Көҙҙөң алтын төҫтәренә сумған, шаулы ҡала урамы буйлап автобуста китеп барам.Рәсәйҙең көмөш ҡалаһы булған Стәрлетамағым көндән-көн матурлана,үҫә.Ҡатлы-ҡатлы йорттар төҙөлә,яңы урамдар барлыҡҡа килә.Ҡаранай Моратов,Зәки Вәлиди,Шәйехзада Бабич,Мостай Кәрим.Ирекһеҙҙән шатлыҡ йәштәре күҙҙәремә тула.Ватандаштарыбыҙҙы уйландырыусы һәм моңландырыусы,күңелде ҡанатландырыусы,ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың йөрәк һүҙен,аҡылының нурын алыҫ илдәргә еткереүсе Мостай Кәрим урамы… Ниндәй шатлыҡ,ниндәй ғорурлыҡ!Башҡортостандың халыҡ шағиры,Салауат Юлаев исемендәге республика,РСФСР һәм СССР Дәүләт премиялары лауреаты,Социалистик хеҙмәт Геройы ,әҙәбиәтебеҙ бәһлеүәне ,олпат шәхес Мостай Кәрим әҫәрҙәре уҡыусыны бер ваҡытта ла битараф ҡалдырмай.Башланғыс кластарҙа беҙ уның “Әлфиә хикәйәләре” ,”Япраҡ менән ҡырмыҫҡа”, “Айыу мажараһы”, “Маҡтансыҡ борсаҡ” хикәйәләрен ҡыҙыҡһынып уҡыһаҡ,уртансы кластарҙа әкиәт һәм ҡисса стилендә яҙылған “Үлмәҫбай”,”Сер” поэмалары,”Ҡайын япрағы тураһында”,”Ҡоштар осорам “шиғырҙары,”Салауат”,”Ташлама утты, Прометей” трагедиялары беҙҙе уйландыра,төрлө фараз ҡылырға мәжбүр итә. Ул күп яҡлы талант эйәһе.Минең уйлауымса,поэзия өлкәһендә,прозала һәм драматургияла уға тиңдәр юҡ.”Беҙҙең өйҙөң йәме”,”Өс таған”,”Оҙон –оҙаҡ бала саҡ” повестарында бала саҡ темаһын,балалар яҙмышын хәстәрләй.
Вложение | Размер |
---|---|
kozzon_altyn_tostren_sumgan.docx | 25.03 КБ |
Беҙҙең илдең йәме.

Был әҫәрҙәр рус, украин,грузин,ҡаҙаҡ,татар,үзбәк, ҡырғыҙ,төркмән,сыуаш телдәрендә китап булып сыҡҡан.Хатта сит илдәрҙән ҡытай теленә тәржемә ителгән.Тимәк,башҡорт халҡының ғына түгел,ә төрлө телдәрҙә миллионлаған балаларҙың ихтирамын яулаған,күңелдәрен биләгән бөйөк шәхес ул.
Рус түгелмен,ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ватандаштарыбыҙ,шағир һүҙен ҡабатлап,үҙҙәрен ғорурлыҡ менән россиянбыҙ тип йөрөтә.Уның арымай – талмай республика һәм ил тормошонда ҡатнашыуы,үҙ өлөшөн,көсөн һалыуы күренә.
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!
Тыуған ил уның күп йыллыҡ емешле хеҙмәттәрен хаҡлы баһалаған.Ул – Ленин һәм СССР-ҙың,РСФСР-ҙың,БАССР-ҙың Дәүләт премияларына,Социалистик хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған илдәге бик һирәк яҙыусыларҙың береһе.Тағы ла ике Ленин ордены,ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,Почет билдәһе ,Халыҡтар дуҫлығы,Ҡыҙыл Йондоҙ I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы,II һәм III дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн һәм Салауат Юлаев ордендары һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән исем бирелгән.
Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы синыфта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра. 1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 — се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3-сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа, йәштәр менән һөйләшә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мостай Кәрим үҙен тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. СССР Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951 — 1962 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1962 — 1984 йылдарҙа — РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара.
Бөйөк шәхес ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән артыҡ драматургия әҫәрҙәре авторы. Лайыҡлы рәүештә башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып һанала. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон — оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре быға дәлил. Улар юғары фәлсәфәүи мәғәнә, ысын гражданлыҡ, ҡанатландырғыс изгелек һәм романтизм рухы менән һуғарылған. Алтын көҙөнә тиклем йәшлек ялҡынын, яҡты ихласлыҡ, изгелек һәм кешелеклелек тойғоларын һаҡлап ҡалыусы бөйөк романтик булды ул. Сикһеҙ ихлас, алсаҡ кеше булараҡ, ул беҙҙең өсөн һәр саҡ өмөт һәм ышаныс сығанағы булып торҙо.
Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. М. С. Кәримов — Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР - ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР — ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ — ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, IIһәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.
Арҙаҡлы шәхес үҙ иленең бөйөк кешеһе. Республикабыҙ үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға ҡағылышлы үҙ фекерен ул асыҡ һәм ҡыйыу белдерҙе. Мостай Кәримде бөйөк Ватаныбыҙ — Советтар Союзы тарҡалыуы бик борсолдорҙо. Һуңғы ауыр йылдарҙа ватандаштарыбыҙ өлөшөнә төшкән бәләләрҙе үҙ ҡайғыһы кеүек күреп ҡабул итте ул. Советтар Союзының Коммунстар партияһы идеологияһы һәм йолаларына хөрмәт менән ҡараны. «Партия нисек кенә аталмаһын, әгәр халыҡҡа яҡын икән, тимәк ул — өмөт партияһы. Кеше өмөтһөҙ йәшәй алмаған кеүек, йәмғиәт тә халыҡҡа ярҙам итеүсе көскә мохтаж», — тине ул.
Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат булды. Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.
Күп нәмәнән уңдым ,
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә,үткәндәр
Эйе уңдым.Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
Уңдыҡ Мостай ағай.Мең –мең тапҡыр уңдыҡ.Беҙ, йәш быуын,һеҙҙең ижад ҡаҙанығыҙҙа ҡайнап йәшәйбеҙ һәм йәшәрбеҙ,оло фәһем,тәрбиә алырбыҙ.Һеҙ бит беҙҙең өйҙөң йәме,беҙҙең илдең йәме!!!
Белый лист
Девчата
Большое - маленькое
10 осенних мастер-классов для детей
Разлука