Яңы йыл кисәһе Әҙәбиәт йылына арнала
Вложение | Размер |
---|---|
zbit_yylyna_arnalgan_yany_yyl_bayramy_stsenariy1.docx | 30.01 КБ |
Әҙәбиәт йылына арналған Яңы йыл байрамы сценарийы.
Ҡатнашалар: Алып барыусы, Ҡар бабай,Ҡыш бабай,Ҡарһылыу,маймыл,мәсекәй һәм шайтандар.
Шым ғына күңелле яңы йыл көйө уйнай.Сәхнәнең бер ситендә моңһоу ғына Ҡар бабай ултыра.Сәхнәгә Алып барыусы сыға.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле дуҫтар!Ниһәйәт,йыл буйына өҙөлөп көткән ,мөғжизә тулы байрамыбыҙ – Яңы йыл кисәһе лә килеп етте.Ваҡыт,әйтерһең дә, еҙ аттарға атланған да таҙа боҙ буйлап бер туҡтауһыҙ алға елдерә.Шуға ҡарамаҫтан, 2015 йыл бик күп ҡыҙыҡлы,әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды.Мәҫәлән,йәйҙең йәмле айҙарының береһендә үткәрелгән ШОС һәм БРИКС саммиттары республикабыҙҙы бөтә донъяға танытты.Ә беҙгә был таныҡлыҡ башҡорт халҡы йәшәйәсәк тигән өмөттәр бирҙе.Бөтәгеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалғандыр үтеп китеп барған йыл менән.
“Яңы йылды нисек ҡаршылайһың – йылың шулай үтер,” – тигән беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ,шуға күрә әйҙәгеҙ бөгөн бөтәбеҙ ҙә дәртле,күңелле булайыҡ,оялыу тигән нимәне бөтөнләй ситкә алып ҡуяйыҡ.Килештекме?Дуҫтар,һеҙ 2015 йыл менән хушлашып,яңы 2016 йылды ҡаршы алырға әҙерме?Улайһа,киттек!
Алып барыусы артына әйләнә лә моңһоу ғына ултырған Ҡар бабайҙы күреп ҡала.
Алып барыусы:Ниңә ошондай күңелле,мөғжизәле көндә моңайып ултыраһың ул,Ҡар бабай?
Ҡар бабай:Эх..Йыл һайын ҡыш көнө шат балалар ,беренсе епшек ҡар бөртөктәре ергә ятыу менән ,көлөшөп,уйнашып, мине эшләп тә ҡуялар.Уларҙың ҡыш буйына сана менән шыуғанын,еҙ аттарҙа елдергәнен,тып-тын ятҡан ҡышҡы урамдарҙы ихлас көлөүҙәре менән тултырып,ҡар бәрешеүен,Яңы йыл күңелле итеп ҡаршы алыуҙарын ҡарап ултырһын тип ,бәләкәй генә төймә күҙҙәр ҙә ҡуйырға онотмайҙар.Эй,шатланам мин уларға ҡарап!
Алып барыусы:Шатланғас,нимәгә бөгөн,Яңы йыл кисе алдынан,ҡайғырып ултыраһың?
Ҡар бабай:Һыуыҡ көндәр етә башлаһа,бурандар ажғырып ҡупһа,бәләкәй генә балалар килеп,муйыныма шарф урайҙар,башыма әҙерәк кенә булһа ла йылы булһын тип бәләкәй генә биҙрә кейҙереп ҡуялар.
Алып барыусы:Бына бит нисек яраталар улар һине! Йылмай инде әҙерәк,Ҡар бабай.
Ҡар бабай:Шарф ураған саҡтарында мине ныҡ итеп ҡосаҡлайҙар ҙа,миңә йәй ,йылы илдәрҙә күргән мажаралары тураһында һөйләйҙәр.(Бер нисә кеше Ҡар бабайҙы уратып “Что такое лето?”тигән йырҙы йырлап сыға.)Эх!Йәйҙе күргем килә!
Алып барыусы:Шуға кәйефһеҙләнеп ултыраңмы?
