Исследовательская работа
Вложение | Размер |
---|---|
mishrzr_shzhrhe.doc | 76.5 КБ |
Республика Башкортостан отдел образования
администрации муниципального района Архангельский район
Районная научно-практическая конференция
«Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ»,
посвященная Году благополучного детства и укрепления семейных ценностей
Исследовательская работа по направлению:
«Минең шәжәрәм»
«Шежере и родословная с использованием научных и документальных источников»
Выполнила: ученица 9 класса
МОБУ СОШ д. Тереклы
Архангельского района РБ
Хасанова Айсылу
Руководитель: Хасанова Эльвира
Сайфутдиновна
2012 год
Йөкмәткеһе:
Инеш һүҙ.
Бүлек 1. «Мин бер тамсы, рухи шишмәләрҙән, тарихыма табан юл
алам»
Бүлек 2. Иҫтәлектәр.
Бүлек 3. Олатайым Зиннәттең һуғыштан килгән һуңғы хаты.
Бүлек 4. Олатайым - Сәйфетдин Зиннәт улы Шәһиев.
Дөйөмләштереү.
Ҡулланылған материал.
Өҫтәлмә материалдар.
Инеш һүҙ.
Тыуған ерем- Башҡортостан
Милләтем- башҡорт
Ырыуым- Табын
Ҡошом- ҡарағош
Ағасым- ҡарағас
Ораным- Салауат
Тамғам- һәнәк
Арам - Мишәр
Мин Хәсәнова Эльвира Сәйфетдин т ҡыҙы – Тирәкле урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы булам.
Тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә беҙ уҡыусыларыбыҙ менән нәҫел-тамырҙарыбыҙҙы өйрәнәбеҙ, шәжәрә ағастарын төҙөйбөҙ. Нәҫелемдең тарихын өйрәнеү бик мауыҡтырғыс булыуы, миңә артабан нәҫел ептәрен тәрәнерәк өйрәнеүгә этәргес булды. Был минең икенсе ентекләп, архив документтарына таянып өйрәнгән шәжәрәм. Беренсеһе – тормош иптәшем яғынан “Ҡабыҡтар” араһы шәжәрәһе булһа, ә был эҙләнеү эшемдең темаһы “Мишәр араһының шәжәрәһе ”тип атала. Был тема бик үҙенсәлекле. Сөнки боронғо ғөрөф- ғәҙәттәребеҙҙе, изге йолаларыбыҙҙы, данлы тарихыбыҙҙы өйрәнеү, нәҫелемдең артабанғы үҫеше өсөн кәрәк булған рухи, әхләҡи- эстетик идеалдарҙың әһәмиәтен күтәреү һәм быуындан- быуыға еткереү төп маҡсаттың береһе булып тора. Шәжәрә ағасыңды белеп, нәҫелебеҙҙең бай тарихына байҡау яһап, уның үткән юлы, данлы батырҙары, ҡыйыу улдары, уңған һәм һылыу ҡыҙҙары менән ғорурланып нәҫелебеҙҙең бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ышаныслы икәнлегенә инанғы килә.
Эҙләнеү эшем бер- нисә этаптан тора:
Тема һайлау.
Материалдар туплау.
Эҙләнеү.
Эшкәртеү һәм биҙәү.
Эҙләнеү методтары:
Библиографик.
Эҙләнеү эшен яҙғанда тыуған яҡты өйрәнеү һәм архив документтарының күсермәләре ҡулланылды.
Картографик һәм схематик.
Мишәр араһының шәжәрәһе һәм тамғаһы төҙөлдө.
Аналитик.
Бөгөнгө көндә һаны, милләте, традициялары.
Ауыҙ - тел.
Материал йыйыу барышында туғандар, ололар менән әңгәмә үткәреү.
Эҙләнеү.
Туғандар тураһында белешмәләр, фотолар, ғаилә документтары, ара ағасын төҙөү.
Этнографик.
Ауыл, ара исеменең, фамилияһының (шәриф) килеп сығыуы.
Эҙләнеү объекты:
Нәҫелем Рәсәй тарихының 19- 20 быуаттарында.
