Балалар ижады. 21 быуат уҡытыусыһы.
Вложение | Размер |
---|---|
Инша. 21 быуат уҡытыусыһы | 28.5 КБ |
XXI быуат уҡытыусыһы.
Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш һуң? Үҫеп килгән быуынды нимәгә һәм нисек өйрәтергә? Заман үҙгәрә, йәмғиәт һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Ләкин уҡытыусының роле белем биреүсе кеше булараҡ ҡына түгел, ә мөһим тормош һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итеүсе белгес булараҡ та үҙгәрмәй ҡала.
Бөгөнгө уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атлай. Уның аҙымдары ышаныслы, ул үҙе ихтирамлы, иғтибарлы, аҡыллы булырға тейеш.
Замана ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, киләсәккә өмөт биреп йәшәргә һәм эшләргә, уҡытыуҙың юғары һөҙөмтәләренә ирешергә, кешелекле балалар тәрбиәләргә. Үҙ өҫтөндә ижади эшләргә, яңылыҡҡа ынтылырға, өмөт һәм ышаныс менән яһалған аҙымдар һөҙөмтәһеҙ ҡалдырмаҫҡа.
Тыуған яҡ Башҡортостан, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынырға, ихтирам итәргә. Тыуған илебеҙгә - Башҡортостанға һөйөү тойғоһо тәрбиәләргә, үҙ илен, телен ысын йөрәктән яратҡан шәхестәр үҫтерергә тейеш. Телгә һөйөү тәрбиәләү, тыуған телдә матур һәм дөрөҫ итеп һөйләргә, фекер йөрөтөргә өйрәтеү. Үҙ халҡын, телен яратҡан ғына кеше, башҡа милләтте лә ихтирам итәсәк.
Төрлө традицион булмаған дәрестәр үткәрергә. Яңы инновацион технологияларҙы үҙләштерергә, дәрестәрҙә актив ҡулланырға.Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтеп кенә түгел, ә көндәлек тормошта ла ҡуллана алырлыҡ белемгә эйә булырға. Туған телен өйрәнгән бала киләсәк тормошонда ла үҙ урынын табып, халҡына битараф булмаһа, һәйбәт була тип уйлайым.
Баланы ысын күңелдән яратҡан кеше генә уның менән тығыҙ бәйләнеш булдыра ала... Баланы нисек бар, шулай ҡабул итергә. Уны үҙгәртергә, буйһондорорға тырышмҫҡа, ә уҡыусының ышанысын яулап, күңеленә асҡыс табырға.
Үҙ - үҙең булып ҡалырға. Яһалмалыҡ менән бала күңелен яулап булмай. Асыҡ йөҙ, ихлас йылмайыу, тиң күреп аралашырға. Ә бала наҙға, яҡшы һүҙгә һәр ваҡыт мохтаж. Мәктәп тормошона аяҡ баҫҡан бәләкәс кешегә ышаныслы дуҫ, кәңәшсе кәрәк. Уҡыусыға шатлыҡ бүләк итергә, дәрестә ҡыуанып ултырһын. Һәр көндө ниндәйҙер асыш яһарға булышлыҡ итергә.
Уҡытыусы һөнәре бик етди, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә.
Девчата
Чья проталина?
Глупый мальчишка
Бородино. М.Ю. Лермонтов
Гном Гномыч и Изюмка. Агнеш Балинт