Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған балалар хәҙер һикһән-туҡһан йәшкә лә еткән.Тик тыл, һуғыш ветерандары сафтары йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Был тарихи эҙләнеү эшенә Тимер ауылында йәшәүсе тыл ветерандарының һуғыш тураһындағы хәтирәләре индерелде.
Мин тыл ветерандары менән осрашып бик күп кенә материал тупланым. Был эшкә тотоноуым , Бөйөк Ватан һуғышында балаларҙың тормошон өйрәнеү,уларҙың эшләгән изге эштәрен онотмау маҡсатым булып торҙо.
Тикшереү эшенең маҡсаты:
1.Бөйөк Ватан һуғышы осоронда балаларҙың тормошон һәм хеҙмәтен өйрәнеү.
2. Һуғыш йылдарында балаларҙың еңеүгә индергән өлөшөн асыҡлау.
3. Һуғыш йылдарында балаларҙың нисек ауырлыҡтарҙы йырып сығыуын асыҡлау.
Тикшереү эшенең бурыстары:
Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс,бөтөн ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһенә алған балалар – Еңеү көнөн яҡынайтыуға йәнен, тәнен аямай ҙур өлөш индереүселәр улар! Эшебеҙҙең бурысы булып, һуғыш балалары тураһында бай мәғлүмәт туплап, уны киләсәк быуындарға тапшырыу, тора. Әгәр ундай кешеләр булмаһа, беҙ ошо матур,яҡты көндәрҙе күрә алыр инекме икән!?
Һуғыш ауырлығын фронттағы яугирҙәр генә түгел ,ә тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, бала-саға ла, өлкән йәштәге ҡарттар ҙа берҙәй тигеҙ күтәргән.
Бөгөнгө көндә лә һынатмай тыл ветерандары. Мөғжизә шунда, онотолоп уйнар саҡтарында иҫ киткес ауырлыҡтар күтәреп, баштарынан ниҙәр генә үтмәгән әбей-бабайҙар әле булһа ла тынғы белмәйҙәр, бик күптәргә үрнәк булып матур донъя көтәләр.
Тимер ауылында әлеге ваҡытта дүрт тыл ветераны йәшәй: Баймырҙина Ғилмисафа, Буранова Зөләйха, Дәләтбирҙин Әхмәтғәле, Алтыншин Мөхәмәтдин. Күңелгә уйылып ҡалған юғалтыуҙар, көс етмәҫлек ауыр хеҙмәт,аслыҡ һәм яланғаслыҡ – быларҙың барыһында онотоу мөмкин түгелдер.
Ғилмисафа инәй 1928 йылда Бөрйән районы Яңы монасип ауылында донъяға килгән. Һуғыш ашланғанда уға ни бары 13 йәш булған.
“Һуғыш башланғас барлыҡ ирҙәр һуғышҡа китте,барлыҡ ауыр эш беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ҡарт-ҡоро иңендә ҡалды.Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән беҙ ҙә колхоз эшенә егелдек. Йәй көндәре малға бесән әҙерләнек, мал көттөк. Ә көҙөн ашлыҡ йыйыр мәл еткәс беҙҙе ураҡ урған ҡатын-ҡыҙҙар артынан башаҡ йыйырға сығарҙылар. Һәр классҡа йөкләмә бирәләр ине. Беҙ йыйған башаҡтарҙы келәткә алып барып уҡытыусыға тапшырабыҙ. Ә шул йыйған башаҡтарҙың исмаһам , берәүһен булһа ла, ауыҙға ҡабырға ярамай торғайны. Бер нисә бойҙай бөртөгө өсөн күпме кешенең, хатта балаларҙың ,баштарын төрмәгә тыҡтылар.
Алтыншин Мөхәмәтдин бабай бер эште лә ауыр тип тормай, күңел һалып эшләгән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған һәм гел алдынғылар рәтендә йөрөгән. “Бөтәһе лә – фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!”тигән ялҡынлы лозунг аҫтында эшләнек” , - тип хәтерләй Мөхәмәтдин бабай алыҫта ҡалған ул дәһәшәтле йылдар хаҡында.
