Научно-исследовательская работа "История моего села"
Вложение | Размер |
---|---|
kizgi.doc | 84.5 КБ |
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
средняя общеобразовательная школа д. Тереклы
муниципального района Архангельский район
Республики Башкортостан
“Дорогами Отечества – 2014”
Номинация“Летопись родного края”
Тема:
“Настоящее и прошлое деревни Кизги”
Выполнила: Кутлиахметова Ильвира,
МОБУ СОШ д. Тереклы, 10 класс
Руководитель: Багаутдинова Альмира
Рафаиловна, учитель башкирского
языка и литературы, ИКБ МОБУ СОШ
д. Тереклы Архангельского района РБ
2014 год
Йөкмәткеһе:
Инеш.
1 бүлек. Ҡыҙғы ауылы тураһында тәүге мәғлүмәттәр.
2 бүлек. Ҡыҙғы ауылы халҡының XX быуаттағы тормошо.
3 бүлек. Ҡыҙғы ауылы халҡының бөгөнгөһө.
Йомғаҡлау.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Ҡушымта.
Инеш
Мин - Ҡотлоәхмәтова Ильвира булам. Архангел районының Ҡыҙғы ауылында йәшәйем.
Минең эшемдең темаһы: “Ҡыҙғы ауылының үткәне һәм бөгөнгөһө”. Тема бик актуаль. Борон беҙҙең ата-бабалар: «Һәр кеше үҙенең ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш»,- тигән һәм үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне үтәүҙе талап иткән. Һуңғы йылдарҙа үҙ тарихын өйрәнергә теләүселәр күп, ләкин алдағы йылдарҙа тарихты өйрәнеп, һаҡлап бармау бөгөнгө көндә эҙләнеүселәр өсөн ауырлыҡ тыуҙыра.
Башҡорт ауылдарының һәр береһенең ҡасан барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләүҙә документтарҙың наҡыҫлығы ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Күсмә тормош дәүерендә ауылдар булмаған. Ҡыш көндәре ваҡытлыса туҡтау һәм йәшәү урындары (ҡышлау) ыҙма тип аталған. Ярым күсмә тормош хәленә күскәс, ыҙма урынында ауылдар барлыҡҡа килгән.
Минең ауылымдың тарихы ла боронғо быуаттарҙан башлана. Ошо тарихты өйрәнеү – эҙләнеү эшемдең маҡсаты булып тора. Үҙеңдең тыуып үҫкән ереңдең үткәнен өйрәнеү– бик ҡыҙыҡлы, файҙалы, кәрәкле эш. Маҡсатыма ирешер өсөн түбәндәге бурысты үтәнем: ауыл тарихы буйынса факттарҙы табыу һәм системалаштырыу.
Эҙләнеү обьекты: боронғонан алып бөгөнгө көнгә тиклемге тарих.
Эҙләнеү предметы: тарих биттәрендә Ҡыҙғы ауылы.
Эҙләнеү эшенең методтары:
Эҙләнеү эше бер нисә этаптан торҙо:
1. Тема буйынса әҙәбиәт өйрәнеү.
2. Тема буйынса материалдар туплау.
3. Аҡһаҡалдар, ауыл кешеләре менән әңгәмә үткәреү.
4. Материалды системаға һалыу.
5. Эҙләнеү эше буйынса папка булдырыу.
6. Эҙләнеү эше буйынса презентация төҙөү.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Йыйылған материалдар артабан тыуған яҡ тарихын өйрәнеүҙә, шәжәрә төҙөүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.
Структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.
Мин һеҙҙе ауылым тарихының ҡайһы бер биттәрен асып, документтар, төрлө сығанаҡтарҙан тапҡан факттар, һандар менән таныштырып киткем килә.
1бүлек. Ҡыҙғы ауылы тураһында тәүге мәғлүмәттәр.
Ауылдың барлыҡҡа килеүе.
Ҡыҙғы ауылы, тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, 19 быуаттың тәүге яртыһында барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғы йылғаһы буйында – 1839 йылғы иҫәп буйынса – 6 йорттан торған Ҡыҙғы утары булған. Ул төп ауыл булған Тирәкле ауылының утарҙарының береһе була. Ә Тирәкле ауылы – ҡумрыҡ-табын ҡәбиләһенең иң ҙур һәм төп ауылы була. Ғалим Әнүәр Әсфәндиәров мәғлүмәттәре буйынса, ҡумрыҡ-табындар 1700 йылда Күрпес-табын олоҫонан айырылып сығып, үҙаллылыҡ ала. Бынан һуң үҙҙәрен ҡумрыҡ-табындар тип атайҙар. Ә риүәйәт-легенда буйынса, улар ҡумырыҡ ағасы аҫтында табылған дүрт игеҙәктән таралған нәҫелдәр (42, 139).
