Сочинение на тему "Минең ата-бабаларым" написал ученик 9 класса Зубаиров Айнур.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 15.34 КБ |
Минең ата-бабаларым
Татыу ғаилә булдырыуҙың төп нигеҙе үҙеңдең ата-бабаларыңдың тормошон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, уй-хыялдарын яҡшы белеүҙә, тип уйлайым. Шуға күрә лә мин шәжәрәмде өйрәнергә тырышам.
Үҙемдең биш быуынымды беләм. Атайымдың исеме – Миңлейәр, олатайым – Солтан, атаһы – Әхмәтхужа, уның атаһы – Батыргәрәй, ә Батыргәрәйҙең атаһы Сәмиғулла.
Мин бигерәк тә Солтан олатайыма һоҡланам. Олатайым, Солтан Әхмәтхужа улы Зөбәйеров, 1936 йылда Белорет районының Нарышты ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә ул бер генә бала булған. Бәләкәйҙән атаһыҙ тороп ҡалған. Ул әсәһе менән Ғафури районына күсеп киткән. Уның бала-сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, шуға ул аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күргән. Ул бәләкәйҙән үк эшләй башлаған: ауыл малдарын көткән.
Минең олатайым бик эшсән кеше булған. Ул мөһабәт кәүҙәле, төҫкә-башҡа матур кеше була.
Олатайым ҡайҙа ғына эшләмәгән. Трактор ҙа йөрөткән, фермала мал ҡараусыһы ла булып эшләгән. Ата-бабаларына оҡшап, ул да балта оҫтаһы ла булған. Ауылдағы күп йорт-ҡураларҙы төҙөргә олатайым ярҙам иткән.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, олатайым, өләсәйемде осратып, ғаилә ҡора. Мәрүә өләсәйем менән 50 йыл бергә ғүмер иткәндәр.
Өләсәйем менән бергә өс бала үҫтергәндәр: ике ҡыҙ һәм бер ул. Хәҙерге көндә биш ейән-ейәнсәр һәм бер бүләсәләре бар. Балаларының һәр береһе үҙаллы һөнәр һайлап, уҡып кеше булған. Икәүһе юғары белемле, берәүһе махсус һөнәр эйәһе.
Олатайым менән өләсәйем , оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса үҫтерҙеләр, мал һәм ҡош-ҡорт көттөләр. Мин уларҙың ҡул ҡаушарып ултырғандарын күргәнем булманы, нисә барһам да эш тип янып йөрөнөләр. Миңә үҙҙәренең кәңәштәрен бирергә лә өлгөрә торғайнылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер Солтан олатайым яҡты донъяла юҡ инде. Ул өс йыл элек фани донъяға китте. Шуға күрә балалары өләсәйем эргәһендә йышыраҡ булырға тырыша.
Минең өләсәйем Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында йәшәй. Өләсәйем оло йөрәкле кеше. Ул сабыр, хәстәрлекле, иң изге күңелле кеше.Бөтәһен дә аңлап тора. Ауылда бөтәһе лә уны ихтирам итә. Дини байрамдарҙан ҡалдырмайҙар.Йыл һайын ураҙа тота.Ул тәмле итеп бешеренә лә, бәйләмдәр бәйләй, ейән-ейәнсәрҙәрен изгелекле булырға өйрәтә. Беҙҙең уңыштарға өләсәйем ихлас ҡыуана. Йәй көндәре уға ҡунаҡҡа барған саҡта,мин уға баҡсала эштәрҙә ярҙамлашам, бесән әҙерләшәм.
2014 йылдың 29 сентябрендә өләсәйемә 75 йәш тулды.Оло йәшенә ҡарамаҫтан ул етеҙ, хәрәкәтсән. Шишмә һыуы эсәм, тип биҙрәләрен көйәнтәләп әле булһа шишмә һыуына йөрөй. Йәй көнө улы бесәнгә китһә, өйҙә ултырып сыҙамай, артынан сабынлыҡҡа йәйәү барып етә.Сәй ҡайнатып ҡына иркәләнеп ултыра торған өләсәй түгел ул! Көнө буйы йөрөп күбәләшә. Ямғыр яуыпмы бакуйҙарҙы боҙһа, кеше ыңғайына ҡул салғыһы менән сабып та маташа. Көн аҙағында кире йәйәү ҡайта, бер ҙә артта тороп ҡалмай.Шундай һоҡланғыс өләсәйем минең.Мин өләсәйемдең оҙон ғүмерле булыуын теләйем, ауырымаһын, тормошҡа шатланып йәшәһен дә йәшәһен. Беҙ уға һәр ваҡыт һәр нәмә өсөн «Рәхмәт» тип әйтәбеҙ.
Минең атайым, Миңлейәр Солтан улы Зөбәйеров, олатайым менән өләсәйемдең берҙән-бер улдары. Ул Стәрлетамаҡ технология техникумында уҡып, фотограф һөнәрен ала. Шунда уҡыған сағында әсәйем менән таныша һәм уның йүнәлеше буйынса Ҡалтасы районына киләләр. Бына инде 24 йыл улар ошо ерҙә донъя көтәләр. Атайым фоторгаф булып эшләй, әсәйем башҡорт теле уҡытыусыһы. Атайым да, Солтан олатайыма оҡшап, алтын ҡуллы, иҫ киткес эшһөйәр кеше. Ҡалтасыға килгәндән алып, ул үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Атайым эшендә генә түгел, өйҙә лә донъя көтөргә өлгөрә. Ул карауаттар, дивандар, шкафатар, өҫтәлдәр һәм бик үуп башҡа нәмәләр эшләй белә.
Минең әсәйем Нәрисә Байморат ҡыҙы Әбйәлил районының Асҡар ауылында донъяға килгән. Ул Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатын тамамлай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Унда филология факультетының рус-башҡорт бүлегендә белем ала. Әсәйем бына 15 йыл инде башҡорт дәүләт теленән балаларға белем бирә. Ул 2-се Ҡалтасы урта мәктәбендә эшләй.Ул үҙ эшен, балаларҙы ярата. Шулай уҡ, бына инде биш йыл районда башҡорт телендәге “Гөлбостан” гәзитендә эшләй. Ҡалтасы районында был башҡорт телендә баҫылған тәүге гәзит.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигән бит халыҡ мәҡәле лә, шуға ла өләсәй – олатайыма, атай-әсәйемә оҡшарға тырышам. Мин дә Батыргәрәй, Сәмиғулла ҡартатайымдар үҫтергән ғорур ҙа, ҡеүәтле лә шәжәрә ағасыбыҙҙан көс, дәрт, илһам, алып йәшәйем. Уларҙың өлгөһө ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә әйҙәп тора.
Калитка в сад
Лягушка-путешественница
Император Акбар и Бирбал
Хитрый коврик
Именинный пирог