Тыуған ил темаһы
Вложение | Размер |
---|---|
n.nzhmi_.doc | 92 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫНЫҢ 12 -СЕ УРТА
ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
Назар Нәжми ижадында
Тыуған ил темаһы
Башҡарыусыһы: 6 а класы уҡыусыһы
Харисова Альбина
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Ғиндуллина Г.Ғ.
Нефтекама, 2014
Йөкмәткеһе
Инеш 3
2. Н.Нәжмиҙең ижадына күҙәтеү 4-5
3. Назар Нәжми ижадында Тыуған ил темаһы 6-8
Йомғаҡлау 9
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге 10
Ҡушымта 11
Инеш
Күптән түгел Назар Нәжмиҙең юбилейы булып үтте. Шағир ижадын байҡап сыҡҡас Тыуған ил темаһына туҡталырға булдыҡ. Хәҙерге ваҡытта йәмғиәттә Тыуған яҡты өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Ватаныңдың тарихын, үҙенсәлектәрен өйрәнеү кешене рухи яҡтан байыта, патриотик тойғо уята. Шуға күрә беҙ эшебеҙҙе Ватанды өйрәнеүгә бағышланыҡ. Беҙҙең уй буйынса, был тема тейешле кимәлдә асылып бөтмәгән, шуға уны өйрәнеү актуаль.
Тикшереү объекты: Н.Нәжмиҙең ижады.
Эшемдең маҡсаты: Н.Нәжмиҙең ижадында тыуған ил темаһын өйрәнеү.
Был маҡсаттан сығып артабанғы бурыстар ҡуйҙыҡ:
1) әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен анализлау;
2) милли рух тойғоһо, тыуған ергә, телгә, милләткә, һөйөү, ихтирам тәрбиәләү;
3) әҙиптең ижадына,шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу
Тикшереү эшенең структураһы маҡсат һәм бурыстарға бәйле төҙөлгән. Эш төрлө бүлектәрҙән тора: инеш, төп өлөш, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.
Тикшереү эшен алып барғанда беҙ төрлө әҙәбиәт менән эш алып барҙыҡ: энциклопедиялар, һүҙлектәр, яҙыусының ижадына бағышланған китаптар.
1. Биографик белешмә
Назар Нәжми
(1918-1999)
Назар Нәжми (Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, һуғыш фронттарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Назар Нәжми 1947 — 1949 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Әҙәби Башҡортостан” журналы редакцияларында эшләй. 1955 — 1959 йылдарҙа ул — “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, 1962 — 1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапкыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уға 1993 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре “Беренсе йыр” (1938), “Икенсе йыр” (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда “Октябрь” журналында “Ауыл эскиздары” исемле шиғырҙар циклы сыға.
1950 йылда Назар Нәжмиҙең “Тамсылар” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан “Тулҡындар”, “Көтөлмәгән ямғыр”, “Ер һәм йыр”, “Шиғырҙар һәм поэмалар” тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың “Әсә”, “Ҡайындар”, “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада” тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған “Дуҫ тураһында ун бер йыр”, “Күлдәк”, “Иблес”, “Урал” исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй. Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус теленә тәржемә ителде.
Ул драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләне: “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәйрүш”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Егет егетлеген итә”, “Гармунсы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, “Ҡыңғыраулы дуға”, “Әтәмбәй” тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды.
1951 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.[1. 15,16]
2. Н.Нәжмиҙең ижадына күҙәтеү
Назар Нәжми лирикаһын үткәндә, шағирҙың башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урынын, уның позицияһы миҫалында лирик герой-шағир образының ролен тағы ла тулыраҡ асыу бурысы ҡуйыла.Назар Нәжмиҙең Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҙылған - фронт лирикаһына ҡараған «Окопта уйҙар», «Ғүмер һәм өмөт», «Иҫэн ҡалһам», «Күлдәк», «Хат», «Ҡуш нарат» исемле шиғырҙарын өйрәнеү һалдаттың тыуған Ватанға тоғролоғо, патриотизмы, батырлығы хаҡында баҫым яһап, уҡыусыларға ҙур идея-эмоциональ йоғонто яһай. Н. Нәжми поэзияһының тематик төрлөлөгөн күрһәтеү аша уның лирикаһының байлығын, күп темалы, фәлсәфәүи уйланыуҙар менән тулы булыуын асыҡлауға ирешәбеҙ.