Беҙҙең районда Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан туғыҙ ауылда (Абҙан, Әйтмәмбәт, Аҙау, Ҡыҙғы, Тәүәкәс, Тимербай, Тирәкле, Оҙондар, Ҡыҙылъяр) йәшәгән башҡорттарҙы әле лә «ҡумырыҡ башҡорттары», «ҡумырыҡтар» тип йөрөтәләр.
Ҡумрыҡ-табын башҡорттары йәшәгән Ҡыҙғы утарында халыҡ иҫәбе 132 кешегә еткәс, 1850 йылда Ҡыҙғы ауылы исеме бирелә. Был ауылда 1859 йылда 25 йортта 157 кеше, 1897 йылда 49 йорта 274 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Ауылдың үҙ мәсете лә була. 1870 йылдарҙа Ҡыҙғы ауылы халҡы Тирәкле мәсетенә йөрөргә тейеш була.
1816 һәм 1834 йылғы ревизиялар буйынса Тирәкле ауылында йәшәүсе Абдрахмановтар нәҫеленән Тазетдин, Боҫҡонбай, Сәғеҙетдин, Баһауетдин исемдәренән фамилиялы кешеләр Ҡыҙғы ауылында бөгөнгө көндә лә йәшәйҙәр.
Ревизия мәғлүмәттәренән сығып, шуны әйтергә була: ул йылдарҙа халыҡ һаны әкрен үҫкән, хатта кәмегән осраҡтар ҙа күренә. Ҡыҙғы ауылында, киреһенсә, арта барған. Был Тирәкле ауылы халҡының Ҡыҙғы ауылына күсеп килеүе менән аңлатыла. Быны түбәндәге таблицала күрергә була.
Ауыл исем дәре | 1795 йыл | 1816 йыл | 1834 йыл | 1850 йыл | 1859 йыл | |||||
ирҙәр | ҡатын-ҡыҙ | ирҙәр | ҡатын-ҡыҙ | ирҙәр | ҡатын-ҡыҙ | ирҙәр | ҡатын-ҡыҙ | ирҙәр | ҡатын-ҡыҙ | |
Тирәкле | 176 | 147 | 211 | 193 | 259 | 248 | 253 | 214 | 260 | 232 |
Ҡыҙғы | - | - | - | - | - | - | 67 | 65 | 76 | 81 |
Ҡыҙғы 1850 йылда ғына ауыл исеме алған һәм иҫәпкә инә башлаған.
Ҡыҙғы ауылы 1865 йылдан Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Архангел олоҫона инә. Аҫаба халыҡ борон-борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Малды күп тотоу арҡаһында күсеп йөрөргә мәжбүр булғандар. Сөнки күп һанлы малға аҙыҡ етештереүе мөмкин булмаған. 19 – сы быуаттың беренсе яртыһында ғына халыҡ ултыраҡ тормошҡа күсә башлай. Бының сәбәбе көтөүлектәрҙең кәмеүендә була, сөнки яҡшы ерҙәр тартып алына башлай.
2 бүлек. Ҡыҙғы ауылы халҡының XX быуаттағы тормошо.
19 быуат аҙағында - 20 быуат башында Ҡыҙғы ауылы халҡы һан яғынан арта башлай. Ләкин быуат аҙағына кеше һанының кәмеүе күҙәтелә. Бының сәбәбе халыҡтың күпләп ситкә китеүендәлер. Был 18-20 быуаттарҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ғалим Ә.Әсфәндиәров төҙөгән таблицала асыҡ күренә.
Йылдар | 1795 | 1859 | 1870 | 1917 | 1920 | 1959 | 1979 | 1989 |
Ҡыҙғы ауылы | 132 баш | 157 баш | 274 баш | 291 баш | 372 баш | 289 баш | баш | 183 баш |
1979 йыл буйынса “Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. Уфа, 1981” китабында ауыл халҡы һаны күрһәтелмәгән.