Ҡар бабай:Эйе...Күпме тырышып ҡараһам да бер күргәнем юҡ әле йәйҙе.(Сәхнәнең бер яҡ ситенә моңһоу ғына йөҙ менән барып ултыра)
Алып барыусы: Ярай,ҡайғырма,Ҡар бабай.Хәҙер беҙ дуҫтарыбыҙ менән берәй сараһын табырбыҙ ул.(Тамашасыларға өндәшә)Нисек кенә ярҙам итәйек икән?Кем генә мөғжизәләрҙең мөғжизәһен эшләй алыр икән?(Тамашасылар “Ҡыш бабай”тип әйтергә тейеш).Эй,йомробаштар ҙа инде һеҙ,дуҫтарым!Һуң,әлбиттә,Ҡыш бабай!Нисек үҙемдең башыма барып етмәгән икән ?Ә-ә-ә!Ҡыш бабай тигән дә ни,”беҙҙе көтмәйҙәр ҙә,саҡырмайҙар ҙа”- тип үсегеп оҙаҡлайҙармы икән әллә?Дуҫтарым,әйҙәгеҙ әле бергәләшеп Ҡыш бабай менән Ҡар һылыуҙы саҡырайыҡ.(Саҡыралар.Күңелле көйгә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп инә).
Ҡыш бабай:Һо-һо-һо!Һаумыһығыҙ,балалар!
Ҡарһылыу:Яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡыш бабай:Урмандағы йәнлектәргә бүләк таратып йөрөп,әҙерәк кенә һуңланыҡ.Ғәфү итегеҙ инде.
Ҡарһылыу:Һеҙ саҡырмаһағыҙ,һаман да йөрөр инек әле шунда аҙашып.
Ҡыш бабай:Һай-һай!Шыршығыҙҙың уттары янмай бит.
Ҡарһылыу:Әйҙә әле,олатай,тылсымлы таяғың менән утты ҡабыҙайыҡ.
Уларҙы Алып барыусы туҡтата.
Алып барыусы:Туҡтағыҙ әле!Ҡыш бабай,байрам булғас,бөтәһенең дә кәйефе күтәренке булырға тейеш бит инде,эйеме?
Ҡыш бабай:Эйе,шулай.Кемдең кәйефе юҡ һуң бында?(Ҡыш бабай бөтә уҡыусыларҙы ҡарап сыға,әммә моңһоу кешене тапмай.Алып барыусы моңһоу ғына ултырған Ҡар бабайға күрһәтә).
Ҡыш бабай:Тәәәк..нимә булған бында?
Ҡарһылыу:Ниңә гел көләс йөрөгән Ҡар бабай,моңайып ҡалған бөгөн?
Ҡар бабай:Э-эх...Беләһегеҙме,минең йәйҙе күргем килә,минең дә кешеләр һымаҡ йылы илдәргә барып ял итеп ҡайтҡым килә.Йәйҙең ниндәй икәнлеген белгем килә...
Ҡыш бабай:Эй,хыялый!Мәңгелек һыуыҡ илендә тыуған йән,нисек итеп эҫе ҡояш нурҙары аҫтында йәшәһен ти?!Ирейһең бит...
Ҡар бабай тәрән итеп уфтанып ҡуя.
Ҡарһылыу:Олатай,берәй нисек ярҙам итеп булмаймы ни?
Алып барыусы:Бөгөнгө байрамға йыйылған дуҫтарыбыҙ бары тик һин генә ярҙам итә алаң тинеләр,Ҡыш бабай.
Ҡыш бабай:Бар ул бер мөғжизәле әйбер.Уны ҡулыңа алһаң,Ер шарының теләгән бер урынына,тәбиғәттәге дүрт миҙгелдең теләгән беренә барып сыға алаһың.
Ҡар бабай(шатланып):Нимә ул? Нимә?
Ҡарһылыу:Йә инде,олатай,Ҡар бабайҙы оҙаҡ көттөрмәйек,бирә һалайыҡ бүләгебеҙҙе.
Ҡыш бабай тоғонан Китап килтереп сығара.Ҡар бабай аптырашта ҡала.
