XXI быуат уҡытыусыһы
Уҡытыусы - ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Р. Ғарипов
Әлеге иҫ китмәле юлдарҙан, донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат – Уҡытыусы тураһында һүҙ барғаны аңлашылып тора. Уҡытыусы... күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә... Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше – ул Уҡытыусы.
Һәр бер кеше был тормошта уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, сөнки әлеге бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, улар өсөн янып-көйгән, киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.
Уҡытыусы… Һәр беребеҙҙең яҙмышы ошо изге һөнәр эйәләре менән бәйләнгән. Киләсәктә кем генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ уларға ғүмер буйына бурыслыбыҙ.
Әлбиттә, хәҙерге заманда аҙ түләүле лә, ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәрҙең абруйы кәмегән һымаҡ. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, заманалар үҙгәреүе менән беҙ ҙә, йәш быуын кешеләре үҙгәрәбеҙ. Минең уйлауымса уҡытыусы ҡайһы ғына заман, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, уҡытыусы булып ҡала белергә тейеш.
XXI быуат - мәғлүмәт еткереү һәм алыу ысулдарының күп төрлө булған дәүер. Заман дәресен информацион технологияларһыҙ, компьютер, интерактив таҡтаһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Алдынғы техника хәҙер һәр мәктәптә, һәр класта, һәр йортта, тимәк үҙен заман уҡытыусыһы тип һанаған уҡытыусы, үрҙәге һанап кителгән технологиялар менән дә эш итә белергә бурыслы.
XXI быуат – үҙем, дуҫтарым, замандаштарым йәшәгән ваҡыт. Уның ниндәй булыуы тик беҙҙән – ошо быуат кешеләренән тора.
Вложение | Размер |
---|---|
glimova_anzhela.docx | 19.42 КБ |
Республика көнөнә һәм Рәсәй киноһы йылына арналған “Республикама дан йырлайым!” ижади эштәр конкурсы
XXI быуат уҡытыусыһы
Глимова Анжела, 8-се Б класс уҡыусыһы,
Башҡортостан Республикаһы
Нуриман районы муниципаль районының
Павловка ауылы урта дөйөм
белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем
биреү учреждениеһы
Етәксеһе: Глимова Фәнилә Фуат ҡыҙы,
башҡорт теле уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһы
Нуриман районы муниципаль районының
Павловка ауылы урта дөйөм
белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем
биреү учреждениеһы
2016
XXI быуат уҡытыусыһы
Уҡытыусы - ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Р. Ғарипов
Әлеге иҫ китмәле юлдарҙан, донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат – Уҡытыусы тураһында һүҙ барғаны аңлашылып тора. Уҡытыусы... күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә... Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше – ул Уҡытыусы.
Һәр бер кеше был тормошта уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, сөнки әлеге бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, улар өсөн янып-көйгән, киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.
Уҡытыусы… Һәр беребеҙҙең яҙмышы ошо изге һөнәр эйәләре менән бәйләнгән. Киләсәктә кем генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ уларға ғүмер буйына бурыслыбыҙ.
Әлбиттә, хәҙерге заманда аҙ түләүле лә, ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәрҙең абруйы кәмегән һымаҡ. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, заманалар үҙгәреүе менән беҙ ҙә, йәш быуын кешеләре үҙгәрәбеҙ. Минең уйлауымса уҡытыусы ҡайһы ғына заман, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, уҡытыусы булып ҡала белергә тейеш.
XXI быуат - мәғлүмәт еткереү һәм алыу ысулдарының күп төрлө булған дәүер. Заман дәресен информацион технологияларһыҙ, компьютер, интерактив таҡтаһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Алдынғы техника хәҙер һәр мәктәптә, һәр класта, һәр йортта, тимәк үҙен заман уҡытыусыһы тип һанаған уҡытыусы, үрҙәге һанап кителгән технологиялар менән дә эш итә белергә бурыслы.
XXI быуат – үҙем, дуҫтарым, замандаштарым йәшәгән ваҡыт. Уның ниндәй булыуы тик беҙҙән – ошо быуат кешеләренән тора.
Чем пахнут ремёсла? Джанни Родари
10 зимних мастер-классов для детей по рисованию
Белый лист
Новый снимок Юпитера
Как напиться обезьяне?