Исследовательская работа по гражданско-патриотическому воспитанию
Вложение | Размер |
---|---|
baymurzan_salavat.zip | 2.94 МБ |
Әбйәлил районының Таһир Кусимов исемендәге гимназияһының 8-се Г класс уҡыусыһы Баймырҙин Салауат
Әбйәлил районының Таһир Кусимов исемендәге гимназияһының тарих һәм йәмғиәт уҡытыусыһы Бәшәрова Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы
Жәлил Кейекбаевтың “Зөбәй Үтәғолов “ очеркында илһөйәрлек тойғоһо
Мин , Баймырҙин Салауат данлыҡлы яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исемен йөрәткән гимназияның класы уҡыусыһы. Ҡаным илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Ҡаһарман яугирҙар менән ғорурланам. Һалдат батырлығын һүрәтләгән әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам. Класс сәғәтендә уҡытыусым Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәргә байҡау яһау, китап күргәҙмәһе ойошторғайны. Минең ҡулыма Ж.Кейекбаев “Зөбәй Үтәғолов” очеркы эләкте, әҫәрҙе уҡып сыҡтым. Был документаль повеста совет һалдаттарының Тыуған илгә бирелгәнлеге, батыр көрәшеүҙәре, халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерҙәрен биреүе мине тетрәндерҙе һәм очерктағы патриотик теманы өйрәнеү теләге тыуҙы.
“Зөбәй Үтәғолов” очеркы, ҡаһарманлыҡ тамырҙарын тәрән яҡтыртыусы әҫәр булараҡ, айырым урын биләй. Мин был Жәлил Кейекбаевтың мәктәптә бергә уҡыған яҡын дуҫы, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов тураһындағы очерк буйынса эҙләнеүэше алып барҙым.
Эҙләнеү эшемдең актуаллеге ҡаһарманлыҡ өлгөһөндә патриотик тәрбиә, сөнки яугир уҡытыусы, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловтың исеме ауылдаштары һәм бөтә Башҡортостан халҡы хәтерендә мәңге йәшәй.
Төп герой Зөбәй Үтәғолов, унан башҡа атаһы Төхфәт ҡарт, әсәһе Файза әбей, хисап сисә алмаған төпөш малай, рота командиры Ликунов, взвод командиры Рубцов, штаб начальнигы, әсир немецтар, колхозсы ҡарт, район башҡара комитеты рәйесе Исмаҡаев.
Әҫәр башынан уҡ мин ҡаһарманлыҡ тамырҙарын эҙләүгә, очерктағы патриотик темаға иғтибарымды бүлдем.
Ж.Кейекбаев геройының исем-шәрифтәрен атамай ғына “Уҡырға, уҡырға! Бер нәмәгә ҡарамай тырышып уҡырға!” тигән көслө уй-теләк менән Баҡый ауылынан оҙон юлға сығара. Был йәш егеттең бик күп юлды арҡаһына ауыр йөк артмаҡлап үтеүе уның уҡырға теләгенең көслө, ә үҙе сыҙам, ауыр шарттарҙа сыныға.
Маҡарҙа иркен яландары геройға оҡшамай, ул үҙенең тыуған яҡтарының иҫ киткес бай, матур булыуын аңлай: “Эй, үҙебеҙҙең яҡтар – сәхрә икән!”ти.
“Ҡайҙа ҡалды һуң шаулап ултырған ҡарағай урмандары? Түбәһен болоттарға терәп, ҡайҡайып ятҡан Алатау, Ҡалыу, Йәлмәрҙәк, моронон Еҙемгә сәнсеп ятҡан үркәсле-үркәсле Әүҙәрәк, Еҙем һыуҙары!”- тигән уйҙар юлсының бәләкәй ватанын өҙөлөп яратыуын күрһәтә.
Атаһының Маҡар ауылындағы таныштарына инеп күрешкәс кенә мин уның Төхвәт ҡарт улы Зөбәй икәнлеген асыҡланым. Ул үҙенең тиҫтерҙәре араһында отҡор, сос булыуы менән айырылып тора. Зөбәй сит ерҙә ят кешеләр араһында үҙ-үҙенә һәм белеменә ышана.
