Ғаилә тураһында был инша. Уҡыусы үҙенең ғаиләһендә туғандар менән һоҡлана.
Вложение | Размер |
---|---|
Ғаилә | 29.5 КБ |
Атанан күргән уҡ юнған... | 24 КБ |
Кейектәрҙең үҙ өндәре була,
Ҡошсоҡтар ҙа ҡора ояһын.
Кеше лә бит үҙе төҙөп ала,
Ғаилә менән йәшәр донъяһын.
Ғаиләм-ҡәлғәм – үҙе серле донъя,
Әйтерһең дә ожмах ҡосағы.
Атай-әсәй фәрештәләр булһа,
Беҙ балалар – тылсым эйәһе.
Татыу булһаң, тормош йәмле була,
Аштар тәмле, йәшәү күңелле,
Берҙәм эшләп, гөрләп йәшәүҙәре.
Ошо үҙе бәхет түгелме?
Ғаилә… йөрәк түрендә урын алып тора был тылсымлы һүҙ. Ғаилә - ул ике яҙмыш бергә ҡушылып, сәңгелдәктә әсәһенең әлли-бәлли көйөнә бәүелеп ятҡан сабыйҙан башлана. Ғаилә - олатай, өлөсәй, атай, әсәй һәм балалар… Һәр ғаилә - айрым бер дәүләт тиҙҙәр, мин дә үҙемдең ғаиләмде бәләкәй генә бер дәүләткә тиңләр инем. Беҙҙең ғаиләлә ете кеше: әсәйем, атайым, мин, Гөлсәсәк һылыуым, ҡустыларым Иҙел һәм Дим.
Донъялағы иң яҡын кешем ҡәҙерлелерҙән – ҡәҙерле кешем, ер йөҙөндә тик берәү генә, ул – минең әсәйем. Әсәй! Ниндәй яғымлы, матур һүҙ ул. Күпме наҙ, илаһи сафлыҡ бар был һүҙҙә. Бөтә кешегә әсәй бик ҡәҙерлелер, моғайын. Ул эшсән, оло йөрәкле, изге күңелле, йомшаҡ һүҙле әсәйем. Ауыр ваҡыттарҙа таяныс эҙләп тә, урғылып торған шатлыҡтарыбыҙҙы ла уртаҡлашырға һиңә йүгереп барабыҙ. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул барлыҡ эшкә лә оҫта, эште еренә еткереп эшләргә ярата: тәмле итеп бәлештәр, аштар бешерә. Ә ғаиләбеҙ башлығы атайымдың да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул бешергән аштар ҙа һис әсәйемдекенән ҡалышмай. Минең атайым бешерергә бик оҫта, уның ҡулдарынан бешкән аш минең күңелемдә айырыуса төптән урын алып йөрәк түрҙәремдә ныҡ иҫтә ҡалған. Был хәл беҙҙең әсәйем больницала ятҡанда булды. Атайым минең көндәлек эште лә урын еренә еткереп тикшерә. Һәм беҙҙән дә ошоно талап итә. Гөлсәсәк һеңлем сигергә, бәйләргә бик оҫта. Уның ҡулдары менән эшләнгән эштәр өйҙө йәмләй. Дим ҡустым беренсе синыфта ғына уҡыуға ҡарамаҫтан, тырышып уҡый, бөтә нәмәне лә белергә теләй, ә инде Иҙел ҡустым, Дим ҡустымдың киреһе, уға күберәк шаярып йөрөү хас.
Ә инде үҙемә килгәндә, мин бөтөһенә лә өлгөрөргә тырышам, сөнки һылыуым, ҡустыларым минән өлгө алыуҙарын мин яҡшы беләм. Төрлө әҙәби китаптар уҡырға яратам, 2007 йылдың октябрь айында район мәҙәниәт бүлеге тарафынан ойошторолған “Башҡорт китабын иң күп уҡыусы” конкурсында Гран-при яуланым. Был ярыш миңә бик оҡшаны. Ул матур тәбиғәтле, талантлы шәхестәргә бай булған Нәби ауылында үтеүе лә айырыуса ихтибарға лайыҡ. “Һылыуҡай – 2008” конкурсында ла ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Был конкурс миндә күп яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы, ошо конкурс аша мин башҡорт ҡыҙы үҙен нисек тоторға тейеш икәнлеген аңланым.
Беҙ күмәкләп йыйылғас, тәбиғәт ҡосағына сығырға яратабыҙ. Быйылғы йылда Ағиҙел буйына барып бик күңелле ял итеү миңә айырыуса оҡшаны. Минеңсә “Бәләкәй дәүләтебеҙҙең” барлыҡ уңыштары ла беҙҙең татыу, берҙәм булыуыбыҙҙа. Беҙ ауыр минуттарҙа бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, шатлыҡлы минуттарыбыҙҙаы бер-беребеҙ менән бергә бүлешәбеҙ.
