Йәш хәбәрсе
Вложение | Размер |
---|---|
ysh_hbrse.docx | 35.59 КБ |
Көҙгө бал.
Абҙаҡ мәктәбендә бик күңелле итеп « Көҙгө бал» байрамын үткәреп ебәрҙек. Бишенсе кластан батша – Алсын Фаизов, ә батшабикә – Вилена Ғүмәрова ине. Байрамды әҙерләүсе һәм алып барыусы Миләүшә Мәүлитйән ҡыҙы менән Алина Дежнюк булдылар.Һәр бер кластан батша һәм батшабикә билдәләнгәйне. Ярыш төрҙәре бик ҡыҙыҡлы булды; уҡыусылар әртискә лә әйләнеп киттеләр,актер ҙа булдылар,бейеүҙә лә һынатманылар. Ә өҫтәлдәр ,иһә, көҙгө байлыҡтан һығылып торҙо! Бөтә кластар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Шулай итеп,еңеүселәр: Фаизов Алсын менән Килова Лилиә булдылар. Улар был исемгә ысынлап та лайыҡлы инеләр. Сөнки икеһе лә төрлө яҡтан да оҫта һәм тырыштар. Бына ошолай беҙ мәктәбебеҙҙә күңел асабыҙ,һәм,әлбиттә тырышып уҡыйбыҙ!
Ғүмәрова Вилена
5-се класс
Китап – белем шишмәһе.
Беҙҙең мәктәптә « Китап һөйөүселәр» конференцияһы уҙғарылды. Бишенсе класс « Атай икмәге»хикәйәһе менән таныштырҙы,алтынсы класс Д.Бүләковтың «Ҡара икмәк» әҫәрен һөйләне,унынсылар -Һ.Дәүләтшинаның « Ырғыҙ»романын,туғыҙҙар – Р.Фәхретдиндең « Әсмә» романын,ә инде һигеҙенселәр З.Биишеваның «Кәмһетелгәндәр»ен тасуирланылар. Шунда уҡ әҙиптәрҙең яҙмыштары тураһында ла телгә алынып китте. Миңә бөтәһенең дә сығышы бик оҡшаны!
Ә мин етенселәр исеменән М.Кәримдең «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ»повесын һөйләнем.Төп геройҙың бала сағында ике ҡушаматы булған икән: « Кендек» менән « Рукавказ». Ул гел генә оло инәһенең артынан эйәреп йөрөгәс – «Кендек» тип йөрөтәләр. Бер ваҡыт бөтә малайҙар йыйылып һуғыш уйнағанда һәр береһенә ил исеме ҡушҡандар.Ҡайһыһы “ Япония”,ҡайһы бере “ Англия” ҡушаматы ала,ә Кендеккә сират килеп етһә,исемдәр бөтә лә ҡуя икән. Шунан, Шәһиҙулла аптырап ҡалмай , “Рукавказ” тигән һүҙ уйлап таба.Ғөмүмән, повесть миңә бик оҡшаны һәм уны тулыһынса һөйләп сығырға әҙермен,үҙебеҙҙең уҡыусыларға ла уҡып сығырға тәҡдим итәм.
Китап уҡырға кәрәк,уның беҙҙең тормошобоҙға әһәмиәте ,тәьҫире бик ҙур.В.И.Ленин бабайыбыҙ “ Уҡырға,уҡырға һәм уҡырға”- тип өгөтләгән. “Наҙанлыҡтан ҡурҡығыҙ !”-тигән Аҡмулла. “Уҡыған тешләгән,уҡымаған ятып ҡалған”, тигән мәҡәл дә бар. Был һүҙҙәр бик дөрөҫ,уҡыған кешенең мейеһе эшләй,ә уҡымағандыҡы - эшләргә хәрәкәтһеҙ. Уҡығандың тормошо дауам итә, ә уҡымағандың – тормошо туҡтап ҡала; йә юлдан сыға,йә һаҙлыҡҡа бата.
Хәликов Юлай
7- се класс
Центральная часть Млечного пути приоткрывает свои тайны
Рисуем одуванчики гуашью (картина за 3 минуты)
Гном Гномыч и Изюмка. Агнеш Балинт
Интересные факты о мультфильме "Моана"
Смекалка против Змея-Горыныча