Поэзия.Проза.
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 22.49 КБ |
Бала сағым
Тыуған ерем артта ҡалды,
Тәпәй баҫҡан ерҙәрем.
Ялан аяҡ йүгергән,
Киң ялан, урмандарым.
Әсәй, атай тип әйткән,
Бәхетле бала сағым.
Үҙенә арбап торған,
Яҡты йылы , нурлы йортом.
Иҫтәремдә инде хәҙер,
Өләсәйем сәйҙәре,
Йырлай - йырлай самауырҙан,
Сәй эсергән мәлдәре.
Атай йорто
Тыуған йортом һәр саҡ мине,
Үҙенә тартып тора.
Шатлығын да, ҡайғыһын да.,
Үҙенә татып тора.
Тыуған йортом - ҡәлғәм минең,
Дауыл- елдәрҙән һаҡлай.
Иман көсө биреп миңә,
Ғүмер буйына яҡлай.
Ҡошсоҡ кеүек талпынып,
Дәртләнеп һиңә ҡайтам.
Һалҡын шишмәм һыуын эсеп,
Күңелгә йыр-моң алам.
Яҙ килә
Яҙҙар етә, ҡарҙар ирей,
Йылғаларҙан боҙҙар китә.
Урамдарҙа гөрләүектәр,
Шатлыҡ йырын йырлап үтә.
Тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Ҡояш нурҙарын һибә.
Умырзая баш күтәреп,
Донъяға сәләм бирә.
Аҡмуллаға
Башҡортомдоң бөйөк улы,
Мифтахетдин Аҡмулла.
Тура һүҙле, сәсән телле,
Шуға атағандар аҡ мулла.
Мөхәмәтша, Байыҡ сәсән һымаҡ,
Ул да булған данлы бер сәсән.
Ғорур башҡорт халҡы тураһында
Ҡобайырҙар яҙып ҡалдырған.
Аҡмулланың шиғырҙары,
Күңелемде арбап ала,
Һәр бер һүҙе өлгө булып,
Хәтеремдә ҡала бара.
Аҡмулла кеүек кешеләр
Йөҙ йылға бер тыуалыр.
Әйткән һүҙенә тап төшөрмәй,
Белем алыу бит фарыз.
Вәлитова Гөлдәриә, 11- се класс
Ҡыш
Ҡыш килә, һай, ҡыш килә,
Беҙгә яңы йыл елә.
Тирә-яҡ ап-аҡ булған
Йомшаҡ ҡар менән тулған.
Ҡар өҫтөндә балалар
Рәхәтләнеп ауалар.
Әйтерһең дә бөгөн улар,
Шулай бәхет йыялар!
Буранов Булат, 6-сы класс
Ҡыш бабай
Тылсым таяҡтары менән
Һүрәт төшөрҙө Ҡыш бабай.
“Һалҡын сыныҡтыра ғына,-ти ул,
Тышҡа сыҡ тиҙерәк, давай!”
Бәхтейәрова Вика, 6-сы класс
Каникулда
Бына тағы килеп етте
Беҙҙең ҡышҡы ялыбыҙ.
Дуҫтар менән ярышып,
Саңғыла беҙ шыуабыҙ.
Тирә-яҡтағы урмандар
Ниңәлер тынып ҡалған.
Күрәһең, йәнлектәр ҙә
Ҡышҡы йоҡоға талған.
Саф һауала саңғы шыуып,
Күңелгә беҙ ял алдыҡ.
Рәхәтләнеп шыуып туйғас,
Ҡайтырға беҙ юл алдыҡ!
Локоленко Дима, 6-сы класс
Яңы йыл
Яңы йыл килә беҙгә
Шатлыҡтар менән бергә.
Йәшел шыршы саҡыра
Беҙҙе күңел асырға.
Беҙ, балалар, яңы йылды
Һағынышып көткәйнек.
Бына килде, бына килде,
Беҙгә яңы йыл килде!
Фәйзуллина Юлиә, 6-сы класс
Фронтовик олатай
Еңеү яулауҙа ҡатнашҡан
Минең ҡарт олатайым.
Шуның өсөн дә мин уны
Батыр тиеп атайым.
