Беҙҙең илебеҙҙә фалеристика фәне 1917 йылдан һуң үҫешә башлай. Хеҙмәттәге уңыштарҙы, күренекле даталарҙы, ваҡиғаларҙы сағылдырған значоктар, жетондар сығарыу йолаға әүерелә, Совет илен данлау, йәштәрҙе тәрбиәләү сараһына әүерелә.
Мин үҙебеҙҙәге значоктар коллекцияһын өйрәнергә теләнем, ләкин улар билдәле бер тәртиптә түгел ине. Уның өсөн түбәндәге маҡсаттарҙы ҡуйҙым:
Вложение | Размер |
---|---|
текст. Фалеристика | 221.45 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
БӨРЙӘН МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
Иҫке Собханғол урта мәктәбе Ғәлиәкбәр филиалы
МАН – 2015
ТАРИХ секцияһы
ТЕМА: ФАЛЕРИСТИКА
Башҡарҙы: 5- се класс уҡыусыһы Бикишева Айгөл Фәиз ҡыҙы
Етәксе: Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы)
Ғәлиәкбәр мәктәбе – 2015
Йөкмәтке
I. ИНЕШ. ………………………………….……………………………………………………………………………2 -3
II. ТӨП ӨЛӨШ……………………………………………………………………………………………………4 - 12
II.1. Ҡалалар, өлкәләр, автономиялы республикалар…………………………. 5 -7
II.2. Фалеристикала геральдика………………………………………………………………...….7
II.2.1. Болгария гербы…………………………………………………………………………………….8
II.2.2. СССР гербы………………………………………………………………………………………….8
II.2.3. Монголия гербы…………………………………………………….………………….……8 – 9
II.2.4. Өфө ҡалаһы гербы………………………………………………………………….…….…….9
II.2.5. Владивосток ҡалаһы гербы……………………………………….………….………….....9
II.2.6. Магадан ҡалаһы гербы……………………………………………………………..…………9
II.2.7. Царицын (Волгоград) ҡалаһы гербы…………………………………..……..…….10
II.2.8. Феодосия ҡалаһы гербы………………………………………………………….………...10
II.2.9. Владимир ҡалаһы гербы……………………………………………………….………..…10
II.2.10. Бобруйск ҡалаһы гербы………………………………………………….………..10-1 1
III. ЙОМҒАҠЛАУ ………………………………………………………………………………….…….….11-12
IV. ӘҘӘБИӘТ………………………………………………………………………..…………………………....……12
IV. ҠУШЫМТАЛАР…………………………………………………………………………………...…12 -2
.
ИНЕШ
Өләсәйемдәрҙә өйҙә түшкә таға торған значоктар йыйылмаһын күрә торғайным. Бәләкәй саҡта нимә икәненәәллә ни иғтибар итмәнем. Өләсәйем уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай,беҙгә күрһәтә лә кире йыйып ҡуя ине.
Мәктәптә уҡый башлағас, мин был значоктар тураһында ҡыҙыҡһына башланым. Өләсәйем миңәтүбәндәгеләрҙе һөйләне.
Уның ағаһы Фәнир хәрби хеҙмәттән һуң Хабаровск ҡалаһында эшкә инеп һәм шунда ғаилә ҡороп йәшәй башлай.Ауылға бик һирәк ҡайталар.Уларҙың улы Рөстәм (1977 йылғы) бәләкәй саҡтан уҡ значоктар йыйырға яратҡан һәм туҡымаға беркетеп барған. Рөстәм Ғәлиәкбәр ауылына бер килгәнендә беҙгә килтереп китте.Ни өсөн килтергәнен беҙ аңламаныҡ. Бәлки, үҙе йыймай башлағандырйә, ҙурая төшкәс, икенсе шөғөл тапҡандыр.Мин уларҙың төрлө төҫтәге, формаларҙағы тимер киҫәктәре йыйылмаһы түгел, ә ағайым тураһында иҫтәлек икәнлеген аңланым.
Хәҙерге заманда кәрәкле мәғлүмәт табыу өсөн интернет ресурстарының әһәмиәте бик ҙур.Интернет ресурстарын өйрәнеү значоктар тарихын асыҡланым.
Коллекция туплау кешеләр тураһында таралған. Значоктар туплау фалеристика тип атала.Уның тарихы Боронғо Римға барып тоташа.Боронғо Римда хәрби поход еңеүселәрен бүләкләүтәртибе булған. Уларға түшкә таға торған түңәрәк формалағы медальондар тапшырғандар.
Рим медальондары фалера тип аталған.Был терминды 20 –се быуатта значоктар йыйыусы чех Олдрих Пильц индергән.Шунан алып фалеристика значоктар йыйыуҙы аңлата башлаған,ә йыйыусылар фалерист тип атала.
Боронғо Рустә 12 –се быуатта хәрбиҙәрҙе бүләкләй башлағандар.Шу-лай итеп, уңышҡа өлгәшеүселәрҙе фалералар,йәки значоктар менән бүләкләү йолаға әүерелеп киткән.
Фалеристика – ул значоктар менән ҡыҙыҡһыныу, туплау ул. Фалеристар тарафынан уларҙы бик күп итеп йыйырға мөмкин.
