Мин бәхетле тыуған еремдә!
Башҡортостан, тыуған илем,
Гүзәл һинең ерҙәрең!
Бөгөнгөләй тыныс булһын
Алда килер көндәрең.
Гел дә берҙәм булайыҡ беҙ,
Донъялар имен торһон.
Барса милләт татыу булып,
Йәшәр оялар ҡорһон!
Вложение | Размер |
---|---|
sochinenie_.docx | 18.25 КБ |
Мин бәхетле тыуған еремдә!
Башҡортостан, тыуған илем,
Гүзәл һинең ерҙәрең!
Бөгөнгөләй тыныс булһын
Алда килер көндәрең.
Гел дә берҙәм булайыҡ беҙ,
Донъялар имен торһон.
Барса милләт татыу булып,
Йәшәр оялар ҡорһон!
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ерем! Был һүҙҙәрҙе тыуған илен, тыуған төйәген яратҡан кеше генә әйтә ала. Ә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ кеүек ерҙе яратмай буламы һуң?! Балдай татлы һыуҙарың да, тәрән күлдәрең дә, мәғрүр тауҙарың да, ҡышҡы ажғыр бурандарың да, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген-ҡырҙарың да – бөтәһе лә йөрәк түрендә. Күпме генә һыуҙар аҡһа ла һин минең өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле һәм ғәзиз илем!
Башҡортостаным! Кемдәр генә һинең ошо матурлығыңа һоҡланмаған да, кемдәр генә һине данламаған! Ошо матурлығыңды һаҡлап, кемдәр генә башын һалмаған! Данлыҡлы батырҙарыбыҙ, ерен-һыуын һаҡлаған ир-егеттәребеҙ, халҡының киләсәге өсөн борсолған азаматтар бер-бер артлы күҙ алдына килә. Рәхмәт, тием, уларға тыуған ерем, эсәр һыуым, һулар һауам өсөн. Матур тәбиғәтле был ерҙә тыуғаныма һөйөнәмен, йәшәгәнем өсөн ҡыуанам, ошо ерҙә йөрөгәнгә бәхетлемен һәм еребеҙҙе сит-яттарға бирмәгәнгә ата-бабаларға сикһеҙ рәхмәтлемен!
Тыуған ер төшөнсәһен туған телһеҙ күҙ алдына килтереп булмай, сөнки кеше үҙенең телен белмәй икән, уның Тыуған иле булмау менән бер. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы. Милләтте – милләт, халыҡты – халыҡ иткән нәмә – ул туған тел.
Минең тыуған төйәгем – Баҡалы районының Ҡаҙансы ауылы - ошо гүзәл еремдең бер өлөшө. Ул тауҙар итәгендә урынлашҡан. Тәбиғәте иҫ киткес матур, уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Таҙа, балыҡҡа бай, йылғаһы бормаланып - бормаланып ауылым эргәһенән аға. Йылға буйҙарында үҫкән зифа талдар, мөһабәт тирәктәр йәй буйы бала-сағаның һыуҙа ҡойоноуын күҙәтә.
Ошондай бәләкәй, ләкин иҫ киткес матур төйәктәрҙән барлыҡҡа килгән дә инде Башҡортостаныбыҙ. Бөгөнгө көндә Башҡортостан – тиңдәр менән тиң булып йәшәгән күп милләтле дәүләт, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек төйәге ул. Ошо ерҙә бер туғандай татыу булып йәшәй рус һәм башҡорт, татар һәм сыуаш, латыш һәм мордва.
Бөтә милләт кешеләре лә үҙ йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен тотоп, үҙ телендә һөйләшеп, бер-береһе менән тығыҙ аралашып, дуҫ, татыу йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына республикабыҙ ҙур уңыштарға өлгәшер, тотороҡло, имен тормошта йәшәр, үҙаллы Башҡортостан булып ҡалыр.
Мин Башҡортостанда тыуып үҫеүемә,бында йәшәүемә, үҙ туған башҡорт телендә аралашыуыма бик шатмын! Моғайын, илемдән ситтә йәшәй алмаҫмын мин. Был минең Тыуған ерем, һөйгән төйәгем! Хатта, ҡоштар ҙа көҙ көнө йылы яҡҡа осһалар ҙа, яҙын кире әйләнеп ҡайталар. Мин дә ситкә китһәм,тиҙ үк һағынам. Эсәр һыуым, һулар һауам таҙа, яҡындарым имен, киләсәгем өмөтлө булыу менән мин бәхетле. Мин бәхетле, сөнки Тыуған илемдә халҡым дуҫ һәм шат йәшәй. Мин бәхетле, сөнки аяғымда үҙ еремдә ныҡлы баҫып торам. Мин бәхетле, сөнки һәр таңым тыныс һәм яҡты. Ер йөҙөндәге һәр балаға ла ошондай бәхетле көндәрҙе теләр инем, мөмкин булһа, бүләк итер инем.
Карандаши в пакете
Рисуем зимние домики
Астрономический календарь. Март, 2019
Есть ли лёд на других планетах?
Как нарисовать лимон акварелью