Яҙ булһа ни килеп тороп ашарға нәмә юҡ, ялан аяҡ көйө йыуаға барабыҙ, яҙғы ҡояшҡа йылынып ятҡан таштарға баҫып бәпкә, һарына һәм башҡа ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыябыҙ. Яҙ булһа ер һөрҙөк Маһиҙа апайым ат башында йөрөй, мин дә шунда ярҙам итешеп йөрөнөм, ҡайһы берҙә ат башынан ҡолап төшә торғайным. Йәй булды ниһә звеновод апайым бесәнгә алып китә,бесән сабып 60-шар сутый ер сабыр кәрәк, күпме генә сабабыҙҙыр инде , кипкәс йыйҙырталар”, - тип иҫкә ала ауыр һуғыш йылдарын Зөләйха инәй.
Тиҙҙән Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. 74 йыл...Ә был яҙмаларҙа күпме инәй, бабайҙарҙың, балаларҙың әсе күҙ йәше, һыҙланыу,йөрәк әрнеүҙәре, күпме ҡайғы-хәсрәт, ғаилә фажиғәләре.
Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреүселәр әҙ булғанмы ни? Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иң дәрендә күтәргән балалар ,үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмөткә лайыҡ! Ошо ауыр ,ҡот осҡос йылдарҙа күпме ауырлыҡ,михнәт кисергәндәр улар.Бик күп ҡорбандар,ауырлыҡтар менән яуланған ул Бөйөк Еңеү.”Беҙҙең һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтар менән сағыштырғанда,бөгөн уйлап сығарылған көрсөк тигәндәре нимә ул.Иң мөһиме ерҙә тыныслыҡ булһын, табындарҙан ризыҡ өҙөлмәһен. Үткәндәрҙе, тарихты онотмағыҙ,улар һеҙгә һәр саҡ фәһем булып торһон!”, - тиҙәр улар.Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Вложение | Размер |
---|---|
muhamedyarova_milyausha.docx | 597.53 КБ |
Тезис
Мөхәмәтйәрова Миләүшә
Иҫке Монасип мәктәбене Тимер филиалының
4 класс уҡыусыһы
Тема: “Һуғыш емергән яҙмыш”

Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбе Тимер филиалы
Фәнни тикшеренеү эше
Тема:
“Һуғыш емергән яҙмыш”
(Һуғыш осорондағы Тимер ауылы балаларының яҙмышы)
Башҡарҙы:
Иҫке Монасип мәктәбе
Тимер филиалының 4 класс уҡыусыһы
Мөхәмәтйәрова Миләүшә Азат ҡыҙы
Етәксеһе: Баймырҙина Дилә Ниязбай ҡыҙы
2019
Йөкмәткеһе
Инеш.
1. Донъя уларға ҡала
2.”Бөтәһе лә фронт өсөн,бөтәһе лә еңеү өсөн.”
3..”Йөк аты урынына егелгән һыйырҙарға,алдан ҡарҙы тапап юл һалып бара торғайныҡ”
4.”Ураҡ урыусы ҡатын-ҡыҙҙар артынан башаҡ сүпләнек”
5..” Үгеҙ менән ер һөрҙөк, ә үҙебеҙ һабан артынан күренмәй ҙә инек”
6.” Кейергә кейем юҡ, аяҡтарға сепрәк урап йәки һалам бәйләп йөрөй торғайныҡ”
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Инеш
22 июнь халҡыбыҙ хәтеренә уйылып ҡалған ҡара көн. Тап ошо көндөң таңында фашистар армияһы тыныс илебеҙгә хыянатсыл баҫып инә һәм Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған, миллиондарса ғүмерҙе ҡыйған, илебеҙҙе емереклеккә дусар иткән оҙон дүрт йылға һуҙылған был һуғышҡа бер кем дә битараф түгелдер. Нисәмә йылдар үтһә лә, яу ҡырҙарында 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалтҡан илебеҙ халҡы был ҡәһәрле һуғышты иҫенән сығарғаны юҡ. Ул быуындарҙан-быуындарға күсә, килсәктә лә был көндө йөрәктәребеҙҙә фашизмға ҡарата нәфрәт уты тоҡаныр.
