Башҡортостанда барған пионер хәрәкәте төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла барып етә һәм киң ҡолас ала. Тимер ауылын да урап үтмәй ул. Иң тәүге пионер отряды ауылда 1930 йылдың көҙөндә барлыҡҡа килә. Пионерҙар сафына 1919 йылда тыуған, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күһәткән, тырыш актив балаларҙы ҡабул итәләр. Пионер формаһы булмағанлыҡтан, улар галстукты ла үҙҙәре ҡыҙыл материалдан тегеп таҡҡандар һәм уны бик ҡәҙерләп һаҡлағандар. Бына улар, Тимер ауылының тәүге пионерҙары:
Балапанова Маһитап
Дәүләтбирҙин Фитрат
Алтынбаев Фәтхулла
Баязитов Салих
Ҡыуандыҡов Фәйзрахман.
Вложение | Размер |
---|---|
kemdr_ular_pionerzar.docx | 797.65 КБ |
Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе
Тимер филиалы
«Кемдәр улар пионерҙар?»
темаһына тикшеренеү эше
Башҡарҙы: 4-се класс уҡыусыһы
Баймырҙин Рушан
Етәксеһе:башланғыс кластар уҡытыусыһы
Баймырҙина Дилә Ниязбай ҡыҙы
Тимер –2020 й
Йөкмәткеһе.
Инеш
Беренсе бүлек. 1. Теоретик өлөш.
Икенсе бүлек. 2. Практик өлөш
2.1 Беҙҙең ауылдың тәүге пионерҙары.
2.2 Пионерҙарҙың эшмәкәрлеге.
Өсөнсө бүлек. Герой- пионерҙар.
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
Ҡушымта
Инеш
Бер ваҡыт мин иҫке журналдар ҡарап ултырғанда муйындарына ҡыҙыл косынка таҡҡан балаларҙы күреп ҡалдым. Әсәйем улар пионерҙар тип аңлатты. Мин пионерҙар тураһында күберәк белергә теләп, улар тураһында ҡыҙыҡһына башланым. Кемдәр улар, нимә менән шөғөлләнгәндәр?
Был теманы һайлап уларҙың тормошон, ниндәй файҙалы эштәр башҡарыуҙарын асыҡлағым килде. Сөнки хәҙер пионер ойошмалары юҡ һәм әлеге быуын балалары улар тураһында бер нәмә лә белмәйҙәр.
Тикшереү обьекты: пионерҙар
Тикшереү предметы: пионерҙарҙың тормошо
Эшемдең маҡсаты: пионерҙар тураһында күберәк мәғлүмәт туплау
Бурыстары:
Беренсе бүлек.
Теоретик өлөш. Кемдәр улар пионерҙар?
Һәр бер илдә үҫеп килгән йәш быуынға ҙур иғтибар бүленә, 100 йыл элек тә шулай булған. Дәүләтебеҙ тырыш, тәрбиәле, эшһөйәр балаларҙы, үҫмерҙәрҙе берләштергән ойошма төҙөргә ҡарар иткән. Йәш айырмаһына ҡарап, түбәндәге структура төҙөлгән:
Шулай итеп, беҙҙең илдә 1922 йылда пионер ойошмаһы төҙөлә. 19 май Пионерия көнө тип билдәләнелә.
“Пионер” һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар.
Пионерға инеү һәр кемдең теләгенә ҡарап башҡарылған. Ҡағиҙәгә ярашлы, 9 йәштән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар ингән. Иң беренсе сиратта уҡыу алдынғылары, активистар пионерға алынған, артабан ҡалғандар. Һуғыш суҡмарҙарын, ялҡау, насар уҡыусыларҙы пионерға алмағандар.
Пионерҙарҙың атрибуттары.
Пионер галстугы – ҡыҙыл төҫтәге муйынға бәйләй торған косынка. Үҙенең билдәле бер бәйләү тәртибе бар. Галстуктың өс мөйөшө 3 быуындың айырылғыһыҙ бәйләнешен аңлата: комунист, комсомол һәм пионерҙың. Шулай уҡ значоктары ла булған. Һәр бер пионер галстук, значок тағып йөрөргә тейеш булған һәм уны йыуып, үтекләп дөрөҫ итеп бәйләп йөрөткән. Мәктәпкә галстукһыҙ килеү оят һыналған.