Ҡар бабай:Нисек итеп ябай китап мине икенсе илдәргә алып бара ала?Нисек итеп йәйҙе күрһәтә?
Ҡыш бабай:Был китап ябай түгел:унда мәңгелек йәй һәм ҡояш илдәре тураһында яҙылған.
Ҡарһылыу(Китапты Ҡар бабайға һуҙып):Һин уны уҡып ҡара,Ҡар бабай.
Алып барыусы:Эйе,Ҡар бабай,уҡып ҡара.Ҡыш бабай юҡ нимә бүләк итмәҫ.
Ҡар бабай китапты ҡулына ала һәм тәүге битен аса.Унда ҙур ҡояш төшөрөлгән була.Ҡар бабай уны күреп шатлана.
Ҡар бабай:Бына ниндәй йоморо,һап-һары,ҙур икән ул ҡояш!Ысын булмаһа ла йылыһын тоям,күңелем хатта иреп китте.Рәхмәт һиңә, Ҡыш бабай!Рәхмәт һиңә,Ҡарһылыу!(Икәүһен дә барып ҡосаҡлай һәм Китабын ҡосаҡлап,шатланып сығып китә).
Алып барыусы:Бөтәһенең дә кәйефе булды шикелле.Хәҙер Яңы йыл кисәһен башлап ебәрһәк тә була!
Ҡарһылыу:Олатай,шыршының уттарын ҡабыҙырға онотма.
Ҡыш бабай:Рәхмәт,ҡыҙым,иҫләткәнеңә .Шыршыны ҡабыҙыр өсөн миңә саҡ ҡына тылсым һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк буласаҡ,балалар.
Алып барыусы:Дуҫтар,әйҙәгеҙ әле Ҡышбабайға ярҙам итәйек.”Шыршы ян!”тип бөтәбеҙ бергә генә өс тапҡыр ҡысҡырайыҡ.
Ҡыҡыралар.Шыршы ҡабына.
Ҡарһылыу(сәпәкәй итә):Ҡалай матур!
Ҡыш бабай:Әйҙәгеҙ әле,балалар,беҙҙең байрамыбыҙҙы биҙәп ултырған ҡупшыҡай-шыршыбыҙҙы маҡтап, уның тирәләй әйләнеп йырлап алайыҡ.
Алып барыусы: Ысынлап та!Әйҙәгеҙ әле, дуҫтарым, шыршының беҙгә күренмәй ултырған яғына ла гирляндалар элгәндәрме икән?Әллә алғы яғына ғына тағып беҙҙе алдамаҡсы булалармы?Шыршы тирәләй әйләнеп тикшереп ҡарайыҡ.
“В лесу родилась ёлочка” тигән йырҙы йырлап,хоровод өйрөләләр.
Ҡыш бабай:Һо-һоооо!Күңелдәр күтәрелеп китте.
Ҡарһылыу:Эйе!Шыршыбыҙ ҙа матурыраҡ булып ҡалғандай!
Алып барыусы:Сеу!Ишетәһегеҙме ул?!Кемдер шыршы артында йәшенеп торған кеүек.
Ҡарһылыу:Тағы ла шул Мәсекәй йөрөйҙөр инде.
Ҡыш бабай:Ҡайҙа барып ҡарайым әле(Шыршы артына керә һәм маймылды тотоп сыға)Был бит маймыл!
Ҡарһылыу(сәпәкәй һуға):Ҡалай хәтәр!
Маймыл:Һаумыһығыҙ барығыҙға ла!Мин буласаҡ 2016 йылдың батшаһы.Һеҙгә мәңгелек ҡояш һәм йәй илдәренән күп итеп ҡайнар сәләмдәр алып килдем.Яҡынлашып килгән йылда мин һеҙгә барығыҙға ла үҙегеҙгә,ғаиләгеҙгә күберәк иғтибар бүлергә,үҙегеҙҙең рухығыҙҙы һәм һаулығығыҙҙы нығытырға тәҡдим итер инем.Яңы 2016 йылда мин һеҙгә ,уҡыусылар һәм тамашасылар,бары тик уңыштар ғына теләп ҡалам!
