"Атайым-ғорурлығым" тип аталған инша Һ.Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романы буйынса яҙылған
Вложение | Размер |
---|---|
h._dultshina_-_insha.docx | 14.01 КБ |
Атайым - ғорурлығым
(Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса инша)
Йәмле Ырғыҙ буйында йәйге эҫе көндәрҙең береһе. Иген урыуҙың иң ҡыҙыу мәле. Ҡайнар ҡояш нурҙары аҫтында эшләп әлһерәгән кешеләр үҙҙәренең ҡыуыштарына ял итергә ултырғандар. Берәүҙәр айран эсә, икенселәре ҡаты-ҡотоһонан тамаҡ ялғай, ҡайһылары туҡтауһыҙ бил бөккәндән һуң ышыҡтан аҙға ғына булһа ла серем итә...
Бына тамырҙары йәйелеп китеп үҫкән, әйтерһең дә, ғүмерендә күпте күргән, үҙенең бейеклеге менән бөтә һауаны солғап алған имән төбөндә Гөлйөҙөм үҙенең ике ҡыҙы менән сәй эсеп ултыра. Ул, тир бөрсөктәренә еүешләнгән яулығы менән сал сәстәрен ҡаплаған килеш, бер нөктәгә төбәлеп, ниндәйҙер ҡаты уйҙарға сумған. Ҡапыл уның уйҙарын төпсөк ҡыҙының һорауы бүлде:
-Әсәй, ә минең атайым ниндәй кеше булған?
Был көтөлмәгән һорауҙан Гөлйөҙөм әҙерәк юғалып ҡалды һәм мөлдөрәп ағырға торған күҙ йәштәрен көскә тыйып, ҡалтыранған тауыш менән тормош иптәше, һөйөклө Айбулаты тураһында һөйләй башланы:
-Ҡыҙым, атайыңдың батырлығы, матурлығы хаҡында донъялағы алтынға тиң һүҙҙәр менән дә һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Бәләкәй сағынан уҡ етем ҡалған атайың иң шәп, типһә, тимер өҙөрлөк саҡтарын Ныязғол байға , туған тейешле булыуға ҡарамаҫтан, ялсы рәүешендә эшләп үткәрҙе. Ул үҙенең туғандарының ҡаты бәғерле булыуҙарына хәтере ҡалып, Кузьмин утарына сығып киткәс, шунда танышҡан дуҫы Васянан уҡырға, яҙырға өйрәнеп, Ныязғол кеүек байҙарға ҡаршы көрәшкән бик үткер, батыр кеше – Григорий менән таныша. Григорий менән аралашыу (уны атайың дядя Гриша тип йөрөтә торғайны), Ленин тигән бик аҡыллы кешенең яҙғандарын, “Искра” гәзитен уҡып, башҡа заводтарҙа эшләгән кешеләрҙең дә ауыр тормошон күргәс, атайыңдың донъяға ҡарашы бөтөнләй үҙгәрә. Ул, Ырғыҙ буйына ҡайтып, байҙарҙан иҙелеп, тир түгеп йәшәгән халыҡтың томаланған күҙҙәрен асырға тырышты. Халыҡ уның артынан эйәрҙе.
Бынан һуң атайың төрлө ауылдарға йөрөп, халыҡты байҙарға ҡаршы көрәшергә әйҙәүен дауам итте, үҙе кеүек үк бик күп көрәшсе егеттәрҙе осратты һәм улар менән берлектә революцион эшкә ныҡлап тотондо. Шул мәлдән үҙенең үткерлеге, саялығы менән Ныязғол байҙың асыуын ҡабартты, күңеленә киләсәге тураһында шик-шөбһә һалды. Шуға күрә Ныязғол бай унан ҡотолоу сараһын эҙләй башланы, һәм тапты ла – атайыңды һуғышҡа ебәрҙе.
Атайың кеүек һуғышҡа оҙатылған һалдаттарҙың күбеһе батшаны яҡлап көрәшергә тейеш булһалар ҙа, улар был юлдан тайпылып, ябай халыҡтың яҡты киләсәге өсөн батшаның үҙенә ҡаршы күтәреләләр. Был һуғыш тик байҙар файҙаһына ғына булды: ярлылар, һуғышҡа оҙатылып, күп ҡан ҡойҙо, ә байҙар, һуғыштан тороп ҡалып, һаман байығандан-байыны. Һуғыш тымып, батша тәхеттән төшөрөлгәс тә, атайың ҡул ҡаушырып ултырманы, көрәш юлын дауам итте. Ләкин ул халыҡ бәхете өсөн, тормош тулҡындарын үҙ елкәһендә күтәреп килеп, үҙен-үҙе аямайынса көрәшһә лә, халыҡ уны үҙ ҡанаты аҫтында яуыз дошмандан һаҡлап ҡала алманы. Ул минең күңелемдә мәңге тере, ғөмүмән, халыҡ күңелендә лә, ниндәй генә ямғырҙар яуһа ла, һүнмәҫлек ут осҡондары тоҡандырҙы. – Гөлйөҙөм, һөйләп бөтөүенә ишара яһап, ҡалған игенде урып бөтөүен ҡайғыртып, яланға ҡарай атланы. Уның бит остары алһыуланып киткән, күҙҙәре уттай баҙлай ине.
Атаһын ғүмерендә бары бер нисә тапҡыр ғына күргән Ғәйшә уның менән тағы берҙе осрашҡандай булды. Атаһы тураһындағы хәтирәләрҙе ул йөрәгенең иң түренә индерҙе лә мәңге юйылмаҫлыҡ итеп һаҡланы. Үҙ-үҙенә ул: “Балаларымды атайым кеүек ысын кеше итеп үҫтерәм,” – тигән һүҙ бирҙе.
Фирүзә Исхаҡова,
Белорет районы Йөйәк урта
мәктәбенең Х класс
уҡыусыһы.
Сторож
Упрямый зяблик
Астрономический календарь. Февраль, 2019
Сказка "12 месяцев". История и современность
Четыре художника. Осень