Ҡулдарына ҡорал тота алырҙай ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс,тылдағы бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар,ҡарт-ҡоро һәм бала-саға иңенә төшә.Эйе,күпме михнәт,мохтажлыҡ,ауырлыҡтар кисереп, һәм бик күп ҡорбандар менән яуланған был Бөйөк Еңеү.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған балалар хәҙер һикһән-туҡһан йәшкә лә еткән.Тик тыл, һуғыш ветерандары сафтары йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Һуғыш балалары тураһында күп кенә әҫәрҙәр, тарихи китаптар,документаль хеҙмәттәр баҫылып сыҡһа ла,айырым кешеләрҙең нисек йәшәүе, фиҙәҡәр хеҙмәтен үҙҙәренән ишетеү бөтөнләй башҡаса.Был тарихи эҙләнеү эшенә Тимер ауылында йәшәүсе тыл ветерандарының һуғыш тураһындағы хәтирәләре индерелде.
Мин тыл ветерандары менән осрашып бик күп кенә материал тупланым.Был эшкә тотоноуым , Бөйөк Ватан һуғышында балаларҙың тормошон өйрәнеү,уларҙың эшләгән изге эштәрен онотмау маҡсатым булып торҙо.
Тыл ветерандарына иҫтәлектәр төҙөү бик ауыр, сөнки уларҙың ҡайғы-хәстәттәрен,йөрәк әрнеүҙәрен, һуғыш яланында ятып ҡалған туғандарын иҫтәренә төшөрөргә тура килә һәм уларға ошо мәшхәрҙе ҡабаттан кисереү,әлбиттә еңелдән түгел.
Нисек кенә булмаһын, мин уларҙың яҙмышына битараф ҡала алмайым, ауылыбыҙҙың ветерандары менән шул көндәргә мин дә барып әйләнәм, хәтер ебен тағатам...Һәм, ошо дәһәшәтле ҡот осҡос йылдарҙа бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған балалар хаҡында бәләкәй генә булһа ла хәбәр, мәғлүмәт алыуҙан төңөлмәйем - эҙләнәм, яҙмыштарын үҙемсә ҡат-ҡат күҙ алдына килтереп, уйланам, һыҙланам…
Тикшереү эшенең маҡсаты:
1.Бөйөк Ватан һуғышы осоронда балаларҙың тормошон һәм хеҙмәтен өйрәнеү.
2. Һуғыш йылдарында балаларҙың еңеүгә индергән өлөшөн асыҡлау.
3. Һуғыш йылдарында балаларҙың нисек ауырлыҡтарҙы йырып сығыуын асыҡлау.
Тикшереү эшенең бурыстары:
Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс,бөтөн ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһенә алған балалар – Еңеү көнөн яҡынайтыуға йәнен, тәнен аямай ҙур өлөш индереүселәр улар! Эшебеҙҙең бурысы булып, һуғыш балалары тураһында бай мәғлүмәт туплап, уны киләсәк быуындарға тапшырыу, тора. Әгәр ундай кешеләр булмаһа,беҙ ошо матур,яҡты көндәрҙе күрә алыр инекме икән!?
Тикшереү эшенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе:
Һуғыш ауырлығын фронттағы яугирҙәр генә түгел ,ә тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, бала-саға ла, өлкән йәштәге ҡарттар ҙа берҙәй тигеҙ күтәргән.
Дүрт йыл буйы барған һуғыштың алғы һыҙығы ҡаҡшамаһын өсөн тылдағы көндәлек ҡаһарманлыҡтар,фронтты көнө-төнө икмәк ,ҡорал менән тәьмин итеүсе инәйҙәр,бабайҙар һәм бала-сағаларҙың үҙәк өҙгөс хәтирәләре сағылдырылған был тарихи эҙләнеү эшендә.