Сәхнәгә шат Ҡар бабай килеп инә.
Ҡар бабай:Ә һеҙ беләһегеҙме?Ә һеҙ беләһегеҙме?!(Маймылды күреп ҡала ла аптырап,туҡтап ҡала)Ә һеҙ беләһегеҙме....Был кем ул?
Ҡыш бабай:Был маймыл.
Ҡарһылыу:Ул йылы яҡтарҙа ғына йәшәй.
Алып барыусы:Ҡояшты ныҡ итеп ярата,шуға күрә шоколад кеүек һоро ғына.
Маймыл Ҡар бабайҙың янына килә лә уның танауын,шарфын,башындағы биҙрәһен тотоп ҡарай.
Ҡар бабай(маймылды ныҡ итеп ҡосаҡлай):Йылы илдәрҙән!(Әйтергә иткән һүҙҙәрен дауам итә)Ә беләһегеҙме маймыл дуҫыбыҙ килгән яҡтарҙа ниндәй шәп халыҡтар йәшәй!Ә улар нисек итеп бейейҙәәәәәр!(Шашынып анып әҙ генә бейей,маймыл да уға ҡушыла).
Ҡыш бабай(ихлас көлөп):Бик хәтәр!
Ҡарһылыу сәпәкәй итә.
Алып барыусы:Ҡайҙан белдең һин уларҙы,Ҡар бабай?
Ҡар бабай(эре итеп):Һуң минең тылсымлы китабым бар бит!Хәҙер һеҙгә лә уҡып күрһәтәм.(Ҡар бабай ниндәй ил тураһында уҡый,сәхнәгә шул ил итеп һайланған класс сығып бейей).
Алып барыусы(бейеүҙәр бөткәс):Ҡалай шәп бүләк биргән икән ул һиңә Ҡыш бабай.
Ҡар бабай:Әтеү!
Шул ваҡытта Маймыл Ҡар бабайҙың китабын ала ла алып барыусыларға һүрәттәрен күрһәтергә керешә.
Маймыл:Ҡалай матур һүрәттәре!
Ҡар бабай шуны ғына көткәндәй,тамашасыларға күрһәтергә керешә.
Алып барыусы:Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла төшөргән һүрәттәр ҙә бынамын тигән ул!
Ҡыш бабай:Эйе шул.Ҡарап сыҡтым.Бик оҡшанылар.
Ҡарһылыу:Иң матурҙарына бүләктәр ҙә әҙерләнек!
Һүрәттәр конкурсына йомғаҡлау була.
Алып барыусы(Ҡар бабайға):Оҡшанымы һүрәттәр?
Ҡар бабай:Эйе,оҡшаны әлбиттә!
Маймыл:Афарин,уҡыусылар!
Ҡар бабай(шаяртып):Һәр бер һүрәтегеҙгә тағы ла ҙур,һап-һары ҡояш төшөрөп ҡуйһағыҙ!Ммм...Шәп булыр ине.
Бөтәһе лә шарҡылдашып көлә.
Алып барыусы:Ҡара әле,маймыл дуҫым,һин йәшәгән яҡтарҙа берәй ҡыҙыҡ уйындар уйнамайҙармы ул?Әтеү уҡыусыларыбыҙ кәйефһеҙләнә башланы.Уйын уйнап алһаҡ,кәйефтәре күтәрелер ине.
Маймыл:Уйындар ни муйындан.Тик мейем ныҡ үҫешеп етмәгән,шуға онотоп бөткәнмен яртыһын..
Ҡар бабай:Ярай ,Маймыл дуҫым,ҡайғырма.Мә һиңә китап.Унда барыһы ла бар.
Маймыл Китаптан ҡарап,бер-нисә уйын уйната.
Алып барыусы:Ҡалай шәп нимә икән ул – китап!
Ҡыш бабай:Эйе,китап ул- һәр бер серҙең асҡысы.Берәй нимә белгегеҙ килә икән,китаптар уҡығыҙ,балалар.