Шәжәрә архив материалдарына, тарихи документтарға, ғаилә архивы һәм атай- олатайҙарымдың иҫтәләгенә нигеҙләнеп төҙөлдө.
Был эшемдә өҫтәлмә материал булып архив документтарының күсермәләре, фотоматериалдар тора.
Бүлек 1. «Мин бер тамсы, рухи шишмәләрҙән, тарихыма табан юл алам»
Үҙенең ғәзиз тамырҙарын белгән һәм рухи яҡтан бай шәхестәре менән дан тота Тирәкле. Унда затлы, егәрле биш ара вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй.
Тирәкле ауылында киң таралған фамилияларҙың береһе Шаһиевтар. Был фамилияны йөрөткән кешеләр Мишәр араһына ҡарай. Халыҡ араһында мишәр килендән таралған нәҫелде “Мишәр” нәҫеле тигән риүәйәт йөрөй. Беҙҙең нәҫел күп тармаҡлы. Шаһиевтар, Ғәҙелшиндар, Ишмөхәмәтовтар, Ишҡыуатовтар, Арылбаевтар, Юлыбаевтвр, Ҡондоҙбаевтар һәм башҡалар инә. Һәр саҡ ярҙамсыл, ҡунаҡсыл, ғәҙеллекте, тоғролоҡто яратыусы, хәйлә - хыянатҡа нәфрәт менән ҡараусы, үткер һүҙле, кире күренештәрҙе, хәл ваҡиғаларҙы күрә алмаусы, үҙ халҡының мәнфәғәте өсөн изге эшкә әҙер тороусы, намыҫлы, кәрәк саҡта - сая ла, ғорур ҙа Мишәр араһы кешеләре.
Минең йыраҡ бабам - Әйбәт атлы булып, уның Ишҡыуат, Аллағыуат
атлы улдары булыуы быуындан –быуынға әйтелеп килгән.
1816 йылғы ревизия китабында 61 номер булып Әйбәт Әлишевтең ғаиләһе теркәлгән. Әйбәт 1753 йылда Тирәкле ауылында тыуған һәм 1832 йылда мәрхүм була. 1816 йылда уға 63 йәш була. Уның Гөлсара исемле ҡатыны булған. Гөлсара 1766 йылда тыуған.
Әйбәт менән Гөлсараның ике улы: 1797 йылда Аллағыуат, 1799 йылда Ишҡыуат тыуған.
1834 йылғы ревизия китабында Әйбәт Әлишевтең ғаиләһе 58-сы булып теркәлгән. Уға был ваҡытта 81 йәш була.
Аллағыуат Әйбәт улының фамилияһы артабан атаһының исеме менән китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Аллағыуаттың ҡатыны булмай.
Икенсе улы Ишҡыуат. Ишҡыуаттың Гөлбикә исемле ҡатыны була. Уларҙың ике ҡыҙҙары: 1827 йылда Ишбикә, 1830 йылда Ҡәҙербикә һәм 1829 йылда бер улдары Ишмөхәмәт тыуа.
1850 йылғы ревизия китабы буйынса Ишҡыуат Әйбәтовтың ғаиләһе 42- се булып теркәлгән. Был ваҡытта уға 51 йәш була. (1834 йылда 35 йәш була). Ишҡыуаттың ике ҡатыны була: 1823 йылда тыуған Гөлбикә һәм 1821 йылғы Гөлбаныу.
Ишҡыуаттың беренсе ҡатыны - Гөлбикә Билалованан 1829 йылда Ишмөхәмәт тыуа, икенсе ҡатынынан Гөлбаныу Буранғолованан 1845 йылда Шаһимөхәмәт, 1849 йылда Ғабдулла тыуа.
Ишмөхәмәттең 1831йылғы ҡатыны Гөлсафияға 19 йәш кенә була. Уларҙың 1849 йылда Шәмсиямал исемле ҡыҙҙары тыуа.
1859 йылғы ревизия китабында 42-се ғаилә булып Ишҡыуат Әйбәтовтың ғаиләһе теркәлгән. Уның 3 ҡатыны була. Ишҡыуаттың указной мулла икәнлеге теркәлгән. Уның беренсе ҡатыны Гөлбикәнән- Ишмөхәмәткә 30 йәш, 1851йылда ҡыҙҙары Гиззиямал, Мөхәмәтямал тыуа.
