Сочинение "Мое шежере" (Моя родословная) на башкирском языке.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.zip | 1003.08 КБ |
Йылы көҙгө кис. Өләсәйҙең йәмле өйөндә, тәмле мәтрүшкәле сәй эсеп ултырыуы күңелле. Уның өйө ауыл ситендә урман янында тора. Ул бер урында тик ултыра алмай. Бәйләмен ҡуйып, ул тиҙ генә минең яратҡан ашымды йылыта башлай.
Мин бөгөн уға былай ғына килмәнем: минең ҙур йомошом бар. Мин үҙемдең ғаилә шәжәрәһен төҙөргә мәғлүмәт йыям. Ә кем миңә булышырға мөмкин? Әлбиттә, өләсәй. Ул бит беҙҙең ғаилә ағасының иң ҙур ботағы була. Бына тағы өләсәй өй эштәре менән мәшәҡәтләнә, (бөгөн ул миңә эш ҡушмай), ә мин төрлө төҫтәге япраҡтарҙың еүеш ергә төшкәнен тәҙрә аша ҡарап уйланып торам. Ҡайһы саҡта миңә күҙ ҡыҫырға тура килә: ямғыр тамсылары ҡояш нурында сағылып күҙгә төшә. Ә мин йәйғор килеп сыҡҡанын көтөп ҡарап торам. Быны сентябрь көндәрендә гел күреп булмай. Саф зәңгәр һауа төрлө төҫтә буяуҙар менән уйнай башлай: һары, ҡыҙыл, күк, йәйғор һыҙаты. Бөтә донъя яҡтырҙы. Миңә балалар китабындағы әкиәткә килеп эләккәндәй тойолдо.
“Өләсәй!, - тим мин, - ҡара әле, ниндәй матурлыҡ!” Ауыр ғына баҫып, өләсәй минең яныма килеп баҫты. Бер ике минут, беҙ икәү матурлыҡҡа ҡарап, өндәшмәйсә баҫып торҙоҡ.
Тынлыҡты өләсәй боҙҙо: “Был кис, ейәнсәрем, миңә минең йәш сағымды иҫкә төшөрҙө. Ошондай сентябрь көнөндә мин олатайың менән таныштым. Күпме ваҡыт үтте, ә мин әле лә иҫкә төшөрәм тәүге осрашыуҙы. Сибәр, ҡыйыу егет баҫып тора минең алдымда. Шул егеткә ғашик булдым,” – иҫкә төшөрә өләсәй, һәм уның күҙҙәре бәхетле ялтырай башланы, моғайын, элекке йәш ваҡытта кеүектер.
Өләсәй үҙ тормошо тураһында, нисек олатай менән бергә шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыны ла бергә күргәндәрен һөйләй башланы. Өләсәй колхозда быҙау ҡараусы булып эшләгән. Олатай бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ бишенсе йылда, һуғыштан ҡайтып, мәктәптә уҡытыусы булып эшләй башлай. Ул балалар күңеленә беҙҙең халыҡҡа хас изгелек, ихласлыҡ, тоғролоҡ хистәрен һалырға тырыша. Фотоға төшөрөү менән шөғөлләнгән, Бабай ауылында тәүге фотограф булған. Гармунда ла бик яҡшы уйнаған.
Тап шул мәлдә Зәбирә менән Фарих өйләнешеп ҡуялар. Улар олатайҙың ата-әсәләре менән бергә йәшәгәндәр, бер йортта ун ике кеше булған. Ике йыл йәшәгәс уларҙың беренсе улы тыуа, Фәнәүи тип, исем бирәләр. Тиҙ арала өр-яңы йортҡа нигеҙ һалына. Яҡты, иркен йортҡа шатланып аяҡ баҫа Хәлиуллиндар. Йәшәү шарттары яҡшы булғас, күңел дә йырлап тора, киләсәккә яңы маҡсаттар, яҡтылыҡҡа өмөт, ышаныс барлыҡҡа килә.
