Республика көнөнә арналған инша өлгөһө. IV Б класс уҡыусыһы Баранова Альмираның эше
Вложение | Размер |
---|---|
almiranyn_inshahy4.docx | 17.05 КБ |
Иле барҙың – көнө бар, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Минеңсә, Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше үҙ илен данлап, маҡтап, һөйөп йәшәйҙер. Мин тыуған яғым менән ғорурланам. Тәбиғәте лә ниндәй һуң! Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың байлығына, халҡының йомартлығына, уңғанлығына һоҡланмай ҡайтмайҙыр.
Етеҙ Танып, тыныс Гәрәй буйында, Шихан тауы ҡаршыһында урынлашҡан Краснохолмский ауылында тыуғанмын. Атайым да, олатайым менән өләсәйем дә, апайым да ошо ауылда тыуып, шунда йәшәйҙәр. Ә әсәйем йәмле Яҡтыкүль буйында урынлашҡан Әбйәлил районынан. Туғандарым бик күп. Мин улар менән ғорурланып йәшәйем. “Туғанлы – ныҡлы терәкле”, – ти өләсәйем. Киләсәктә мин дә тыуған ауылыма ҡайтып, әсәйем кеүек, уҡыусыларға белем бирергә хыялланам.
Беҙ ғаиләбеҙ менән Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Беҙҙең сылтырап аҡҡан Етеҙ Танып буйлап йөрөп ҡайтһаң, күңел күтәрелә, рәхәт булып китә. Ә һыуынан сәй ҡайнатһаң, өләсәйем “Сәйе бигерәк тәмле!” – тип эсә. Ғорур Урал тауҙары, йәмле Талҡаҫ буйҙары, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Тоҙлокүль һыуҙары, сағыу Ағилебеҙ – йөрәгемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Күңелемә иң яҡыны – Асылыкүль. Таҙа һыуы, матур, тыныс тәбиғәте менән әсир итте ул мине. Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт иткәндә ер-һыу атамалары, дарыу үләндәре тураһында һөйләшәбеҙ, төрлө эш башҡарғанда моңло йырҙар йырлайбыҙ.
Олатайым умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ул шифалы бал менән беҙҙе һыйлай. Өләсәйем бал ҡорттарын эшсән, татыу ейән-ейәнсәрҙәре менән сағыштыра. Мин олатайым менән өлөсәйемә ярҙам итәм.
Тыуған еремдең тәбиғәтен, халҡын, яҙыусыларын бик яратам. Бөйөк яҙыусы Мостай ағай Кәрим миңә бик тә яҡын. Мин каникул ваҡытында төрлө китаптар уҡып ҡалырға тырышам, бигерәк тә Мостай Кәрим ағайҙың әҫәрҙәрен.”Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен уҡыным.Уның Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған әҫәрендә Украинанан Башҡортостанға ваҡытлыса күсереп килтерелгән ғаиләләр тураһында бара.Украина ҡыҙы Оксана башҡорт ауылдарынын береһенә урынлаштырыла.Башҡорт малайы Жәлил Оксана менән бергә уйнап, ваҡыттарын бергә үткәрәләр.Улар икеһе ике милләттән булһалар ҙа,татыу, дуҫ булып бергә аралашып йәшәйҙәр. Мин был образдарҙы ғүмерем буйына иҫемдә тотоп, тыуған илемде, туғандарымды тағы ла нығыраҡ яратырмын. Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмам, ныҡ булырмын.Үҙем тыуған, йәшәгән Башҡортостанымды киләсәктә үҙемдең тырыш хеҙмәтем менән биҙәрмен тип уйлайым.
Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ,- ти халҡыбыҙ. Һәр кемгә лә үҙенең Тыуған иле, ере, һауаһы, ғәзиз тупрағы яҡын һәм ҡәҙерле. Урман, йылға, шишмәләребеҙ ҡоромаһын, йәнлек – ҡоштарыбыҙ донъяға йәм бирһен! Янғындар сыҡмаһын! Баҡсаларыбыҙ гөл-сәскәгә күмелһен, мул уңыш бирһен, иген баҫыуҙарыбыҙҙа ашлыҡ ишелеп уңһын! Бары тик күгебеҙ, еребеҙ тыныс, донъялар имен булһын!
Без сердца что поймём?
Белый лист
Весенние чудеса
Зимняя сказка
Лиса и волк