1.Донъя уларға ҡала
Башҡортостан республикаһынан ғына эшелон артлы эшелон хәрби техника,ҡорал,шыйыҡ яғыулыҡ,кейем-һалым,аҙыҡ-түлек фронтҡа оҙатыла.Һәр бер өсөнсө танк һәм самолет Башҡортостандан килгән бензиндә хәрәкәтләнә.Башҡортостан колхоздары һәм совхоздары 1941 – 1945 йылдарҙа дәүләткә 160 миллионбот иген, 383 мең тонна картуф,980 мең 700 тонна ит, 3 миллион 200 мең гектолитр һөт тапшыралар.Үҙҙәре ас-яланғас булһалар булалар, Бөйөк Еңеү өсөн йәндәрен фиҙа ҡылалар.Нисек кенә ауыр булмаһын,халыҡ Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көн-төн эшләйҙәр.Бирелгән йөкләмәләрҙе теүәл,ә хатта арттырып үтәйҙәр. Ололарҙың эштәрендә балалар ҙа бер эштән дә ҡурҡмай ҡатнаша,сөнки уларҙың Еңеүгә ышаныстары ҙур була.
Бөгөнгө көндә лә һынатмай тыл ветерандары. Мөғжизә шунда: онотолоп уйнар саҡтарында иҫ киткес ауырлыҡтар күтәреп, баштарынан ниҙәр генә үтмәгән әбей-бабайҙар әле булһа ла тынғы белмәйҙәр, бик күптәргә үрнәк булып матур донъя көтәләр.
Тимер ауылында әлеге ваҡытта дүрт тыл ветераны йәшәй: Баймырҙина Ғилмисафа, Буранова Зөләйха, Дәүләтбирҙин Әхмәтғәле, Алтыншин Мөхәмәтдин. Бөйөк Ватан Һуғышы бала саҡ йылдарына тура килеп, бығаса тарихта күрелмәгән ҡан ҡойошло һуғыштың тылдағы фажиғәләрен татыған, быуын булып ҡала улар.Күңелгә уйылып ҡалған юғалтыуҙар, көс етмәҫлек ауыр хеҙмәт,аслыҡ һәм яланғаслыҡ – быларҙың барыһында онотоу мөмкин түгелдер.
Үткәндәргә сәйәхәт ҡылғанда,йәшлектәренең,бала саҡтарының ҡанлы-йәшле йылдарға тура килеүен күңел яраларын ҡабаттан ҡуҙғытып,өр-яңынан баштарынан кисерҙеләр улар.
2.“Бөтәһе лә - фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн”
Алтыншин Мөхәмәтдин
(һуғыш башланғанда уға ни бары 15 йәш була)
Алтыншин Мөхәмәтдин 1926 йылда Бөрйән районы Тимер ауылында ғаиләлә иң өлкән бала булып донъяға килә.Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә.Мөхәмәтдин бабай иң өлкәне булғас,ҡалған балаларҙы ҡарау,йорт эштәрен башҡарыу уның иңенә төшә.
Бөйөк Ватан Һуғышы башланғас 1941 йылда Мөхәмәтдин бабайҙы Белорет ҡалаһына ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. ФЗО-ла ике ай уҡығандан һуң ,шунда уҡ Белорет металлургия комбинатында эшкә ҡалдыралар.Бына нимәләр хаҡында бәйән итте Мөхәмәтдин бабай: “Комбинатҡа эшкә килгәс тә, беҙҙе,бер төркөм малайҙарҙы , барактарға урынлаштырҙылар.Тәүҙә көндәр йылы булғанғамы,һыуыҡлыҡ беленмәне.Ә һуңынан көҙ,ҡыш айҙарында,тыштағы температура,эстәгеһе менән әллә ни айырылмай кеүек ине.Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында уҡытҡас,эш башлауы ла бик ҡыйынға төштө.Бигерәк тә урыҫ телен белмәгәс аңлауы ауыр була торғайны. Икмәкте талон менән бирҙеләр,шул икмәкте ҡайнар һыу менән эсәбеҙҙә эшкә сығып китә торғайныҡ”, - тип һөйләне ул. Алтыншин Мөхәмәтдин бабай бер эште лә ауыр тип тормай, күңел һалып эшләгән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған һәм гел алдынғылар рәтендә йөрөгән. “Бөтәһе лә – фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!”тигән ялҡынлы лозунг аҫтында эшләнек” , - тип хәтерләй Мөхәмәтдин бабай алыҫта ҡалған ул дәһәшәтле йылдар хаҡында. Һуғыш бөткәс, 1945 йылда , Алтыншин Мөхәмәтдин бабайҙы тыуған яғына – Тимер ауылына ҡайтаралар. Һәм ул, хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған колхозында малсы булып эшләй.
