Стихи собственного сочинения
Вложение | Размер |
---|---|
shayahmetova_stih.doc | 30 КБ |
Ҡурсаҡ уйнап алам ҡай саҡ
Ҡурсаҡ уйнап алам ҡай саҡ
Инде мин ҙур булһам да.
Күптән инде ҡурсағымды
Һылыуыма бирһәм дә.
Туғаным уйнай башлаһа,
Күҙем ҡыҙа ла китә.
Эй, икәүләшеп уйнайбыҙ-
Дәрес ҡайғыһы китә.
Ҡуй, туғаным, етер инде
Бар бит дәрес ҡарайһы.
Ҡурсаҡ уйнағанға миңә
Ҡуймайҙар биш билдәһе.
Яҙ килде
Яҙ килде, яҙ килде!-тип,
Ҡысҡыра ҡара ҡарға.
Ниндәй әле яҙ булһын?
Ҡара, тыштағы ҡарға.
Яҙ килде, яҙ килде тип,
Тама тамсы ҡыйыҡтан.
Яҙ килде тип шау һалды
Оҙон ҡойроҡ һайыҫҡан.
Ишетеп ҡалып ошоно
Ҡыш китте асыуланып:
«Күрһәтәйем әле һеҙгә»-,тип
Ҡар һипте услап алып.
Йылғыр елде йүгертте,
Урамдарҙан, ҡыйыҡтан.
Күкте болот ҡапланы
Башланды аҡман-тоҡман.
Әсәй
Әсәй! Әсәкәйем минең
Һинән яҡыныраҡ,
Һинән ҡәҙерлерәк,
Кешем юҡ минең!
Ауыр ваҡыттырҙа
Һиңә килһәм,
Йыуатырһың,
Дөрөҫ юлды күрһәтерһең.
Шишмәләрҙе һаҡлайыҡ!
Шишмә аға селтер-селтер,
Әйтә һымаҡ миңә ниҙер.
Әйҙә, ҡолаҡ һалайыҡ,
Шишмә йырын тыңлайыҡ:
«Баҫты бит мине сүп-сар
Ҡотҡара күрсе, зинһар.
Йылдан-йыл бик һайығам,
Аҙая бит һыу ғынам!»
Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши
Где спят снеговики?
Галка в чужих перьях
Чем пахнут ремёсла? Джанни Родари
Аэродинамика и воздушный шарик