Стихи собственного сочинения ученицы 5-го класса Арслановой Гульназиры
Вложение | Размер |
---|---|
gulnazira-stih.docx | 16.38 КБ |
Башҡортостан-Тыуған илем
Башҡортостан, һин бит минең
Тыуған илкәйем!
Бер нимәгә алыштырмам
Ғәзиз еркәйем!
Һиндә генә, Башҡортостан,
Ҡояшлы көндәр.
Нурға тулы айлы төндәр,
Йәмле иртәләр.
Аҡ ҡайындар шаулап үҫә
Урмандарыңда.
һандуғастар сутылдаша
Ағастарыңда.
Ҡыл ҡурайың моңон һуҙа
Иҫкәндә елдәр.
Һине данлап ул да шулай
Сығара көйҙәр.
Башҡортостан-Тыуған илем
Мәңге йәшәһен!
Башҡорт ере, башҡорт теле
Мәңге йәшнәһен!
Ысын башҡорт
Ысын башҡорт көслө була,
Ҡыйыу һәм дә сос була.
Бер ҡасан да артта ҡалмай,
Һәр ваҡыт алда була.
Һуғышта ла башҡорт –башлыҡ,
Дошманды үҙе еңә.
Ҡылыс менән юлдар ярып,
Һәр ваҡыт алда елә.
Ысын башҡорт иле өсөн
Әҙер хатта үлергә.
Даны ҡала ғүмергә.
В Китае испытали "автобус будущего"
Весенняя гроза
Ласточка
Как нарисовать лимон акварелью
Рисуем домики зимой