Уның лирикаһын түбәндәге темаларға бүлеп ҡарау уңайлы:
1. Тыуған ер. Ватан темаларына яҙылған шиғырҙары («Ҡайтыу», «Тыуған ил тураһында һүҙ», «Тыуған ҡалама йыр», «Аҡ ҡайындар»),
2. Һуғыштан һуңғы лирикаһында батыр һалдат образы («Александр Матросовҡа - пароходҡа һәм һалдатҡа», «Ҡайын», «Миләш», «Мәңгелек ут». «Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә», «һалдаттар, һалдаттар»),
3. Н. Нәжми ижадында тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһы («Тау һәм диңгеҙ», «Тулҡындар», «Киске Ағиҙел», «Яҙғы урман», «Өфө йүкәләре»).
4. Н. Нәжмиҙең шаян йырҙарын, юмористик шиғырҙарын («Ләлә», «Түбәтәй төштө», «Мөгөҙ») . Н. Нәжми әҫәрҙәрен анализлап, ундағы тематик һәм жанрҙар төрлөлөгө (юғары пафослы лирика, фәлсәфәүи лирика, юмористик, сатирик шиғырҙар), интонацион төрлөлөк, лирикаһында тәбиғәтте һүрәтләү аша кеше кисерештәрен асып биреү, психологик ассоциацияға нигеҙләнеүе, афористик әйтемдәргә, поэтик ҡабатлауҙарға ҡоролоуы хаҡында белем бирә. Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙән һуң лиро-эпик поэмаларҙы бер нисә поэманы анализлау процесында иҫкә төшөрөү, уларҙың үҙенсәлектәрен тағы ла тәрәнерәк билдәләү аша эпик жанрҙы ҡабул итеүгә әҙерләй.
Н. Нәжмиҙең «Ҡапҡалар» поэмаһын уҡыу һәм шуның нигеҙендә унда сағылдырылған Тыуған ил, лирик герой образдарына ҡылыҡһырлама биреү өҫтөндә эш алып барыла. Әңгәмә юлы менән әҫәрҙә лирик герой-шағир образының халыҡ яҙмышы, ил яҙмышы менән берлеге идеяһы сағыла, унда замандашҡа хас иң юғары ыңғай сифаттарҙың дөйөмләштерелеүен асыҡлайбыҙ. «Ҡапҡалар» поэмаһын уҡыу, комментарийҙар биреү, әңгәмә юлы менән анализлау һөҙөмтәһендә уҡыусылар поэмала ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйа булған проблема ҡуйылыуын төшөндөрә. Поэманың үҙәгендә лирик герой образы тора. Уның аша үҙ йорто, ауыл, ҡала ҡапҡаларын үтеп, ҙур юлға сығыуы, уның ил яҙмышы менән ҡушылыуы, белем ҡапҡаларын. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу юлдарын үтеп, Бранденбург ҡапҡаһын асыуҙа ҡатнашыуы, илленсе йылдарҙа сит ил хеҙмәтсәндәре менән дуҫлыҡ ҡапҡаларын асыу кеүек бөйөк бурыстарҙы башҡарыуы, шул нигеҙҙә тыуған ғорурлыҡ, ил алдындағы яуаплылыҡты тойоу хистәре сағылған. Шул рәүешле, атай йорто, ауыл ҡапҡаларынан башланған юл Бранленбург, Һиндостан ҡапҡаларына барып етә. Ҡапҡалар
араһындағы юлдар алыҫлаша, уларҙы асыу маҡсаттары ҙурая барған һайын, лирик геройҙың алдында торған яуаплылыҡ та үҫә бара. Лирик геройҙың рухи үҫеш эволюцияһы тормош баҫҡыстарын күрһәтеүсе ҡапҡа образы аша символлаштырыла.[4,16]
Лирик герой бөтә донъяның серле матурлығын, кешеләрҙең күңел ҡапҡаларын асыу яуаплылығын аңлай. «Кеше күңеленең ҡапҡаларын аса алырмынмы?» тигән һорау борсой уны. Кеше күңеленең ҡапҡаларын асыу өсөн ул ниндәй композицион саралар ҡуллана? Поэмала төп образ - ҡапҡа асыусы малай. Әҫәрҙә уның биографияһы, ҡапҡалар аша үгкән оҙон, ураулы юлдары күрһәтелә. Ул ауыл, ҡала ҡапҡалары аша белем ала, һуғышҡа китә. Бранденбург ҡапҡалары аша үтеп, еңеү яулай, илдәр буйлап гиҙә, шағир булып кеше күңеле ҡапҡаларын асыу кеүек яуаплы эштәр башҡара.
