"Һаумы, Ҡыш бабай" (шиғыр)
Вложение | Размер |
---|---|
haumykysh_babay.docx | 14.77 КБ |
Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай! Мин яҙам һиңә хат Байрам менән ҡотлап. Уҡыһаң – бик хуп, Уҡымаһаң – харап.
Яңы йыл етеп килә-
Яратҡан байрамыбыҙ!
Ҡарһылыуын етәкләп
Килер Ҡыш бабайыбыҙ.
Ғаиләбеҙ менән бергә
Йыл һайын да беҙ өйҙә,
Ҡупшы булып биҙәлеп
Шыршы ултыра түрҙә.
Энәләре аҫтынан
Йыл да бүләк табыла.
Ҡыш бабай,беләм инде!
Уны бит һин һалаң!
Йортобоҙҙоң тышы ла
“ Ем-ем-ем” балҡып тора.
Ә түшәмдә мишуралар
Ялт та йолт килеп тора.
Өҫтәлебеҙ туп - тулы -
Тәмлекәс, турамалар,
Ит, билмән, ҡаҙылыҡтар,
Емеш – еләк, алмалар…
Яҡшы теләктәр әйтеп
Һөт эсәбеҙ барыбыҙ.
“Теләктәр ҡабул була ул”-
Тип әйтә атайыбыҙ.
Сәғәт ун икене һуҡты –
Әйҙә инде, урамға!
Фейерверктар, салюттар
Атырға һәм ҡарарға.
Бик яҡшы кәйеф менән
Ятып мин йоҡлап китәм
Шулай итеп Яңы йылды
Йыл һайын тәбрик итәм.
Ә һиңә мин, Ҡыш бабай
Теләйем һаулыҡ, байлыҡ!
Тоҡтарың тулы булһын,
Бүләктәр төшөп торһон!
Һау бул, һау бул, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай!
Кәлимуллина Камила, 2-се класс уҡыусыһы,
Пейзаж
Лягушка-путешественница
Если хочется пить...
Без сердца что поймём?
Лавовая лампа