М.Өмөтбаевҡа хат-инша
Вложение | Размер |
---|---|
mohmtslim_omotbaevka_hat.docx | 17.6 КБ |
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа инша-хат.
Бында ерҙең ниғмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре.
М.Өмөтбаев.
Һаумыһығыҙ,хөрмәтле Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев олатай!Һеҙгә хат яҙа, әлеге мәлдә 21-се быуатта йәшәп ятыусы, Аллаярова Ынйы исемле ҡыҙ.Быуаттар аша һеҙгә тауыш биреүемдең сәбәбе шул: «Бында ерҙең ниғмәте» тип аталған шиғырығыҙҙы уҡып,беҙҙең уйҙарыбыҙ,хис-тойғоларыбыҙ бер тулҡында тирбәлә икәнлегенә инандым.Мин дә бит үҙемдең тыуған яғыма,уның тәбиғәтенә көн дә һоҡланып бағам. Тыуған ерем Учалы районының Абҙаҡ ауылы бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлашҡан.Ә инде Башҡортостаныбыҙ – иҫ киткес матур һәм бай республика ул.Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ булыуы менән генә түгел,ә тәбиғәттең байлығы,матурлығы,күҙ яуын алырлыҡ сәскәләрҙең наҙы,йылға-күлдәренең күплеге,һыуҙарының муллығы һәм башҡа әллә күпме үҙенсәлектәре менән һоҡланғыс ул.Мөғжизәләр иле-Уралтау…Мең төрлө сәскәләр,ҡоштар тауыштары,шишмәләр сылтырауы,һыҙылып ал таң атыуы,алһыуланып шәфәҡ һыҙылыуы,әллә ниндәй сихри биҙәктәр яһап,болоттар йөҙөүе- бөтәһе лә мине һоҡландыра.Ошондай сихри гүзәллек батшалығында тыуыуыма,йәшәүемә шатланам да,ғорурланам да.
Хөрмәтле Мөхәмәтсәлим олатай, һеҙҙең өҫтә әйтеп үтелгән шиғырығыҙҙан тыш, “Шикәйәт”,”Йомран иле”,”Үткән ғүмер,ҡалған хәтер”, “Бәйет”,”Һағыныу хаты”әҫәрҙәрегеҙ,”Ҡайыш илә Йүкә” мәҫәле менән танышып сыҡтым. Мин әле 9-сы класта уҡыйым,уҡыу йылы башында «Башҡорт әҙәбиәте» дәреслеген һәм хрестоматияһын ҡулыма алыу менән башынан аҙағына тиклем күҙ йүгертеп,ҡыҙыҡлы урындарын уҡып сыҡтым.Һеҙҙең туралағы мәғлүмәт тәңгәленә еткәс ,ҡыҙыҡһыныуым артты.Бигерәк тә Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге кадет корпусында уҡыуығыҙ һоҡланыу тыуҙырҙы,сөнки миңә хәрби кешеләр бик оҡшай.Шулай уҡ һеҙҙең мәғрифәтсе-шағир,тәржемәсе,телсе,этнограф,йәмәғәт эшмәкәре,публицист,3-сө дәрәжәләге Изге Станислав ордены кавалеры булыуығыҙ ҙа ҙур ғорурлыҡ уята.Башҡорт халҡы,башҡорт иле өсөн йөрәгегеҙ янғанға хөрмәт итәм!Республикабыҙҙың заманса үҫешенә шаһит була алмауығыҙ ғына бик йәл! Баш ҡалабыҙ беҙҙең хәҙер – Өфө.Йәмле һыу буйҙарында,сағыу сағылда сағылда балҡыған ҡалабыҙ беҙ яратҡан йырҙарҙа данлана. “Матур Өфөм минең,нурлы Өфөм,яҡты Өфөм минең ,алтын Өфөм;гүзәл Өфөм минең,ғәзиз Өфөм;- тип шағир рухлана,-күргән һайын һине шатланам,ҡайҙа барһам,һиңә шатланам,“- тип йөрәк хистәрен тибрәлдерә.Йылы хис-тойғо халыҡ йырында ла белдерелә:”Өфө ҡайҙа,Өфө ҡайҙа,Өфө урам яғында,ҡоштар булып осор инем,бик һағынған сағымда”.