Нимә һуң ул бәхет? Бәхет төшөнсәһен кем нисек аңлай? Бына ошо һорауҙарға уҡыусы яуап эҙләй.
Вложение | Размер |
---|---|
min_bhetle_tugan_ilemd._insha.odt | 20.39 КБ |
Мин бәхетле тыуған еремдә .
Яҙмыш бөтә кешегә лә бәхетте бер тигеҙ бүлмәгән. Кемдер бәхетте аҡса менән бәйләй, кемдәр яратҡан эше, ғаиләһе, ғәзиз тыуған яғы, йәшәүе менән бәхетле, кемгәлер тамағы туйһа, шул еткән, ә иҫерек сәрхүшкә бер рюмка араҡы табыу бәхет. Бындай фәлсәфәүи уйланыуҙар менән нимә әйтергә теләйем һуң? Уйҙарым мине онотолмаҫ йәйге көндәргә алып китте. Быйылғы йәй минең өсөн иҫ китмәле ғәжәп булды. Беҙ ғаиләбеҙ менән Ҡара диңгеҙ буйына сәйәхәткә барҙыҡ. Диңгеҙҙе беренсегә күреүем ине, шуға ла ул үҙенең хозурлығы менән әсир итте. Ҡояш, диңгеҙ тулҡындары, ҡайнар ҡом, пальмалар минең күңелемдә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Ун көн ял иткәс, ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Вагонда беҙҙең менән ҡайтҡан кешеләр урыны бушаны, һәм бер станцияла улар урынына икенсе кешеләр инделәр. Минең әсәйем ят кешеләр менән тиҙ аралашып китте, ә атайым тыныс ҡына тыңлап бара. Мин атайыма оҡшағанмын, яңы юлдаштарҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып ҡына барам. Шуныһы асыҡланды: беҙҙең янға урынлашҡан ғаилә Луганск яҡтарынан икән. Улар, мең ғазаптар үтеп, һуғыш барған илдәренән ҡасып, Рәсәйгә һыйыныу урыны эҙләп баралар. Өсәүҙәр: 5-6 йәштәр самаһындағы малай, уның әсәһе һәм өләсәһе.
Вагонда һүҙ Украина ла барған һуғыш темаһына ҡайтып ҡалды. Халыҡтың “Юл ғазабы – гүр ғазабы” тигән тапҡыр мәҡәле хәтеремә төштө. Был юл ҡасаҡтар өсөн ғазаптың ғазабы ине. Һөйләүҙәре буйынса, был вагонда үткәргән төн улар өсөн һуңғы бер айҙа иң тыныс йоҡлаған төн булған икән.Үҙ ҡалаларында тәүҙә төндәрен подвалда үткәргәндәр, һуңыраҡ көндөҙҙәрен дә унда ҡалырға тура килгән. Ҡалала һыу ҙа, ут та һүнгәс, магазиндар эшләмәй башлағас, тыуған йорттарын ташлап сығып китергә мәжбүр булалар. Ғаилә башлығы тыуған ерен һаҡлап, шунда һуғышта ҡалған.
”Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә халыҡ бик бәхетле, бында тормош тыныс. Үҙ ерегеҙҙең, илегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Хөкүмәт башлыҡтарын ихтирам итегеҙ. Иң ҡыйыны -тыуған ерҙе ташлап китеү ,” – тип хушлаштылар улар һәм поездан төшөп ҡалдылар. Ҡайҙа урынлашырҙарын әлегә үҙҙәре лә ныҡлап белмәйҙәр ине. Әммә мин ышанам: күп халыҡтарҙы үҙенә һыйындырған Башҡортостан иле украин халҡын да йылы ҡосағына алыр, ҡыйырһытмаҫ.
Украинала барған низағтарға быға тиклем битараф ҡарай инем . Үҙ күҙем менән күреп һөйләшкәс, ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе. Бәхет кешегә төрлөсә бирелә, тигәйнем. Был ғаилә өсөн “бәхет” төшөнсәһе илдәрендә һуғыш бөтөп, тыныс тормошта йәшәү менән аңлатыла ине.
Бына беҙ ҙә поездан төштөк, вокзалдабыҙ. Беҙҙе алып ҡайтҡан поезд үҙенең пассажирҙарын алып ҡуҙғалып китте. Тағы кемдәрҙе таныштырыр, осраштырыр, ниндәй юлдарҙы киҫештерер...
Ошо сәйәхәттән һуң мин үҙемде бигерәк тә бәхетле итеп хис иттем. Беҙҙең юлдан һәйбәт кенә ҡайтып төшөүебеҙгә өләсәй менән олатай бик һөйөндөләр. Уларға үҙебеҙҙең күргәндәребеҙҙе һөйләнек. Шундай низағлы ваҡытта сәйәхәт эҙләп йөрөгән өсөн улар беҙҙе аҙыраҡ әрләп тә алғайнылар. “Кемдең мажара эҙләгеһе килә, ана Украинаға барһындар... Йәштәр бәхет эҙләп ситкә китә, ҡартайған көндәрендә тыуған төйәгенә кире ҡайта, ҡайтмаһа, һағынып ғүмер кисерә, ”- ти олатай.
Каникулдың аҙағын ауылда үткәрҙем. Бер ҡарағанда, ауыл үҙенсә тыныс йәшәй кеүек. Баҡтиһәң, һәр кем үҙенсә шатлана, йә булмаһа көйә икән. Өләсәйем ауыл яңылыҡтарын һөйләй. Уң яҡ күршеләр туй үткәргәндәр, килен төшөргәндәр. Һул яҡ күрше Илшат ағайҙар иномарка алғандар, шуға бик шатланалар икән. Әлфиә еңгәмдәрҙең ҡыҙҙары тыуған. Туғыҙ йәшлек Азаматҡа, "бишле"гә уҡыған өсөн, атаһы планшет алып биргән. Йәштәшем Айһылыуға һуңғы мода менән тегелгән джинсы салбар алғандар икән. Гөлназ медицина университетына уҡырға ингән, тағы әллә ниндәй хәбәрҙәр... Ҡыҫҡаһы, энә осо ҡәҙәрле генә булһа ла һәр кем үҙенсә бәхетле.
Каникул бөткәс, атайымдар мине килеп алды. Инде нисәмә йылдар, аҙна һайын тип әйтерлек, ҡала менән ауыл юлын тапайбыҙ. Машина тәҙрәһенән тәбиғәтте күҙәтеп барам. Юл ситендәге төрлө яҙыуҙарҙы күрһәм дә, бер ҡасан да мәғәнәләренә иғтибар иткәнем булманы. Күҙем посадка буйындағы яҙыуға төшә. Унда “Бәхет тыуған ерҙә, бәхет үҙең менән, йөрөмә уны эҙләп йыраҡтан,”- тип яҙылған. Дөп-дөрөҫ һүҙҙәр. Минең өсөн бәхет - ғаиләм менән бергә булыу, дуҫтарым менән аралашыу. Башҡортостанда, Рәсәй тигән бөйөк илдә йәшәүем менән бәхетлемен мин.
Доньяға кеше бәхетле булыр өсөн тыуа. Һәр кеше ябай ғына ҡыуаныстарҙан да үҙенсә шатланһын. Ә кемдәр үҙҙәрен бәхетһеҙ итеп һанай икән, шул бәхетһеҙлеге уларға бәхет килтерһен.
Зиннурова Рита
Нефтекама, 6-сы мәктәп уҡыусыһы.
Свадьба в Малиновке
Глупый мальчишка
Как зима кончилась
Три способа изобразить акварелью отражения в воде
Дельфин: сказка о мечтателе. Серджио Бамбарен