Фалеристар тағы ла ул фән, эҙләнеү –тикшереү эше.Был эш менән шөғөлләнеп,тарихты,халыҡтарҙы, илдәрҙе, мәҙәниәтте,уның үҫешен һ.б.күҙәтеп, белеп була. Фалеристика тарихты өйрәнергә ярҙам итеүсе фән өлкәһе, киң мәғәнәһендә – түшкә таға торған значок, сувенир рәүешендә таратылған, юбилей, иҫтәлекле даталарға махсус сығарылған жетондар.
Беҙҙең илебеҙҙә фалеристика фәне 1917 йылдан һуң үҫешә башлай. Хеҙмәттәге уңыштарҙы, күренекле даталарҙы, ваҡиғаларҙы сағылдырған значоктар, жетондар сығарыу йолаға әүерелә, Совет илен данлау, йәштәрҙе тәрбиәләү сараһына әүерелә.
Минүҙебеҙҙәге значоктар коллекцияһын өйрәнергә теләнем, ләкин улар билдәле бер тәртиптә түгел ине. Уның өсөнтүбәндәге маҡсаттарҙыҡуйҙым:
1.Значоктарҙы тематик яҡтан төркөмләү.
2. Ҡалалар, гербтар һынландырылған значоктарҙыанализлау.
Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бурыстар ҡуйылды:
1.Фалеристика тураһында махсус әҙәбиәт табып уҡыу, анализлау.
2.Фалеристиканың тарихын өйрәнеү.
3. Значоктарҙың әһәмиәтен асыҡлау.
Гипотеза:
1. Значоктар тарихты сағылдыра.
2. Значоктар йәнһеҙ предметтар, әйберҙәр түгел, мәғлүмәт бирә.
Практик әһәмиәте:Эҙләнеү эшенең һөҙөмтәләре тарих, география, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ярҙам итәсәк.
Эҙләнеү эше объекты: значоктар.
Эҙләнеү эше предметы:значоктарҙағы ҡалалар, гербтар.
ll. ТӨП ӨЛӨШ
II. 1. Значоктарҙы төркөмләү
Тупланған значоктар коллекцияһы 345 берәмектән тора. Шуныһы ҡыҙыҡлы һәм мөһим:
1. Улар маҡсатҡа ярашлы йыйылған, ләкин билдәле тәртиптә урынлаштырылмаған.
2. Бер - береһен ҡабатламай йәки бер төрлө значоктар юҡ.
Өйрәнеү һөҙөмтәһендә, улар бер нисә төркөмгә бүленде:
1. Спорт.(Ҡушымта 1)
2. Футбол буйынса УЕФА кубогында ҡатнашыусы илдәр.СССР – 1984. Футбол буйынса Европа чемпионаты.(Ҡушымта 2)
3.Олимпиада, ярыштар, конкурс, разряд значоктары. (Ҡушымта 3)
4. Ҡалалар, өлкәләр,автономиялы республикалар.(Ҡушымта 4)
5. Паруслы суднолар, Пароходтар.(Ҡушымта 5)
6. СССР составындағы союздаш республикалар, ил.(Ҡушымта 6)
7. Авиация, космонавтика.(Ҡушымта 7)
8. Бөйөк Еңеү.(Ҡушымта 8)
9. Совет Армияһы һәм юбилейҙары.(Ҡушымта 9)
10. 1917 йылғы Октябрь Революцияһы.(Ҡушымта 10)
11.Календарҙа ҡыҙыл даталар.(Ҡушымта 11)
12.Ирекле ойошмалар.(Ҡушымта 12)
13. Һәйкәлдәр. (Ҡушымта 13)
14.Йондоҙнамә. (Ҡушымта 14)
15. Күргәҙмәләр. (Ҡушымта 15)
16. Күренекле шәхестәр.(Ҡушымта 16)
17. Спортлото. (Ҡушымта 17)
18.Цирк. (Ҡушымта 18)
19.Мульфильм.(Ҡушымта 19)
20. Фестивалдәр.(Ҡушымта 20)
21. Конгрестар. (Ҡушымта 21)
22. Конкурстар. (Ҡушымта 22)
23.Агитацион. (Ҡушымта 23)
24. Лениниана. (Ҡушымта 24)
25. Тәбиғәтте һаҡлау, заповедниктар, курорттар. (Ҡушымта 25)
26. Хеҙмәт.(Ҡушымта 26)
27. Төҙөлөштәр.(Ҡушымта 27)
28. Съездарзначтары.(Ҡушымта 28)
29. Төрлөһө.(Ҡушымта 29)
30.Партия. (Ҡушымта 30)
31. Мәктәп. (Ҡушымта 31)
32. Обелисктар.(Ҡушымта 32)
33. Музейҙар.(Ҡушымта 33)
34. Дата.Ҡушымта 34)
35.Бөтә Союз пионер лагеры. (Ҡушымта 35)
36. Почетлы.(Ҡушымта 36)
37. Транспорт.(Ҡушымта 37).
