Наша республика очень благодатный край, край, в котором есть горы и равнины, леса и степи. Есть исчезающие под землей реки, целебные источники, березовые рощи, пещеры с рисунками древнего человека, прекраснейшие озера и высокие горы. И это все родная природа Башкирии. У всего этого есть история, которую башкиры передают из поколения в поколение...
Вложение | Размер |
---|---|
Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр, Тик, тыуған ер, йәшә, мең йәшә! | 13.07 КБ |
Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр,
Тик, тыуған ер, йәшә, мең йәшә!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырынан алын-ған был юлдар миңә бик тә таныш. Ысынлап та, йылы яҡтар бик матур, әммә тыуған ерҙә телең асылған, тәүге аҙым яһалған, балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөлгән һәм яңы дуҫтар табылған – былар барыһы ла алыштырғыһыҙ. Үҫә төшә, беҙ Башҡортостандың иҫ киткес матур икәненә төшөнәбеҙ. Беҙҙең рес-публиканың тәбиғәте һуң ниндәй!? Бейек-бейек үркәсле тауҙар, үтеп сыҡ-ҡыһыҙ ҡалын урмандар, сал ҡылғанлы дала, шифалы сығанаҡтар, боронғо һүрәттәр төшөрөлгән мәмерйәләр, тәрән һәм зәңгәр күлдәр. Был тәбиғәт байлыҡтарының үҙ тарихы, уны халыҡ быуындан быуынға тапшыра килә.
Атайсалыбыҙҙың тәбиғәте хаҡында туҡтамай һөйләргә мөмкин. Ләкин мин республикабыҙҙа йәшәгән һәр кемдең йөрәк түренән урын алған бөйөк шәхестәр хаҡында ла әйтеп үтмәксемен. Һәр заманда халыҡтың үҙе ҙурлаған, ололаған, йырҙарҙа йырланған батыры булған. Ошо һүҙҙәрҙе әйтеү менән, күҙ алдыма башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев килеп баҫа. Уның хаҡта олоһо ла, кесеһе лә белә, шиғырҙарын яттан һөйләйҙәр. Милли батырыбыҙ образы әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә бик ҙур урын биләй. Салауат, көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып, ярһыу арғымағын яр ситенә туҡтатҡан да, өҙәңгеһенә баҫып, Ағиҙел аръяғын күҙәтә. Йөҙөндә ихтыяр көсө, ышаныс, көслө ҡулдарында ҡамсы. Салауат тере һәм тыуған ерен мәңге һаҡлап торор кеүек тойола. Өфө ҡалаһында йәшәүселәрҙе һәм килгән ҡунаҡтарҙы был урын үҙенә һәр саҡ саҡырып тартып тора.
Минең күңелемде һәр ваҡыт бер һорау борсоп тора: бер япраҡ саҡлы ғына республикабыҙҙы башҡа тарафтарҙа беләләрме һәм уның хаҡында ниндәй уйҙалар икән? Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтеүенсә: “ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй”. Беҙ Рәсәй тигән бөйөк илдең ҡанаты аҫтына һыйынғанбыҙ.
Быйыл йәйен миңә Төркиәлә ял итеү бәхете тейҙе. Меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан илдә беҙҙең республика хаҡында белеүҙәре мине бик шатландырҙы. Төркиәлә халыҡ бик ҡунаҡсыл, алсаҡ. Төрөктәр беҙҙең Башҡортостан тураһында шундай яҡшы фекерҙәләр, улар хатта милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында ла беләләр. Улар мине белемдәре менән хайран иттеләр. Ошо минуттарҙа мине ғорурлыҡ тойғоһо биләп алды, сөнки минең тамырҙарым Башҡортостан менән бәйләнгән. Төркиә ни тиклем матур булмаһын, тыуған ерем минең мәңге йәшәһен.
Кеше йөрәге күп нәмәне һыйҙыра, ләкин уның иң түрендә Ватаның, Башҡортостаның, тыуған төйәгең булһын!
Интересные факты о мультфильме "Холодное сердце"
Извержение вулкана
Туманность "Пузырь" в созвездии Кассиопея
Снежная книга
Твёрдое - мягкое