Ишҡыуаттың икенсе- Гөлбаныу Билалованан: Шаһимөхәмәт(1845 йыл), Ғәбидулла(1848), Ғәзизулла(1854), Зәһиҙулла тыуа.
Өсөнсө ҡатыны - Гөлкәй Буранғолованан: Хазимөхәмәт кенә тыуа.
Ишҡыуаттың улы Ишмөхәмәттең ҡатыны Гөлсафия Ғәбделямалованан(1831йылғы) 1849 йылда Шәмсиямал, 1852 йылда Сәрбиямал тыуа.
1917- се йылғы ауыл хужалығы ревизия китабы буйынса Харис Шәһиев 134 – се номер менән теркәлгән. Уның 1879 йылда тыуғанлығы, уның ҡатыны 1883 йылғы икәнлеге билдәләнгән. Харис Шаһиевҡа ул ваҡытта 38 йәш, ә ҡатынына 34 йәш була. Уларҙың 1902, 1905, 1909, 1915 йылғы дүрт улы, 1910, 1912, 1917 йылғы ҡыҙҙары барлығы билдәләнгән. Ғаиләләрендә бөтәһе 9 кеше: биш ир, дүрт ҡатын-ҡыҙ була. Ул бөтәһе 10 баш мал аҫраған. Дүрт йәштән оло булған 3 аты, бер йәштән үткән тулмаған 1 аты, бер йәшкә тиклем 1 ҡолоҡайы, 2 һыйыры, 1 танаһы, 2 быҙауы булған. 51,94 сутый ере булған. 2,5 сутыйҙа бесәнлек, 1,78 сутыйҙа һөрөлгән ере булған. Ерендә һоло, тары, ҡарабойҙай, арпа, картуф сәскән.
Бүлек 2. Иҫтәлектәр.
Ҡарт олатайым Харис ғаиләһе менән ауылдан ситтә Ҡыҙғы ауылы яғындағы ултырышта йәшәгән. 1920-21 йылдарҙа ауыл халҡын, кеше аяғы баҫмаған ҡара урмандан ер биреп, күсергә ҡушалар. Улар урманды яланға әйләндерегә тейеш булалар. Эре-эре ағастарҙы ботайҙар, соҡорҙарға күпер һалалар.Улар ер эшкәртеп иген сәскәндәр. Ауылдан ситтә йәшәгән халыҡҡа колхозға ағза булып инергә мөмкинселек аҙ була. Улар айырым хужалыҡ булып ҡалалар. Урманда 20 йыллап бил бөккәндән һуң, 1940 йылда ауылға күсәләр. Шулай итеп Харис ултырышы буш ҡала.
Гайникамал Вәлиәхмәт ҡыҙы Әбҡәдированың «Рухи байлыҡ – мәңгелек» китабында ошондай юлдар бар «Ҡыш урталарында Харис бабай донъя ҡуйҙы. Ул хәлде бөтәбеҙ ҙә ауыр кисерҙек. Балалыҡ шуҡлығы ауыр кисерештәрҙе тиҙ оноттора, күрәһең. Ҡөрьән үткәреү өсөн Сәғиҙә әбейем беҙҙе, балаларҙы, билмән яһарға ҡушты үҙе ҡамыр баҫа, ә беҙ йәймәне киҫеп, тартылған итте һалып йәбештерәбеҙ. Бәләкәй Гөлнәфис әҙер билмәнде таҡтаға теҙә бара, әбей күрмәгәндә генә ҡамыр эсенә ит урынына тоҙ, борос, һүнгән күмер һалып ебәрәбеҙ». Ошо юлдарҙан ҡарт олатайымдың ҡыш көнө донъя ҡуйыуын һәм уның ҡатынын Сәғиҙә исемле булыуын белеп була. Ошо өҙөктә үк уның балалары Гөлнәфис, Ғәләү, Бәлхиҙә иҫкә алына.