Йыйналған коллекцияны төркөмләгәндән һуң, шуны әйтергә мөмкин: әгәр значоктарҙы туплай башлағанда уҡ төркөмдәр буйынса туплап, айырым урынға беркетеп бармаһаң, аҙаҡ улар менән эшләү ауырға төшә. Беренсенән, күп ваҡытты ала, икенсенән, һәр төркөм айырым темаларға, ә темалар бәләкәй темаларға бүленә, сөнки бер үк значок үҙенә күп төрлө мәғлүмәт тупларға мөмкин. Мәҫәлән, Лениниана төркөмөнә ҡараған октябряттар зна-чогын алып ҡарайыҡ. Уны тәү күргән кешелә түбәндәге һорауҙар тыуырға мөмкин: 1) кем ул; 2) ни өсөн бала һүрәте алынған; 3) уның тормош юлы, бала сағы нисек үткән; 4) бөгөнгө көндә уға мөнәсәбәт ниндәй һәм 5) тәүге дүрт һорауға яуап алғандан һуң, уға ҡарата һинең мөнәсәбәтең.
II.2.1. Ҡалалар, өлкәләр,автономиялы республикалар төркөмө
Ҡалалар, өлкәләр,автономиялы республикалар төркөмөн анализлау түбәндәге һығымталар яһарға мөмкинлек бирә. Был төркөмгә 98 значок ҡарай.Уларҙың күбеһендә Алыҫ Көнсығыш һәм Себер яғы сағылыш тапҡан. Бындайҙар – 52. Уларҙа Хабаровск (20), Владивосток (13) ҡалалары йыш ҡабатлана. Өлкәләр, автономиялы республикалар темаһына 19 значок ҡарай. Улар: Башҡортостан (1), Приморье өлкәһе (5), Красноярск (1), Чита өлкәләре (12). Бәләкәй темаға Приморье өлкәһенең Дальнегорск районына ҡараған 2 значокты индерергә мөмкин. Алыҫ Көнсығыш һәм Себер яғына арналғандарҙың күплеге был коллекцияны йыйыусының шул яҡта йәшәүенә бәйле. Башҡортостан һәм Өфө ҡалаһы сағылыш тапҡан 5 значокты Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, ә Мәскәү (6), Владимир (….), Суздаль (….) тураһындағыларҙы Мәскәү ҡалаһына сәйәхәт осоронда йыйған.
Был төркөмгә ҡараған 24 значокты юбилей темаһына индереп була. Уларға Суздаль, Владивосток, Минск ҡалалары, Приморье крайы, Дальнегорск районы инә.
Герой – ҡалалар темаһын Брест, Минск, Мәчкәү ҡалалары аса. Ҡалалар, өлкәләр төркөмсәһенә ҡараған значоктарҙа иҫтәлекле урындар, һәйкәлдәр, обелискылар ҙа һүрәтләнгән. Был исемлеккә Хабаровск, Өфө, Мәскәү ҡалалары инә. Был коллекциялағы значоктар СССР осоронда йыйналғанға, уларҙа Совет власын төҙәү өсөн көрәш темаһы сағылыш тапмай ҡалмаған.
Юбилей (18) темаһына Минск (1), Өфө (1), Владивосток (1), ҡалалары, Чита өлкәһе (12), Приморье крайы (1), Дальнегорск районы значоктары ҡарай.
Бер үк ҡалаға арналған значоктар бер-береһен ҡабатламауы менән әһәмиәтле. Мәҫәлән, Чита өлкәһе тураһында 12 значоктан 12 мәғлүмәт алып була. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: Хабаровск ҡалаһы тураһындағы (№8 – 12, 14) значоктарҙа яҙыуы, размеры, формаһы, төҫө бер төрлө, ләкин төрлө объекттар һүрәтләнгән.
Европа өлөшөнә ҡараған ҡалалар Алыҫ Көнсығыш ҡалаларынан боронғо булғанлыҡтан, уларҙа боронғо архитектураны күреп була.
II.2.2. Фалеристикала геральдика
Геральдика нимәне аңлата һуң? Эмблема – ниндәйҙер мәғәнәнең, идеяның шартлы һүрәтләнеше ул. Уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы бик боронғо замандарға барып тоташа.Мәҫәлән, өкө аҡыллылыҡты аңлатҡан. Һуңынан был һүрәттәр боронғо грек ҡалаларының һәм колонияларының тамғаларына әүерелгән. Өкө Афина, пегас (ҡанатлы ат) Коринф ҡалаларының билдәһе булған. Уларҙы аҡса, мисәттәргә урынлаштырғандар, ләкин дәүләт гербын аңлатмаған. Тар мәғәнәһендәге гербты аңлатҡан йәки, быуындан-быуынға тапшырылып, бер ғаилә тамғаһы булып торған.
Көнбайыш Европала рыцарь турнирҙары үткәрелгәндә рыцарҙың ҡалҡанына бер – береһен айырып тороусы төрлө билдәләр төшөрөлә башлаған. Яйлап улар хәҙерге герб мәғәнәһенә эйә була башлаған һәм айырым ҡәтғи ҡағиҙәләр нормаһы барлыҡҡа килгән һәм дәүләт кимәлендәге мәсьәләгә әүерелгән. 14-се быуатта Европа илдәрендә герольдия тип аталған махсус ойошмалар тамғалар менән эш итә башлаған. Гербтары дәүләт тамға-һына әйләнгән.
Рустә һәр бер кенәзлектең, ҡаланың эмблемаһы булған. Кенәзлектәр дөйөм бер дәүләткә әүерелгәс, мисәттәрҙәге тамғалар үҙгәртелмәйенсә, герб-ҡаәйләнгән.
