Фәнни-тикшеренеү эш
Вложение | Размер |
---|---|
materialy_ziyazova_neftekamsk_bashkirskaya_gimnaziya.doc | 36 КБ |
“Ҡала урамдары буйлап”
Зыязова Эльза, 2 Б класы уҡыусыһы
Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияhы
Уҡытыусыһы
Гарипова Гөлназ Рузиловна
Теманың актуаллеге: Беҙ Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ. Республикала дәүләт теле булып ике тел алынған: рус һәм башҡорт теле. Шуға күрә бөтә вывескалар ҙа ике телдә яҙыла. Тик ҡала урамдары буйлап сәйәхәткә сыҡһаң, ҡыҙғаныс хәлгә ҡалаһың, сөнки бик күп алтаҡталарҙа хаталар осрай. Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡаланы биҙәмәй. Ошо йәһәттән тикшеренеү эшем бик актуаль булып тора.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты: туған телдең әһәмиәтен асыҡлау, ҡала урамдарындағы алтаҡталарҙы тикшереү.
Тикшереү эшенең предметы – башҡорт һүҙҙәре.
Тикшереү эшенең объекты: ҡала урамдарындағы алтаҡталар.
2. Теоретик өлөш. Туған тел - ул донъялағы иң матур тел. Әсә теле яғымлылығы менән күңелебеҙҙе йыуатһа, матур яңғырашы менән изгелек хистәре уята. Шуға ла тел күрке - һүҙ, милләт күрке - тел тигән боронғолар. Тимәк, тел - милләттең ғүмер буйына тапҡан һәм табынған зиһен байлығы. Тел аралашыу сараһы ғына түгел, ә милләтте милләт иткән төп сифаттарҙың береһе. Бөгөнгө көндә башҡорт теле дәүләт теле кимәлендә яҡлау тапты: 1999 йылдың 15 февралендә, “Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында” закон ҡабул ителде. Законға ярашлы рәүештә, башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле тип иғлан ителде.Матур итеп туған телдә һөйләшергә, башҡорт теленең серҙәренә төшөнөргә беҙгә башҡорт теле дәрестәре ярҙам итә. Башҡорт теленең төп ҡағиҙәләрен аңлап, уларҙы тормошта ҡулланырға өйрәнгәндә генә беҙ матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнәбеҙ.
3.Практик өлөш. Ҡалабыҙҙың бер нисә урамдарындағы алтаҡталарҙы тикшереп сыҡҡас, ошондай һығымтаға килдек: күпселек хаталар киләһе ҡағиҙәләр буйынса ебәрелгән:
4.Йомғаҡлау. Тикшеренеү эштең маҡсаты булып, туған телдең әһәмиәтен асыҡлау; ҡала урамдары алтаҡталарындағы осраған хаталарҙы тикшереү торҙо. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн башҡорт теленең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, ҡала кибеттәре алтаҡталарындағы башҡорт һүҙҙәрен күҙәтеп сыҡтыҡ.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымтаға килдек:
Шулай итеп, бөгөнгө көндә күп башҡорт үҙ туған телен белмәй. Республикала һәм ҡалабыҙҙа башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау өсөн күп эштәр башҡарылһа ла телебеҙ һаман да яҡлауға мохтаж булып ҡала бирә. Ошондай күңелгә ятышһыҙ хаталарҙы ҡала урамдарының ҙур щиттарында, алтаҡталарында күреү, әлбиттә, ҡалабыҙҙы биҙәмәй.
Девчата
Вокруг света за 80 дней
Гораздо больше риска в приобретении знаний, чем в покупке съестного
Как нарисовать зайчика
Попробуем на вкус солёность моря?