Шағир булып китеүен ул поэмала нисек аңлата?
”Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем, тыуһам әгәр башҡа ерҙәрҙә”, - ти үҙенең күңелеғде поэзияға, нескә лирикаға илһам, дәрт уятыусы тыуған ере тураһында. ”Ҡырҙарымдың зәңгәр киңлегендә Мин ҡанатлы, осҡан ҡош кеүек. Йөрәгемә әгәр ҡыйын булһа, Әгәр күңелем булһа буш кеүек, һыуһағанда һалҡын шишмәләргә һыу алырға төшкән ҡыҙ кеүек. Йыр алырға ҡайтам ауылыма. Унан йомарт ер ҙә юҡ кеүек”, - тип яҙа шағир.
«Н. Нәжми поэмаһының художество үҙенсәлектәрен асыҡлау өсөн уны ниндәй әҫәр менән сағыштырырға мөмкин?» тигән һорау ҡуя. Мостай Кәримдең «Европа - Азия» шиғырҙар циклы менән сағыштырыу әҫәрҙәрҙең художество үҙенсәлектәрен асыҡлау өсөн уңайлы юл булып тора. Исеменән сығып уйлап ҡарайыҡ һәм жанр үҙенсәлектәрен билдәләйек. «Европа - Азия» - шиғырҙар циклы, ә «Ҡапҡалар» - поэма. Әҫәрҙәрҙең проблематикаһын сағыштырһаҡ, оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын әйтеп бирә алабыҙ.
- Ике әҫәрҙә лә тыуған йорт, тыуған ер. Тыуған ил образдары. уларға бирелгәнлек һүрәтләнә. Шиғырҙар циклының да төп фекере - ерҙә тыныслыҡ өсөн көрәш идеяһы, икеһендә лә шағирҙарҙың Тыуған ил. тыуған ер менән берлеге, уларҙың кеше яҙмышы, ил яҙмышы өсөн борсолоуҙары. поэзияның тормошта тотҡан роле кеүек фәлсәфәүи дөйөмләштереүҙәр яһала.[2. 45]
Н. Нәжмиҙең «Йоҡлаған бала янында һүҙ» поэмаһы тулыһынса уҡыу һәм комментарийҙар биреү юлы менән анализлана. Сәңгелдэктәге бала, лирик герой-шағир, атай, яуҙан ҡайтмаған һалдат образдары барыһы ла һуғышҡа протест, тыныслыҡ өсөн көрәш, һуғыш уты тоҡандырыусыларға нәфрәт идеялары менән һуғарылған.
Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының бер уҡыусыһы «Назар Нәжми ижадында лирик герой образы» тигән темаға иншаны түбәндәгесә яҙа: «Башҡорт поэзияһының талантлы шағиры Назар Нәжмиҙең күп кенә балладалары һәм поэмаларының лирик геройы үҙ замандаштарының алдынғы вәкиле булып күҙ атдына баҫа. Яҙыусы ниндәй генә темаға мөрәжәғәт итмәһен, уны заман ҡарашы аша үткәрә, үҙенсәлекле лирик геройҙан баһалата. Лирик герой шуға ла Назар Нәжмигә ифрат яҡын. Лирик герой йөҙөндә үҙенең уй-кисерештәрен, тормош юлын сағылдырыу уға әҫәрендә ҙур проблемалар күтәрергә ярҙам итә.