3.”Йөк аты урынына егелгән һыйырҙарға,алдан ҡарҙы тапап юл һалып бара торғайныҡ”
Ғазина Кәбирә Зәбир ҡыҙы
(һуғыш башланғанда 16 йәш булған )
Ғазина Кәбирә 1925 йылда Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған.Һуғыш башланғас та фермаға һауынсы булып эшкә сыҡҡан һәм шул уҡ мәлдә быҙауҙарҙы ла уҙе тәрбиәләгән. “Егерменән ашыу һыйыр һауа торғайным, ул һыйырҙарҙы иртән һауып сығарғас, колхозда бөтөнләй аттар булмағанлыҡтан баҫыуға ер һөрөүгә, ҡышын утын-бесән ташырға алып китә торғайныҡ.
Бер мәл урманға утынға барҙыҡ,ҡар ҡалын,ә һыйыр бик арыҡ,шунлыҡтан утынға ла көсө етмәй,көрттән дә атлай алмай. Һыйырҙың алдына йүгереп сығам да алдынан ҡарҙы тапап-тапап юл һалам, унан һуң кире йүгереп йөктөң артына сығып һыйырға йөктө этешкән булам үҙемсә. Аяҡтарҙа үрелгән алама ғына сабаталар, улары үҙәккә үтеп һыҙлайҙар. Ә һыйырҙы ла ,утынды ла имен-аман ауылға алып ҡайтып еткерергә кәрәк.
Ашарға бөтөнләй булманы тиерлек. Хеҙмәт хаҡы өсөн бер ус иген бирә торғайнылар. Яҙ етеүен дүрт күҙ менән көтөп,ер ҡарҙан саҡ ҡына асылыуы була, күмәкләп урманға һибеләбеҙ. Тамыр соҡоп , саҡ морон төрткән йыуа сүпләп ашай инек. Ә инде һуңынан ҡаҡы,балтырған, ҡымыҙлыҡ, һарынаға күсәбеҙ.
Бер мәл тиф ныҡ көслө таралып китте. Кешеләр ҙә күпләп үлә башланылар. Миңә лә эләкте был ауырыу һәм мине,техника ла,аттар ҙа булмағанлыҡтан Ағиҙел йылғаһы буйлап кәшмәк менән Иҫке Собханғол ауылына больницаға алып киттеләр. Шәбәйеп сыҡҡас кире фермаға элекке эшемә ҡайттым”, - тип хәтерләй үткәндәрен Кәбирә инәй.
4.”Ураҡ урған ҡатын-ҡыҙҙар артынан башаҡ сүпләнек”
Баймырҙина Ғилмисафа Хисаметдин ҡыҙы
(һуғыш башланғанда уға 13 йәш була)
Ғилмисафа инәй 1928 йылда Бөрйән районы Яңы монасип ауылында донъяға килгән. Һуғыш ашланғанда уға ни бары 13 йәш булған.
“Һуғыш башланғас барлыҡ ирҙәр һуғышҡа китте,барлыҡ ауыр эш беҙгә ,ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ҡарт-ҡоро иңендә ҡалды.Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән беҙ ҙә колхоз эшенә егелдек. Йәй көндәре малға бесән әҙерләнек, мал көттөк. Ә көҙөн ашлыҡ йыйыр мәл еткәс беҙҙе ураҡ урған ҡатын-ҡыҙҙар артынан башаҡ йыйырға сығарҙылар.Һәр классҡа йөкләмә бирәләр ине.Беҙ йыйған башаҡтарҙы келәткә алып барып уҡытыусыға тапшырабыҙ. Ә шул йыйған башаҡтарҙың исмаһам , берәүһен булһа ла, ауыҙға ҡабырға ярамай торғайны. Бер нисә бойҙай бөртөгө өсөн күпме кешенең, хатта балаларҙың ,баштарын төрмәгә тыҡтылар.