Йәшәргә дәрт-ҡөҙрәт тә,ижадҡа илһам,күтәренке рух та бирә мәшһүр Өфө.Ул тау башында урынлашҡан.Өфө эргәһендә Ағиҙел,Ҡариҙел,Дим йылғалары ҡушыла. Унда һәйкәлдәр,парктар,театрҙар,кинотеатрҙар бар.Өфө театрҙарында башҡортса спектаклдәр ҡуйыла.Тимер күперҙе сыҡҡан саҡта йылғала аҡ пароходтар тирбәлә.Яр башында ике мөһабәт һәйкәл.Береһе – башҡорт халҡы менән урыҫ халҡының дуҫлығын данлай.Икенсеһе – Салауат Юлаевҡа арналған.Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора.Өфө – гүзәл ҡала.Йорттары ифрат бейек,күп ҡатлы.Урамдарында троллейбустар,автобустар,трамвайҙар йөрөй.Өфөлә һәм республикабыҙ территорияһында күп милләт халҡы донъя халҡы көн күрә.Улар үҙ телдәрендә лә,рус телендә лә иркен аралаша.Төрлө милләт кешеләре дуҫ һәм татыу йәшәй.Беҙ тыуған еребеҙ һәм уның эшһөйәр халҡы менән ғорурланабыҙ.Былтыр йәй уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттары ҙур мәртәбә генә өҫтәне ҡалабыҙға.Төрлө илдәр менән осрашыуға әҙерләнеү һөҙөмтәһендә Өфө тағы ла матурланды,төҙөкләндерелде,күркәмләнде.
Баш ҡалабыҙ эргәһенән Ағиҙел йылғаһы аға.Ул Башҡортостанда иң оҙон йылға.Уның оҙонлоғо 1400 саҡрым.Уны республикабыҙҙың « йәшәү тамыры” тиһәң дә була.Ул тыуған еребеҙҙең көньяҡ-көнсығышынан башлап,бөтә тәбиғәтебеҙҙе туҡландырып,төньяҡ-көнбайыштан Кама йылғаһына барып ҡоя.Ағиҙелдән ҡала Ҡариҙел йылғаһы.Уны Өфө йылғаһы тип тә йөрөтәләр.Йылғаның оҙонлоғо 918 саҡрым.Оҙон йылғалар – Һаҡмар – 700,Дим – 556,Әй 549 саҡрымға етә.Уларҙан һуң Йүрүҙән,Инйәр,Сөн йылғалары.Мул һыулы йылғалар иҫәбенә тағы Оло Эйек,Ыҡ,Ашҡаҙар,Таштуғай,Еҙем,Ырғыҙ,Сөн,Ҡармасан,Сәрмәсән керә… Әлбиттә,һеҙ улар тураһында хәбәрҙарҙыр.
Әммә,Мөхәмәтсәлим олатай,тулы һыулы ҙур-ҙур йылғалар бер аҙ һайыҡты.Урмандарҙы ҡырҡыу,йәшеллектең кәмеүе быға ҙур йоғонто яһай.Шуға күрә тәбиғәтте һаҡлау: ағастар ултыртыу,йәшеллекте һаҡлау – беҙҙең төп бурысыбыҙ. “Тыуған Уралыбыҙҙың мөғжизәле тәбиғәтен,бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлығын һаҡлап,дошмандарҙан ҡурсалап,милләт булып ҡына түгел,үҙенең ғәзиз туған теле – башҡорт телендә ғорур һөйләшкән халыҡ булып ҡалайыҡ,дуҫтар!Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ише билдәле шәхестәребеҙҙең исеменә тап төшөрмәйек, ә уларҙың изге эштәрен дауам итәйек!”- тип өндәшәһем килә башҡорт халҡына,яҡын киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ. Һау булығыҙ,Мөхәмәтсәлим олатай!
R.S.: 175 йыллыҡ юбилейығыҙ менән!
Хат яҙылды: 15.09.2016 йыл.
Аллаярова Ынйы
9-сы класс уҡыусыһы
Абҙаҡ урта мәктәбе
Если хочется пить...
Сладость для сердца
Волшебная фортепианная музыка
Весенняя сказка
Бабочка