Ә инде киләсәк тә алла бирһә, минең ғаиләмдә үҙе бер дәүләт булыр тип улайым. Мин тап атайым кеүек булғанына талапсан, эшсән булғанына кейәүгә сығасаҡмын. Балалар өйҙө йәмләп, өйгә тағы ла йылылыҡ өҫтәп тороуҙарына иманым камил. Мин үҙемдең ғаиләмдә, ғаиләгә йәм һәм тәм биреүсе өйҙөң йылы усағын һаҡлаусы булараҡ, мин тыныслыҡты, йәғни өйҙә иреш-талаш булдырмаҫҡа тырышыр инем. Килеп сыҡҡан мәсьәләне ғаилә менән йыйылып бергә сисер инем. Сөнки, уйлап ҡарағанда тап бына ошо һыҙаттар бит ғаиләнең тарҡалыуына килтерә лә инде.
Ғаиләм менән күп итеп йәшелсә-емеш үҫтерер инек. Сөнки, беренсенән балалар хеҙмәткә өйрәнһә, икенсенән бергәләп эшләүҙәре ул үҙе бер ғүмер. Мин үҙемдең киләсәк ғаиләмде тап үҙем үҫкән ғаилә кеүек үк ҡорасаҡмын. Сөнки, тормош һабаҡтарын мин үҙемдең ғаиләмдән күрҙем.
“Мин киләсәктә буласаҡ
ғаиләмде нисек күҙ алдыма килтерәм”
Үтәне: Баймөхәмәтова Гөлназ
XI синыф уҡыусыһы
Етәксеһе: Күжәбаев З.С.
Әтек – 2008 йыл
“Атанан күргән уҡ юнған…”
Үтәне: Баймөхәмәтова Гөлназ
X синыф уҡыусыһы
Етәксеһе: Күжәбаев З.С.
Әтек – 2008 йыл
Минең олатайым менән өләсәйемдең йәш саҡтары һуғыш йылдарына тап килә. Ошо осор ҙоң ах-зарзарын кисереп йәшәйҙәр улар. Әммә ошо ауырлыҡтарға ҡарамай, улар йәшәргә ынтылалар. Бер-бер артлы балалары тыуа Рәхим, Хәбир, Файзрахман, Рәшиҙә, Гүзәл, Рәхимә, Рәхилә, Рәйлә, ә инде кинйә улдары булып ошо булған ғаиләне тағыла нығыраҡ ҡыуандырып игеҙәктәр донъяға барлыҡҡа килә. Улар Ғайзулла менән Файзулла булыр. Мин һеҙгә игеҙәктәрҙең һыңары булған, тап атайым тураһында яҙмаҡсымын. Ике баланы ҡарау әсә кешегә әлбиттә еңелдән булмағандыр, ә шулайҙа ай үҫәһен йыл үҫкәндәр улар. Бына инде 18 йәше тулған егеттәрҙе әрме сафына алғандар. Был яуаплы эштәлә атайым бирешеп, юғалып ҡалмаған. Өләсәйем менән олатайыма ике улдары тураһында бик яҡшы һүҙҙәр, хаттар килеп торған. Ике йыл самаһын тултырып ҡайтҡас, ир-егеткә йөкмәтелгән тәүге бурысты үтәгән улар. Һуңынан инде әсәйем менән танышып, ҡауышалар.
Бөгөнгө көндә беҙ ғаиләлә 6 кешебеҙ. Атайым, әсәйем, мин, һылыуым һәм ике ҡустым. Ә инде атайым менән әсәйемдең икәүләп гөрләшеп донъя ҡороуҙарына 20 йыл. Ошо бәләкәй генә ваҡыт арауығында мин атайымды гел генә ыңғай яҡтарын ғына күрәм. Ул беҙгә бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтеп, күңелебеҙҙе ҡырмай. Әйтәләр бит: “Ҡатын кешегә йылмайыу хас” – тиеп, мин быға киремен. Сөнки атайымдың йөҙөнән йылмайыу китмәй, ә инде ҡылғандары бары изгелек. Ул бер ваҡытта ла эштән ҡурҡмаған ир-заттарының береһе. Беҙгә лә үҙенең яҡшы, фәһемле кәңәштәрен әйтә: “Эшләгән кеше – үлмәй” – ти ул.
Һүҙемде йомғаҡлап мин ошоно әйтер инем ысынлап та. Атанан күргән уҡ юнған – минең атайым. Олатайымдар ҙа бит 10 баланы тәрбәиләп, кеше иткән, замана ауыр тиеп бөгөлөп ҡалмай эшләгән, ә атайым инде бары олатайымдан фәһем алып балаларым тиеп йәшәй. мин атайыма бары тик һаулыҡ, бәхет, килер көндәренә ҡыуанып йәшәүен теләр инем. Оҙаҡ йәшә атай – мәңге йәш бул.
Компас своими руками
Горка
Пчёлы и муха
Три коробки с орехами
Сказка "12 месяцев". История и современность