Минең коллекцияла гербтар төшөрөлгән 10 значок бар. Уларҙы түбәндәгесә төркөмләп була:
1. Илдәр (Болгария, СССР, Монголия).
2.Ҡалалар (Өфө, Магадан, Царицын (Волгоград), Владивосток, Феодо-сия, Владимир).
3. Билдәһеҙ (Бобруйск).
4. Элекке СССР составына ингән союздаш республикаларҙың 13 гербы. Иҫкәрмә: улар был эштә өйрәнелмәне.
II.2.2.1. Болгария гербы
Гербтар тураһында бөтә мәғлүмәт интернет ресурстарынан алынды.
Болгария Халыҡ Республикаһы гербы (ҡушымта 38) бойҙай башаҡтарынан венок эсендәге алтын арыҫлан һыны формаһында бирелгән. Арыҫлан – болгар дәүләте ҡеүәтен раҫлаусы символ. Герб болгар халҡының быуаттар буйы төрөк иҙеүенә ҡаршы көрәшен һәм социалистик илдәрҙең берҙәмлеген сағылдыра. Бойҙай башаҡтары халыҡтың тыныс хеҙмәткә ынтылышын аңлата. Бойҙай башаҡтары һәм тешле тәгәрмәс – крәҫтиән менән эшсе синыфының берлеге. Аҫтағы өс төҫлө таҫмалағы “9.IX.1944” цифры – Болгарияның сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы баш күтәреү датаһы. Гербтың өҫтөндәге йондоҙ – киләсәк символы.Герб 1948 йылда ҡабул ителгән.
II.2.2.2. СССР гербы
СССР гербы ураҡ менән сүкеш Ер шары фонында. Ураҡ крәҫтиән, ә сүкеш эшсе синыфын аңлата. (ҡушымта 39). Ураҡ менән сүкеш был синыфтарҙың берҙәмлеге символы. Өҫтә – биш ҡырлы йондоҙ. Башаҡтар уратҡан таҫмаға 15 телдә “Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ” тигән яҙыу СССР составында 15 союздаш республика телендә урынлашты-рылған. Иҫкәрмәлә әйтелеүенсә, был республикаларҙың гербтары өйрәнелмәне, ләкин шуны әйтергә кәрәк: улар СССР гербына оҡшаш. Айырма милли үҙенсәлектәрҙең сағылышында. Герб 1924 йылдың 31 ғинуарында ҡабул ителгән.
II.2.2.3. Монголия гербы
Монголия гербындағы соембо символы бик үҙенсәлекле.(ҡушымта 40). Был символ монголдарҙа борондан азатлыҡ һәм үҙаллылыҡ билдәһе булған. Ул колонна формаһындағы композициянан тора. Иң өҫтәге ут тамғаһы монголдарҙа яҡтылыҡты, үҫеште аңлата. 1990 йылдарҙың аҙағына тиклем ут тамғаһы өҫтөндә биш ҡырлы йондоҙ (1924 йылдан) була, ләкин йәмғиәт ҡоролошо үҙгәргәс, йондоҙ алып ташлайҙар. Лотос сәскәһе көнсығыш халыҡ-тарында уйҙың таҙалығын белдерә. Дөйөм алғанда, был герб монгол халҡының милли үҙенсәлектәрен сағылдыра.
Был гербтарҙы өйрәнгәндән һуң, түбәндәге һығымталар яһарға мөмкин:
1. Бөтәһендә лә 5 ҡырлы йондоҙ бар. Йондоҙ социалистик ҡоролош осо-роноң төп атрибуты була һәм, был ҡоролош юҡҡа сыҡҡас, гербтарҙан алып ташлана.
2. Милли үҙенсәлек сағылдырыла.
3. Һәр дәүләттең халҡы үҙаллылыҡ өсөн көрәш алып барған.
4. Тыныс, азат йәшәүгә ынтылған.
II.2.4. Өфө ҡалаһы гербы
Гербтарҙың бәләкәй төркөмөнә ҡалалар гербтары ҡарай. Өфө ҡалаһына 1774 йылда нигеҙ һалына. Башҡорттар Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғас, яһаҡты һыуһар тиреһе менән түләгәндәр.
Уның гербы бер нисә тапҡыр үҙгәрә, ләкин төп өлөшөндәге һыуһар элементы үҙгәрешһеҙ ҡала (ҡушымта 41). Һуңғыһы 1994 йылда ҡабул ителә (ҡушымта 42).
II.2.5. Владивосток ҡалаһы гербы
Владивосток ҡалаһына 1860 йылда диңгеҙ буйындағы порт булараҡ нигеҙ һалына. 1881 йылда гербы барлыҡҡа килә. Арыҫлан, якорь, ҡая таштары үҙәк урында була. Арыҫлан – Алыҫ Көнсығыштағы йыртҡыс йәнлек, ул саҡта бик күп булған, хәҙер Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән. Якорь – портты, ҡая таштары диңгеҙ ярын аңлата. 2001 йылда ҡабул ителгән гербта алғы ҡулын күтәреп ҡая таштар буйлап китеп барыусы арыҫлан һүрәте генә ҡала.
