Бер төркөм уҡыусыларымдың атайҙарға арналған ижады.
Вложение | Размер |
---|---|
Атайҙар хаҡындаағы мәҡәләләр. | 39.5 КБ |
Атайым менән ғорурланам.
Атайымдың исеме – Илшат. Уға 45 йәш. Минең атайым бик уңған, матур һәм тырыш кеше. Һәр башлаған эшен еренә еткереп башҡара.
Йәмле йәйге көндәрҙә ул беҙҙе сәйәхәткә алып китә. Үткән йәй ғаиләбеҙ менән күркәм Урал тауҙарына барҙыҡ. Шифаһы тирә-яҡҡа таралған Ҡурғаҙаҡ шишмәһендә булдыҡ. Уның һыуының тәмлелеген аңлатып бөтөргөһөҙ!.. Йырҙарҙа йырланаған Йүрүҙән йылғаһында рәхәтләнеп һыу индек. Аҙаҡ атайым менән бергәләп балыҡ тоттоҡ. Мин дә уға оҡшап, был шөғөлдө яратам. Беҙгә тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеген асҡан был сәйәхәт бик оҡшаны.
Саф һауалы ҡышҡы көндәрҙә, атайым менән ярышы-ярыша саңғы шыуырға яратабыҙ. “Хәрәкәттә - бәрәкәт”- ти халыҡ. Дөрөҫ икән: үҙе рәхәт, үҙе күңелле һәм сирләтмәй ҙә.
Минең атайым - аҡыллы кеше. Ул һәр кешегә ярҙам итергә әҙер. Мин атайым менән ғорурланам. Ул беҙҙе гел әҙәплелеккә өндәй, кешелекле булырға өйрәтә.
Фәтхетдинова Ильвина, Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 5-се а
класы уҡыусыһы.
Минең яратҡан атайым.
Минең атайым Эдуард - ҡап-ҡара сәсле, уртаса буйлы, зәңгәр күҙле, матур,таҙа, көслө кеше.
Ул дауаханала эшләй. Атайымды эшендә лә бик яраталар. Ул бик уңған һәм тырыш. Мин уны һәр саҡ маҡтап ҡына һөйләйем, сөнки минең атайым - иң һәйбәте, иң яҡшыһы... Беҙҙең ғаиләбеҙҙең ышаныслы таянысы. Ул илебеҙҙе һаҡлауға ла үҙ өлөшөн индергән. Совет армияһы сафтарында автомобилдәр ротаһында хеҙмәт иткән. Иҫән-һау йөрөп ҡайтҡас, олатайымдарға ярҙам итеп йәшәгән.
Мин атайымды бик яратам. Ул да беҙҙе ярата. Ватанды һаҡлаусылар Көнө уңайынан атайыма оҙон ғүмер, сәләмәтлек, бәхет һәм шатлыҡтар ғына теләйем.
Шарипова Залина, Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 5-се а
класы уҡыусыһы.
Минең яратҡан кешеләрем.
Һеҙ намыҫлы хеҙмәт иткәнгә лә,
Имен йәшәй бөгөн илебеҙ.
Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап,
Рәхмәттәр әйтеп өндәшәбеҙ.
Көтөлмәгән шатлыҡтарҙы күреп,
Иҫән-таҙа ғына йәшәгеҙ.
Й. Шакирова.
“Йәшкелт күҙле, ҡара бөҙрә сәсле, уңған, шаян егет ине йәш сағында,”- тип һөйләй өләсәйем олатайым хаҡында. Мин уның егет сағын күҙ алдына килтереп ултырам: атлап түгел, йүгереп кенә йөрөгәндер ул. Сөнки бөгөнгө көндә сәстәренә сал төшһә лә, олатайым етеҙ һәм шаян.
Мин уны бик яратам. Уның менән төрлө эштәр башҡарырға ашҡынам. Тап ошо ваҡыттарҙа үҙенең бала сағындағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләй, ә ауыр йылдарҙы иҫкә алғанда уның күҙҙәре йәшләнә.
Олатайым мине олоно ололарға, кесе кешене кесе күрергә өйрәтә. Матур тәбиғәтте, бар хайуандарҙы, сәскә-гөлдәрҙе яратырға мин унан өйрәндем. Һәр йәйге ялды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алам, сөнки олатайымдарҙы һағынып бөтәм. Ә унда күпме ҡыҙыҡлы эштәр көтә: олатайым менән бергә балыҡ тотоуҙар, эҫе көндәрҙә ҡояшта ҡыҙынып көтөү көтөүҙәр, тау битендә ҡып-ҡыҙыл еләк йыйыуҙар… Миңә иң оҡшағаны – бәләкәс быҙауға баҡса артынан йәш бесән алып ҡайтыу. Олатайым оҫта итеп саба, мин уға ярҙамлашам. Бына шулай матур күңелле көндәр тиҙ генә уҙып та китә. Ә ҡышҡы оҙон кистәрҙә, өләсәйемдең тәмлекәстәре менән һыйланып, олатайым хикәйәләрен тыңлайбыҙ.
Мин яратҡан кешеләремә таҙалыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Ғәзизйәнова Гөлфиә, Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 5-се а
класы уҡыусыһы.
Мин атайымды яратам.
Мин атайымды бик яратам. Ул да мине ярата. Атайыма 39 йәш тула. Ул -ҡара бөҙрә сәсле, һоро күҙле, бик үткер һәм таҙа кеше. Минеңсә, атайым бик бәхетле. Сөнки уның яраткан тормош иптәше – әсәйем, ике ҡыҙы һәм үҙенә оҡшаған бер улы бар. Бына ниндәй дуҫ-татыу ғаиләлә йәшәйбеҙ!
Минең атайым – шәхси эшҡыуар.Ул үҙенең ҙур машинаһында ауыр йөктәр ташый. Был үҙе бер батырлыҡ. Уның исеме лә үҙенә тура килеп тора. Халҡыбыҙҙың милли батыры хөрмәтенә Салауат исемен ҡушҡандар уға.
Атайымдың яратҡан шөғөлдәре бик күп: электр приборҙарын ремонтлау, төҙөлөш эше һәм йорт-ҡура тирәһендәге төрлө нимәләргә дөйөм ремонт эшләү…
Атайым буш ваҡытын ғаиләбеҙ менән үткәрергә ярата. Мин уның менән бик ғорурланам.
Тимерйәнова Алһыу, Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 5-се а
класы уҡыусыһы.
Акварельные гвоздики
Есть ли лёд на других планетах?
Чья проталина?
Н. Гумилёв. Жираф
Мать-и-мачеха