Ҡарһылыу:Беҙ Ҡыш бабай менән Яңы йыл үтеп киткәс,киләһе Яңы йылды көтөп кенә ятмайбыҙ.Беҙ йыл әйләнәһенә, уҡыусылар, һеҙҙең тәртибегеҙҙе тикшереп торабыҙ.Шуға ла кем күпме китап уҡығанын да беләбеҙ.
Ҡыш бабай:Хәҙер иң күп китап уҡыусыларҙы бүләкләп үтәбеҙ.
Китаптар уҡыусыларҙы бүләкләү.
Алып барыусы:Афарин,уҡыусылар!Артабан да шулай күп итеп китаптар уҡып йәшәгеҙ!
Ҡар бабай: Китапҡа һөйөүегеҙ бер ваҡытта ла һүрелмәһен!
Маймыл:Уҡыған һайын нығына ғына барһын!
Ҡурҡыныс көй ҡуйыла.Барыһы ла аптырашта ҡала.Сәхнәгә шайтандар бейеп сыға.Улар кешеләрҙе “ҡытыҡлайым” тип ҡурҡыталар.Арттарынан яй ғына атлап,Мәсекәй әбей килеп сыға.
Мәсекәй(саҡ-саҡ тын алып):Ой-ой-оооой...арҡам,аяҡтарым.Оҙаҡҡа һуңланыммы байрамығыҙға?(Аптырашта ҡалған уҡыусыларҙы күреп,башына һуға.Тауышын ҡурҡынысыраҡ итә биреп) Әһ-һә!!!Минһеҙ генә байрам ойоштормаҡсы булдығыҙмы?!(Йүткереп ала) Ой,ҡартайғанмын шул(Билен тотоп әйләнә.Ҡар бабайҙың ҡулындағы китапты күреп ҡала) Был нимә ул?
Ҡар бабай (яңлыш ҡына): Китап!Был беҙҙең бөгөнгө байрамыбыҙҙың йәме.
Мәсекәй әбей шунда уҡ Китапты шайтандарға урларға ҡуша.Шайтандар китапты алып ҡаса,Маймыл менән Ҡар бабай баҫтыра,Мәсекәй рәхәтләнеп көлә.
Мәсекәй:Эх!Йәшәртә бит мине ошондай этлектәр эшләүе.
Ҡыш бабай(Мәсекәйгә):Бәлки һине этлек түгел,ә шайтандар менән Ҡар бабайҙың,маймылдың баҫтырышыуы күңелләндерәлер?Әйҙә әле,Мәсекәй,балаларҙың байрамын боҙмайыҡ.бирһендәр шайтандарың тылсымлы китапты.Бирһәләр,беҙҙең менән ҡалып байрам итергә рөхсәт итәбеҙ.
Ҡарһылыу:Ысынлап та ,Мәсекәй.
Мәсекәй (көлөп):Һай-һай,Ҡыш бабай!Күпме йылдар буйы минең менән алышып,һин дә хәйләкәргә әйләнеп бараһың шикелле.Тик һиңә миңә тиклем әле йыраҡ.Балаларың минең һынауымды үтәһәләр –китап һеҙҙеке һәм байрамығыҙ ҡотҡарыласаҡ.Ә инде үтә алмаһалар- Яңы йыл боҙоласаҡ!(Шарҡылдап көлә).
Ҡарһылыу:Ярай,һинеңсә булһын,Мәсекәй.
Алып барыусы:Уҡыусылар,һеҙ беҙгә байрамыбыҙҙы ҡотҡарышырға әҙерме?(Мәсекәйгә)Әйҙә үҙеңдең һынауҙарыңды әйт.
Мәсекәй һынау үткәрә.Һынауҙы үтәләр.Барыһы ла шатлана,китапты ҡайтаралар.Мәсекәй кәйефһеҙләнә,шайтандар илай башлай:Йыл һайын беҙ еңеләбеҙ...Исмаһам,берәй йылда беҙ еңһәксе!
Алып барыусы:Эй-эй-эй!Беҙҙең бөгөнгө байрамыбыҙҙа кәйефһеҙләнергә,бигерәк тә иларға- ҡатғи рәүештә тыйылған.