Аслыҡ бик көслө булды. Норма менән эш хаҡына бер ус иген бирәләр, беҙ уны алып ҡайтабыҙ ҙа, ҡул тирмәнендә тарттырып, бутҡа бешереп ашайбыҙ. Яҙ еткәс,тупраҡ аҫтында туңып ҡалған бәрәңге,ҡар һыуына йыуылып өҫкә ҡалҡып сыға,шул серек бәрәнгене сүпләп көн күрәбеҙ.Ә йәй көнө иһә ҡаҡы, балтырған, һарына ашап тамаҡ туйып ҡала торғайны . Колхозда май бешкәндә бер ҡалаҡ ҡына булһа ла май эләкмәй ине,һәр саҡ тикшереп ,күҙәтеп кенә торҙолар.
Ул заманда ҡыштар шул тиклем һыуыҡ булды.Өҫтә йүнле кейем дә юҡ,аяҡтарҙа тишкеләнеп бөткән сабата. Ауылда аттар булмағанлыҡтан өйгә утынды йәйәү йөрөп ташыныҡ.Утын тигәнем дә шул сыбыҡ-сабыҡ инде.Шуларҙы бер урынға йыйып бәйләйбеҙ ҙә йөкмәп йә булмаһа бәләкәй санаға тейәп алып айтып китәбеҙ. Өйҙә шырпы юҡ,ҡуҙ күмеп ҡалдырабыҙ,һуңынан уны өрә-өрә тоҡандырабыҙ.
Шулай көнө буйы эщләп арыһаҡ та бирешмәнек,кисен уйынға,кис ултырмаға бара торғайныҡ.Ысын күңелдән Еңеүгә өмөт бағаланыҡ һәм ышандыҡ. Ә һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе мин һыйыр һауып ултырғанда ишеттем.”
5.” Үгеҙ менән ер һөрҙөк, ә үҙебеҙ һабан
артынан күренмәй ҙә инек”
Дәүләтбирҙин Әхмәтғәле Зата улы
(Һуғыш башланғанда уға ун ике йәш була)
Дәүләтбирҙин Әхмәтғәле Зата улы 1929 йылдың август айында Тимер ауылында тыуған. Уның да бала сағы бик күптәрҙеке һымаҡ ауыр йылдарға тура килә. Әхмәтғәле бабай һуғыш башланғас та уҡ колхозда эш башлай.
Сәсеүҙе ниндәй ҡыйынлыҡ менән үткәрәләр! Үгеҙҙәр ҙә , аттар ҙа етмәгәнлектән, ун-ун ике ҡатын үҙҙәре егелеп һабан тарта. Әхмәтғәле бабай ҙа ситтә ҡалмай урталарында була.“Үгеҙ менән ер һөрөргә сығарҙылар, үҙем һабан артында, саҡ ҡына күренеп барам. Үгеҙҙе ашыҡтырған булып бар көсөмө һелтәнеп ҡыуам,норманы үтәргә кәрәк бит инде,ә үгеҙ ыжламайҙа үҙ яйына бара бирә,йә булмаһа бер туҡтаһа ,ҡуҙғатып алып китермен тимә. Шулай көн оҙоно һабан артында йөрөйһөң, туҡтап хәл йыйып алырға ла ваҡыт булмай. Бер ҡулыңда дилбегә булһа ,икенсеһендә ҡатып бөткән икмәк һынығы,шуны көнө буйы һурып йөрөгән булаһың.Көнөнә ун икешәр сәғәт эшләп арыуҙан йығылып киткән саҡтарҙа булғыланы.
Һуғыштың тәүге йылында аслыҡ бик үк һиҙелмәне. Ә бына 1942 – 1943 йылдарҙа ауырға төштө.Аслыҡтан шешенеүселәр күп булды. Ауылда ашарға аҙыҡ ҡалмағанлыҡтан Исхаҡов Рамаҙан һәм Баймырҙин Ирғәле болан , маралға һунар итеп,уның итен алып ҡайтып халыҡҡа таратып бирә инеләр. Беҙ малайҙар менән ваҡыт булған арала Иҙелдән балыҡ һөҙөп йәки тотоп ала торғайныҡ.Йәй көнө төрлө ашарға яраҡлы булған барлыҡ үлән менән туҡланһаҡ,ҡышын йыла һыҙырып , өйрә бешереп эсә инек. Йыланы урмандан алып ҡайтабыҙ ҙа ,ҡайнап торған һыуға бушатабыҙ, асығыу шул тиклем үҙәккә үткән,хатта шул боламыҡты үҙебеҙ өрөп бешерерҙәй булып көтөп ултырабыҙ.Ҡайһы бер кешеләр Әүжәнгә барып картуф алып ҡайта торғайнылар”.
