Исследовательская работа
Вложение | Размер |
---|---|
gilmi_esh.docx | 64.61 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ОЛО ЫҠТАМАҠ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ ФИЛИАЛЫ ЯҢЫ МИШӘР АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Ғилми - тикшеренеү эше:
“ Халыҡтың рухи байлығы - уйындарҙа“
Әҙерәнеләр :
Закирова Тансулпан (7–се класс)
Ғилми етәксе:
Ғүмәрова Гөлсинә Зәки ҡыҙы
өҫтәлмә белем биреү мәктәбе
Яңы Мишәр – 2017
Йөкмәткеһе
Инеш………………………………………………………….................................3
Балалар фольклоры. Балалар фольклоры уйындары үҙенсәлектәре……….…5
Уйын төрҙәре…………………………………………………………………….10
Йомғаҡлау………………………………………………………………………..16
Ҡулланылған әҙәбиәт…...………………………..……..…...………………......17
Инеш
Кешенең һәр йәшендә үҙенә күрә
бер матурлығы була. Сабыйҙың
матурлығы уйын менән.
Әбүғәлисинә[1]
Балалар өсөн халыҡ ижады үрнәктәре – ауыҙ-тел сәнғәтенең ҙур бер өлөшө. Ихлас, саф күңелле бәләкәй шәхес донъяны нисек бар, шулай ҡабул итә. Фәҡәт бала үҙе ижад иткән ябай ғына һамаҡтар ҙа, - тел, дин, тәбиғәт, имандың ҡабатланмаҫ һындары ҡойолған була. Шуға ла балалар теле – дөйөм телебеҙ мәҙәнилеген асыуҙа бик ҡиммәтле асҡыс ул… Бала донъяны нисек бар, шулай ҡабул итә.[2]
Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә – барыһы ла уның телмәрендә. Уның өсөн һөйләгән һүҙе – асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе. Шуға күрә балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала һәр саҡ өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була.
Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйындары халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә үҙенең тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарыбыҙ бөгөнгө көндә лә бик популяр.
Ғилми - ижади эшебеҙҙе лә “ Халыҡтың рухи байлығы - уйындарҙа“ тип алдыҡ, сөнки һәр бер уйын – ул асҡыс, тәрән сер, һүҙ тылсымы хазинаһы. Уйындарҙа балаларҙың тыумыштан сәнғәти һәләттәренең театраль асылы ята. Халыҡ ижад иткән, халыҡ-режиссер ҡуйған тамашала хәрәкәт иткән бала үҙен ифрат сағыу, һынсыл, уйсыл ижадсы итеп күрһәтәсәк. Үҙ-үҙеңде тотоу, телмәр һөйләү, тауыш-аһәң, хис-тойғоларҙы дөрөҫ, мәҙәни ҡулланыу, үҙ ҡиммәттәреңде үҙең белеү – бына ниндәй һиммәттәрҙең асҡысы ята уйындарҙа[3].
Ғилми эшебеҙҙең актуаллеге: һәр башҡорт үҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә, киләсәк быуынға аманат итеп ҡалдырырға тейеш. Ошо тема бөгөнгө көндә лә һәр саҡ актуаль булып ҡаласаҡ.
Ғилми эшебеҙҙең маҡсаты: үҙ ауылыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ғөмүмән, олатай-өләсәйҙәребеҙ бәләкәй саҡта уйнаған төрлө уйындарҙы өйрәнеү, тергеҙеү.
Эштең бурыстары:
Тикшеренеү барышында интервью, күҙәтеү алымдары ҡулланылды.
Ғилми эшебеҙҙе оло йәштәге әбей-бабайҙарҙан һорашып, ғилми сығанаҡтарҙан өйрәнеп яҙҙыҡ. Бигерәк тә күп йылдар буйы “Фрунзе” колхозында ашнаҡсы, колхоз эшсәндәрен күпереп бешкән икмәктәре менән һыйлаған Ғәрипова Рая Ғиниәт ҡыҙы ярҙам итте. Хаҡлы ялда булһа ла, тик ятмай ул, урам тулы мал тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай.
