Сочинения учащихся на тему "Мой друг" на башкирском языке
Вложение | Размер |
---|---|
minen_dusym.docx | 12.11 КБ |
Минең яҡын дуҫым
Минең иң яҡын дуҫым – Артем. Беҙ уның менән 1-се синыфтан алып дуҫбыҙ. Һәр ваҡыт бергә йөрөйбөҙ.
Миңә күңелһеҙ булһа, дуҫым ҡыҙыҡтар һөйләп, кәйефемде күтәрә. Тағы ла беҙҙе дуҫым менән оҡшашҡанһығыҙ тиҙәр. Үҙебеҙ ҙә белмәй ҡалабыҙ: йә бер иш ботинкалар, йә уҡыу кәрәк-ярағын ата-әсәйебеҙ һатып алған булалар. Бер үк магазиндан бер иш әйберҙе лә алдан һөйләшмәһәк тә, һатып алған саҡтар булды. Икебеҙ ҙә Джеки Чан тигән актерҙы яратабыҙ.
Артем менән мин генә дуҫ булып ҡалманыҡ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә дуҫлаштылар. Ҡыш көнө ғаиләләр менән тауға шыуырға барҙыҡ. Унда шашлыҡ эшләнек, ял иттек. Кинотеатрҙарға ла, паркҡа ла бергә ял итергә йөрөйбөҙ.
Артемды мин 5-се басҡыста минең ғүмеремде ҡотҡарғаны өсөн дә иң яҡын дуҫ тип һанайым.
Гизәтулин Роман,7б
Дуҫлыҡ – ҙур хазина
Ер йөҙөндә дуҫһыҙ йәшәү бик ҡыйын. “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын” тиҙҙәр бит халыҡта. Был ысынлап та шулай. Ысын дуҫ һәр ваҡыт ярҙамға килә. Ул һинең менән бергә ҡайғыңды, шатлығыңды уртаҡлаша. Тик шундай дуҫ ҡына ысын дуҫ була. Эйе, дуҫтар күп булырға мөмкин, ләкин ысын дуҫ берәү генә була.
Минең дә дуҫтарым күп. Улар менән миңә бик күңелле. Дуҫтарымды хөрмәт итәм, үҙем дә ысын дуҫ булырға тырышам. Дуҫтар һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ: әлегә уҡыған ваҡытта ғына түгел, һуңынан ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡас та. Ауыр ваҡыттарҙа дуҫтарың менән йыйылып, бергә күңел күтәрһәң, ниндәй рәхәт бит ул.
Әйҙәгеҙ, дуҫлыҡты һаҡлайыҡ! Дуҫлыҡ – ул бит ҙур хазина!
Бәхтийәров Вадим, 8а
Рисуем весеннюю вербу гуашью
"Морская болезнь" у космонавтов
Плавает ли канцелярская скрепка?
Рисуют дети водопад
В какой день недели родился Юрий Гагарин?