Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына һәм Республика көнөнә бағышланған
“ Башҡортостанға дан йырлайым!” республика иншалар конкурсына "Ватаным,Башҡортостан
"
Вложение | Размер |
---|---|
8_kl_minneahmetov_usm-t.doc | 35 КБ |
Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына һәм Республика көнөнә бағышланған
“ Башҡортостанға дан йырлайым!” республика иншалар конкурсына
Ватаным,Башҡортостан
Башҡарыусы: Йәрмәкәй районы
муниципаль районы Уҫман- Ташлы
ауылының урта мәктәбе муниципаль
дөйөм белем биреү ҡаҙна
учреждениеһының 8-се класс уҡыусыһы
Миңлеәхмәтов Әлфир Айрат улы
Етәксеһе: Зарипова Рәзинә Мирхәтим ҡыҙы
2013
Ватаным, Башҡортостан… Ошо һүҙҙе ишетеү менән, күз алдына бейек күкһел тауҙар,текә ҡаялар, сылтырап һәм борғоланып аҡҡан ҙур-ҙур йылгалар,көзгөләй ялтырап ятҡан төпһөз күлдәр,иге-сиге күренмәгән далалар, ерен-һыуын һакларзай ир-егеттәр,нәҙек билле,оҙон толомло башҡорт кыҙҙары,халҡымдын киләсәге өсөн борсолған ололар,беҙгә гүзәл хәм якты донъяны бүләк итеүсе кәҙерле әсәйҙәр килеп баса.Мин Тыуған илемден ошо матурлығына һоҡланам да, ғорурланам да!
Башҡортостанымдың бер өлөшө - минең кескәй Ватаным, тыуып үҫкән төйәгем.Үҙенең саф һауаһын һулатҡан, һалкын шишмә-йылгаларың таҙа һыуын эсергән, тәү башлап тәпәй баҫтырған, кояштың йылы нурҙары аҫтында йүгертеп уйнатҡан, өҙҙҙөрөп һайраған ҡош моңдарын тыңлатҡан, еләк-емештәрен тәмләткән тыуған ауылым – Уҫман-Ташлы.
Бына минең ҡаршымда түбәһенә ҡайындар,ҡарағайҙар үҫкән бер бәләкәй
генә тау .Бәләкәй генә булһа ла,исеме легендаға ингән Карауыл тауы.Ҡояш тәүге һәм һуңгы нурҙары менән ошо тауҙы иркәләй,шаярта.
Ауылым урамдары...Ниндәй яҡын улар миңә !Сирень,алма,муйыл ағастары сәскә атҡан мәлдә ауылым урамдары буйлап үтеүе үҙе бер мөғжизә.
Минең ауылым янынан ғына бик матур Кыйҙаш йылғаһы аға. Ә Һаклау,Ҡашҡалтаҡ, Бүләк урмандары төрлө йәнлекләргә бай булыуы менән ғорурлана ала .Әгәр дә йәйҙең бер матур көнөндә ауылым урманына барһаң,сихри ,гүзәл донъя косағына сумаһың. Унда һине зифа буйлы кайындар, мәңге йәшел шыршылар, нараттар каршы ала.Ҡоштары чут-чут һайравы,моңло йыры менән күңелдәргә кыуаныс өҫтәй.
Әлбиттә, ауылымда иң якыны – үземдең тыуған йортом.Өйөмә яҡынлашҡан һайын ниндәйҙер рәхәтлек, яҡынлыҡ тойғоһо кисерәм. Ҡаршымда, инеш буйында,тарбайып үҫкән талдарҙа ҡарғалар тырышып оя ҡора,бала сығара; һыу буйында мәж килеп инәйҙәр бәпкә көтә.
Минең бәләкәй генә ауылымдан исемдәре бөтә илгә билдәле шәхестәр сыҡмаған, әлбиттә, ләкин үҙҙәренең ябай гына хезмәте менән тыуған төйәкте данлаған кешеләр ауылымда булған һәм бар. Мәҫәлән, хәзер республикабыҙҙа ла яҡшы танылған татар яҙыусыһы Ризуан Хәмиди, татар фольклоры белгесе Риф Мөхәммәтйәнов(хәзер мәрхүм инде),фән белгече Вәкил Вәлиев,Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе һәм Рәсәй Пенсия Фонды управляющие Фуат Хантимеров кеүектәр-ауылымдың ғорурлығы !
Ауылымда ябай хеҙмәт кешеләре йәшәй. Улар бәхет эҙләп ситкә китмәй ,үҙ төйәгендә йәм табып йәшәйҙәр.Мәсәлән, һауынсы Зәрифә Шәфигулина, механизаторлар Ихсанов Фәнис менән Фәнил Хөснулин һәм башҡалар.
Уларға ҡарайым да ҡыуанам,сөнки йылдан-йыл халыҡ күңелендә үҙ теленә һөйөү,йолаларына ихтирам арта. Балаларға ауыҙ тултырып әйтерлек гүзәл башҡорт исемләре ҡушыла, кешеләр дини йолаларҙы үтәй, ураҙа тота.Ауылым яйлап үҙ ҡанундарына ҡайта, ата-бабам рухын яңырта.
Любимое яичко
Свинья под дубом
Пока бьют часы
Валентин Берестов. Аист и соловей
Сила слова