«Ҡапҡалар» поэмаһында Назар Нәжми лирик геройҙың донъяны аңлауҙа нисек үҫеүен эҙмә-эҙ тасуирлай. Ҡасандыр тыуған ауылы ҡапҡаларын ғына асҡан бер малай кеше күңеленә юлдар эҙләүсе, күңел ҡапҡаларын асыусы шағир булып үҫеп етә. Поэмалағы лирик геройҙың һәм халыҡтың тормошо айырылғыһыҙ. Ул ил менән бергә тыныслыҡ тураһында уйлай, ерҙә тормошто, тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге теләктәр менән йәшәй. «Йоҡлаған бала янында һүҙ» поэмаһында сәңгелдәктә йоҡлаған сабыйҙың хәүефһеҙ киләсәге тураһында борсолған ата уйҙары Ерҙәге тормоштоң именлеге тураһындағы уйҙарға барып тоташа. Поэманың көсө - донъяла именлек әсән көрәш идеяһын лирик геройҙың тапҡыр һүҙҙәре аша биреү. Лирик герой был әҫәрҙә ниндәйҙер бөйөк тойғолар менән генә йәшәүсе шәхес түгел, ә тормошта әүҙем булған заман геройы. «Ҡапҡалар» һәм «Йоҡлаған бала янында һүҙ» поэмалары Назар Нәжми лирикаһында мөһим урын тотҡан әҫәрҙәр. Ғөмүмән, уның лирикаһы бай һәм күп яҡлы. Лирик- герой образы аша кешеләрҙең һом үҙенең уй-тойғоларын дөйөмләштереп биреү, яҙыусының бәләкәй булған әҫәрҙәрендә лә ҙур фекерҙәр, әһәмиәтле идеяларҙы сағылдырырға мөмкинлек бирә. Назар Нәжми бөгөнгө башҡорт лирикаһының талантлы вәкилдәренең береһе».
3. Назар Нәжми ижадында Тыуған ил темаһы
Халыҡ рухы – халыҡ ҡанынан ул,
Ул бөйөк һәм изге төшөнсә.
Ул мөҡәддәс! Борғоларға уны
Тейеш түгел һәр кем үҙенсә. (Н.Нәжми)
Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Һеҙгә таныш “Ер рухы” картинаһында ил тотҡаһы булырҙай ир-уҙамандарыбыҙ, ил инәһе булырҙай ҡатын –ҡыҙҙарыбыҙҙың – ерҙең рухын, милләттең көсөн, бәҫен, халыҡ иркен яҡлаусы һәм һаҡлаусы шәхестәребеҙҙең төп көсө һүрәтләнгән. Әйтегеҙ әле, кемдәрҙе күрәһегеҙ? (С.Юлаев, З.Вәлиди, Ш.Бабич, Аҡмулла һ.б.)[2, ]
Был шәхестәребеҙҙең күбеһе башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙона әйләнгән. Башҡорт шиғриәтенең йөҙөн билдәләрҙәй һәләтле шағирҙарыбыҙ араһында үҙенең йырлы-моңло лирикаһы менән айырылып тороусы Назар Нәжми ҙә бар. Шағир үҙе әйткәнсә, кеше ғүмере – “Бер күҙ асып – йомған ара ғына”. Ул ошо ғүмер эсендә шиғриәтебеҙҙе ун биштән артыҡ поэмалары менән байытты. Ҡырҡҡа яҡын шиғри йыйынтыҡ сығарып өлгөрҙө, бынамын тигән драмалар ижад итте, башҡорт йыр сәнғәтенә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Н.Нәжмиҙең поэмалары .
