Һуғышта һәм тылда күрһәткән батырлыҡтар тураһында инша.
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение | 152.8 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ
6 - СЫ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНЕҢ
МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
"Һуғышта һәм тылда күрһәткән
ҡаһарманлыҡтар өсөн миҙалдар
бер ҡоростан ҡойола"
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына
арналған республика иншалар конкурсы
Башҡарҙы: Саҙриева Альбина
7 а класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Закирова Лилиә Рәмил ҡыҙы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Нефтекама-2015
Аяҙ күк йөҙөндә ҡояш йылмая. Яҙ... Етмешенсе еңеү яҙына аяҡ баҫтыҡ. Етмеш йыл инде илем тыныс күңел менән таңдарҙы ҡаршылай.
Бөгөн дә көн шундай матур, өй ҡыйығы аҫтындағы ояла пар күгәрсендәр гөрләшә. Мәҙинә әбейем бындай сыуаҡ көндәрҙе бик ярата. Урам ҡапҡаһы буйындағы эскәмйәлә ултырып урамды күҙәтә. Үткән-һүткән кешеләр уның менән иҫәнләшеп, хәл белеп китәләр. Байрам ваҡыты булғас, урамда кешеләр күп. Улар Бөйөк Еңеүгә арналған байрам тантанаһына баралар. Мәҙинә инәй ҙә элек ундай тамашаларға йөрөй ине, хәҙер өйөнән алыҫ китмәй. Йәше лә бар шул, туҡһандың теге яғында бит. Тура килгәндә мин дә Мәҙинә әбей янында туҡталып, хәлдәрен белеп китәм. Бөгөн дә шулай булды. Тыңлар кеше булһа, һөйләргә бик ярата ул. Әбейем балаларының ҡәҙер - хөрмәтендә йәшәй. Уларға һуғыш тураһында йөҙ мәртәбә һөйләгәндер инде ул. Минең менән дә ҡәһәрле һуғыш иҫтәлектәре менән бүлеште. Беҙ өйгә инәбеҙ.
"Йыл һайын Еңеү байрамында, ҡапҡа төбөнә сығып, һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Шәрифйәнемде көтәм. Элек бына-бына ҡайтып керер кеүек ине. Хәҙер ҡайтмаҫына күңелем менән ышанам да, тик бер ғәҙәткә ингәс, шулай тейештер кеүек. Беҙ Шәрифйән бабайың менән 1939 йылда ҡауыштыҡ. Ул ваҡытта миңә ни бары ун ете, ә Шәрифйәнгә егерме бер генә тулғайны. Көҙөн туй үткәрҙек. Икебеҙ ҙә колхозда эшләйбеҙ. Һуғыш башланған көндө мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре ине... Икенсе көндө үк һуғышҡа ауылдан егермегә яҡын кешене алып киттеләр. Дәшһәтле һуғыш беҙҙе 1941 йылдың октябрендә мәңгелеккә айырҙы. Бер йәшлек Рәшитем менән тороп ҡалдым. Ирем һуғышҡа киткәндән һуң, ҡыҙым Әлфиә тыуҙы. Ҡәйнәм- ҡайным менән бергә йәшәнек. Улар балаларҙы ҡараны, мин эшкә йөрөнөм. Йәндәре ожмахта булһын, бер ҡасан да мине ситкә типмәнеләр, һуғыш күрһәткән михнәттәрҙе бергә күтәрҙек. Беҙ "Бөтәһе лә еңеү өсөн, бөтәһе лә фронт өсөн" девизы менән эшләнек. Таң һарыһы менән колхоз эшенә сығабыҙ, кистәрен йыйылышып фронтҡа бейәләй, ойоҡбаш бәйләйбеҙ, олораҡтар колхоз