Ижади эш ике бүлектән тора. Беренсе бүлектә балалар фольклоры, уйындар үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт биреү; икенсе бүлектә бүлектә үҙебеҙҙең олатай-өләсәйҙәр бәләкәй саҡтарында ниндәй уйындар уйнағанлығы тураһында яҙҙыҡ. Ғилми–ижади эшебеҙҙең һуңында ҡулланылған әҙәбиәт, ҡушымтала “Уйнап алайыҡ” исемле сценарий, тамашала ҡатнашҡан уҡыусылар исемлеге теркәлгән.
Балалар фольклоры. Балалар фольклоры үҙенсәлектәре.
Балалар фольклоры, ололар һәм кескәйҙәр тарафынан ижад ителеп, күп төрлө жанрҙарҙы үҙ эсенә ала һәм халыҡ ижадының мөһим бер тармағын тәшкил итә. Ул халыҡ педагогикаһы менән тығыҙ бәйләнгән.
Быуаттар һуҙымында халыҡ бала тәрбиәләү алымдарының аҫыл үрнәктәрен булдырған, уларҙы сәнғәт әҫәре булырҙай дәрәжәгә еткереп камиллаштырған, шуларҙы быуындан–быуынға тапшыра килгән. Халыҡ бөйөк тәрбиәсе булараҡ, бала үҫтергәндә абыйҙың психологик һәм йәш үҙенсәлеген дә алып иҫәпкә алып иш иткән. Шуға ла, ғөмүмән, борон-борондан фольклор, шул иҫәптән балалар фольклоры ла балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу ҙа, эстетик зауығын, ижади һәләттәрен үҫтереү, физик яҡтан сынығыуҙа ла ҙур роль уйнаған.
Балалар фольклорын ике ҙур төркөмгә бүлергә мөмкин: балалар өсөн ололар ижад иткән өлгөләрҙе һәм балаларҙың үҙҙәре ижад иткән ауыҙ-тел үрнәктәрен билдәләргә мөмкин. Тәүге төркөмгә бишек йырҙары, һамаҡлауҙар, арбауҙар, әкиәттәре ише инһә, ә икенсе төркөмгә төрлө һүҙуйнатҡыстар, үсекләшеүҙәр кеүек өлгөләре ҡарай.
Әйткәндәй, балалар фольклоры, айырыуса уларҙың уйын фольклоры, элек-электән башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың иғтибарына эләгә килгән. Был өлкәлә тәүге һүҙҙе иң әүәл ситтән килгән ғалимдар әйткән. XVIII быуатта император ғали йәнәптәренең Фәндәр академияһы ойошторған экспедициялар ваҡытында П.И. Рычков, И.И. Лепехин, И.Г. Георги кеүек тикшеренеүселәрҙең яҙмалары шуға асыҡ миҫал. Башҡортостандың үҙ тикшеренеүселәре лә был өлкәлә эҙ ҡалдыра. XX быуат баштарынан алып башҡорт халҡының этнографияһын өйрәнеүгә ҙур хеҙмәт бағышлаған С.И.Руденко иһә “Ашыҡ уйыны”, “Йөн туп”, “Өсәт” кеүек уйындарҙы ентекле генә тасуирлап ҡалдырған. Бынан тыш ул ҡарға бутҡаһы, һабантуй, йыйын кеүек уйындар хаҡында ла мәғлүмәт ҡалдырған… Әммә был тикшеренеүселәр башҡорт фольклорын махсус рәүештә өйрәнеүҙе күҙ уңында тотмаған. Улар өсөн балаларҙың ғына түгел, ғөмүмән, ололарҙың ижады урындағы ерле халыҡтың тарихы, этнографияһы, кәсебе, рухи мәҙәниәте хаҡындағы мәғлүмәт йә махсус сығанаҡ вазифаһын ғына атҡарған[4].
