Сочинение
Вложение | Размер |
---|---|
kilsk_dreslege._kit.docx | 13.24 КБ |
Киләсәк дәреслеге – уға ниндәй булырға?
Әкиәт
Борон-борон заманда йәшәгән, ти Дәреслек. Булған, ти, уның биттәре ҡат-ҡат. Уның биттәрендә төҫлө һүрәттәр, портреттар, иллюстрациялар, төрлө таблицалар, ҡағиҙәләр, күнегеүҙәр, миҫалдар булған. Дәреслек йыл һайын хужаһын алмаштырып торған, ти.
Бер ваҡыт уҡыу йылы буйы йөрөткән хужаһы китапханаға тапшырғандан һуң, уны китап кәштәһенә ҡуялар ҙа оноталар.Дәреслеккә бында бик күңелһеҙ. “Ни булды икән? Ни өсөн мин саңға батып торам?”- тигән уйҙар борсой уны.
Китапхананы байҡап сыҡҡас, ул үҙе кеүек дәреслектәрҙең яңы уҡыу йылына таратылмауын күрә.
- Беҙҙең кеүек ҡағыҙ дәреслек урынына хәҙер электрон дәреслектәр сығарғандар, - тип өндәшә өсөнсө кәштәлә торған бөтәрләнеп бөткән дәреслек.
- Эйе, мин дә ишеттем, - тип һүҙгә ҡушылды иң аҫҡы кәштәлә тороусы дәреслек.
- Электрон дәреслектә аудио, видео яҙмалар бар икән, егерме дәреслекте алмаштыра ала, мәғлүмәткә бай икән ул.
- Ә ул үҙе шундай ыҡсым, еңел икән, күҙ асып йомған арала кәрәкле информацияны ла табырға мөмкинлеге бар.
- Компьютерҙың һаулыҡҡа насар тәьҫир итеүе тураһында минең биттәремдә яҙылған.
- Шулай, тиҙәр, шул. Комьютер артында ултыра торғас, хужам Искәндәрҙең күҙҙәре насар күрә башланы, мине уҡығанда күҙен ҡыҫып-ҡыҫып ала. Күҙлек кейергә тура килер инде уға.
Дәреслектәр зарланып туя алманылар.
Бер аҙна үтте. Дәреслектәр кәштәләренән моңайып тәҙрәгә ҡарайҙар. Бөгөн тышта күңелле. Ҡояш көлә, тамсылар тып та тып бейешәләр.
Көтмәгәндә, китапханаға Уҡытыусы килеп керҙе.
-Беҙгә дәреслектәр кәрәк!- тине.
Кәштәләге Дәреслек шатлығынан илап ебәрҙе, тик ул күҙ йәштәрен кешеләр күрмәне.
Вокруг света за 80 дней
Снегири и коты
Снеговик
Огонь фламенко
Ёжикина Радость