Азатлыҡ өсөн көрәшеп
Фашистарҙы ҡыйратҡан.
Бик оҙон яу юлын үтеп,
Тыуған яғына ҡайтҡан.
Әсәйемә
Минең әсәйем Әлфиә
Бар донъяға нур һибә.
Яҡтырып китә донъя
Ул йылмайып ебәрһә.
Оҫта ҡуллы, сибәр йөҙлө,
Итәғәтле, һөйкөмлө!
Ниндәй генә һүҙ әйтһәм дә
Булыр кеүек аҙ төҫлө!
Әсәй
Әсәйем, әсәкәйем,
Донъяла иң ҡәҙерлем.
Һин миңә ғүмер бирҙең
“Ҡыҙым”,-тип өҙөләһең.
Мин әсәйемде яратам,
Әсәйем сәскә һымаҡ.
Ҡыш уртаһында тыуғанға,
Ромашка һымаҡ ап-аҡ.
Олатай һәм өләсәй
Олатай менән өләсәй
Күп йылдар бергә йәшәй.
Күктә ике ҡояш һымаҡ
Олатай һәм өләсәй.
Өләсәй беҙҙе өйрәтә
Өй эсендәге эшкә.
Беҙ бәхетле ошо ерҙә
Улар биргән кәңәшкә.
Башҡортостан
Башҡортостан-минең тыуған ерем,
Башҡортостан- тыуған төйәгем.
Сал Уралдың күкһел итәгендә
Йәйрәп ята тыуған ауылым.
Бик яратам йылға буйҙарын да,
Йәшел яулыҡ япҡан ҡырҙарың.
Туғайыңда көн-төн һайрап торған
Һандуғасын, хатта турғайын.
Тәбиғәттең төрлө миҙгеле лә
Башҡортостан һиндә урын тапҡан.
Ҡояшлы яҙ, алтын көҙҙәре лә,
Сәскәле йәй, ап-аҡ ҡышы ла.
Иҙрисова Линара, 7-се класс
Апайым Гөлгөнә
Минең апайым Гөлгөнә
Гел йылмая, гел көлә.
Әсәйемдең оло ҡыҙы,
Уң ҡулы, ярҙамсыһы.
Йырҙар йырлай, бейеп ала,
Йүгереп һыуға бара.
Беҙҙең менән серләшергә
Һәр ваҡыт яйын таба.
Беҙгә үрнәк апайым
Унан кәңәш һорайым.
Уға оҡшарға тырышып
Шиғыр яҙып ҡарайым.
Көҙ
Һары шәлен ябып ҡайындарға,
Көҙ апайы килде еремә.
Ҡулды болғап ҡалдыҡ беҙ ҡоштарға
“Осоғоҙ”,-тип яҙын кирегә.
Һары ғына матур япраҡтар
Түшәлделәр ергә ҡойолоп.
Ҡыҙыл уттай янған сағандар
Юлға баҫҡан төп-төҙ теҙелеп.
Кәримова Гөлйәр, 5 –се класс
Тыуған еркәйем
Ҡояш нурҙары һибелә
Минең тыуған еремә.
“Рәхмәт һиңә булған өсөн”
Шулай әйтәм илемә.
Мине һине бик яратам
Шуны илгә таратам.
Мәңге йәшә, илкәйем,
Йәшә тыуған еркәйем!
Хөсәйенова Әлиә, 5 –се класс
Алтындан да ҡиммәт бала икән...
(әкиәт)
Борон – борон заманда түгел, ә әлеге беҙҙең дәүерҙә йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың балалары булмаған,ти. Бер ваҡыт улар йәшәгән ауылдан сиғандар үтеп барған. Берәүһе әбейҙең ҡулында ялтлаған фирүзә ҡашлы ҙур алтын йөҙөктө күреп ҡала ла :
- Мин һиңә үҙемдең бәпесемде, ә һин миңә үҙеңдең йөҙөгөңдө бир, алмашайыҡ,-ти.
Әбей, әлбиттә, аптырай. Нисек инде үҙеңдең сабыйыңды нимәгәлер алмаштырырға була?
