Уҡыусы тураһында мәғлүмәт
Авторҙың фамилияһы, исеме: Ихсанова Рушана
Класс, йәше, дөйөм белем биреү учреждениеһы : 6 А класс (12 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонин ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Уҡытыусының фамилияһы, исеме, мәктәбе: Миңлейәрова Дилә Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонино ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Адрес: 450521, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Шамонин ауылы, Мостай Кәрим урамы, 36. т. 217-80-01, shamonino_mobu@mail.ru
Вложение | Размер |
---|---|
ihsanova_rushana_esse.docx | 15.72 КБ |
Уҡыусы тураһында мәғлүмәт
Авторҙың фамилияһы, исеме: Ихсанова Рушана
Класс, йәше, дөйөм белем биреү учреждениеһы : 6 А класс (12 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонин ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Уҡытыусының фамилияһы, исеме, мәктәбе: Миңлейәрова Дилә Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонино ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Адрес: 450521, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Шамонин ауылы, Мостай Кәрим урамы, 36. т. 217-80-01, shamonino_mobu@mail.ru
Халҡым теле - миңә хаҡлыҡ теле.
Һәр кемдең, һәр милләттең үҙ теле бар. Тел - ул беҙҙең иң мөһим аралашыу сығанағы. Беҙ үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, әңгәмәләшәбеҙ, төрлө мәғлүмәт туплайбыҙ. Телһеҙ беҙҙең тормошто күҙ алдына килтереп булмай, сөнки тел менән беҙ үҙ һис-тойғоларыбыҙҙы белдерәбеҙ, кешегә ярҙам итәбеҙ, тынысландырабыҙ, ғөмүмән алғанда, кешене тел менән йыуатып та, илатып та була. Шуның менән дә беҙ хайуандарҙан айырылабыҙ. Тел беҙҙең өсөн бик мөһим әйбер, шуға күрә лә, беҙ уны һаҡларға һәм ҡәҙерләргә тейешбеҙ.
Халҡым теле! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Ул ватан, туған моң, ата-әсә һүҙҙәре менән бергә торған бөйөк, изге һәм ҡәҙерле һүҙ! Беҙгә ғүмер бүләк иткән ата-әсәнең теле аша, беҙ донъяны таныйбыҙ. Һәр бер тел үҙенсә матур булһа ла, тик үҙ телеңдең яңғырашы башҡа, күңелгә ятышлы. Туған телдә өгөт-нәсихәт тә, һөйөү һүҙҙәре лә башҡасараҡ ҡабул ителә һәм йөрәккә үтеп инә. Үҙ телебеҙҙә уҡый, яҙа алыуыбыҙға, башҡорт телендә радио, телевидение тапшырыуҙар булыуына, башҡорт театрҙарына йөрөй алыуыбыҙға сикһеҙ шат һәм ғорурлыҡ тойғолары кисерергә тейешбеҙ.
Атай-әсәйҙәребеҙ туған телебеҙҙә беҙгә белем бирә, үҫтерә һәм тәрбиәләй. Һәр төрлө милләттә яңы тыуған бала беренсе һүҙен үҙ телендә әйтә. Шуға күрә лә ул тел һәр кемгә яҡын һәм бик мөһим.
Беҙҙең телебеҙ шундай матур, шундай яғымлы һәм һоҡландырғыс. Кешенең туған теле - милләтенең йөҙөн күрһәтеүсе асҡыс. Беҙҙең бөгөнгө йәшәйешебеҙ, уйыбыҙ, теләктәребеҙ, эш-ғәмәлдәребеҙ бары бер генә маҡсатҡа - телебеҙҙе таҙа, матур килеш һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Ә телде яҡшы белеү, һаҡлау һәм үҫтереү - ул телдә ижад ителгән әҙәбиәтте, сәнғәтте үҙләштереү, халыҡтың рухи хазинаһын, мәҙәниәтен, тарихын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу тигән һүҙ.
Шулай итеп, тел - ул беҙҙең киләсәгебеҙ, иң ҙур байлығыбыҙҙың береһе, шуға күрә лә беҙ уны һаҡларға бурыслыбыҙ!
Нора Аргунова. Щенята
Ребята и утята
Флейта и Ветер
Астрономический календарь. Октябрь, 2018
Спасибо тебе, дедушка!