Шәкир ауылындағы әбейем Маһинур Шаһиева һөйләүе буйынса Харистың: Ҡорбан(Маһинур әбейҙең атаһы), Шәрифулла, Бәлхиҙә, Сәлхиҙә, Зиннәт һәм Зөлхизә исемле балалары була, ә Сибай ҡалаһында йәшәгән әбейем, Фәниә Насырова һөйләүе буйынса Ғәләүетдин(уның атаһы) Харистың иң кесе улы була. Ҡорбандан Маһинур, Рауил(һуғыш осоронда үлә) тыуа. Шәрифулланан 1930 йылда Зәкир,1932 йылда Зәкиулла, 1933 йылда Зәйнулла, 1935 йылда Ғәмилә, 1938 йылда Гөлъямал, 1943 йылда Хәмиҙә тыуа.
Бүлек 3. Олатайым Зиннәттең һуғыштан килгән һуңғы хаты.
Барса халыҡтарға, илгә ҡайғы-юғалтыуҙар килтергән ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғыш беҙҙең араны ла урап үтмәгән. Олатайым Шәһиев Зиннәт Харис улы 1909 йылда Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына.
«Өсмөйөшлө хат»ты ул 1942 йылдың 2 апрелендә өләсәйем Шәһиева Фатима Арслан ҡыҙына яҙа. Был уның ғәрәп алфавиты менән яҙылған һуңғы хаты. 1942 йылда Сталининград яуында 33 йәшендә һәләк булған. Быны уның дуҫы Хәйбулла яуҙан алып ҡайтҡан фотоһүрәттәге яҙыу дәлилләй: «1942 йылдың 4 майы, яуҙа Шәһиев Зиннәт һәләк булды». Яҙыу уның 9 йәшлек улы Ғиззәтулланың ҡулы менән яҙылған. Уның 5 балаһы атайһыҙ үҫә һәм ҡарт өләсәйем тол ҡала. Ул ғүмере буйына иренә тоғро ҡалған.
Хаттың эстәлеген һеҙгә лә уҡып ишеттерәм.
«Һаумы, минең ҡәҙерле тормош иптәшем Фатима. Һиңә ҡайнар фронт хәбәре ебәрәм. Ҡыҙҙарым - Ғәйшә, Хәҙисә, улдарым- Ғиззәтулла, Сәитгәрәй һәм Сәйфетдингә лә, туғандарға ла сәләм, бигерәк тә ҡайным менән ҡәйнәмә.
Мин иҫән- һаумын. Беҙ Мәскәү яғына позда китеп барабыҙ. Шәмсетдин, Мирсәйетте осраттым, быға бик шатмын. Улар икенсе вагондалар. Ә беҙҙең вагонда- Батыргәрәй кейәү, Ғәйнислам ҡоҙа, Абҙандан Яныбай, Аҙауҙан Ғибатулла, Хәйбулла, Айтмәмбәттән Дәүләтбай һәм Ҡыҫындынан Мөхәмәтғәле, Үтәгәндән Ғәйнулла ла бар. Хатты һеҙгә 29 март яҙам. Беҙ бөгөн туҡтаныҡ. Ә бөгөн 2 апрелдә хатымды дауам итәм.
Фатима, күршеләргә өндәш - һиңә картуф сәсергә ярҙам итһендәр. Беләм, һиңә донъя көтөүе бик ауыр. Бәлки, һеҙгә башҡаса хат яҙа алмаҫмын. Мин һеҙҙең янға иҫән- һау әйләнеп ҡайтырмын. Фатима, әгәр аҙыҡ менән ҡыйынлыҡтар булһа, военкоматҡа ғариза менән мөрәжәғәт ит.
Ярай, хатымды ошо урында тамамлайым. Иҫән- һау булығыҙ. Һинең ирең Зиннәт»
«Өсмөйөшлө хат» беҙҙең ғаиләнең иң изге ҡомартҡыһы булып һанала һәм ҡәҙерләнеп ғаилә архивында һаҡлана.
М. А. Әюповтың «Иҫтәлек» китабында уның 1944 йылда хәбәрһеҙ үлгәне теркәлгән. «Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел»- ти башҡорт мәҡәле. Бөйөк ватан һуғышышында илен һаҡлап яу яланында ятып ҡалған бабайыбыҙ - Шәһиев Ҡорбан Харис улы ла бар. Айытбаев Таһир Юлмөхәмәтулына, Айытбаев Юлмөхәмәт Хажи улына үҙенең тыуған ауылын - Тирәклеһен күрергә насип була.
