Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын асыусы, уның гүзәллегенә һоҡланыу тыуҙырыусы, байлыҡтарын һаҡларға өндәүсе инша.
Вложение | Размер |
---|---|
tbigt_kosagynda.docx | 15.11 КБ |
Тәбиғәт ҡосағында.
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым -
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
(Салауат Юлаев)
Бар тәбиғәт алтын япраҡтарға төрөнгән. Ошондай сағыу ҡояшлы көндәрҙә ғаилә менән урманға сығырға яратабыҙ.
“Әссәләмәғәләйкүм,
Урман!
Әссәләмәғәләйкүм,
Бөтә тереклек!
Беҙ килдек,
Һине һағынып.
Иҫән-имен йөрөт!”- тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай килеп инәбеҙ. Көҙгө урман – серле мөғжизә! Унда ҡайһы ағастар йәшел, ҡайһылары – ҡыҙыл, берәүҙәре – һары төҫтә. Әкрен генә ел иҫеп ебәрә. Төрлө төҫтәге япраҡтар, өйөрөлөп-өйөрөлөп, һинең өҫтөңә осоп төшәләр. Атлаған һайын улар аяҡ аҫтында ҡыштырлайҙар. Шулай үҙенә генә хас бер “көй” сығаралар. Нурлы ҡояш һиңә бар йылыһын сәсә. Урманда еңелсә тынлыҡ, саф һауа. Ошондай матур тәбиғәт ҡосағында йөрөүҙән дә рәхәт нимә бар!
Атайыма һәм әсәйемә оҡшап, тәбиғәтебеҙҙәге үҙгәрештәрҙе күҙәтергә яратам. Уның байлыҡтары хаҡында күберәк белергә тырышам. Атайым ашарға әҙерләй. Әсәйем менән һөйләшә-һөйләшә бәшмәктәр, файҙалы емештәр йыябыҙ. Уларҙы әсәйем гел бер урындан йыймаҫҡа ҡуша. “Башҡа кешеләргә лә ҡалһын, алдағы йылға ла үҫһен. Бәшмәктәрҙе тамырҙары менән өҙә күрмә, башҡаса был урында үҫмәйәсәк. Һаҡлыҡ менән генә йый!”-ти. Уның изге кәңәштәрен һәр ваҡыт иҫтә тотам. Үҙем, өләсәйем өйрәткәнсә, эстән генә ҡабатлайым: “Үҙегеҙҙең шифағыҙҙы бирегеҙ! Беҙҙәге сирҙәрҙе дауалағыҙ!”
Атайым янына барып, тәмләп сәй эсеп алдыҡ. Ошондай ҙур урман ҡайҙан килеп сыҡты икән?! Түҙеп ултыра алманым, атайымдан һораным.
“Бер ағастан унау үҫкән,
Ун ағастан урман үҫкән,”- ти халыҡ, улым. – Ағас-ҡыуаҡтарҙың тормошонда ҡоштар һәм йәнлектәр ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, имәндәрҙе сәтләүектәрен ашаусы урман сысҡандары, тейендәр һәм турғайҙар тарата. Улар имән сәтләүеген төрлө ерҙәге мүк, ағас тамырҙары аҫтына әҙерләй. Тик барыһын да ашап бөтә алмай, күбеһен тапмай. Ошо сәтләүектәрҙән яҙын йәш имәндәр үҫеп сыға ла инде. Ләкин бөгөнгө көндә ағастарҙы күп киҫәләр. Ҡайһы бер ерҙәрҙә урмандарға ҙур ҡурҡыныс янай. Ағас-ҡыуаҡтар һирәгәйә, ундағы йәнлелек, матурлыҡ һәм тереклек бөтә. “Бер ағас ҡырҡһаң, етене ултырт,”-тигәндәр бит. Бик хаҡ һүҙҙәр, улым. Был фәһемле фекерҙе хәтер һандығыңа һалып ҡуй!”
