрәндек. Быйыл ырғаҡ тотоп, түшәк бәйләп ултырабыҙ. Сөнки, ялҡау ҡыҙҙарҙы кәләш итеп алмайҙар, ти ул. Шаяртып әйтһә лә, ҡыҙ кеше ҡул эштәрен белергә тейеш бит.
Уҡыу буйынса ла һыр бирмәйем, алдынғылар рәтендә киләм. Уҡытыусыма рәхмәт йөҙөнән уҡырға ныҡ тырышам. Беҙҙең Зилдә апай һымаҡ уҡытыусы күберәк булһын ине. Сөнки, ул төрлө конкурстарҙан да ҡалдырмай. Һәр бер конкурстан Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанабыҙ. Етмәһә, мәктәптең данын күтәреүгә ҙур өлөш индерәбеҙ.
Минең Илйән ағайымды ла Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы уҡытты. Ҡыш бабайға хат яҙып, еңеүсе булғайны ағайым. Зилдә апай менән барып Ҡыш бабайҙан коньки алып ҡайттылар. Мине лә уҡытыусым байтаҡ ҡына конкурстарға йөрөттө. Әкиәт һөйләү буйынса, Назар Нәжмигә арналған конкурсҡа барҙым.Тикшеренеү эше менән дә барҙым, теккән ҡурсаҡтарыбыҙҙы яҡлап ҡайттыҡ.
Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа юғалып ҡалмағыҙ, ти, уҡытыусым, ҡыйыу, актив булығыҙ, ти. Ә уның өсөн белемле булыр кәрәк. Шуға ла уҡытыусым Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы булғанда, беҙҙе уҡытҡанда өйрәнеп ҡалырға тырышам. Беҙҙең уҡытыусыбыҙ алдынғы уҡытыусылар рәтендә тип уйлайым. Сөнки, ул күп белә, беҙҙе өйрәтә. Мин үҙемдең уҡытыусым менән ғорурланам.
Астрономический календарь. Февраль, 2019
Попробуем на вкус солёность моря?
Есть ли лёд на других планетах?
Девочка-Снегурочка
Музыка космоса