Беҙҙең көндәрҙә башҡорт балалары ижады менән ҡыҙыҡһыныу, уның аҫыл өлгөләрен йыйып, туплап сығарыуҙа И.Ғ. Ғәләүетдинов, М.Ә. Мәмбәтов менән Р.М. Ураҡсиналарҙың хеҙмәте ҙур. Уларҙың “Балалар фольклоры” тигән ике китабы донъя күрҙе. Тәүге китапта балалар өсөн ижад ителгән һәм балаларҙың үҙҙәренең ауыҙ-тел ижадынан өлгөләр, икенсе китапта балалар репертуарынан йә уларға тәғәйенләнеп ижад иткән көләмәстәр, әкиәттәр, уйындар алған. Улар балалар фольклорын өс төркөмгә бүлеп ҡарағандар:
1. Әсәләр поэзияһы.
2. Балалар ауыҙ-теле ижады.
3. Уйын фольклоры.
Әсәләр поэзияһы тыуыр балаға һәм балаға тыуғас әйтелгән теләк-юрауҙарға, бишек йырҙарына, әүрәткестәргә (баланы мунса индергәндә, бармаҡтар менән уйнағанда һ.б. әйтелгән һүҙҙәрҙә), һөйгөстәргә, арбау-имләүҙәргә, бейеү таҡмаҡтарына, ҡурҡытҡыстарға төркөмләнә[5].
Балалар ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрҙе халыҡ тормошона, тәбиғәт күренештәренә, үҫемлектәргә, хайуандарға, ҡоштарға һәм бөжәктәргә бәйле өндәштәрҙе, телмәрҙе камиллаштырыуға ҡоролған тел төҙөткестәрҙе, үсекләшеүҙәрҙе, ҡара-ҡаршы әйтештәрҙе, төртмәле таҡмаҡтарҙы, көләмәстәрҙе, йырҙарҙы үҙ эсенә ала.
Уйын фольклорында уйнаусыларҙы ике тигеҙ яҡҡа бүлгән йәки сираттағы билдәләгән һанашмаҡтарҙан, йырлы, һүҙле сюжетлы ҡағиҙәләргә ҡоролған хәрәкәтле уйындарҙан, уйындың тәртибен боҙғандарҙы язалау төрҙәренән ғибәрәт.[6]
“Башҡорт халыҡ ижады” китабының “Йола фольклоры” тип аталған I томында Ә.М. Сөләймәнов менән Р.Ә. Солтангәрәйева балалар фольклорына ҡараған ҡайһы бер жанрҙарға, бала бағыу, бала бәпләүгә, поэзия, юрамыш үрнәктәренә урын бирелгән.
Бала үҫкән һайын уның уйыны ла “үҫә”. Олораҡ йәштәге балалар уйыны йөкмәткеһе яғынан бай һәм төрлө булыуы менән бәләкәйҙәр уйынынан айырыла. Бала уйнаған һайын уның фантазияһы ла байый, киңәйә төшә. Ул билдәле бер уйындың йөкмәткеһен үҙгәртеп, уның нигеҙендә икенсе бер уйын барлыҡҡа килтерә, йә булмаһа шул уйындың йөкмәткеһен байыта.
Хәрәкәтле уйындарҙа ҡағиҙәләр төп шарттарҙың береһенә әйләнә һәм улар шул ҡағиҙәләр нигеҙендә ярышыуға ҡорола. Ҡағиҙәне бала теүәл үтәргә тейеш, тимәк, уйын баланы айрым тәртипкә, мәжбүрилеккә, теүәллеккә өйрәтә.
Сослоҡ, таҫыллыҡ, йылдамлыҡты тәрбиләү өсөн хәрәкәткә бәйләнгән уйындар һүҙ, таҡмаҡ, диалогтар менән байытыла.
Күп эренгия талап ителгән уйындар көстө арттырһа, баланың һүҙгә йорлоғо, ижади һәләтлеге йырлы – таҡмаҡлы уйындарҙа тәрбиәләнә.
Уйындарҙа һәр уйнаусынан ихтыяр көсө, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә.
Филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ә.М.Сөләймәновтың “Бала-сағаның уйын фольклоры” китабында уйын фольклорын уҙыш-баҫтырышмаҡтар, туп һуғыш, роль бүленешеп уйнауҙар, туп уйнауындары, таяҡ уйындары, йәшенмәктәр, яҙлыҡтырыуға, мәсьәлә – яуапҡа ҡоролған уйындар төрөнә бүленгән.[7] Был төргә бар балалар яратып уйнаған төрлө уйындар ингән (Аҡ тирәк, күк тирәк, Буяу алыу, Һуҡыр тәкә, Һәпәләк, Әбәк, Мәскәй әбей һ.б.)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы – башҡорт халыҡ ижадын, милли мәҙәниәтен киң пропагандалаусы ғалимә-сәсән. Ул үҙенең “Мин – тәбиғәт балаһы” исемле китабында балалар уйындары хаҡында түбәндәгеләрҙе бәйән итә.
Уйындарҙа балаларҙың тыумыштан сәнғәти һәләттәренең театраль асылы ята… Һәр бер уйын һамағы – асҡыс, тәрән сер, һүҙ тылсымы хазинаһы. Уйын - һүҙ һәм хисап мәктәбе. Уйындар – ябай күңел асыу асыу сараһы ғына түгел. Уларҙа яҡшылыҡ – яманлыҡ көрәше, матурлыҡ һәм һәм батырлыҡ өлгөләре һынлана, донъя хәлдәре дөйөмләштереп күрһәтелә. Бөтә хәрәкәттәрҙә көс һәм үс, йылғырлыҡ һәм ялҡаулыҡ ярышы асыҡ сағыла. Уйындар – ысын мәғәнәһендә тормошто ҡабатлап тамаша ҡороу, сәнғәт мәктәбе ул. Улар ошо мәктәптә уҡыусыны артист та, батыр ҙа, сәсән дә, көрәшсе лә, көйсө лә булырға өйрәтә[8].
Филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ә.М.Сөләймәновтың “Бала-сағаның уйын фольклоры” китабында, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы ҡулланмаһында, шулай уҡ Башҡорт халыҡ ижады тупланмаһында, И.Ғ. Ғәләүетдинов, М.Ә. Мәмбәтов менән Р.М. Ураҡсиналарҙың хеҙмәтендә ҡаралып киткән классификацияһының уйын фольклорының үҙенсәлектәрен билдәләп киттек.
Халыҡ “Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә - бәрәкәт ” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Сөнки балалар өсөн уйын ҡоро хәрәкәт кенә түгел, ә дәртле йәшәйеш һәм һәр яҡлап йылдам үҫеш сығанағы, халыҡтың шөғөлөндә, ғөрөф-ғәҙәттәрендә һәм рухында тәрбиә алыу сараһы, донъяны, тормошто танытҡан уҡыу һәм көс-ғәйрәтте, таҫыллыҡты үҫтергән мәктәп.
Уйын төрҙәре.
Икенсе бүлектә олатай-өләсәйҙәрҙән һорап, тик беҙҙең Мәсетле районының Яңы Мишәр, Аҙанғол, Ясин ауылы ерлегендә уйналған уйынлы-бейеүҙәр алынды. Уларҙың һөйләүҙәре буйынса уйындарға барыр алдынан бар эштәрҙе тамамлап, үҙҙәренең матур кейемдәрен кейеп барғандар. Ә инде кейемдәргә килгәндә Рая Ғиниәт ҡыҙы беҙгә шуларҙы бәйән итте: “Күпселек беҙ әсәйҙәребеҙ теккән күлдәктәр кейә инек. Ә алъяпҡыстарҙы үҙебеҙ сигә торғайныҡ. Аяҡтарыбыҙға күпеселек ялтырап торған ҡара галоштар кейә инек, кемдәр хәллерәк туфли кейә… ”. Көршәле ауылынан Мөшәрифә әбей, хатта кемдәрҙең ҡара ялтырап торған галоштары булмаһа, ойоҡтарыбыҙға ҡара һөртә инек, тип һөйләне.