Артабанғы атрибут- пионер салюты. “ Көрәшкә һәм эшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” тигән саҡырыуға уң ҡулын маңлай тирәһенә күтәреп “Һәр ваҡыт әҙер”, -тип яуап биргән.
Пионерҙарҙың үҙ формаһы ла булған: өҫ яғы аҡ, аҫты күк.
Тимәк, пионерҙар формаларын кейеп, галстук, значок тағып, бөхтә кейенеп йөрөгән.
Сафҡа алынған саҡта тантаналы рәүештә пионер антын ятлағандар.
Ҡағиҙә, закондары түбәндәгесә яңғыраған:
Пионерҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү, тормоштарын ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн төрлө саралар үткәрелгән: концерттар, спорт ярыштары, походтар һ.б.
Ҡыҙыл галстуклылар тарафынан бик күп файҙалы эштәр башҡарылған:
-макулатура, металлалом йыйылған,
- оло кешеләргә ярҙам башҡарылған,
- хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнгән.
Ғөмүмән, пионерҙар һәр ваҡыт файҙалы эш менән мәшғүл булған.
Икенсе бүлек
Беҙҙең ауылдың тәүге пионерҙары.
Башҡортостанда барған пионер хәрәкәте төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла барып етә һәм киң ҡолас ала. Тимер ауылын да урап үтмәй ул. Иң тәүге пионер отряды ауылда 1930 йылдың көҙөндә барлыҡҡа килә. Пионерҙар сафына 1919 йылда тыуған, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күһәткән, тырыш актив балаларҙы ҡабул итәләр. Пионер формаһы булмағанлыҡтан, улар галстукты ла үҙҙәре ҡыҙыл материалдан тегеп таҡҡандар һәм уны бик ҡәҙерләп һаҡлағандар. Бына улар, Тимер ауылының тәүге пионерҙары:
Балапанова Маһитап
Дәүләтбирҙин Фитрат
Алтынбаев Фәтхулла
Баязитов Салих
Ҡыуандыҡов Фәйзрахман.
Ул ваҡытта Тимергә Иҫке һәм Яңы Монасип ауылдарынан килеп уҡыйҙар. Уҡыу өсөн Кәшәф Иҫәнбаевтың ике бүлмәле өйөн һатып алалар. Мәктәп директоры Солтанбаев Мирза була. Был мәктәптә уҡыу 4-се класҡа тиклем генә була. 3-сө класта пионер сафына алалар.
Пионерҙарҙың эшмәкәрлеге.
Пионерҙар колхоз эшендә бик әүҙем ҡатнашҡандар. Йәй көндәре иген утағандар, бесән әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткәндәр, һабан башына сыҡҡандар, ат көткәндәр, молотилка менән иген һуҡтырғандар.
1934 йылда пионерға инеүселәр:
Дәүләтбирҙина Хөснә
Нәҙершин Мотаһар
Баязитов Халиҡ
Бикмөхәмәтов Нурғәли
Үлмәҫбаева Бибиямал
Ҡолдобаев Абдрафиҡ
Пионерҙар һәр ваҡыт эштең ҡыҙыу ерендә, уртаһында булырға тырышалар. Колхозға үҙҙәренең ҡул көсө менән бик күп ярҙам күрһәтеүҙәренә ҡарамаҫтан, ә был ярҙам яңы ғына төҙөлөп, аяҡҡа баҫа башлаған колхозға бик кәрәк була, пионерҙар халыҡҡа концерттар әҙерләп күрһәтергә лә, төрлө агитация эштәре алып барырға ла өлгөргәндәр.
1934 йылда пионерға инеүселәрҙең вожатыйы Шәрәфетдинов Ғилметдин ағай була. Тимерҙә 4-се класты тамамлағас, артабан уҡыуҙы икенсе ауылдарҙа- Янһары, Байназар, Иҫке Собханғол мәктәптәрендә дауам итергә кәрәк булған. Ул саҡта әле ятып уҡыр өсөн интернаттар булмай. Әлбиттә, бик күптәргә 4-се класс белеме менән генә сикләнергә тура килә. Сөнки икенсе ауылға йөрөп уҡыр өсөн йылы кейеме лә, ашарға ла кәрәк.китап, дәфтәр, ҡәләм, ручкалар етешмәй. Ҡайһы ваҡыт бөтә класҡа 1-2 генә китап була, шунлыҡтан уҡытыусы һөйләгәнде яҙып алыр булғандар. Яҙыр өсөн сәтләүектән ҡара эшләп, пероны сыбыҡҡа беркетеп яҙғандар.