II.2.6. Магадан ҡалаһы гербы
Магадан ҡалаһы гербы 1968 йылда раҫланған (ҡушымта 44). Гербтың өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл яланда йылдам һикереүсе алтын болан һүрәтләнгән. Ул Магадан өлкәһе хужалығының ике мөһим тармағын – болан үрсетеү һәм алтын табыуҙы аңлата. Ҡыҙыл төҫ – батырлыҡ, үҙ-үҙеңде аямау, алтын – ныҡлыҡ, аҡыл, киң күңеллекте ишаралай. Магадандың порт ҡалаһы икәнлеген күк төҫ күрһәтә.
II.2.7. Царицын (Волгоград) ҡалаһы гербы
Был 1857 йылда ҡабул ителгән тарихи герб (ҡушымта 45). Стерлядь балыҡтары төшөрөлөү был яҡта балыҡтың күплеген, ә уларҙы киҫелештә һүрәтләү балыҡ тотоу промыслоһы үҫешен аңлата.
II.2.8. Феодосия ҡалаһы гербы
Феодосия – Ҡырымдың боронғо ҡалаһы (ҡушымта 46). Б ыл ҡаланың гербтары үҙгәреп тороуы менән ҡыҙыҡлы. 3 тапҡыр ҡабул ителә: 1811, 1844, 2005 йылдар. 2005 йылда ҡабул ителгән гербтың һүрәтләнеше: якорь – Ҡара диңгеҙ буйындағы порт, виноград – емеш-еләккә байлыҡ, ҡояш – йылы осорҙоң оҙайлығы.
II.2.9. Владимир ҡалаһы гербы
Был гербта тимер корона кейгән арыҫлан, алғы тәпәйҙәренә көмөш тәре тотоп, артҡы аяҡтарында баҫып тора. (Ҡушымта 47,48). Владимир ҡалаһы гербы 1781 йылда ҡабул ителә, төрлө йылдарҙа үҙгәреп тора һәм 1992 йылда ҡайтанан тергеҙелә.
II.2.10. Бобруйск ҡалаһы гербы
Был ҡаланың гербы тураһында мәғлүмәт табып булманы. Бобруйск ҡа-лаһы Белорусь Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының Көнсығышында урынлашҡан. Бобруйск ҡалаһы һынландырылған значок Рәсәй Федерацияһының Көнсығышындағы ҡала, тип фараз итергә кәрәк, сөнки йыйыусы шул яҡтарҙа йәшәгән. Был фараз дөрөҫ булһа, унда ҡама (бобр) Себер ҡамаһы һәм ул ҡалаға исем биргән.
Ҡалалар гербтарын өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға мөмкин:
1. Йәнлек һындары тәбиғәт шарттарын, хужалыҡ ысулдары сағылдыра.
2. Ҡайҙа урынлашыуын белеп була. Мәҫәлән, диңгеҙ буйы, порт ҡалаһы.
3. Төҫтәр халыҡтың күңел донъяһын аса.
4. Ҡояш, уның нурҙары – яҡтылыҡҡа, асышҡа ынтылыш.
llI. ЙОМҒАҠЛАУ
Фалеристика темаһы өҫтөндә эшләү эҙләнеү эштәре алып барыу өсөн ҙур сығанаҡ. Значоктарҙан Тыуған ил, донъя, ғөмүмән, беҙҙе уратып алған донъя тураһында күп мәғлүмәт тупланған. Бер генә значокты төплө өйрәнеү оҙайлы ваҡытты алырға мөмкин, ләкин донъяға ҡарашты, әйләнә-тирә тураһында белемде байыта, тарих, география фәнен төплө үҙләштереүгә этәрә.
Улар – иҫтәлек тә, сөнки значоктарҙа кешелек үткән юлдар, йылдар, үткән, хатта үҙең ҡатнашҡан, шаһиты булған ваҡиғаларята. Значоктар – үҙ ваҡытының бәләкәй генәһәйкәле.
Был тема өҫтөндә эшләгәндә туғандарым тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡларға, өйрәнергә кәрәклеген аңланым, шул уҡ ваҡытта фалеристика фәненең әһәмиәтенә төшөндөм һәм интернетты кәрәкле маҡсатта файҙаланырға өйрәндем. Коллекция туплау эшен баштан уҡ маҡсатлы алып барырға кәрәк.
Коллекция туплау – шәхси ҡыҙыҡһыныу. Ул ваҡытты бушҡа үткәреү түгел, ә кеше күңелен байытыусы, үҫтереүсе, кешеләр менән аралашырға ярҙам итеүсе шөғөл. Ул ижад та.
Йылдар үтә, быуындар алмашына, үткәндәргә ҡараш үҙгәрә, технологиялар үҫешә. Был эш өҫтөндә эшләү минең донъяға, тәү ҡарашҡа кәрәкмәгән, файҙаһыҙ тойолған әйберҙәрҙең дә әһәмиәтле икәнен аңларға ярҙам итте.
Ҡыҙғанышҡа ҡаршы, бөгөнгө значоктар илдә барған ваҡиғаларҙы тулыһынса тип әйтерлек сағылмай. Уларҙы сығарыу, һатыу эше элекке кеүек киң ҡолас алмаған.Значоктарҙы бүләк, сувенир рәүешендә әҙ күләмдә сығаралар һәм махсус рәүештә һатҡан сауҙа нөктәләре юҡ.
