Бәхет тураһында инша.
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение | 10.8 КБ |
Мин Хөснуллин Евгений. Нефтекама ҡалаһында йәшәйем. Яҙмыш нисек кенә һынамаһын, мин тормошомдан ҡәнәғәтмен. Өләсәйем менән икәү йәшәйбеҙ. Беҙҙең ғаиләбеҙ тулы булмаһа ла, үҙемде бик бәхетле хис итәм. Сөнки өләсәйем –әсәйем мине тәрбиәләүгә бар күңел йылыһын бирә. Унан башҡа минең бер яҡын кешем дә юҡ. Өләсәйемә мең- мең рәхмәт. Яҡты доньяла уның менән йәшәүем, минең өсөн бәхет.
Йәшәүем – бәхет.
Евгений Хөснуллин
Тормош матур, ләкин ауыр
Тип әйтәләр ололар.
Нисек кенә йәшәлһә лә,
Көн дә тыуа балалар.
Әсәләр бала тыуҙыра
Биреп бар йәнен, көсөн.
Баланың бит ғәйебе бҡ,
Ул тыуа йәшәр өсөн.
Күп әсәйҙәр бәпестәрен
Теләп, көтөп алалар
Ник һуң балалар йортонда
Бик күп етем балалар?
Миңә инде ун йәш тулды,
Үҫтерә өләсәйем.
Был доньянан китеп барған
Уның ҡыҙы –әсәйем.
Өләсәй менән бәхетлемен,
Бигерәк уны яратам.
Шиғыр юлдары аша
Оло рәхмәт, тип әйтәм.
Тупое - острое
Флейта и Ветер
Ворона
Как нарисовать небо акварелью
Нора Аргунова. Щенята