Ғаилә башлығы Фарих өйҙә хәстәрлекле хужа, һөйөклө атай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Ҡатыны һәм улы өсөн өҙөлөп тора. Ун йыл бергә йәшәйҙәр, өс малай һәм ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ләкин, уларҙың бәхете бик оҙон булмай. Кинйә улдары тыуғас та, олатай ауырып ҡапыл үлеп китә. Өләсәй тол ҡатын булып ҡала, ҡулында биш бала, өлкән улына ун йәш кенә тулған. Шулай ҙа ул юғалып ҡалмаған, биш баланы кеше итеп үҫтергән, бишеһе лә уҡып сығып, һөнәрле булды. Әлеге ваҡытта барыһы ла эшләйҙәр, үҙҙәренең ғаиләләре бар.
Башҡорттар элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барған. Уны ағас һымаҡ төшөргән һәм шәжәрә (ғәрәпсә “ағас”) тип атаған. Ағас боронғо башҡорттарҙа өс донъяны – һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе символ булған. Ағастың тамыры –үткәнебеҙ, олоно – бөгөнөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары – киләсәгебеҙ.
Баш ҡорт телендә “тамыр” һүҙе бик ҙур мәғәнәгә эйә: ул һине, кем генә булыуыңа ҡарамаҫтан, ер менән туранан - тура бәйләп тороусы. Тамыр – ул
тыуған илең дә, әсә телең дә, атай – олатайҙарың да. Нәфис кенә сәскәме, йөҙйәшәр ғорур ағасмы, әллә кешеме – барыһы ла тамыры ныҡ булғанда ғына бер нигә бирешмәй йәшәй ала.
Бына мин үҙемдең шәжәрәмә ҡарайым да, шул һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанам. Үҙен башҡорт һанаған кеше ете быуынға тиклем нәҫелен белергә тейеш булған. Ата-бабаларым ошо изге аманатҡа тоғро ҡалып, шәжәрәһен тултыра барған. Мин дә, нәҫелем менән ҡыҙыҡһынып, әсәйем һәм өләсәйемдән күп мәғлүмәттәр белдем.
Үҙебеҙҙең шәжәрәгә ҡарайым да, ҡыуанып ҡуям. Данлыҡлы, хөрмәтле кешеләр булған ата-бабаларым. Шәжәрәне өйрәнеү миңә халҡыбыҙҙың тарихын да белергә ярҙам итә. Минең тамырым ныҡ. Ә тамырһыҙ кеше ерҙә ышаныслы баҫып тора алмай, быуынһыҙ, рухһыҙ була.
Шағирә Гөлфиә Юнысова был турала:
Тамырһыҙҙы ел осора,
Тамырһыҙ – һыуҙа серей,
Ерҙә лә урын табалмай,
Мәңге ҡаңғырып йөрөй, – тип яҙған.
Ниндәй генә заманда йәшәмәһен, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, һәр кеше үҙенең, ата-бабаларының, халҡының үткәнен оноторға тейеш түгел. Шуға беҙ ҙә, киләсәктең хужалары, үҙебеҙҙең быуыныбыҙҙы, йәғни, тамырҙарыбыҙҙы белеп үҫәйек.
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ, ИМЕН БАЛА САҠ ҺӘМ ҒАИЛӘ
ҠИММӘТТӘРЕН НЫҒЫТЫУ ЙЫЛЫНА
АРНАЛҒАН “РЕСПУБЛИКАМДЫ ЙЫРЛАЙЫМ” КОНКУРСЫНА
Мишкә районы Ҡамай ауылы
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
11 - се класс уҠыусыһы Кәримов ИльфирҘың «БыуындарҘы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!» темаһына конкурс иншаһы
УҠытыусы: Кәримова Лиана Фәнәүи ҠыҘы
2012 – 2013 уҠыу йылы
ГЛАВА ТРЕТЬЯ, в которой Пух и Пятачок отправились на охоту и чуть-чуть не поймали Буку
Воздух - музыкант
Кактусы из сада камней
Спасибо тебе, дедушка!
Белый лист