Киләсәккә маҡсат.
1. Мәктәп уҡыусыларын үҙемдең эшем менән таныштырыу аша коллекция туплауға ярҙам итәсәкмен.
2. Эҙләнеү эше тамамланған, тип иҫәпләмәйем. Башҡортостан, Бөрйән районына ҡағылышлы значоктар туплап, өйрәнеп барасаҡмын.
3. Мәктәп гербы, һәр синыф значогы проекты өҫтөндә эшләү.
IV. ӘҘӘБИӘТ
1. Интернет-ресурстар.
V. ҠУШЫМТАЛАР
1. Спорт төрҙәре.(Ҡушымта 1)
1. Диск ташлау.
2. Йүгереү.
3. Йөҙөү.
4. Бокс.
5. Теннис.
6. Фигуралы шыуыу.
7. Художестволы гимнастика.
8. Шахмат.
9. Футбол
10. Волейбол.
11. Гандбол
12. Көрәш.
13. Сана спорты.
14. Бобслей.
15. Парашют спорты. Ҡатын-ҡыҙҙар.
16. Паруслы спорт.
17. Бейеклеккә һикереү.
18. Акробатика
19. Шашки
20. Баскетбол
21. Бадмидтон
22. Саңғыла уҙышыу
23. Кәмә спорты
24. Спринт. Еңел атлетика
25. Тау спорты.
26. Уҡтан атыу
27. Ат спорты.
28.Саңғы менән трамплиндан һикереү.
29. Академик ишеү.
2. Футбол буйынса УЕФА кубогында ҡатнашыусы илдәр. СССР – 1984.
Футбол буйынса Европа чемпионаты( Ҡушымта 2)
1. Төркиә.
2. ЧССР.
3. Финляндия.
4. Венгрия Халыҡ Республикаһы.
5. Исландия.
6. Австрия.
7. Норвегия.
8. Испания.
9. ГДР.
10. Шотландия.
11. Уэльс.
12. Греция.
13. Ирландия.
14. ФРГ.
15. Швейцария.
16. СРР.
17. Португалия.
18. Мальта.
19. Франция.
20. ПНР.
21. Төньяҡ Ирландия.
22. Англия.
23. Югославия.
24. Люксембург.
25. Болгария.
26. Бельгия.
27. СССР.
28. Нидерландия.
29. Италия.
30. Швеция.
31. Кипр.
32. Дания.
33. Билдәһеҙ.
3. Олимпиада, ярыштар, конкурс, разряд значоктары (Ҡушымта 3)
1.1980. Мәскәү олимпиадаһы.
2. Хоккей буйынса “Известия” гәзите призына халыҡ-ара чемпионат (7 зна-чок).
3. “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғиләһе” конкурсы.
5. Чемпион значогы.
6. Һалдат значогы. 2-се разряд.
7. ГТО значоктары. 1 (алтын), 3 (бронза).
8. Шахмат ярыштары призеры значогы. 2-се урын.
9. Еңел атлетика инструктор значогы.
4. Ҡалалар, өлкәләр, автономиялы
республикалар(Ҡушымта 4)
1. Феодосия.
2. Өфө. (С.Юлаевҡа һәйкәл).
3. Владимир.
4. Өфө. Спорт һарайы.
5. Мәскәү. Мәскәү уттары.
6. Мәскәү. В.Л.Дуров исемендәге йәнлектәр театры.
7. Мәскәү. “Ленинградская” ҡунаҡханаһы
8. Хабаровск. Памятник борцам за власть Советов.
9. Хабаровск. СССР төҙәлөүенә обелиск.
10. Хабаровск. Комсомолецтарға һәйкәл.
11. Хабаровск. Граждандар һуғышы ҡаһармандарына обелиск.
12. Хабаровск. Е.П.Хабаровҡа һәйкәл.
13. Минск
14. Хабаровск. Пилин Славы
15. Комсомольск на Амуре
16. Артем
17. Холмск
18. Красноярск
19. Брест – крепость
20. Брест
21. Минск – 1984
22. Царицын
23. Мәскәү –герой-ҡала
24. Арсеньев
25. Комсомольск на Амуре
26. Петропавловск-Камчатск.
27. Красноярск крайы
28. Хабаровск
29. Хабаровскиҙың иҫтәлекле урындары.
38. Хабаровскиҙың иҫтәлекле урындары. (2)
39. Находка. Nakhodka
40. Новосибирск. В.И.ЛенинЙорт-музейы.
41. Магадан.
42. Охотск.
43. Артем.
44. Бобруйск.
45. Приморьегә – 50.
46. Приморье
47. Приморье
48. Приморье
49. Дальнегорск районына 50.
50. Чита өлкәһе. 50 йыл (12)
51. Владивосток
52. Владивосток –моряктар ҡалаһы
53. Петропавловск-Камчатск. Беринг утрауы.
54. Владивосток
55. Владивосток
56. Владивосток. С - 56
57. Владивосток
58. Красноярск
59. Владивосток.1860 – 1985
60. Красноярск. Оперы һәм балет театры.
61. Башкортостан
62. Приморский УРС. Дальнегорск Продснабы
63. Владивосток
64. Владивосток
65. Владивосток
66. Владивосток
67. Находка
68. Владивосток – 4 океан ҡалаһы.
