Халҡыбыҙҙың,Башҡортостаныбыҙҙың бренды булған башҡорт балына арнала.
Вложение | Размер |
---|---|
insha_.bashkort_baly.doc | 40 КБ |
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы
КОНКУРСЫНА ИНША.
ТЕМА: «Башҡортостан-баллы төбәк »
Башҡарҙы:Мозафарова Алина
Игенйылға төп дөйөм белем биреү
мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы
Етәксеһе:Мозафарова М.М.
2014 йыл
Бар донъяла башҡорт балы
Тәмленең дә тәмлеһе.
Тыуған илем Башҡортостан-
Бар илдән иң йәмлеһе.
Мәктәптә Республика көнөнә арналған иншалар конкурсы иғлан ителгәс, ниндәй теманы һайларға тигән тигән уй йүгерҙе башымдан.Һәм тыуған еремдең мөғжизәһе булған башҡорт балы тураһында яҙырға булдым.
Ысынлап та, бал-Хоҙай биргән бүләк ул.Юҡҡа ғына бал ҡорттарын Аллаһы тәғәләнең яратҡан йән эйәләре тимәгәндәрҙер.
Башҡорт балы-иң файҙалыһы һәм бөтә донъяға билдәле. Ул төрлө илдәрҙә үткән халыҡ-ара йәрминкәләрҙә ҡатнашып, алтын миҙалдар менән бүләкләнгән.
Башҡортостан-баллы төбәк, тиҙәр. Донъяла тиңе булмаған башҡорт балының үҙенсәлеге тәбиғәттең байлығына, хозурлығына бәйле.Урал тауҙары ҡосағына һыйынып,йәйрәп ятҡан ғәжәп йомарт, ожмахҡа тиң еребеҙҙә ниндәй генә сәскәләр үҫмәй!Сәскә балы- файҙалы, ә йүкә сәскәһенән йыйылғаны- иң тәмлеһе.
Беҙҙең Ғафури урмандары йүкә ағасына бай булыуы менән айырылып тора.
Бындай урмандар бигерәк тә Талпар,Яңы Бурлы ,Ибраһим, Юлыҡ,Сәйетбаба яҡтарында күп. Беҙҙең яҡ ҡорт тотоусылары ла умарталарын Талпар яғына алып баралар.
Йүкә сәскә атҡан ваҡыт- йәйҙең иң йәмле көндәре.Ауылыбыҙҙы уратып алған урмандарҙан, йорт тирәһендә үҫкән йүкәләрҙән аңҡыған бал еҫе бөтә тирә-яҡҡа тарала. Һауаны һулап та туймаҫлыҡ. Ә егәрле нәҙекәйбилдәр ал-ял белмәйенсә бал ташыйҙар.
“Өлгөрмәҫлек ташып бал ҡорттары-
Йүкәләрҙән
Һығылып бал тама!
Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда,
Ҡулың нисек барыр балтаға!
Сәскәләрен һыпырып сәйгә һалам-
Шау бал булып аңҡый сәйҙәрем.”
-тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Йүкә ағасының файҙалы икәнен кем генә белмәй. Умартасыларҙың тәпән-тәпән бал алыуҙары һөйөндөрә. Әммә был ағас йыш ҡына төҙөлөш материалы булараҡ та файҙаланыла. Башҡорт балының мәртәбәһен,бәҫен арттырыусы йүкә урмандарын һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек!
Мәшһүр йырсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың:
“ Грузинский сәй сәйнүктә,
Өҫтәлдә башҡорт балы”- тип йырлағанын ишеткәнебеҙ бар.Эйе, хуш еҫле бал менән сәй эсеү- үҙе бер ғүмер. Был татлыҡай өҫтәлгә килеп ултырғансы күпме көс һалыныуын, тир түгелеүен умартасы ғына белә.
Ата-бабаларыбыҙ борондан уҡ бал ҡорттарын аҫрағандар. Яңы Бурлы ауылында йәшәүсе 93 йәшлек Исмәғил бабайым элек кешеләрҙең бал ҡорттарын түмәр умарталарҙа тотоуҙары тураһында һөйләй. Атай-олатайҙары умартасылыҡ менән шөғөлләнгән ,үҙе лә ғүмер баҡый ҡорт тотто. Хәҙер был эште ҡыҙы менән кейәүе дауам итә. Әйткәндәй, ул әле лә балаларына ҡорт ҡарарға ярҙамлаша.
Шуныһы ҡыуаныслы:һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен үҙ итеүселәр һаны арта бара.Минең бабайым Рәис тә ошо шөғөлгә тотоноп китте.Мәләүездә заводта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, бер ҙә тик ятҡыһы килмәне.Ҡаланан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан баҡсаһында бал ҡорттары аҫрай.Сифатлы бал менән ғаиләһен тәьмин итә, ярайһы ғына табыш та ала.
Республикабыҙҙа умартасылыҡты үҫтереүгә етди иғтибар бирелә.Ошо шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, табышлы тармаҡты үҫтереү өсөн бал байрамдары, умартасылар ярышы үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл бындай ярыш беҙҙең районда үтте.Сөнки үткән йылғы еңеүсе-Рәдиф ағай Халиҡов- күрше Ҡотлоғужа ауылынан. Отставкалағы подполковник,әүҙем йәмәғәт эшмәкәре (ауыл старостаһы), район умартасылар Ассоциацияһы рәйесе. Тыуған нигеҙенә ҡайтып, атай-олатайҙарының шөғөлөн дауам итеүсе, ауылдаштарын да, бигерәк тә, йәштәрҙе, умартасылыҡ серҙәренә төшөндөрөүсе, әйҙәүсе. Рәдиф ағай үҙе лә ,бал ҡорто кеүек тырыш, егәрле кеше. Йорт- ҡураһы төҙөк, ауылға йәм,ҡот биреп ултыра. Ошондай кешеләр булғанда халҡыбыҙҙың бай тарихлы шөғөлө-умартасылыҡ -бер ҡасан да юғалмаясаҡ.
Киләсәгебеҙ өмөтлө һәм ышаныслы булһын тиһәк, бал ҡорттары кеүек тырыш,берҙәм, татыу булайыҡ !
Л. Нечаев. Яма
В чём смысл жизни. // Д.С.Лихачев. Письма о добром и прекрасном. Письмо пятое
Самодельный телефон
Вокруг света за 80 дней
"Портрет". Н.В. Гоголь