“Киске уйындарҙа күпселек бар ауылдың йәштәре тауға йыйыла инеләр. Егеттәр костер яғырҙар ине. “Сума өйрәк, сума ҡаҙ”, “Ебәк элдем ситәнгә”, “Был дуҫың менән күреш”, төрлө үсекләшеүҙәр, “Биш пар” уйындарын күңелле итеп бейеп-йырлап ҡайта инек. Ә косилка-молотилка йырлы-бейеүле уйынды беҙҙең яҡта һирәк уйнай инек, күпселек “Сума өйрәк, сума ҡаҙ”ҙы яратып уйнай инек”, - тип хәтерләй Рая Ғиниәт ҡыҙы.
Ғилми эшебеҙҙә өләсәй-олатайҙар, апайҙар, инәйҙәр уйнаған уйындарҙы яҙып алдыҡ. Һәм үҙебеҙҙең “Уйнап, йырлап алайыҡ” исемле тамашабыҙҙа ошо уйындарҙы сәхнәләштерҙек.
“Әбәк-көбәк”
Әбәк-көбәк (урыҫ. Абак-кубяк)— башҡорт милли балалар уйыны.
Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана. Балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора. Көтөүсе алда торған баланың усына һуғып:
Әбәк-көбәк, алтын табаҡ,
Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ,
Етә алмаһаң, артыңа
Етмеш көрәк көл! -
ти ҙә йүгереп ҡаса, ә тегенеһе уны баҫтыра. көтөүсе, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң артына баҫа алһа, баҫтырылған бала көтөүсе була. Ә инде ҡаса алмай баҫтырған балаға тотолһа, яүынан үҙе көтөүсе була; баҫтырып тотҡаны төркөмдөң артына барып баҫа. Уйын шул тәртиптә дауам итә.
“Кем алда өлгөрә?”
Кем алда өлгөрә? (урыҫ. Кто успеет опередить?) — башҡорт милли балалар уйыны. Ике бала, ҡара-ҡаршы тороп, бауҙың остарын тота. Уларҙың һәр береһе яғында, ике метр алыҫлыҡта, берәр түмәр ултыртыла.
Сигнал булыу менән, уйнаусылар икеһе лә бер-береһен үҙ яғына тарта башлай һәм һыңар ҡулы менән түмәрҙе тотоп алырға тырыша. Кем үҙ яғындағы түмәрҙе элегерәк тотоп өлгөрә, шул еңеүсе була. Бау тартышырғә йәнә ике кеше сыға[9].
“Ебәк элдем ситәнгә”
Балалар ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡара-ҡаршы ике сафҡа теҙелеп баҫалар. Беренсе рәттәгеләр икнсе рәттәр ҡаршыһына баҫып йырлайҙар:
Ебәк элдем ситәнгә
Елбел-елбер итәргә.
Беҙ килмәнек буш китәргә,
Килдек алып китрәгә.
Икенсе рәттәр урындарында торған килеш ҡулдарын йыр ритмына һелкеп ҡаршы йырлайҙар:
Алын алырһыҙ микән,
Гөлөн алырһыҙ микән?
Урталарға сығып һайлап,
Кемде алырһыҙ икән?
Беренсе рәттәгеләр ошолай тип яуап бирә:
Алдарын да алырбыҙ,
Гөлдәрендә алырбыҙ.
Күңелебеҙгә кем оҡшаһа,
Шуны һайлап алырбыҙ.
Йырлаған саҡта беренселәр икенсе рәттәгеләрҙән береһен үҙ рәттәренә ала ла, кире урындарын йырлап баҫалар. Һуңынан йыр менән икенсе сафтағылар башлай. Уйын шул рәүешле дауам итә.
"Һәпәләк” уйыны.
Уйнаусылар түңәрәккә баҫалар, ә берәү уртала күҙен бәйләп ҡала. Ҡыҙ ҡалһа, егеттәр "кә-күк” тип тауыш бирә. Әгәр ҙә малай ҡалһа, ҡыҙҙар сулпыларын сыңлаталар. Малай уларҙы тоторға тейеш. Кем тотола, шул ҡала. Кем тота алмай, шул еңелә.
