Сочинение о дедушке, ветеране Великой Отечественной Войны
Вложение | Размер |
---|---|
k.aysylu.doc | 194 КБ |
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 68 йыллығына арналған
“Мәңгелек хәтер” телевизион иншалар конкурсына
Иҫке Собханғол Әтек урта мәктәбенең
7-се синыф уҡыусыһы Килдейәрова Айһылыуҙың ижади эше.
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Күжәбаева Әнүзә Сәлимйән ҡыҙы.
Мәңгелек хәтер.
Донъяға тыуған һәр кеше ерҙә үҙ эҙен ҡалдыра. Ҡайһы бер эҙҙәр тиҙ генә юйылып бөтә, ә ҡайһылары мәңгегә ярылып ҡала. Үҙҙәре хаҡында мәңгелек хәтер ҡалдырған кешеләр, моғайын, аҙыраҡтыр, сөнки был исемлеккә инер өсөн, һәләтле, рухлы, һәр яҡтан да көслө кеше булырға кәрәк.
Минең өләсәйем, Йәрмөхәмәтова Латифа Мәхмүт ҡыҙы, һәм олатайым, Йәрмөхәмәтов Хәйбулла Ғиниәт улы, был исемлектә үҙ урындарын тапҡандар.
Олатайым 1921 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Өс йәшлек сағында етем ҡалғас, апайы Әсҡәпъямал ҡарамағында Йәрмөхәмәт(хәҙерге Маҙалы) ауылында йәшәй башлаған. Егет ҡорона ингәс, 1939 йылда армияға алынған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Алыҫ Көнсығышта япон илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан. Уның миҙалдарын беҙ әле лә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Улар олатайым күргән вәхшилектәр хаҡында, кисергән һыҙланыуҙары, ғазаптары, тетрәнеүҙәре тураһында һөйләйҙәр кеүек.
Өләсәйем иһә 1928 йылдың 25 июлендә Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған. Атаһы һуғышҡа китеп, яу яланында ятып ҡалғас, яҙмыш ҡушыуы буйынса, өләсәйем әсәһе менән Исанғазы ауылына килеп төпләнгән. Уның йәш сағы шул ауылда үткән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәш кенә үҫмер ҡыҙ башҡаларҙан ҡалышмай тырышып эшләгән, бер ҡыйынлыҡтан да ҡурҡып тормаған. Сплав ваҡытында,йылғанан, яҙғы боҙло һыуҙы кисеп, бүрәнә лә ағыҙған, урманға сығып ағас та ҡырҡҡан, һарыҡтар көткән. Шулай уҡ септә һуҡҡан, тоҡ менән йөкмәп, ҡырҙан орлоҡ алып ҡайтҡан. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн, өләсәйем дә аҡтыҡ көсөн йәлләмәгән.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған, һалдаттар Еңеү менән тыуған ерҙәренә ҡайтҡандар. Яңы дәүер башланған. Олатайым менән өләсәйем яңы тормошто бергә башлағандар. Маҙалы ауылында бер аҙ йәшәгәс, улар Әтек ауылына күсеп килгәндәр. Өләсәйем менән олатайым 4 бала көтөп үҫтергәндәр. Бәхетле, матур, һоҡланғыс пар булған улар. Силәгенә күрә ҡапҡасы, ти халыҡ мәҡәле. Икеһе лә эшһөйәр, тыныс, ярҙамсыл кеше булған улар.
Өләсәйем ҡул эштәренә бик оҫта булған: шәл бәйләгән, күлдәктәр теккән.Ҡыҙҙарына ла үҙе белгән бөтә һөнәрҙәрен өйрәткән.
Олатайым “Алға” бүлексәһендә малсылыҡта тырышып эшләгән. Маҡтау грамоталары уның фиҙакәр хеҙмәте хаҡында үҙҙәре үк һөйләй. Ауыл советына депутат та булып һайланған. Олатайым спорт менән дә дуҫ булған. Саңғы ярыштарында берәүгә лә беренселекте бирмәгән, Мәскәүгә лә саңғы ярышына барып ҡайтҡан ул. Шәп һунарсы булып та дан алған. Ҡушкөбәкле мылтығы менән айыуҙарға һунар иткән. Бер йылда ғына әллә күпме айыу алған, шуға ла “айыусы ҡарт” тигән ҡушамат тағылған үҙенә. Ғүмере буйы совхозда эшләгән, көтөүсе лә булған, фермала малдар ҙа ҡараған.
Олатайым менән өләсәйемдең исемдәре ауыл тарихында уйылып яҙылған, ә беҙҙең хәтеребеҙҙә улар хаҡындағы иҫтәлектәр мәңгелеккә урын алғандар.
Һулдан уңға: Сирбаев Насип Сәхи улы, Ғәҙәмшин Зәйтүн Айытҡол улы, Йәрмөхәмәтов Хәйбулла Ғиниәт улы, Дауытов Сәфәрғәли Фазлетдин улы, Йәнбирҙин Сибәғәт Ғәриф улы, Әбүбәкиров Бәҙретдин Хәйретдин улы, Миңлеғолов Ғәҙиәт Искәнйәр улы.
Флейта и Ветер
Лупленый бочок
По морям вокруг Земли
Сочини стихи, Машина
Дерево в снегу