“Йыр тураһында баллада”
“Ҡайындар”
“Ҡапҡалар”
“Күлдәк”
“Әсә”
“Дуҫ тураһында 11 йыр”
“Тере ҡан”
“Ғүмерлек йыр”
“Йоҡлаған бала янында һүҙ”
“Ике Зөләйха”
“Бер туғандар”
“Шағир һәм Шаһ”
“Иблис”
“Ағым”
“Урал”
Ошо поэмалар араһында “Урал” милли рух менән һуғарылған, сәнғәткә бағышланған көслө, тетрәткес әҫәрҙәрҙең береһе. Нимә ул рух ? Рух – ул, кеше күңелен, йөрәген, бар булмышын солғап алған тойғо. Рух – ул бик киң төшөнсә, күп яҡлы. Уға бер-ике һүҙ менән, йә бер дәрестә генә яуап биреп, асыҡлап булмай. Ошо һорауға яуап эҙләп ҡайһы бер танылған шәхестәребеҙҙең фекерҙәренә иғтибар итәйек. Күренекле яҙыусы Р.Өмөтбаев: “Халыҡтың рухы – уның ижадында. Уның әкиәттәре, эпос, легендәләрында, йырҙарында, әйтем-мәҡәлдәрендә һаҡланған ул. Башҡорттарҙан башҡа кемдә “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Сыңрау торна”эпостары бар. Улар тәрән мәғәнә, азатлыҡ, ғорурлыҡ рухы менән һуғарылған“.
Күренекле башҡорт шағиры, С.Юлаев исеменләге премия лауреанты Ҡ.Аралбай рух төшөнсәһен, рух яҙыуын нимәләрҙә күрә.
Әлмисаҡтан тәүбабабыҙ табынған
таш – рух яҙыуы,
Шүлгәнташҡа зауыҡ менән
Һыҙылған һын – рух яҙыуы.
Йәнебеҙгә һары майҙай яғылған
ҡот – рух яҙыуы,
Уралтауҙың һәр ташына уйылған
Йыр – рух яҙыуы.
Ир данынан, ил зарынан яралған
моң – рух яҙыуы,
Башҡортомдоң бар булмышын
Һаҡлаған тел – рух яҙыуы…
Н.Нәжми “Урал” поэмаһында рух төшөнсәһен үҙенсә хәл итә. Ә хәҙер поэманың йөкмәткеһе буйынса һөйләшеүгә күсәйек. “Урал” поэмаһында артист Ишмөхәмәт улы Ишбулла һәм ят кеше тураһында һүҙ бара. “Урал” поэмаһында тормошта ысын булған хәл – ваҡиғалар һүрәтләнгән. Японияның баш ҡалаһы Токиола гастролдә саҡта артист эмигрант башҡорт менән осраша. Улар араһындағы һөйләшеү, башҡортлоҡ тураһындағы бәхәс поэма нигеҙен тәшкил итә.
Артист – Башҡортостандың ирекле улы, артисы, ҡурайсыһы, ят кеше- ҡасаҡ, илһеҙ, ерһеҙ эмигрант. “Урал” поэмаһы күп бәхәстәр тыуҙырған әҫәр. Һәр уҡыған кешенең был һорауға үҙ яуабы бар. Әҫәрҙәге ят кеше лә беҙгә ят түгел. Хәҙер ят кешенең кем булғаны, уның прототибы тураһында мәғлүмәт биреп киткем килә. 2002 йылдың 5-се һанында “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” рубрикаһында “Илемә хат” мәҡәләһе сыҡҡайны. Ул хат тарих төпкөлөнән килгән ауаз кеүегерәк яңғырай. Хат Учалы районы Шәрипи ауылында тыуып, күрше Әүеш ауылында йәшәгән Талха исемле ир-егет исеменән яҙылған. Талха Ғайса ахун Рәсүлевтың уртансы улы булып сыға.
Тыуған тупраҡтың, эскән-кискән һыуҙарҙың тәмен, ата-бабаларҙың үткәнен онотмай, яҡындарың-дуҫтарыңдан айырылмай, халыҡ менән бергә йәшәү, уның киләсәген ҡайғыртыу кешемен тигән кешенең бурысы ошо. Поэмала Н.Нәжми ҡәһәрле һуғыш арҡаһында зар-интизар булып, тыуған иленән – Уралынан ситтә йәшәүсе башҡорт, үҙ телен һәм үҙ моңон, тарихын онотмаһа ла, ысын башҡорт итеп иҫәпләнә алмай тигән аяуһыҙ ҡаты хөкөм сығара. Тыуған еренән үҙ ирке менән айырылмаһа ла, һуңынан бөтә ыҙа-яфалар менән булһа ла, уның кире әйләнеп ҡайтырға булдыра алмауын ғәйепләй автор. Автор уны ысын башҡорт түгел, тип иҫәпләй. Башҡортлоҡ төшөнсәһенә инә
-телеңде һәм тарихыңды белеү
-шәжәрәңде белеү һәм өйрәнеү
-халыҡҡа хеҙмәт итеү
-халыҡ тормошонан айырылмау
-рухлы булыу…инә.