кәрәк-яраҡтарын ремонтлайҙар. Фронттан килгән хаттарҙы бергәләшеп уҡыйбыҙ, илашып та алабыҙ. Етмәһә, налогығыҙ түләнмәгән, тип йәнде ҡыралар. Үгеҙ, һыйыр егеп ер һөрҙөк. Беҙҙең һыйырыбыҙ бар ине, аслыҡтан ул ҡотҡарҙы. Күп кешеләр баҫыуҙа көҙҙән ҡалған арыш башаҡтарын ашап, ағыуланып үлде. Килендәшем Хәлисәнең малайы ла үлә ине, беҙҙең һыйырҙың һөтөн эсереп алып ҡалдыҡ. Эшләгән кешегә әҙ генә булһа ла он тараталар. Шуны ҡайнаған һыуға болғатып, үлән һалып, аш бешерәбеҙ. Мәктәп йәшендәге үҫмер балалар ҙа уйын, уҡыу урынына гел эшкә саптылар. Бер ус бойҙай урлаған өсөн төрмәгә оҙаталар ине. Урман ҡырҡырға ла йөрөнөк. Бер ҙә онотмайым: биш ҡатын - ҡыҙ Яңауылға орлоҡҡа йәйәүләп барғайныҡ. Астан хәлһеҙләнгән аттар аяҡта баҫып саҡ торалар, шуға күберәк йәйәүләп йөрөй инек. Кеҫәлә ике һыныҡ икмәк менән серек картуф ләпәшкәһе генә. Аяҡтарыбыҙҙа ла насар ғына, күбеһенең сабата. Орья йылғаһының күперен яҙғы ташҡын ағыҙып киткән. Йылғаны билдән йырып, манма һыу булып ҡайтып индек ауылға. Орлоҡто сылатырға ярамай бит инде, ҡулбаштарға һалып сығарҙыҡ, ҡапсыҡтарҙы арҡаға һалып алып ҡайттыҡ. Шунан һуң һалҡын тейҙереп, оҙаҡ ҡына сирләп яттым. Ҡәйнәм үҙенең шифалы дарыу үләндәре менән аяҡҡа баҫтырҙы. Эт күрмәгәнен күреп йәшәнек инде. Бик ауыр булды. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, балаҡайым. Хәҙер тормош рәхәт, ҡәҙерен белеп йәшәргә лә йәшәргә...
Ауылыбыҙҙҙан Шәрифйән менән бергә тағы ла ете кеше киткән ине. Мәңге онотмайым: ауылдан Герман көйөн йырлап сығып киттеләр. Бер нисә кеше уларҙы стансаға тиклем оҙатып барҙыҡ. Гитлерҙы еңеп, тиҙҙән әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип киткәйнеләр. Еңеүҙәре ҡайтты, тик үҙҙәре сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалдылар шул. Ете хаты килде бабайыңдың. Һуғыш заманында үҙ ҡулдары менән яҙылған хат алыуы икеләтә һөйөнөс, сөнки уның иҫән икәнлеген беләһең."
Әбейем миңә ҡумтанан ҡәҙерләп кенә һаҡлаған бер нисә хатты күрһәтте. Һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған ирен көткән әбейемдең күҙ йәштәре һеңгән фронт хаттары... Өсмөйөшлө фронт хаттары. Күпме һағыш, өмөт тулы күҙ нурҙары, ҡайнар күҙ йәштәрен үҙҙәренә һеңдергән хаттар. Әсе хәсрәттәргә әллә ҡағыҙ сыҙамаған, әллә йылдар бик рәхимһеҙ булған. Ҡат-ҡат уҡыуҙан бик таушалған, урыны-урыны менән ҡәләм эҙҙәре юйылған, һарғайып бөткән, уҡырлыҡ түгел, әммә ҡәҙерлеләрҙән- ҡәҙерле йәдкәр итеп һаҡланған фронт хаттары. Хаттар ҡара менән дә, ҡәләм менән дә яҙылғандар. Ҡағыҙ киҫәгенә генә яҙылғаны ла бар. Әбейҙән рөхсәт алып, хаттарҙы уҡып сыҡтым. Һуғыш хаттары -һуғыштың тере шаһиттарына тиң.
"Һаумыһығыҙ минең ҡәҙерле Мәҙинәм, инәйем, атайым, улым!