69.Суздаль. 950 йыл (7).
70. Владимир (6.)
71. Вдадивосток.
72.Вдадивосток – балыҡсылар ҡалаһы.
74. Владимир. В.М.Фрунзегә һәйкәл.
75. Өфө. С.Юлаев һәйкәле.
76. Мәскәү. Колонна залы. Союздар залы.
77. Уфа-Өфө. 1574.
78. ССО Башҡортостан.
79. Мәскәү – герой – ҡала.
80. Уфа-Өфө. Башҡорт опера һәм балет театры.
81. Приморский крайы
5. Паруслы суднолар(Ҡушымта 5)
1. Святой Фока шхунаһы. 1924 г.
2. Святая Анна шхунаһы. 1912 г.
3. “Восток” шлюбы 1819 г.
4. Святой Петр боты. 1740 г.
5. Витязь шлюбы.
6. “Паллада” фрегаты. 1832 г.
7. Дежнева боты. 1645 г.
8. Геркулес боты. 1912 г.
9. Витязь боты.
10.18 быуат пакетботы.
11. Мирный шлюбы. 1819 г.
Пароходтар(Ҡушымта 5)
1. Метеор
6. СССР составындағы союздаш республикалар (Ҡушымта 6)
1. Молдавия ССР-ы
2. Ҡырғыҙ ССР-ы
3. Әрмән ССР-ы
4. Рәсәй ССР-ы
5. Үзбәк ССР-ы
6. Азербайджан ССР-ы
7. Украина ССР-ы
8. Эстония ССР-ы
9. Литва ССР-ы
10. Таджик ССР-ы
11.Грузин ССР-ы
Ил
1. СССР
7.Авиация, космонавтика (Ҡушымта 7)
1. ВДНХ СССР. Павильон космос
2. 1961. 12 апреля. Человек страны Советов в космосе
3. 12 апрель –космонавтика көнө
4. Интеркосмос
5. Советтар Союзы Геройы Ю.А.Гагарин
6. Советтар Союзы Геройы Титов Г.С.
7. СССР – НРБ
8. СССР – МНР (2)
9. Ю.А.Гагарин.1961
10. Авиация тарихы. Ту-104
11. Космик эраға XXX. 1957 – 1987
12. Авиация тарихы. АНТ-37. 1936
13. Граждандар авиацияһы. МИ-6
14. Восток – 1
15. СССР авиацияһы тарихы. Ил – 76
16. Аэрофлот. Ту – 154
17. СССР-ҙың Һауа флоты көнө. Август.
18. Луна – 13
19. Авиация тарихы. Ту – 73. 1947
20. Аэрофлот
21. Советтар Союзы Геройы Терешкова В.В.
8. Бөйөк Еңеү(Ҡушымта 8)
1. 1941 – 1945. Як – 3 истребителе.
2. Еңеү байрамы. 1945 – 1985.
3. С – 56. 1945 – 1985.
4. Еңеүгә – 40.
5. 1945 – 1985. Никто не забыт. Ничто не забыто.
6. Дан Курганы. 1941 – 1945.
7. 1945 – 1985.
8. 1945 – 1985.
9. Еңеүгә 40 йыл.
10. 9 май.
11. 1945 – 1985. Никто не забыт. Ничто не забыто.
12. 1945 – 1985.
13. 9 май - Еңеү көнө.
14. 9 май. 1945 – 1985.
15. 1945 – 1985.
16. 1945 – 1985. Еңеү көнө менән.
9. Совет Армияһы һәм юбилейҙары(Ҡушымта 9)
1. 1918 – 1988. Совет Армияһы көнө.
2. СА. Инженер ғәскәрҙәре
3. СССР. Тыныслыҡ һағында.
4. СССР – ҙың Ҡораллы көстәре
10. 1917 йылғы Октябрь Революцияһы(Ҡушымта 10)
1. Октябрь.1917.
2. Октябрь революцияһы. 1917 – 1987.
3. 1917.
4. 1917 – 1987.
5. Октябргә 70 йыл.
6. 1917. Октябрь.
7. Вся власть Совътам! 1917.
8. 1917 – 1987.
9. Октябргә 70 йыл.
10. Октябрҙең70 йыллығы.
11. 1917.
11. Календарҙа ҡыҙыл даталар(Ҡушымта 11)
1. Май. Тыныслыҡ. Хеҙмәт.
2. Май. Тыныслыҡ. Хеҙмәт.
3. 1 май.
4. 1 май.
5. 8 март.
6. 8 март.
7. 8 март.
8. 8 март.
9. 8 март.
10. 8 март.
11.Яңы йыл менән.
12. Яңы йыл менән.
13. Яңы йыл менән.
12. Ирекле ойошмалар
(Ҡушымта 12)
1. Росохотрыболовсоюз.
2. Росохотрыболовсоюз.Фото-охотник
3. Динамо Спорт ойошмаһы.
4. Китап һөйөүселәр йәмғиәте.
13. Һәйкәлдәр(Ҡушымта 13)
1. Г.И.Невельскийгә һәйкәл.
2. Памятник погибшим морякам.