Үтәғолов мәктәптән һуң юғары уҡыу йортон тамамлап мәктәпкә эшкә урынлаша.
1941 йыл йәйе Зөбәй отпускыһын үткәреүгә төрлө пландар ҡора, ләкин һуғыштың икенсе көнөндә үк уны хеҙмәткә алалар. Әсәһенә яҙған хатында хәрби мәктәптә уҡыуы, оҙаҡламай һуғышҡа инәсәге әйтелә.
З.Үтәғолов фронтҡа килеү менән Ликунов ротоһына ебәрелә, немец телен яҡшы белгәс, тәржемәсе булып, әсирҙәрҙән һорау ала.
Очерктың иң мөһим өлөшө - ҡаһарманлыҡ тамырҙарын асыҡ күрһәтеүсе – Украина ерендәге тимер юл станцияһы тирәһендә фашистар менән үлемесле алыш. Аҡман-тоҡман ҡоторонған болотло, йәшкеҙәп торған март көнө, һөжүм итеү ауыр һауа шарттарында бара.
Ротаның тимер юл станцияһына һөжүм дошмандың баш ҡалҡытҡыһыҙ уты алдында тәүҙә туҡтап ҡала. Взвод коандиры лейтенант Рубцов һәм рядовой Үтәғолов уларҙың пулеметтарын юҡ иткәс кенә, рота ҡорал, боеприпастар тейәлгән составты ҡулға төшөрә.
Һалдаттарҙың батырлығы, пулемет утына, танктарға ҡаршы ҡыйыу һуғышыуы миндә илһөйәрлек тойғоһо уята, үҙемде улар урынына ҡуйып ҡарайым.
Рота командирының ауыр алыш ваҡытында йор телле, шаян булып ҡалыуы, фашистар мәктәпте казармаға әйләндергәне өсөн З.Үтәғоловтың ярһыуы, ауыр ваҡытта ла үҙенең уҡытыусы булыуын иҫенән сығармауы, дошман һөжүмен батырҙарса кире ҡағыуҙары геройҙарҙың еңеүгә булған тәрән ышанысын, илһөйәрлек рухының ныҡлығын күрһәтә.
Башҡорт батыры Зөбәй Үтәғолов менән рус егете Ликуновтың, башҡа юл ҡалмағас, дошманға тереләй бирелмәҫ өсөн, фашистарҙы ла, үҙҙәрен дә шартлатыуы, үлемде ирҙәрсә, сабыр ҡаршылауы, һуңғы һүҙҙәренең Ватан, Рәсәй, Башҡортостан тураһында булыуы – очерктағы патриотик теманы тулыһынса аса тип уйлайым. З.Үтәғоловҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы яҙыусыһы Жәлил Кейекбаевтың “Зөбәй Үтәғолов “очеркын өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға булдым.
Ж. Кейекбаев үҙенең әҫәрендә патриотик теманы бик оҫта күрһәткән. Ул Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловты халҡыбыҙҙың ҡаһарман гражданы булараҡ тасуирлай.
Юғары исемгә лайыҡ булған, ҡаһарман яугирҙарҙың исем-шәрифтәре тарихҡа һәм халыҡ күңеленә алтын хәрефтәр менән уйылған. Беҙ, киләсәк быуын, батырҙарыбыҙҙы белергә һәм улар менән ғорурланырға тейешбеҙ!
Файҙаланылған әҙәбиәт: 1. “Башҡортостандың яугир уҡытыусылары” Яйыҡбаев К.Я. , Ғәлинурова Л.К “Ҡаһарманлыҡ”. Информреклама, 2005 йыл, 18-се бит.
2. Ғиниәт Ҡунафин “Замандарҙың рухи балҡышы”. Өфө. “Китап”, 2006 йыл, 42-се бит.
3.” Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдары.
Сказка "12 месяцев". История и современность
Чайковский П.И. "Детский альбом"
Астрономический календарь. Май, 2019
Рисуем "Ночь в лесу"
Три коробки с орехами