Һеҙгә һағынышлы сәләмдәремде ебәрәм. Сәләм күрше-тирәләргә, Хәлисә еңгәмдәрҙең ғаиләһенә, Шәмсиә апайымдарға һәм башҡа туған - тумасаларға. Минең хәлдәр һәйбәт кенә. Миңә әлеге адрес менән хат яҙың. Адрес тиҙ генә үҙгәрмәҫ әле. Беҙҙе стансала эшелонға ултыртып ебәрҙеләр, поезда ауылдаш Хәмит һәм Ибраһим менән бергә барҙыҡ. Рязань өлкәһендә хәрби курстар үттек. Бер мәртәбә һуғышҡа инеп сыҡтыҡ, ярты рота һалдат ҡырылды, алланың рәхмәте менән иҫән ҡалдым. Көнө - төнө ниместәр бомбаға тоталар, снарядтар шартлап ҡына тора. Был һуғыштың осо - ҡырыйы юҡ. Бында Яңауылдан яҡташтарҙы осраттым. Сит ерҙәрҙә яҡташтарҙы осратҡас, эскә йән ингәндәй булды. Һеҙҙең хәлдәр нисек? Ашлыҡты йыйып бөтөргәнһегеҙҙер. Бер үк һыйырҙы һата күрмәгеҙ - тамағығыҙ туҡ булыр. Рәшитте һәйбәт ҡарағыҙ, астан интектермәгеҙ. Нисек булһа ла түҙергә тырышың. Һеҙгә лә бик ауырҙыр. Йорттоң түбәһе туҙған ине, һыу үтәме? Һалам, бесән булһа ла ҡаплаштырып тороң. Иҫән ҡайтһам, ҙур итеп алты мөйөшлө яңы йорт һалырбыҙ, өй тулы балалар үҫтерербеҙ, алла бойорһа. Инәй, минең иҫәнлегемә гел доға ҡылып тор. Нәгим ағайымдан хат киләме? Еңгәмдәр нисек?Атай, инәй, Мәҙинәне ҡаҡмағыҙ, бергә тороң. Һеҙҙе һағынған һайын үҙем менән алған фотоһүрәткә ҡарайым. Ярай, минең ваҡыт тар. Иҫән тороғоҙ. Күрешкәнгә тиклем. Хатты алғас та хат яҙың. Шәрифйән. 17 декабрь, 1941й".
Бына шундай йөкмәткеле хат. Яугир ут эсендә йөрөһә лә үҙе тураһында уйламаған, туғандарын ҡайғыртҡан. Был уның беренсе хаты була. Әле ҡыҙы Әлфиәнең барлығын да белмәгән ул. Икенсе хатында, Сталинград фронтында яраланып, госпиталдә ятҡаны тураһында яҙған. 1943 йылдың майында ҡара ҡайғы булып, Шәрифйәндең ҡаты бәрелештәрҙән һуң хәбәрһеҙ юғалғанлығы тураһында ҡағыҙ килә. Бына шулай туғандары хәтерендә йәш көйөнсә ҡала ул. Уның тураһында мәңгелек иҫтәлек булып мемориаль таҡталағы яҙыу һәм туғандарына һуғыш яланынан яҙған бер нисә хаты ҡала.. Улы Рәшит ҙур итеп йорт төҙөй, балалар үҫтерә. Ҡыҙы Әлфиә күрше Пермь өлкәһендә тормош көтә.
Яугир ир-егеттәребеҙ хәбәрһеҙ юғалмағандар. М. Кәримдең "Билдәһеҙ һалдат" шиғыры хәтеремә төштө:
Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,
Был билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
Беҙ уларҙы билдәһеҙ тип әйтергә хаҡыбыҙ юҡ, сөнки Ватанын һаҡлап баштарын һалғандар улар. Күпме йылдар уҙһа ла хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ҡәберҙәре табылып тора...
Һуғыш... Күпме һағыш, ҡайғы, күҙ йәштәре алып килдең. Күпме киҫелгән ғүмерҙәр, урланған баласаҡ, йәшлек... Ҡанлы көрәштәрҙә миллиондарҙың ҡорбаны менән яулап алынған Еңеү. Инде етмешенсе Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Кеше ғүмере өсөн был бәләкәй ваҡыт түгел. Тик шулай ҙа һуғыш һалған күңел яраларынан һаман ҡан һыҡрай.
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә - моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
Яу ҡырында илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булған миллионлаған яугирҙарға, бөгөнгө көндә һуғыш йылдарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаусы ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Аслы-туҡлы көн-төн иген үҫтергән, үҙҙәренең фиҙәҡәр хеҙмәттәре менән еңеү көнөн яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын бер ваҡытта ла хәтеребеҙҙән сығарырға тейеш түгелбеҙ һәм быуындан быуынға еткерербеҙ. Яҡты ал таңдарыбыҙ өсөн, тыныс тормошобоҙ өсөн беҙ уларға мәңге бурыслыбыҙ.
Илдәребеҙ имен, күктәребеҙ һәр саҡ аяҙ булһын!.. Тыуған илемдә ҡабат һуғыш ялҡыны ҡабынмаһын!
Йәшәһен, йәшәһен, ерҙә тыныслыҡ!
Ҡупмаһын, ҡупмаһын яңынан дауыл!
Рисуем "Ночь в лесу"
Большое - маленькое
Мост из бумаги для Киры и Вики
Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев
Вокруг света за 80 дней