3. Памятник воину-освободителю
4. А.Матросовҡа һәйкәл
14. Йондоҙнамә(Ҡушымта 14)
1. Һыуғояр
15. Күргәҙмәләр(Ҡушымта 15)
1. ВДНХ
2. ВДНХ
3. ВДНХ. Фонтан каменный цветок
4. ВДНХ.
5. ВДНХ.
16. Күренекле шәхестәр(Ҡушымта 16)
1. С.Г.Лазо
2. Р.С.Землячка(женщины русской революции)
3. Циалковский
4. В.Ногин
5. А.С.Грим
6. Карл Маркс
7. В.И.Чапаев
8. Билдәһеҙ
17. Спортлото (Ҡушымта 17)
1. Спортлото.
18. Цирк (Ҡушымта 18)
1. Цирк (4).
19. Мульфильм(Ҡушымта 19)
1. Билдәһеҙ.
2. Төлкө һәм дрозд.
3. Телефон.
4. Терпе.
5. Билдәһеҙ.
6. Фил.
7. Змей Горыныч.
8. Арыҫлан.
9. Теремок.
11. Билдәһеҙ.
20. Фестивалдәр(Ҡушымта 20)
1. Йәштәрҙең һәм студенттарҙың XII Бөтә донъя фестивале. Мәскәү. 1985 ( 8)
2. Тынлы музыка һәм тынлы оркестрҙар марш-парады байрамы.
3. Йәштәр йыры байрамы.
4. СССР халыҡтарының хеҙмәт һәм тыныслыҡ тураһындағы йыр һәм музыка байрамы. 1945 – 1985.
21. Конгрестар(Ҡушымта 21)
1. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтә донъя конгресы. 1987. Мәскәү.
22. Конкурстар. (Ҡушымта 22)
1. Балалар һүрәте конкурсы. 1945 – 1985.
23. Агитацион(Ҡушымта 23)
1. Беҙ – тыныслыҡ яҡлы.
2. Тыныслыҡ – бөтәһенең һәм һәр кемдең эше.
3. Тыныслыҡ. Дуҫлыҡ.
4. Хеҙмәткә дан. (2)
5. Мир. Paix. Peace.
6. Тыныслыҡҡа – тыныслыҡ.
7. Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ өсөн.
24. Лениниана(Ҡушымта 24)
1. Октябрят значогы.
2. Комсомол значогы.
3. В.И.Ленин юбилейы значогы (1870 – 1970)
4. В.И.Ленин.
25. Тәбиғәтте һаҡлау, заповедниктар, курорттар(Ҡушымта 25)
1.Байкал (2).
2. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ значогы.
3. Тәбиғәттең йәш дуҫы значогы.
4. Кульдур курорты.
5. Аралия сәскәһе.
6. Столбы заповеднигы.
26. Хеҙмәт(Ҡушымта 26)
1. Ветеран.
2. Социалиистик ярыш еңеүсеһе. 1980
3. XX биш йыллыҡ еңеүсеһе.
4. Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы.
27.Төҙөлөштәр(Ҡушымта 27)
1. БАМ – быуат төҙөлөшө.
2. БАМ.
3. Восход.
4. БАМ.
28. Съездар значтары(Ҡушымта 28)
1. ВЛКСМ-дың XX съезы(2).
2. КПСС-тың XXII съезы.
29. Төрлөһө(Ҡушымта 29)
1. Поселок Советы депутаты Значогы.
2. Дружинник Значогы.
3. Актер йорто.
4. Үҙгәртеп ҡороу.
30. Партия(Ҡушымта 30)
1. Рәсәйҙең Демократик партияһы.
31. Мәктәп(Ҡушымта 31)
1. 5 класс.
2. 9 класс.
32. Обелисктар(Ҡушымта 32)
1. Хатынь (3).
2. Курган Славы.
33. Музейҙар(Ҡушымта 33)
1. В.И.Ленин Үҙәк музейының филиалы. Красноярск.
2. РСДРП-ның 1 съезы йорт-музейы. Минск. 1923-1983.
3. А.А.Фадеев музейы.
34. Дата(Ҡушымта 34)
1. СССР Конституцияһы
2. Медицинского работниктары көнө.
3. Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө.
4. Бөтә донъя туризм көнө. 27.IX.
5. Физкультурниктар көнө.
6. Радио көнө.
7. Совет киноһы көнө.
8. Пионерҙар көнө. 19 мая
9. Советской матбуғаты көнө.
10. Комсомолдың тыуған көнө.29 октябрь 1918. ВЛКСМ.
35. Бөтә Союз пионер лагеры(Ҡушымта 35)
1. Артек (2)
36. Почетлы(Ҡушымта 36)
Донор СССР.
37. Транспорт(Ҡушымта 37)
1. Рәсәй тарихы. 17-19 бб. Кибитка.
Ҡушымта 38 Ҡушымта 39.
.
Ҡушымта 39.Ҡушымта 41
Ҡушымта 42
Ҡушымта 43 Ҡушымта 44
Ҡушымта 45Ҡушымта 46
Ҡушымта 47 Ҡушымта 48
Новогодняя задача на смекалку. Что подарил Дед Мороз?
Новый снимок Юпитера
Зимняя ночь. Как нарисовать зимний пейзаж гуашью
Рисуем осенние листья
Глупый мальчишка