19 быуаттың 60-70 йылдарында Өфө губернаһында латыштар колонияһы барлыҡҡа килә. Латыш утарҙары Архангел ауылы тирәләй 40 саҡрымлап алыҫлыҡта урынлашҡан була. Өфө губернаһының фарманы буйынса уларға ер һатылырға тейешле була. Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Архангел олоҫона ингән Ҡыҙғы ауылы ер биләүселәре 1910 йылдың 23 октябрендә латыш милләтенән булған Саусина Мартаға 40 десятина ер һаталар (Д-2343. Ф – 10. Оп. – 1-2-се бит).
1910 йылдың 23 октябрендә Стәрлетамаҡ өйәҙенең 2 – се бүлеге участка начальнигына Ҡыҙғы ауылы ер биләүселәре үтенес яҙалар. Унда үҙҙәренең 200 десятина ерҙәрен һаттырырға тигән бойороҡҡа ризаһыҙлыҡтарын белдерәләр. Үтенескә 22 кеше ҡул ҡуя: Сиражетдинов Мөхәррәм, Мәһәҙиев Сафиулла, Тажетдинов Таҡиулла, Нурыев Фазлиәхмәт, Буҫҡынбаев Әбделвәли, Латипов Мәхәмәт, Ҡасҡынбаев Фәйзулла һ.б. Ошоға ҡарамаҫтан, 1910 йылдың 21 декабрендә Стәрлетамаҡ өйәҙе Өфө губернаһының административ бүлеге Архангел олоҫона Ҡыҙғы башҡорттарының 200 десятина ерен “Родинск” береклегенә һатырға бойороҡ бирә (Д – 2343. Ф-10. Оп. - 1-2-се бит).
Ҡыҙғы ауылының ер биләүсе башҡорттары 1910 йылдың 2 ноябрендә сход ҡарары менән “Бакалдин” һәм “Родинск” береклектәренә 200 десятина ер һаталар. Һатып алынған ерҙе латыштар үҙ-ара бүлешәләр: Мартен Гавен – 15д., Ян Лаеман – 40 д., Густаф Эверес – 40 д., Фриц Лаеман – 20 д., Карл һәм Эдвард Шенстер – 20 д., Индрит Гразинский – 25 д., Август Саусин – 40 д. Ерҙе эшкәртеү береклек ярҙамында хәл ителгән (Д – 2343. Ф-10. Оп. – 1.21 – 23 –сө биттәр).
Тау-урмандар араһында сәмсел һәм ғорур кешеләр донъя көтә. Үҙ көнөн үҙе күрергә кәрәклекте аңлап, туғайҙарҙа бесән сабып, мал аҫрап, урман-ағас ҡырҡып,эшкәртеп йәшәргә күнеккән улар. Шулай уҡ солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү ҙә айырым урын алып торған. 1916-1917 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелә. Материалдарҙа милләт, ер, хужалыҡтағы мал-тыуар, йорттағы инвентарь тураһында мәғлүмәттәр теркәлә. Шундағы мәғлүмәттәр буйынса, ауылда ҡорт тотоусылар ҙа була. Ул Сәғитдиновтар, Сиражетдиновтар, Нуриевтар ғаиләһе. Уларҙың балалары әлеге ваҡытта ла ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр.
Ауыл кешеләре йылҡы, һыйыр, һарыҡ тотҡан. Ауыл тирәһендәге ҡалын урмандар, мул үләнле яландар күпләп мал-тыуар аҫрарға мөмкинселек биргән.
1918 йылда беҙҙә Совет власы урынлаша. Был йылдар халыҡ хәтерендә ауыр йылдар булып уйылып ҡалған. Ауыл халҡының йәшәү шарты бик ауыр була. Аслыҡ-яланғаслыҡ, ауырыуҙар, ауыр тормош. 1921 йылда аслыҡ башлана, балалар күпләп үлә. Шуның өсөн Тирәкле ауылында тирә-яҡ ауылдар балалары өсөн ашхана асыла. Уны приют тигәндәр. Ҡыҙғы ауылы балалары ла ошо приютҡа килә. Уларҙы мулла өйөндә урынлаштырғандар. Приют етәксеһе Сафин Шакир мулла, тәрбиәсеһе Нәжметдинов Хөппөтдин булған. Приют күп кенә балаларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған.
1920-1924 йылдарҙа Ҡыҙғы ауылы Тирәкле олоҫона инә. Ә 1924 йылдан Архангел олоҫона ҡарай. Ошо йылдарҙа тирә-яҡ ауылдарҙа мәктәптәр асыла башлай.
