Беҙ Башҡортостандың киләсәге
Вложение | Размер |
---|---|
bez_bashkortostandyn_kilsge.docx | 15.99 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
“Краснокама районы Муниципаль район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы
“Яңы Нуғай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе”
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Башҡортостан көнөнә һәм йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған конкурс иншаһы
Беҙ – Башҡортостандың киләсәге
Башҡарҙы: 8 синыф уҡыусыһы Шәрифйәнов Рәшит Марат улы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәғәзизова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы
Яңы Нуғай – 2009.
Донъялағы һәр кеше яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Бына шул өмөт сатҡыһы йәшәтә лә инде ул кешене. Иң тәүҙә үҙеңә, үҙеңдең көсөңә ышаныс булырға тейеш, шунан китә – алға ҡуйылған маҡсат. Әгәр ҙә әҙәм балаһы ғүмере буйына тырышып эшләһә, ҡуйылған һәр маҡсатына ирешеп барһа, уға был донъяла йәшәү - үҙе бер ләззәт булып торасаҡ.
Кеше киләсәк тураһында уйлай икән, ул башта ғаилә ҡороп ебәрә. Бала тыуыу – һәр ғаилә өсөн ҙур бәхет. Иртән башланған һәр эш, һәр уйланған изге уй – шул сабый хаҡына бит ул. Ғаилә башында торған кешенең етди бурысы барлыҡҡа килә. Хәҙер бөтә ғүмерҙең йәшәү маҡсаты булып шул мөхәббәт емеше тора. Ата-әсә бөтә булған наҙын, йылыһын шул балаға шатланып бирә.
Эйе, һәр ата-әсә балаһы хаҡына тырыша. Мин үҙемдең атайым менән ғорурланам. Ул үтә тырыш, аҡыллы, эшсән кеше. Ғаиләле булғас, атайым үҙ көсө менән яңы өй һалып сыҡты. Хәҙер беҙ әсәйем, атайым һәм ҡустым Дамир менән яҡты, ике ҡатлы йортта йәшәйбеҙ. Әсәйем дә бик уңған минең. Атайыма һәр ваҡыт ныҡлы терәк булып тора. Ҡустым балалар баҡсаһына йөрөй. Әле бәләкәй булһа ла, ҡулынан килгәнсә беҙгә булыша. “Улдарым эшләп үҫһендәр. Егәрле, эш һөйгән кеше генә рәхәт йәшәй ул”, - тип гел әйтә минең атайым. Ул бик дөрөҫ әйтә. Был һүҙҙәрҙе раҫлап, бер ваҡиға тураһында яҙып китәм.
Беҙ ғаилә менән ҡалаға килгәйнек. Атай менән машинала әсәйҙең врачтан сыҡҡанын көтөп ултырған ваҡытта, күҙебеҙ магазин төбөндә ултырған бер ир кешегә төштө. Ул хәйер һорашып ултыра ине. Уның ҡиәфәтен күргәс, йөрәктәрем әрнеп китте. Кейемдәре теткәләнеп бөткән, бысраҡ, ҡурҡыныс, ә үҙенә ни бары ҡырҡ йәштәр самаһы ғына. Әллә нисек уның өсөн оялып ҡуйҙым. Ир кеше булғанға микән, белмәйем. Ниңә ул шундай хәлгә ҡалған? Ир башы менән ни өсөн ул эшләмәйенсә аҡса һорап, ҡулын һуҙып ултыра? Бәлки, уның яратҡан ғаиләһе, яҡшы эше, йылы йорто булғандыр ҙа… Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ул бөтәһенән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан. Хәҙер, моғайын, был һорауҙарға үҙе лә яуап таба алмайҙыр.
Әсәйҙе оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Үтеп барған кешеләр теге меҫкенгә аҡсалар бирҙеләр, ҡайһы берҙәре битараф булып ҡалдылар. Бик ҡыҙғаныс күренеш ине был. Ул кешенең күҙендә бер ниндәй ҙә өмөт юҡ ине. Бәләкәй сағында ул да төрлө пландар ҡорғандыр, тормошҡа бөтә булған хыялдарымды ашырырмын, тип уйлағандыр инде. Ә хәҙер ул магазин төбөндә яңғыҙы ҡул һуҙып ултырырға мәжбүр. Ә кем уны мәжбүр иткән? Был тормош ҡағиҙәһе, минеңсә. Ошо хәлде күргәс, бына шундай уйҙар минең башымда әйләнеп йөрөнө. Шул ваҡытта атайым миңә: “Һәр кеше үҙ тормошона үҙе хужа. Әгәр ҙә тормош ағымы буйынса ғына барһаң, һин бер нәмәгә лә ирешмәйәсәкһең. Киләсәк тураһында уйланырға кәрәк. Бөгөнгө көн менән генә йәшәп булмай ул. Бына был ир бөгөн нисәлер тин аҡса “эшләне”, ти. Ниндәй ҙә булһа эшкә инһә ул, бына быныһы ысын ир кеше ҡылығы булыр ине. Кеше ағымға ҡаршы тора белергә һәм уның һәр ваҡыт көрәшергә еңе һыҙғанған булырға тейеш,” – тип әйтте. Әлбиттә, беҙ был кешене ғәйепләй алмайбыҙ. Минең өсөн был күренеш – алға барыу, тырышып уҡыу өсөн тағы ла нығыраҡ этәргес булды. Мин үҙемә һәм буласаҡ балаларыма ошондай киләсәк теләмәҫ инем. Ошондай хәлгә ҡалған кешеләр күбәйгәндән-күбәйә. Тимәк, быйылғы йылды Президентыбыҙ юҡҡа ғына Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан итмәгән. Йәштәр проблемаһы хәҙер алға сыға. Йәш быуын – сәскә менән тиң. Сәскәне ултыртыу менән һыу һипмәһәң, ул йә үлә, йә зәғиф булып үҫә. Баланы ла тыуыу менән тәрбиәләй башларға кәрәк, юғиһә, һуң була.
Оҙаҡламай әсәйем менән ҡустым килеп сыҡты. Ниндәй бәхет ул – ғаиләле булыу! Ҡустым донъяла шундай ауыр хәлдәр булыуы хаҡында әле бер нәмә лә аңламай. Уның йөҙөндә йылмайыу балҡый. Бер атайға, бер әсәйгә ҡарай. Гел шулай көлөп кенә торһон ине ҡустым. Мин уны һәр ваҡыт насарлыҡтан, яуызлыҡтан яҡлаясаҡмын һәм һаҡлаясаҡмын. Беҙ атай менән әсәйҙең ныҡлы терәге һәм таянысы булып торабыҙ. Улар беҙгә ҙур ышаныс бәйләй, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡәҙерлеләребеҙҙең өмөттәрен аҡларбыҙ!
Растрёпанный воробей
Фокус-покус! Раз, два,три!
Астрономический календарь. Июнь, 2019
Астрономы получили первое изображение черной дыры
Афонькин С. Ю. Приключения в капле воды