Бөйөк Ватан һуғышы барған йылдарҙа ла пионерҙар сафына алыу дауам итә. 1943 йылда 1933-1934 йылда тыуған уҡыусылар пионер исеме алалар:
Нәҙершин Мөхтәр
Арыҫланғужина Рауза
Аллабирҙина Фәниә
Үлмәҫбаев Әбделхәй
Мөхәмәтов Ғибат
Ҡолдобаева Ғәбиҙә
Мырҙағолова Гөлнур
Мырҙағолова Мәрйәмбикә.
1942 йылдың 17 октябрендә пионервожатый Маликова Факиһаны, мәктәптә дөйөм линейка үткәреп, фронтҡа оҙаталар.
Илебеҙ өсөн иң ауыр булған көндәрҙә лә пионерҙар һынатмай. Улар уҡырға ла, ололар менән бер рәттән колхозда эшләргә лә өлгөрәләр: ер һөрәләр, иген игәләр, бесән эшләйҙәр. Көҙ көндәре баҫыуҙа ҡалған игенде сүпләп, 1-2 биҙрә итеп колхоз келәтенә тапшыралар. Бигерәк тә иген утауҙа пионерҙарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур була. Үҙҙәренә бүлеп бирелгән 14-15 сутый ерҙәге билсән һәм башҡа ҡый үләнде ҡулдары менән йолҡоп таҙарталар.
Бына шулай итеп, илебеҙҙең башҡа мөйөштәрендәге пионерҙар кеүек үк, беҙҙең ауыл пионерҙары ла үҙҙәрен һынатмай. Бик күп пионерҙар һуғыш яланында, партизан отрядтарында ҡаһарманлыҡ күрһәткән саҡта, Тимер ауылы пионерҙары, фронттан йыраҡ булһалар ҙа, тылда көйө ҙур хеҙмәт батырлыҡтары, тырышып белем алыуҙары менән Еңеү көнөн яҡынайтыуға булышлыҡ итеп, үҙҙәренең өлөшөн индергәндәр.
Ғөмүмән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла пионерҙар һәр ерҙә лә ысын пионерҙар- иң беренселәр булып ҡала белгәндәр. Бик күптәре уҡыуҙарын дауам итеп, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, хужалыҡтың төрлө өлкәһендә илебеҙгә тырыш хеҙмәт емештәрен өләшкән. Мәҫәлән, Нәҙершин Булат Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлап, райкомдың ауыл хужалығы мөдире булып эшләй. Баймырҙина Клара Белорет педагогия училищеһын тамамлап, Ағиҙел урта мәктәбендә уҡыта. Уҡыуҙарын дауам итә алмағандары ла үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән халыҡ ихтирамын яулай. Бик күптәре тыуған ауылында ҡалып, тыуған колхоздары өсөн көсөн йәлләмәй тир түгә. Ауылдың хәҙерге йөҙө өсөн, беҙгә, йәштәргә, киләсәк быуынға йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышалар. Үҙебеҙҙең бөгөнгө йәшәүебеҙ менән, көнкүреш шарттары, тормошобоҙ яҡты булған өсөн беҙ ана шул тәүгеләрҙән булған пионерҙарға ла бурыслыбыҙ.
Герой –пионерҙар.
Һуғышҡа тиклем балалар ҡәҙемге малай һәм ҡыҙҙар булған. Мәктәптә уҡыған, өйҙә ата-әсәһенә ярҙам иткән, уйнағандар, шаярғандар. Уларҙы тик туғандары һәм класташтары ғына белгән. Ул алыҫ ваҡыттарҙа мәктәптәрҙә пионер ойошмалары булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас балалар ҙа немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнашырға теләк белдерәләр, ләкин йәштәре бәләкәй булғас уларҙы армияға алмайҙар. Шулай ҙа кескәй генә пионерҙар йә партизан отрядттарында, хатта регуляр армияла ла ҡатнашалар.
Бына шуларҙың береһе Леня Голиков.