Тылда Шәһиева Мәғрәт Дәүләт ҡыҙы һуғыштың бөтөн ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәреп, ал-ял белмәй эшләй, фронтты аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итә, үгеҙ менән ер һөрөп икмәк үҫтерә.
Бүлек 3 . Атайым - Шаһиев Сәйфетдин Зиннәт улы.
Атайым Зиннәттең 1936 йылғы Сәйетгәрәй, 1928 йылғы Ғәйшә, 1926 йылғы Ғиззәт, 1934 йылғы Хәҙисә, 1940 йылғы Сәйфетдин исемле балалары була. Сәйфетдин Шаһиев - минең атайым.
Атайым ғүмере буйына совхоз эшендә ҡайнаны. Ул Баҡалды совхозының беренсе класлы совхоз малсыһы була. 1985, 1986 йылдарҙағы ярыш һөҙөмтәләре буйынса 1- се урынды ала. 9,10,11 биш йыллыҡ ярыш һөҙөмтәләре буйынса ла ул алдынғы урында була. Ул йыл һайын Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән. «Социалистик ярышта еңеүсе» тигән билдә менән дә бүләкләнә. Яҡшы эшләгәне өсөн йыл һайын тиерлек илебеҙҙең шифаханаларына юлламалар ала. Уның фотоһүрәте маҡтау таҡталарында оҙаҡ йылдар урын ала.
Атайым ошо уҡ Тирәкле ауылы ҡыҙы – Рәйләнең йөрәген яулай. Ул әсәйем Рәйлә Кужабаеваға 1968 йылда өйләнә. Йәштәр яҙмыштарын бәйләп гөрләтеп донъя көтә башлай. Улар 5 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. 27 йылға яҡын татыу йәшәнеләр. Үкенескә ҡаршы, 22 йыл элек әсәйем Рәйләгә ғәзиз ирен юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә. Көслө рухы, балаларының үҙе өсөн өҙөлөп тороуҙары йәшәүгә дәрт бирә уға.
Күңел матурлығын юғалтмай, тирә-йүндәгеләргә яҡты нур өләшеп, үҙе лә яҡындарының йылыһын, ауылдаштарының оло ихтирамын тойоп йәшәүе менән бәхетле минең әсәйем.
Ул ғүмере буйына почтала эшләгән. Ул да «Социалистик ярышта еңеүсе» тигән билдә менән бүләкләнә. Шулай уҡ – уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән баһалана.
Атайым менән әсәйемдең балалары бөтәһе лә белемгә ынтылыусандар. Минең иң өлкән апайым -Зинера Тирәкле урта мәктәбендә китапханасы булып эшләй, икенсеһе- Венера 2-се Архангел урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирә, Дилә туғаным Октябрьский ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирә, ә иң төпсөгөбөҙ - Урал туғаным Баҡалды ауыл биләмәһенең башлығы булып эшләй, ә мин - Эльвира Тирәкле урта мәктәбендә уҡыусыларға тарих фәненән белем бирәм.
Мишәр араһы кешеләре ауылда элек-электән хөрмәтле зат. Улар араһында элек-электән дини яҡтан уҡымышлы муллалар барлығы билдәле. Шулай уҡ түрәләр, уҡытыусылар, шахтерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре күп. Мишәр араһы кешеләре элек-электән ер эшкәрткәндәр, күпләп мал аҫрағандар, бал ҡорто үрсеткәндәр. Шулай уҡ был араның ҡыҙҙары уңғанлығы, тәрбиәле, итәғәтле булыуы менән айырылып тора.
Бөгөнгө көндә Мишәрҙәр араһының иң йәш сабыйы - Шаһиев Арслан Урал улы. Уға әле 5 йәш тә 8 ай.
Дөйөмләштереү.