Ҡыҙғы ауылы мәктәбенең тарихы 1926 йылдан башланып китә. 34 –се һанлы булып эшләй башлай. 1933-1992 йылдарҙа Петр исемле кулактың(үҙе һөргөнгә ебәрелә) йортон күсереп ауылға һалынған бинала уҡытыу алып барыла. Мәктәптә, уҡытыусылар етешмәү арҡаһында, ете йыллыҡ мәктәп тамамлаусылар эшләй. 1936-1937 йылдарҙа Тирәкле ете йыллыҡ мәктәбе асылғас, Ҡыҙғы балалары уҡыуҙарын шунда дауам итәләр. 1945 йылға тиклем Ҡыҙғы мәктәбе уҡытыусыларының исеме билдәһеҙ. Мәктәбебеҙҙең тәүге уҡытыусылары: Ҡәнәфиева Фәйзә Сәлимгәрәй ҡыҙы, Ҡалмурзина Фатиха, Ҡалмурзин Мансур Вәлиәхмәт улы булып тора. 1991 йылдан алып әлеге ваҡытҡа тиклем Сиражетдинова Роза Айса ҡыҙы уҡыта. 1992 йылда мәктәп 1985 йылда һалынған магазин бинаһына күсерелә.
Йылдар үтә тора, әкренләп тормош яҡшыра төшә. Тик күпкә бармай, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы илгә һәм беҙҙең ауылға ла ауырлыҡтар алып килә. Ауыл ир-егеттәре һуғышҡа китә. Балаларын, ҡатындарын, әсәләрен ҡалдырып көнбайышҡа юл алалар. Шул һуғышта минең олатайым, Ҡотлоәхмәтов Саҙретдин Баһауитдин улы, ҡатнаша. Һуғышҡа тиклем ул Валиева Разиә Ғарифулла ҡыҙына өйләнә һәм уларҙың ул ваҡытҡа бер ҡыҙҙары тыуған була. Өләсәйем ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмер малайҙар,ҡарт-ҡоро ир заттары менән һуғышҡа китеүселәрҙе эштә алмаштыралар. Һуғышҡа китеүселәрҙең юлдары оҙон һәм урау булды. Күптәре батырҙарса һуғышып баштарын һалалар. 1943 йылда яраланып, һуғыш осоронда һыңар аяғын юғалтып ҡайта. Ул зәғиф булыуына ҡарамаҫтан бөтә совхоз эшләрендә ҡатнаша. Йәй көндәре өләсәйем менән совхоз малдарына өҫтәлмә аҙыҡ сапҡандар һәм арҡан ишкән.
Китеүселәрҙең күптәре әйләнеп ҡайтмай. Ә ауылда ҡалғандар бөтә эште үҙ иңдәрендә күтәрәләр. Балаларын да үҫтерәләр, хужалыҡтарын да алып баралар, фронтҡа ла ярҙам итәләр. Үгеҙ егеп бесән ташыйҙар, һыйырҙарын егеп ер тырматалар, Ҡарламандан тоҡ менән йөкмәп сәсеү өсөн орлоҡ ташыйҙар, көрәк менән картуф ултырталар. Еңеү көнөн тиҙләтеү өсөн бөтәһен дә эшләйҙәр.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар һуғыш ваҡытындағы ауырлыҡтарҙан кәм булмай. Һуғыш аҙағына халыҡтың йонсоуы етә. Йонсоу өҫтөнә аслыҡ өҫтәлә. Сәсергә орлоҡ етмәй, сәселгәне лә уңышты насар бирә. Халыҡ иртә яҙҙан үлән менән туҡлана башлай. Балтырған, йыуа, фәрҙә ярҙамға килә. Серек картуфҡа йөрөп, йәйҙән урылмай ҡалған игенде ҡар асылыу менән йолҡоп йыйып, йүкә япрағын ашап аслыҡтан ҡотолорға тырыштылар.
Һуғыштан һуң урманлы райондарҙа ағас әҙерләү эше киң ҡолас ала. Архангел урман хужалығына ҡараған ерҙәрҙә ағас әҙерләй башлайҙар. Ҡыҙғы ауылында ла леспромхоз эшләй.