Башҡортлоҡ тураһында күп яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрендә сағыла. 8 синыфта уҡыған Әмир Моратовтың “Башҡортолоҡ шиғырынан өҙөк иҫкә төшөрөп китәйек.[3,34]
Килә халҡым быуаттарҙы ярып,
Өмөт-ихласлыҡтар балҡытып.
Йәшәй халҡым,
Йәшәй төңөлмәйсә
Көслө булған өсөн башҡортлоҡ! – тип яҙа Әмир Моратов “Башҡортлоҡ” шиғырында.
Халҡыбыҙҙың киләсәген матур итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Әгәр ҙә ул белемгә эйә булһа, төрлө телдәр өйрәнһә, хәмер һаҙлығына батмаһа, рухи асылын юғалтмаһа, күренекле кешеләр тәрбиәләй алһа, ғаиләләрҙә рухлы балалар тәрбиәләнһә, милләтебеҙ яҙмышы, һис шикһеҙ, яҡты буласаҡ.
Киләсәктә милләтебеҙ таянысы, халҡыбыҙҙың ышаныслы, рухлы ул-ҡыҙҙары, Н.Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы буйынса бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ. Үҙебеҙгә уйланырға урын ҡалдырҙыҡ. Поэмалағы кеүек ҡатмарлы яҙмыштар кире ҡабатланмаһын. Һәр башҡорт тыуған ерендә үҙ рухына тоғро булып ҡалһын ине тип теләргә ҡала.
Йомғаҡлау
Был тема өҫтөндә эшләгәндә беҙ күп төрлө әҙәбиәт менән, шағирҙың биографияһы һәм ижады менән таныштыҡ, уның үҙенсәлектәрен белдек. Иң мөһиме шағирҙың ижадында Тыуған ил темаһы билдәләгән урынды асыҡланыҡ.
Был эштең айырмаһы – ул ғилмилек. Мин әле был өлкәлә үҙ аллы эшләй алмайым, шуға күберәк туғандарым, уҡытыусым ярҙамы һәм кәңәштәре менән эшләнем.
Был йыйылған материалды башҡорт теле дәрестәренән тыш, класс сәғәттәрендә, тарих дәрестәрендә ҡулланырға була тип уйлайым. Сөнки класташтарым араһында ғына ла, мин әҙәрләгән нәмәләрҙе белмәгән уҡыусылар бар икәнен беләм. Минең эшем менән улар ҙа ҡыҙыҡһынды.
Ғилми эш булһа ла, минең кеүек уҡыусылар ҙа эшләй ала. Минең миҫалға ҡарап улар ҙа ҡыҙыҡһынды һәм киләсәккә төрлө пландар ҡорҙо.
Башҡарылған эшебеҙҙән сығып, ҡуйылған маҡсатты үтәнек тип әйтә алам, сөнки Н.Нәжмиҙең ижадында тыуған ил темаһын өйрәндек, әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен анализ яһаныҡ, әҙиптең ижадын байҡап сыҡтыҡ. Әммә бындай эштәрҙе үҙемә генә эшләү ҡыйын әле, шуға ололарҙың ярҙамы кәрәк булды.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
1. // Бельские просторы.- № 11 (168) Ноябрь.- 2012 г.
2. Гималова М.Г. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы.
3. http://blang.ru/. Туған тел – башҡорт теле буйынса белешмә һәм мәғлүмәт порталы
4. http://nazar-nadjmi.ru Н.Нәжмиҙең сайты.
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"
Одеяльце
Есть в осени первоначальной...
Плавает ли канцелярская скрепка?
Почему люди кричат, когда ссорятся?