“Был кешенән барыбер изгелек көтөп булмаҫ”,-тип әбей бәпесте йөҙөккә алмаша.
Көндәр, айҙар, йылдар үтә,ти. Теге бәпес матур итеп егет ҡорона етә һәм ҡасандыр үҙен бер алтын йөҙөккә алмаштырып алған, ҡарап үҫтергән ата-әсәһенә ғүмере буйы рәхмәтле була. Әбей менән бабай ҙа улдарынан изгелек күргәндәренә шатланып бөтә алмайҙар,ти.
Ә теге “кәкүк әсә” ҡалған ғүмерен ҡараңғы тормошта яңғыҙы ыҙа сигә, ти.
Шулай, алтын-көмөштән дә ҡиммәтерәк бала икәнен күптәр һуңлап аңлай. Тормошта ла бар,ти, ундайҙар.
Ноғайғолова Алһыу, 6-сы класс
Итексе Шәһит
(әкиәт)
Борон-борон заманда ғына түгел, ә әлеге ваҡытта ла ҡыҙҙар үҙ парын, тиңен, яратҡанын көтә. Шулай беҙҙең заманда бер бабай ҡыҙына кейәү эҙләй башлаған,ти. Кейәүҙәре араһында кемдәр генә булмаған, хатта “яңы башҡорттар” ҙа булған, ти ! Төрлө завод-фабрика директорҙарының улдары ла, нефть эшкәртеүселәре лә булған. Тик ҡыҙға бер егет тә оҡшамаған.
Сөнки бер кәмселеге булған,ти. Ул оҙон кәүҙәле ҡыҙҙар араһында үҙенең уртаса буйы, иң мөһиме бәләкәй 34-се размерлы аяғы менән айырылып торған. Үҙенең бәләкәй аяҡтарына ярашлы аяҡ кейемдәре таба алмай йонсоған,ти. Сөнки бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡ кейеме 35-се размерҙан ғына башлана икән. Шунлыҡтан ҡыҙ “балалар донъяһынан” кейенгән,ти. Шулай бер ваҡыт уның тыуған көнөнә бүләк килеп төшә. Матур итеп биҙәлгән ҡумтаның эсендә гәлсәр туфлиҙар,ти. Иҫе китә ҡыҙҙың бындай матурлыҡты күреп. Иң мөһиме: был туфлиҙар уның аяғына тап-таман бит әле ул! Ҡайҙан, кем тарафынан бирелгән был бүләктәр?
Икенсе көндө ҡыҙҙың тутыйғошо уға туфлиҙың хужаһы Шәһиттән “һөйөү хаты” алып ҡайта. Егет ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай,ти. Ҡыҙ күп уйлап тормай риза булған. Сөнки яныңда аяҡтарыңа ғына ярашлы матур-матур туфлиҙар эшләп тороусы барҙа әллә ниндәй бай егеттәрең ары торһон бит!
Хисмәтуллина Аделина, 6 –сы класс
Тырышлыҡ – ҙур байлыҡ
(әкиәт)
Борон-борон заманда әле телефондар ҙа, компьютерҙар ҙа булмағанда, һуғыштың нимә икәнен дә белмәгәндә йәшәгән,ти, ике баҡа. Береһе шундай ялҡау, икенсеһе ,киреһенсә, бик тырыш, эшсән булған икән.
Бер заман урманда улар аҙыҡ эҙләп бер йортҡа тап булғандар,ти. Хужалар был ваҡытта өйҙә булмағандар. Был ике баҡа бер һауыт һөт тапҡандар һәм һөт эсәм тип һауытҡа төшөп тә киткәндәр,ти. Күпмелер ваҡыт үткәс былар сыҡмаҡсы булғандар, ләкин күпме генә тырышмаһындар сыға алмағандар икән. Ялҡау баҡа күп ҡаршылашманы, һөттә батып үлде. Ә егәрле баҡа шул тиклем тырышҡан.ти, хатта һөт майға әйләнеп, көршәктән һикереп кенә сыҡҡан,ти.
Ғиззәтуллина Эльнара, 6-сы класс
Неньютоновская жидкость
Плавает ли канцелярская скрепка?
Юрий Алексеевич Гагарин
Ворона
Два плуга