Шулай итеп, Ҡыҙғы ауылы халҡы тыныс тормош көтә башлай. Ата-олатай васыяттарына тоғро ҡалып, ауылды бөтөрмәй матур итеп донъя көтәләр. Ололарға, ата-әсәгә ихтирам, тыуған ергә, ауылға мөхәббәт, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы юғалтмай һаҡлап ҡалыу ауылымдың йәшәүенең нигеҙе булып тора.
3бүлек. Ҡыҙғы ауылының бөгөнгөһө.
Әлеге ваҡытта төпкөл ауылдарҙан һаналған Ҡыҙғыла мәктәп, клуб, акушер-фельдшерлыҡ пункты, магазиндар, телефон бәйләнеше һәм район үҙәге менән тоташтырыусы юлдар бар. Ауылда әлеге көндә 168 кеше йәшәй.
Тау-урмандар араһында сәмсел һәм ғорур кешеләр донъя көтә. Үҙ көнөн үҙе күрергә кәрәклекте аңлап, туғайҙарҙа бесән сабып, мал аҫрап, урман-ағас ҡырҡып,эшкәртеп йәшәй. Ауылда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр бар. Валеев Ришат – 5, Юлбарисов Ғәйсәр – 4, Тажетдинов Марат - 4 ат малы тота. Шулай уҡ эре мөгөҙлө мал аҫрап, донъя көтөүселәр: минең атайым Ҡотлоәхмәтов Вәғиз һәм Гатауллин Фәрит бабай. Улар 10-14 баш мал тота.
Шулай уҡ ауылымдың күренекле кешеләре лә юҡ түгел: сәхнә йондоҙҙары Олег Ханов, Юнир Ноғоманов. Олег Ханов театр сәнғәтен үҫтереүгә бөтә ғүмерен арнаған БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт драма театры актеры.Ул театр тарихында яҡты эҙ ҡалдырған артист. Юнир Ноғоманов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Әле ул «Түңгәүер» йыр һәм бейеү ансамбленең етәксеһе.
Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлегенең 450 йыллығына арналған «Шәжәрә» һәм «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамдары ла үтте. Сарала үҙҙәренең нәҫел ептәрен барлап, шәжәрәләре менән Сиражетдиновтар, Сәғитдиновтар, Тажетдиновтар,Мәһәҙиевтар, Вәлиевтар ғаиләһе таныштырып киттеләр. Байрамда ҡотлауҙар, тәбрикләүҙәр, бүләктәр биреү кеүек матур йола ла бар. 50 йылдан ашыу татыу ғүмер итеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Улар: Ғиндулла һәм Фәүзиә Тажетдиновтар, Ғилман һәм Сәғирә Искәндәровтар. 80 йәшен тултырған ағинәйҙәр- Мәстүрә Фәхретдинова, Раҡия Гәрифуллина, Ғәйникамал Ноғоманова, Фатҡия Сәғитдинова, Ғәмилә Валиева, Ғөлзифа Мәһәҙиева.
Йомғаҡлау.
Был эҙләнеү эшендә Ҡыҙғы ауылының тарихы тәҡдим ителде. Уның үткәне, XX быуаттағы һәм бөгөнгө тормошо тураһында һөйләнелде, ауылдағы әһәмиәтле ваҡиғалар ҡаралды. Боронғоһоҙ киләсәк булмай, тиҙәр. Үткән тарихыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы белеү киләсәк өсөн кәрәк. Ошондай эштәр эшләйбеҙ икән – быуындар бәйләнешен нығытабыҙ, тарихыбыҙҙы һаҡлайбыҙ, тимәк киләсәгебеҙ булыр, тормош дауам итер.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.«Рухи байлыҡ- мәңгелек» китабы.Автор: Ғ. В. Әбҡәҙирова
2. Ревизская сказка 1850 года.
3.Ревизская сказка 1859 года.
4.Всероссийская сельскохозяйственная перепись 1917 года.
5.Әсфәндиәров Ә. «Олатайҙарҙың бар тарихы» . Өфө. “Китап”.1996 йыл.
6. «Инйәр» гәзите. 2007 йыл,27 октябрь.
7. «Архангельский вестник». 2007 йыл,27 октябрь.
Сладость для сердца
А. Усачев. Что значит выражение "Белые мухи"?
Знакомимся с плотностью жидкостей
Рисуем акварельное мороженое
Император Акбар и Бирбал
Комментарии
Абдуллина Әлфирә Рафаил ҡыҙы
афарин, тирәклеләр!