6.” Кейергә кейем юҡ, аяҡтарға сепрәк урап йәки һалам бәйләп йөрөй торғайныҡ”
Буранова Зөләйха Маҙһар ҡыҙы
(һуғыш башланғанда 8 йәш була)
Буранова Зөләйха Маҙһар ҡыҙы 1933йылда (ул әйтеүенсә япраҡ ҡойолған мәлдә) Бөрйән районы Тимер ауылында тыуа. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул уҙенең бала сағын өләсәһендә үткәрә. Йәй көндәре йәйләүҙәрҙә, ҡышын ауылда булалар.Һуғыш башланғас ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙдар ауылда ҡала. Күбеһенсә бөтөн эш бала-сағаларға төшә. “Иртәнән кискә тиклем эш эшләнек.Беҙ олораҡтар бесәнлектә бесән сабабыҙ, ә йәшерәк балалар урманға еләк-емешкә баралар.Ҡыш көнө ҡар көрәйбеҙ, үҙебеҙ киндер ыштан кейеп алғанбыҙ, кемдәрҙер тубыҡтарына һалам үреп алған булалалар. Кискеһен ут яҡтыһына фронттағыларға ойоҡ, бейәләй бәйләп ебәрә торғайныҡ. ҡышын бесәнгә йөрөйбөҙ , эҫкерт башын көрәтергә ебәрәләр, аяҡта туҙган сабата, салбар ҡайҙа инде ул саҡта, тубыҡҡа сепрәк урап йөрөйбеҙ. Яҙ булһа ни килеп тороп ашарға нәмә юҡ, ялан аяҡ көйө йыуаға барабыҙ ,яҙғы ҡояшҡа йылынып ятҡан таштарға баҫып бәпкә, һарына һәм башҡа ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыябыҙ.Хәҙер уйлап ҡуям, аттарға ла шуны ашата торгайнылар бит. Яҙ булһа ер һөрҙөк Маһиҙа апайым ат башында йөрөй, мин дә шунда ярҙам итешеп йөрөнөм, ҡайһы берҙә ат башынан ҡолап төшә торғайным. Йәй булды ниһә звеновод апайым бесәнгә алып китә,бесән сабып 60-шар сутый ер сабыр кәрәк, күпме генә сабабыҙҙыр инде , кипкәс йыйҙырталар”, - тип иҫкә ала ауыр һуғыш йылдарын Зөләйха инәй.
Йомғаҡлау.
Тиҙҙән Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. 74 йыл...Ә был яҙмаларҙа күпме инәй, бабайҙарҙың, балаларҙың әсе күҙ йәше, һыҙланыу,йөрәк әрнеүҙәре, күпме ҡайғы-хәсрәт, ғаилә фажиғәләре.
Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреүселәр әҙ булғанмы ни? Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иң дәрендә күтәргән балалар ,үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмөткә лайыҡ! Ошо ауыр ,ҡот осҡос йылдарҙа күпме ауырлыҡ,михнәт кисергәндәр улар.Бик күп ҡорбандар,ауырлыҡтар менән яуланған ул Бөйөк Еңеү.”Беҙҙең һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтар менән сағыштырғанда,бөгөн уйлап сығарылған көрсөк тигәндәре нимә ул.Иң мөһиме ерҙә тыныслыҡ булһын, табындарҙан ризыҡ өҙөлмәһен. Үткәндәрҙе, тарихты онотмағыҙ,улар һеҙгә һәр саҡ фәһем булып торһон!”, - тиҙәр улар.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1.Ҡотлогилдина З.С. Һуғыш балалары – тарих яралары: хәтирәләр,иҫтәлектәр. – Өфө: Китап,2010. - 244 бит
2.Дәһшәтле йылдар шаңдауы. - Өфө: Китап, 2005. - 512
3.Тимер ауылы тарихы: папка
Повезло! Стихи о счастливой семье
Весёлая кукушка
Учимся рисовать горный пейзаж акварелью
Астрономический календарь. Февраль, 2019
Фильм "Золушка"