"Олатайым булһа умартасы, өләсәйем уңған хужабикә" ижади эше Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау йылына арналған.Әҙәбиәт марериалдары, Интернет ресурстары өйрәнелде.Олатай һәм өләсәй менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Вложение | Размер |
---|---|
olatay_man.doc | 30.5 КБ |
olatay_man.doc | 30.5 КБ |
Минең олатайым.
Слайд 6
Минең олатайым - Ҡолберҙин Нуретдин Фәхретдин улы. Ул 1940 йылда Иҫке Мөсәт ауылында ,ишле ғаиләлә 4-се бала булып донъяға тыуған.Ошо уҡ ауыл мәктәбендә башланғыс белем ала.Һәм 1959-сы йылда Иҫке Собханғол мәктәбен тамамлап, ҡулына аттестат ала.
Ватанды һаҡлау бурысы һәр ир-егет иңендә.Минең олатайым да элекке Куйбышев ҡалаһының пехота ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп , тыуған нигеҙенә имен-һау әйләнеп ҡайта.
Слайд 7
Олатайым төрлө урындар ҙа эшләй.1959-1970 йылдарҙа Бөрйән лесхозында, 1970-1978 йылдарза “Яңы юл” колхозының малсылыҡ тармағында, 1978-1994 йылдарҙа олатайым Бөрйән районының әҙерләүҙәр контораһында һунарсылыҡ менән шөғөлөн дауам итә.
1965 йылда олатайым Стәрлетамаҡ районы һылыуы Рафикова Клара менән өйләнешеп татыу ғүмер итә.Бәхеттәре ишле була - уларҙың йортон береһенән-береһе матур 5 сабый тулы һәм ҡотло итә.Әлеге көндә һәр бер балаһы үҙаллы донъя ҡороп йәшәп ята, балалар үҫтерә.Олатайым менән өләсәйемдең 12 ейән-ейәнсәре, 2 бүләһе бар.
Слайд 8 Бөгөн улар шәхси хужалығында мал-тыуар аҫрай, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә.
Слайд 9 Беҙҙең райондың бренды- йүкә балы. Башҡорт балы 2009 йылда Башҡортостандың Ете мөғжизәһенең береһе булды.
Слайд 10 Минең олатайым да боронғо ата-бабаларыбыҙ кәсебе менән шөғөлләнә. Уның умарталары бик күп, урманда солоҡтары ла бар.
Слайд 11 Бал ҡорттарын ҡарау өсөн махсус инструменттары ла бар.Олатайым : “Бал ҡорттары нескә, шуға ла уларҙы бала ҡараған һымаҡ ҡарарға кәрәк, ҡорттоң үҙе һымаҡ егәрле булырға кәрәк» , - ти. Ул егәрле, сос, талапсан да.Ҡортсо кеше бал сорттарын, сәскә төрҙәрен, балауыҙ иретеү серен белергә тейеш.
Слайд 12 Бал ҡорттары парфюмерия,тәмәке,алкоголь еҫен яратмай.
Слайд 13 Ҡорт айырған мәлдә мин дә олатайға ҡулдан килгәнсә ярҙам итәм: төтөнлөк әҙерләшеп бирәм, ҡорттоң балын ҡыуышам, олатай күс ҡойғанда күҙлек кейеп алам да эргәһендә булышам. Шулай итеп, ҡортсолоҡ серҙәренә яйлап төшөнәм.Олатайҙың ҡорттары тәмле Саҡмағош һыуына шифалы сәскәләр, йүкәләр һеркәһен ҡушып, телде йоторлоҡ татлы, йәнгә тәнгә, дауа биреүсе бал йыйып бирә.
Слайд 14 Йыл һайын алынған мул уңышты Өфө, Сибай ҡалаһында үткән йәрминкәләргә һатыуға ҡуя. Был шөғөл – ғаилә хәлен яҡшыртыуҙа отошло кәсеп. Теләгем: был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр күберәк булһын ине!
Әлеге көндә олатайым хаҡлы ялда.Ошондай изге күңелле, ярҙамсыл яҡыныбыҙ булғанға беҙҙең ғаиләбеҙ тормошо тотороҡло. Тормош тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре менән беҙҙе тәрбиәләүҙә тос өлөш индерә. Уның абруйы ҙур.
Слайд 15 Сығышым аҙағында олатайыма ошондай теләк әйтке килә. Һаулығы ла, бәхете лә
Иңгә -иң терәп килһен.
Хоҙай тормошоң юлында
Бәхетле ҡартлыҡ бирһен.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Воздух - музыкант
Хрюк на ёлке
Нора Аргунова. Щенята
Что общего у травы и собаки?
Круговорот воды в пакете