Атайымдың был һүҙҙәренән һуң уйға ҡалдым. Бына нисек йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт, үҫемлектәр һәм йәнлектәр үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән икән… Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, кеше лә үҙен уратып алған тәбиғәткә меңәрләгән еп менән бәйле. Беҙ тәбиғәттең гүзәл ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Уның сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарын эсәбеҙ. Таҙа һыулы йылға-күлдәрендә балыҡтай туйғансы йөҙәбеҙ. Ҡоштарҙың моңло тауыштарын тыңлап ҡыуанабыҙ. Бай тәбиғәтебеҙҙең урмандарын, бөжәк-йәнлектәрен, үлән-сәскәләрен, бәшмәктәрен, еләк-емештәрен үҙ файҙабыҙға күпме ҡулланабыҙ! Был изгелеккә алмашҡа тәбиғәткә беҙҙән нимә ҡала?! Тирә-яҡтары сүплеккә әйләнгән йылға-күлдәр, ҡырҡылған урмандар, юҡҡа сыға барған үҫемлектәр, хайуандар һәм ҡоштар...
Тирә-яғыбыҙҙағы бар донъя ашығыс ярҙамға мохтаж. Тәбиғәтте ҡурсалау – илде һаҡлау. Бына шуның өсөн дә 2013 йылды Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов Башҡортостанда “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы,”- тип иғлан итте. Тимәк, республикабыҙҙың экологик именлеге һаҡланып ҡаласаҡ. Гүзәл тәбиғәтебеҙҙең байлығы киләсәк быуындарға ла етәсәк. Тыуған илебеҙ – Башҡортостан киләсәктә гөрләп сәскә атасаҡ!
Был йәһәттән мин изге тәбиғәтебеҙ файҙаһына нимә эшләй алам һуң? Уйланым-уйланым да үҙемә ҡарар иттем. Киләсәктә тәбиғәттең иң яҡын дуҫы булырмын. Сәскә-үләндәрҙе, ағас ботаҡтарын бер ваҡытта ла өҙмәйәсәкмен. Матур үҫемлектәр тәбиғәтебеҙгә гүзәллек өҫтәп торһон! Йәнлек-бөжәктәрҙе рәнйетмәм, ҡош ояларын туҙҙырмам. Ҡоштар һайрауы һәр кешене шатландырһын! Ҡырағай хайуандарҙың балаларын өйгә алып ҡайтмаясаҡмын. Урманда, үҙ иректәрендә, йәшәһендәр!
Тәбиғәтебеҙгә биргән вәғәҙәләремде барланым. “Уларҙы гел үтәрмен”,- тип үҙемә һүҙ бирҙем. Иҫ киткес алтын урманды фотоға төшөрөп алдым. Ошо миҙгелдә миңә көҙҙөң бөтә матурлығын һаҡлаған тәбиғәт бер аҙға туҡтап ҡалған кеүек тойолдо.
Әкрен генә һалҡынса ел иҫеп алды. Күк йөҙөн ямғыр болоттары ҡапланы. Урманыбыҙға һәм уның байлыҡтарына рәхмәттәр әйттек. Алдағы йылға иҫән тороуҙарын теләнек. Ундағы тереклек менән хушлаштыҡ һәм ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Юл буйына урманға килеүселәргә таҡмаҡ сығарып ҡайттым: Матур сәскәләр үҫә,
Уларҙы һеҙ өҙмәгеҙ,
Урмандарҙы ҡырҡмағыҙ,
Йәнлекте рәнйетмәгеҙ,
Ҡоштарҙы ҡурҡытмағыҙ,
Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
Илебеҙҙе яҡлағыҙ!
Бына шуны аңлағыҙ:
Улар бит беҙҙең өсөн!
Улар киләсәк өсөн!
Ғәзизов Нияз, Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 4-се а класы уҡыусыһы.
Горячо - холодно
Какая бывает зима
Одна беседа. Лев Кассиль
Сказка "12 месяцев". История и современность
Анатолий Кузнецов. Как мы с Сашкой закалялись