“Был дуҫың менән күреш”
(Балалар ҡулға-ҡул тотоношоп ҡара-ҡаршы баҫалар һәм, йырҙың йөмәткеһендә әйтелгән хәрәкәттәрҙе яһап, “Хәтирә” көйөнә йырлайҙар)
Аяҡтарың тупылдат,
Ҡулдарыңды сәпелдәт.
Бер бында, бер бында
Ҡыйын эш түгел бер ҙә.
Башың аҫҡа эйеп ал
Ҡул бармағың янап ал.
Бер бында, бер бында
Ҡыйын эш түгел бер ҙә.
Ҡулдарыңды күтәреп
Алға һал талғын ғына
Һал уңға, һал һулға
Ҡыйын эш түгел бер ҙә.
Был дуҫың менән күреш,
Был дуҫың менән күреш.
Йә, иптәш, йә әйлән
Ҡыйын эш түгел бер ҙә.
Уйын шуның менән бөтә.
"Ритайым” бейеүе.
Бейеүселәр түңәрәккә баҫалар. Береһе бейеүҙе башлай, ул үҙенең күңеленә хуш килгән бейеүсе янына бара ла, тыпырлап бейергә саҡыра ла, үҙе менән бейергә төшә. Ҡалған бейеүселәрҙе шулай уҡ тыпырлап, береләп бейергә саҡыра.
Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр. Һуңынан дүрт яҡҡа ҡулдары менән тотоношоп, ҡапҡа яһап баҫалар. Ҡаршы торғандары менән урындарын алышалар. Урындарында бейеүселәр бер-береһенең арҡаһына ҡулдарын ҡуйып, тыпырлап әйләнәләр. Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр.
Косилка-молотилка.
Уйында ҡатнашыусылар, ҡулға – ҡул тотоношоп, бер түңәрәк яһай. Уртаға дүрт кеше сығып баҫа. Түңәрәктәгеләр “Косилка – молотилка” көйөнә йырлап әйләнә. Һәр йырҙың яртыһы икешәр ҡат йырлап, “косилка -молотилка”ны әйткәндә, урталағы уйнаусылар ишләшеп тыпырлап әйләнәләр.
Йыры : Уйнап алайыҡ әле,
Йырлап алайыҡ әле,
Уйнайыҡ та , йырлайыҡ та,
Бейеп алайыҡ әле.
Косилка , молотилка,
Сортировка , веялка.
Уйнап алайыҡ әле,
Йырлап алайыҡ әле,
Бейешәйек , көлөшәйек,
Күңел асайыҡ әле.
Косилка , молотилка,
Сортировка , веялка.
Сума өйрәк, сума ҡаҙ.
Уйнаусылар парлашып торалар. Бер уйнаусы парлыларҙың артына тора. Уйнаусылар:
Сума өйрәк, сума ҡаҙ,
Сума өйрәк, сума ҡаҙ.
Ағын һыуҙы тарата,
Ағын һыуҙы тарата, - тип йырлайҙар. Уйынды башлаусы үҙенә оҡшаған егетте,йә ҡыҙҙҙы һайлап ала һәм парлыларҙың алдына килеп баҫа. Күмәкләп йырлайҙар:
Наҙгөл Азатты ярата,
Наҙгөл Азатты ярата, - тип йырлайҙар. Уйын шулай дауам итә.
Йомғаҡлау
Уйын балаларҙа сәм, ярыш теләге уята. Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә, физик көсөнә ҡарамай, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, зирәклектә, тапҡырлыҡта, иғтибарлыҡта ярыша.
Ғүмүмән, уйындарҙа балалар берҙәмлеккә, лидер сифаттарына өйрәнә, ынтыла. Эҙләнеүҙәр барышында үҙебеҙҙең олатай-өләсәйҙәр уйнаған уйындарҙы белеп өйрәндек.
