Р.Назаров- бик үҙенсәлекле шағир.Ул ысын мәғәнәһендә шиғри һүҙ оҫтаһы.Уның шиғырҙарында бик күп һүрәтләү саралары ла,жанрҙар төрлөлөгө лә сағылыш тапҡан. Ә мин иһә уның шиғырҙарында миҙгелдәр ҡыҙыҡһындырҙы.Лирик герой булараҡ ул тәбиғәт балаһы. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә.Шуға ла фәнни эшемдә үҙ-үҙемә һорау бирҙем: ниндәй миҙгелде яратҡан һуң автор? Шул маҡсатымды тормошҡа ашырыу өсөн уның бик күп шиғырҙарын өйрәндем,уҡып сыҡтым.
Вложение | Размер |
---|---|
Р.Назаров- бик үҙенсәлекле шағир.Ул ысын мәғәнәһендә шиғри һүҙ оҫтаһы. | 1.09 МБ |
Слайд 2
« Рәшит Назаров ши ғриәтендә миҙгелдәр сағылышы » Шағир ғүмере йылдар менән түгел, шиғыр ғүмере менән үлсәнә. Хәниф Кәрим
Слайд 3
1965 йылда «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге йыйынтығы Назар Нәжми мөхәрирлегендә донъяға сыға. Икенсе китабы « Ҡояш юлы буйлап » ( 1970) төҙөүсеһе Әсхәл Әхмәтҡужин « Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (1991) « Й ә шен » тиг ән шиғыр йыйынтығы Риф Мифтахов мөхәрирлегендә сыға .(1994)
Слайд 4
А ҙмы йылдар еткән сәтләүектәй, Ярылғандар ергә бәрелеп, Тосо уның- кешелеккә ҡалған, Ҡабыҡтарын йотҡан- мәңгелек. «Мин торам ете юл сатында» Бер генә минут ул бында, Ул йәнә күккә осор. Йәшендәр менән шаярыр, Ғаләмдең үҙен ҡосор. « Ду ҫ менән һөйләшеү » Йәйге ҡояш яңы ғына әле Ҡалҡып килә ине ул саҡта... Беҙ йүгерҙек күмәк, беҙ йүгерҙек Тау башында ятҡан ҡояшҡа. ( исемһеҙ шиғырҙан өҙөк ) “Ҡояш юлы буйлап”
Слайд 5
« Й өрәгемде һеҙгә илтәм » китабы 7 б үлеккә бүленә: 1. Та ңды ҡаршылау 2. Ҡояш юлы менән барыу 3. Һынау 4. Юлдар дауам итә 5. Бәхет юлдары 6. Йондоҙҙар туйы 7. Асы таштар янсығы
Слайд 6
“ Таңды ҡаршылау” бүлеге Урал итәгенә башын терәп, Ауылым тынған төнгө серемгә. Ялан еле бишек көйөн көйләй. Әкиәт һөйләй уға сирендәр. ( “Таңды ҡаршылау” шиғырынан өҙөк) Ярһыу йылға оҙон ҡыш буйына Боҙ ситлектә ятып иреккән, Инде хәҙер шашып , ҡотороноп, Ләззәт ала яҙғы иректән. ( “Азатлыҡ йыры” шиғырынан өҙөк)
Слайд 7
Шат йондоҙҙарға ҡарайым Баҡсаға сығып. Сәскәләр ойоп ултыра Татлы бал һығып. (“ Төн” шиғырынан ) Йәйге ҡайнар ҡояш нуры Ҡунып керпек осона, Әллә ниҙәр әйтер булып, Осона ла осона. (“ Һөйөнөр инем” шиғырынан )
Слайд 8
“ Йәшен ” 6 б ү леккә бүленә : 1.Йөрәк 2.Әсә һүҙҙәре 3.Мин һалдатмын. 4.Һәр замандың ҡояшы бар. 5.Ҡарамасы һирпеп керпегеңде 6.Алйотбай
Слайд 9
Бөгөн күрҙем һинең һүрәтеңде, Һүрәт шул ул, һиңә тиңме ни? Күҙе ҡара уның, ҡарап торҙом,- Болот һырыған көҙгө төнмө ни? ( Исемһеҙ шиғырҙан өҙөк) Һуңғы япраҡ менән ер шаяра Ҡыштыр- ҡыштыр... Ауыр... күңелһеҙ... ( “Көҙгө элегия” шиғырынан өҙөк)
Слайд 10
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә шағирҙың ике томдан торған әҫәрҙәре донъя күрҙе. Шағирға Башҡортостандың Салауат Юлаев премияһы бирелде.
Слайд 11
Шулай уҡ Ҡазан ҡалаһында шағир Риф Мифтаховтың тырышлығы менән Р. Назаровтың “Йөрәк”исемле китабы татар телендә баҫылып сыға.
Слайд 12
Рәшит Назаров-иҫ киткес талантлы шағир М.Кәрим
Слайд 13
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Афонькин С. Ю. Приключения в капле воды
Сказка на ночь про Снеговика
Дымковский петушок
В Китае испытали "автобус будущего"
Золотая хохлома