Маймыл:Йә етәр,иламағыҙ инде.
Ҡар бабай:Әйҙәгеҙ мин һеҙгә китап уҡып күрһәтәм!
Йырҙар тураһында уҡый,йырҙар башҡарыла.Мәсекәй ,шайтандар күңелләнә.
Шайтандар:Ҡалай шәп нимә ул! Нимә ул?
Ҡарһылыу:Был китап.
Шайтандар:Китап?
Маймыл:Эйе,китап.
Шайтанлар:Беҙҙең дә китап уҡығы килә.
Ҡарһылыу:Олатай,әйҙә уларға ла китап бүләк итәйек.
Алып барыусы:Бәлки,китаптар уҡып,улар изгелеклерәк булырҙар,башҡаса этлектәр ҡылмаҫтар.
Ҡыш бабай:Һеҙҙеңсә булһын,ҡыҙҙарым.
Ҡыш бабай шайтандарға төрлө китаптар биргән арала Мәсекәй һаман этләшеүен дауам итеп ,шым ғына балаларҙы ҡурҡытып йөрөй.
Мәсекәй(эсен тотоп):Ой,асыҡтым һеҙҙең менән шашып йөрөп.Кемегеҙҙе генә ашайым икән ,ә?(Балаларҙан һайлана ла маймылға барып йәбешә.Маймыл ҡысҡыра).
Алып барыусы:Ҡыш бабай , ҡарағыҙ әле, нимә эшләй.
Ҡарһылыу:Эй,ошо Мәсекәйҙе!
Ҡыш бабай:Етәр һиңә иҫәрләнмә,ҡурҡытма балаларҙы ҡурҡытма !Былай ҙа оҙаҡламай ҡайтырға - әҙерәк кенә булһа ла күңел асып алайыҡсы!
Шайтандар(Мәсекәйҙе яҡлашып):Ул бит шаярып ҡына.
Ҡар бабай:Мә һиңә ,Мәсекәй ,бүләк(Аш-һыу бешереү китабын тоттора)Башҡаса балаларҙы ашама!Ошо китапта өйрәтелгәнсә генә тәмле-тәмле аҙыҡтарҙан бешеренеп аша йәме.
Алып барыусы:Барыбыҙ ҙа дуҫлаштыҡ.Барыбыҙҙың да кәйефтәр шәп.шулаймы?
Ҡыш бабай:Беҙгә ҡайтырға ваҡыт та етеп килә.
Ҡарһылыу:Шулай шул.
Маймыл:Ҡайҙа ашығаһығыҙ?Минең бит бер ваҡытта ла шыршы тирәләй хороводта өйрөлгәнем юҡ.
Ҡар бабай:Әйҙәгеҙ инде,һуңғы тапҡыр хоровод эшләйек!
Ҡыш бабай:Ярай,һеҙҙеңсә булһын.
Яңы йыл тураһында йыр башҡарып хороводта өйрөләләр.
Ҡыш бабай(хоровод бөткәс):Ярай ,рәхмәт һеҙгә ошондай күңелле байрам ойошторғанығыҙ өсөн.
Ҡарһылыу:Һау булығыҙ!Киләһе осрашҡандарға тиклем!
Мәсекәй:Китаптар уҡығыҙ,балалар.Улар һеҙгә тормоштоң бик күп серҙәрен асыр.
Шайтандар:Мөғжизәләр иленә илтер.Тормоштоң матурлығын күрә белергә өйрәтер.Үҙ- үҙеңде эҙләнеүҙәрҙә дөрөҫ юл күрһәтер.Берҙән бер яҡын дуҫығыҙ һәм серҙәшегеҙгә әүерелер!
Маймыл:Яратығыҙ китаптарҙы!
Ҡар бабай менән Алып барыусы:Рәхмәт,һау булығыҙ!
Артабан дискотека һәм уйындар.
По морям вокруг Земли
Рисуем крокусы акварелью
Как нарисовать зайчика
Юрий Алексеевич Гагарин
Гораздо больше риска в приобретении знаний, чем в покупке съестного