Шуны билдәләйбеҙ: үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙҙың шәжәрәһен, тарихын белеү, йолаһын йыйыу барыбыҙ өсөн дә мөһим эш. Йолаларҙы ентекләп өйрәнеү халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә бик күп һәм мөһим яңылыҡтар өҫтәйәсәк.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Башҡорт халыҡ ижады. I-III томдар. – Өфө, 1972-1985 йылдар.
2. Галин С.А. Народной мудрости источник. Толковый словарь башкирского фольклора. – Уфа: Китап, 2007.
3. Ғәләүетдинов И.Ғ. һ.б. Балалар фольклоры: Бала-саҡ уйнап-көлөп үҫер саҡ. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994.
4. Ғәләүетдинов И.Ғ., Ураҡсина Р.М. Балалар фольклоры: Мөғжизәле, әкиәтле бала саҡ – уйындарҙа һәм уйҙарҙа ҡаласаҡ. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996.
5. Ғөбәйҙуллина Ф.Х. Беҙҙең байрамдар: Балалар һәм мәктәп сәхнәһе өсөн сценарийҙар. – Өфө: Китап, 2004.
6. Ғөбәйҙуллина Ф.Х. Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар. – Өфө: Китап, 2001.
7. Сөләймәнов Ә.М. Башҡорт балаларының ҡарһүҙе (әкәиттәр). – Өфө: Китап, 2009.
8. Сәмситова Л.Х. һ.б. Башҡорт фольлры концептосфраһы. Лингвокультурологик һүҙлек / Л.Х. Сәмситова, Г.Р. Ижбаева, Г.С. Әхмәтшина, Г.М. Байназарова, Ә.Н. Килмәкова, Р.М. Ташбулатова. – Өфө: Китап, 2013.
9. Сөләймәнов Ә.М. Бала сағаның уйын фольклоры. – Өфө: Китап, 2007.
10. Солтангәрәева Р.Ә. Мин – тәбиғәт балаһы: Балалар фольклоры: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2001.
11. Сурина С.Р. Ҡорт тәңкәһе: байрам сценарийҙы, драматик композоциялар, пьесалар. Өфө, китап, 2009.
12. Балалар уйындары — Башҡорт Википедияһы.
13. Ғәрипова Рая Ғиниәт ҡыҙы, Яңы Мишәр ауылында йәшәй, хаҡлы ялға тиклем Фрүнзе колхозында эшләй.
14. Сәхәутдинова Рәйфә Зиәфетдин ҡыҙы, Яңы Мишәр ауылында йәшәй, Яңы Мишәр мәктәбендә башланғыс синыфтарклассында уҡытыусы булып эшләй, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда.
[1] Сөләймәнов Ә.М. Бала –сағаның уйын фольклоры. – Өфө: Китап, 2007.- 3-сө бит
[2] Солтангәрәева Р.Ә. Мин – тәбиғәт балаһы: Балалар фольклоры: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2001-3-сө бит
[3] Солтангәрәева Р.Ә. Мин – тәбиғәт балаһы: Балалар фольклоры: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2001-8-се бит
[4] Сөләймәнов Ә.М. Бала-ағаның уйын фольклоры. – Өфө: Китап,2007, 4-6-сы биттәр.
[5]Ғәләүетдинов И.Ғ. һ.б. Балалар фольклоры: Бала-саҡ уйнап-көлөп үҫер саҡ. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994.
[6] Ғәләүетдинов И.Ғ. һ.б. Балалар фольклоры: Бала саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ. – Өфө: Китап,1994. – 3-сө биттәр
[7] Сөләймәнов Ә.М. Бала сағаның уйын фольклоры. – Өфө: Китап, 2007.
[8] Солтангәрәева Р.Ә. Мин – тәбиғәт балаһы: Балалар фольклоры: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2001-8-се, 9-сы биттәр
Павел Петрович Бажов. Хрупкая веточка
Сказочные цветы за 15 минут
Прекрасное далёко
А теперь — мультфильм
Шум и человек