Лукино тигән ауылда үҫә ул. Ауылды дошмандар баҫып алғас- Леня партизандар отрядына ҡушыла. Разведкаға йөрөй, файҙалы мәғлүмәттәр алып килә. Бер ваҡыт ул юлда немец машинаһын күреп ҡала һәм уға граната ташлай. Машинанан немец генералы ҙур портфель менән килеп сыға ла ҡаса башлай. Леня уның артынан төшә. 1 км тирәһе уның артынан бер тотам ҡалмай йүгерә ул. Һәм Леня уны юҡ итеп портфелен партизан отрядына алып килә. Портфелдә бик мөһим документтар булған була. Хатта был документтарҙы генерал штабына-Мәскәүгә ебәрәләр. Ләкин күп тә үтмәй фашистар менән бер алышта Леня һәләк була. Һәм 1944 йылдың 2 апрелендә Леня Голиковҡа Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
Зина Портнова.
Зина каникулда булғанда һуғыш башланып китә. “Юные мстители” исемле подпольный ойошмаға ҡабул ителә. Улар фашистарға ҡаршы өндәгән листовкалар тараталар, төрлө диверсиялар эшләйҙәр. Бер көндә фашистар Зинаны тото палалар һәм подпольный ойошманың етәкселәрен белер өсөн язалай башлайҙар. Зина бер нәмә лә әйтмәй. Фашистар унан бер нисек тә әйттерә алмағас Зинаны үлтерәләр. Уның батырлығын Тыуған иле онотмай-ул үлтерелгәс, Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
Марат Казей.
Марат әсәһе менән йәшәгән ауылды ла фашистар баҫып ала. Көҙ еткәс Марат мәктәпкә 5 класҡа уҡырға бара алмай, мәктәпте фашист илбаҫарҙары үҙҙәренең өйө итеп алалар. Марат партизандар отрядына китә. Уны разведчик итеп ҡуялар. Фашистар менән ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Бер көндө фашистар менән алышта ул һәләк булып ҡала. Бына нисек була ул. Марат һуңғы патроны бөткәнсе атыша. Ә һуңғы гранатаһы ҡалғас, немец фашистарын яҡыныраҡ үҙе эргәһенә ебәрә лә уларҙы ла, үҙен дә шартлата. Ошо батырлығы өсөн Марат Казейға Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Минск ҡалаһында уға арнап һәйкәл дә ҡуйылған.
Валя Котик.
Ул йәшәгән ауылға фашистар килгәс, Валя иптәштәре менән фашистарға ҡаршы көрәшә башлайҙар. Валяны связной һәм разведчик итеп һайлап ҡуялар. Валя партизандар менән бәйләнеш тә булдыра. 14 йәшлек кенә малай өлкәндәр менән бер рәттә һуғыша. Ул 6 дошман эшелонын шартлата, Гитлер офицерын да юҡ итә. Ошо батырлыҡтары өсөн “Ватан һуғышы партизаны” тигән миҙал, шунан орден менән бүләкләнә, ә фашистар менән тиңһеҙ алышта һәләк булғас , Валя Котикка Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
Ошо Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 100-ләгән пионер “Бөйөк Ватан һуғышы партизаны” миҙалы, 15 меңе – “За оборону Ленинграда” миҙалы, 20 мең пионерға “ За оборону Москвы” миҙалы менән бүләкләнә. Ә 4 пионерға- Леня Голиков, Марат Казей, Валя Котик, Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
Йомғаҡлау.
Йылдар үтә. Ҡиммәттәр үҙгәрә. Бер ойошма икенсеһен алмаштыра. Әммә быҫҡып түгел, һәр саҡ янып йәшәргә өйрәткән, осҡондо ялҡын итергә саҡырған, эшкә, уҡыуға һәр ваҡыт әҙер торорға күнектергән, сыныҡтырған, сәмләндергән Пионер ойошмаһы оло быуын кешеләренең һәр саҡ йөрәгендә. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған.
Ә хәҙер мәктәптәрҙә Салауат Юлаев исемендәге пионерҙар ойошмаһы эшләп килә. Беҙҙә 4-се класты тамамлар алдынан ошо сафты тулыландырасаҡбыҙ. Киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ уҡып, ярҙамсыл, илебеҙгә лайыҡлы алмашсылар булып үҫербеҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Ҡушымта
Пионерҙарҙың атрибуттары
Беҙҙең ауылдың тәүге пионерҙары
Герой- пионерҙар
Зина Портнова
Марат Казей
Леонид Голиков
Валя Котик
Весенняя сказка
Круговорот воды в пакете
Как выглядело бы наше небо, если вместо Луны были планеты Солнечной Системы?
Интересные факты о мультфильме "Холодное сердце"
Почему люди кричат, когда ссорятся?