Нәҫел шәжәрәһен өйрәнгәндән һуң мин шуны асыҡланым. Мишәр араһы кешеләре ауылда элек-электән хөрмәтле зат. Был турала интернет селтәренән алынған документтар дәлилләй. 1778 йылдың 10 ғинуарындағы сығанаҡтарҙа Тирәкле ауылы башҡорттары: Үтәмеш Бизиков, Муҡан Ярышев, Иҫсура Әлишев сауҙагәр Подъячевтан аҡса алып тороуҙары һәм бер нисә өлөшөн бал менән түләү тураһында әйтелә. Мишәр араһы кешеләре элек-электән ер эшкәрткәндәр, күпләп мал аҫрағандар, бал ҡорто үрсеткәндәр. Уларҙың йәш быуындары бөгөнгө көндә лә бал ҡорто үрсетә. Урал Сәйфетдин улының баҡсаһын бал ҡорттары умарталары биҙәй. Улар араһында элек-электән дини яҡтан уҡымышлы муллалар барлығы ла билдәле. Улар Ишҡыуат Әлишев, Зәйнулла Ишҡыуатов, Мөнир Ишҡыуатов. Шулай уҡ түрәләр, уҡытыусылар, шахтерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре күп. Был араның ҡыҙҙары уңғанлығы, тәрбиәле, итәғәтле булыуы менән айырылып тора. Йәш быуынға үрнәк булырҙай шәхестәребеҙ бар. Улар: һуғыш ветераны, оҙаҡ йылдар ветерандар советы рәйесе булған Айытбаев Таһир Юлмөхәмәт улы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шәрәфетдинова Венера Таһир ҡыҙы, уҡытыусы, мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Баһауетдинова Альфира Вәкил ҡыҙы, уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Насырова Фәниә Галяутдин ҡыҙы, уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Фазылова Венера Сәйфетдин ҡыҙы, Баҡалды ауыл советы биләмәһе башлығы Шәһиев Урал Сәйфетдин улы, Өфө ҡалаһының Дим районы балалар баҡсаһында директор Ишҡыуатов Вәхит Фәрит улы һәм башҡалар.
Халыҡта «Әҙәм тамыры ағас тамырынан да күберәк» тигән әйтем бар. Һәр ағас үҙ тамырынан һут алып, олонон нығытырға тейеш, тигәндәр. Шаһиевтарҙың бөгөнгө көндә 9 быуынын өйрәндем. Ләкин алда асылмаған тарих биттәре барҙыр тип уйлайым. Ҡағыҙҙа яҙылмаған, хәтер төпкөлөндә һаҡланған туғанлыҡ ептәрен артабан өйрәнермен тигән маҡсатта ҡалам. Сөнки шәжәрәңде белеүҙең әһәмиәте беренсенән: ер мәсьәләһен нығыуға нигеҙләгән. Ҡайһы берәүҙәр тыуған яғына ҡайтып, ата-бабайҙар ерендә йорт һалып йәшәй хәҙер. Икенсенән, нәҫел-ара бүленешеп йәшәү өсөн еңеллек килтергән, бер-береһенә ярҙам иткән, ауырлыҡ килгәндә уртаҡлашырға ашыҡҡан. Өсөнсөнән, үҙ нәҫеле менән ғаилә ҡороп яңылышмауы иҫкәртелгән. Ғаилә ҡорғанда ете-ятҡа тиклем(атай-әсәй, ул-ҡыҙ, ейән-ейәндәр, бүлә-бүләләр, тыуа-тыуасар, ете-ят нәҫелен белергә тейеш булған.
Яҡшы ағас емеше – яҡшы ғаилә шатлығы, тип дөрөҫ әйткәндәр. Тормош хаталарын ситләтеп үтеү өсөн уйлап, шәжәрәгә нигеҙләнеп эш итеү кәрәктер, моғайын. Шул маҡсаттан сығып, атай-олатайҙар иҫән саҡта нәҫел бәйләнешен асыҡлап ҡалыу кәрәк.
Ҡәҙерле дуҫтарым, һнҙ ҙә ҡороғоҙ ышыныслы ояғыҙҙы, үрегеҙ шәжәрәгеҙҙе.
Ырыу ағысым һин, эй, шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә!
,
Рисуем белые грибы пастелью
Ералаш
Сторож
Лиса Лариска и белка Ленка
Ночная стрельба