Экология темаһына арналған инша
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение | 193.38 КБ |
Болон төрлө сихри тауыштар менән тулған: сут-сут, сут-сут, туҡ-туҡ. Урман эсендә кәкүк саҡыра: күккү - күккү, үлән араһында сиңерткә сиртләй: сирт-сирт, йыраҡта трактор тауышы ишетелә. Эй йәмле лә инде беҙҙең яҡтың тәбиғәте. Ана тау башында минең олатай менән өләсәй бесән сабалар: тжиш- тжиш-тжиш... Миңә ҡалһа, бесәнде уларҙан да оҫта сабыусылар юҡ һыман. Олатайым үлән өлгөрөп еткәс кенә бесәнгә төшә. Улай итмәһә тәбиғәткә зыян килә, уның экосистемаһы боҙолорға мөмкин, тип аңлатты. Улар бесән сапҡанда, мин сәй эсергә төрлө болон үләндәре йыям, ә әсәйем усаҡ яға.
Төш етте. Ҡояш та яман ҡыҙҙыра башланы. Бесәнселәребеҙ сәй эсәрғә, төштөләр. Баҫыуҙа эскән сәй бигерәк хуш еҫле, тәмле, телде йоторлоҡ була шул. Шуға ла сәйебеҙ бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Көн эҫе, алып килгән эсәр һыу ҙа бөттө. Уйһыулыҡта, әрәмә буйында, инеш бар тигәйне олатайым. Әсәйем менән сәйнүкте һелтәп һыуға киттек. Тиҙрәк һалҡын шишмә һыуы эсеп һыуһындарыбыҙҙы баҫырға ине. Әсәйем шишмәне саҡ эҙләп тапты. Тик инештән һыу алырлыҡ түгел икән. Инешкәй үҙе беҙҙең ярҙамға мохтаж булып сыҡты. Тирә - яғы һынған ағас ботаҡтары, мал тиҙәге, сүп-сар менән тулған, инештең юлына арҡылы бер ағас та ауған. Инеш һыҡтай ине, уға тиҙрәк ярҙам итергә кәрәк. Бөтөнләй ҡороп ҡуйыуы ихтимал. Әсәйем менән инештең тирә-яғын таҙарта башланыҡ. Беҙҙе юғалтып олатай менән өләсәй ҙә килеп етте. Мин хәлде һөйләп бирҙем. Улар ҙа ярҙамлаша башланылар. Беҙҙә бесән ҡайғыһы бөттө. Тырыша торғас инештең тирә - яғын ялт иттереп ҡуйҙыҡ. Шишмәнең һыуы тоноп, ҡомо ултырғанын көтәһе генә ҡалды. Ял иткән арала олатай инештең исем -атамаһының килеп сығышы тураһында һөйләне.
- Был "Ат-улаҡ" болоно тип атала. Электән ата-бабаларыбыҙ бында аттарҙы һыу эсергәндәр. Дөрөҫ булһа, инеш ҙур, ете күҙле булған. Һыуы бик һалҡын. Ошода һыу эсергәндә шишмәгә бер аҡ ат батҡан, шунан һуң уны "Ат батҡан" шишмә тип атағандар. Әрәмә буйҙарында элгәре инештәр бик күп ине. Хәҙер ферма һыйырҙары йөрөгәс ҡороп ер менән тигеҙләнделәр. Етмәһә, нефть эҙләп ерҙе йырып, тишеп бөтөрҙөләр. Эсәр һыуҙарыбыҙ бысранып бөтөп бара. Был шишмә лә хәҙер бәләкәй генә. Элгәре бесәнселәр, көтөүселәр, атайымдар менән таҙартып тора инек. Бында килеп шәп иттек әле. Берҙән шишмәне сафландырҙыҡ, икенсенән ҡыҙым, һин тәбиғәткә ярҙам ҡулыңды һуҙҙың, был бик сауаплы эш. Тәбиғәтте һаҡлау бурысын ошондайыраҡ бәләкәй эштәрҙән башлайһың инде.
Тирә-яҡ мөһитте кеше үҙе бысрата. Завод - фабрикаларҙан бысраҡ сығып һауабыҙҙы, һыуыбыҙҙы ағыулай, һауала парник эффекты барлыҡҡа килә. Климатыбыҙ аҡрынлап үҙгәрә, шуға ла төрлө катаклизмдар булып тора. Ер - әсәбеҙ бына шулай кешеләргә яуап ҡайтара. Бөгөндән үк экологиябыҙҙы ҡайғыртмаһак, киләсәк быуындарға ни ҡалыр? Хәҙер, әйҙәгеҙ бисмиллаларыбыҙҙы әйтеп шишмәнең һыуын тәмләп ҡарайыҡ. Ысынлап та шишмә һыуы бик һалҡын, тәмле.
Көн кискә ауышты, ҡояш та һүрелде. Беҙ ғаиләбеҙ менән киләһе йылға ла ошонда килеп инештең хәлен белеп торорға һүҙ ҡуйышып өйгә ҡайтырға сыҡтыҡ. Мин тәбиғәтте яҡлап үҙ өлөшөмдө индергәнем өсөн эстән генә ифрат һөйөндөм.
Илап ҡаршылаған инешебеҙ, киреһенсә сылтыр-сылтыр йырлап оҙатып ҡалды. Һау булып, саф булып тор шишмәкәй! Алла бирһә, беҙ тағы килербеҙ!
Ынйы Закирова.
Человек несгибаем. В.А. Сухомлинский
Как нарисовать лимон акварелью
Астрономический календарь. Ноябрь, 2018
Браво, Феликс!
Плавает ли канцелярская скрепка?